Оло юл башы
«Башҡортостан ҡыҙы» менән яҙмыштары тығыҙ бәйле шәхестәр, уның тере тарихы булып, шөкөр, арабыҙҙа йәшәй. Улар, дәүерҙәр үҙгәрһә лә, исеме лә, есеме лә шул килеш ҡалған – халҡыбыҙ мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүсе журналдың йылъяҙмаһын барлай.
…Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының тормошон яҡтыртыу, алдарындағы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә, бала тәрбиәләүҙә ярҙам күрһәтеү, хоҡуҡтарын аңлатыу өсөн айырым баҫма кәрәклеге хаҡында әленән-әле күтәрелеп торған һүҙ 1960 йылдар аҙағында ҡайтанан ҡалҡып сыҡты. Йәмәғәтселек был йәһәттән әүҙем эш күрһәтә башланы, халыҡ та мөрәжәғәттәр ебәрҙе. Ул саҡта Башҡортостан радио һәм телевидение комитетында айына бер тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус тапшырыу сығарыла ине. Уны шағирә Кәтибә Кинйәбулатова әҙерләне. Мәскәүҙән Яҙыусылар союзына килгән вәкил менән осрашыуҙа төрлө мәсьәләләр күтәрелгән мәлдә Кәтибә Кинйәбулатова журнал тураһында ла һүҙ ҡуҙғата...
…Нисек кенә булмаһын, 1967 йылдың ноябрендә шатлыҡлы хәбәр таралды – алдағы йылдан башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының да баҫма органы буласаҡ. 1968 йылда беренсе һан сығырға тейеш. Кәтибә Кинйәбулатова – мөхәррир. Рәми Ғарипов – яуаплы сәркәтип. Ғиндулла Хәйретдинов – техник мөхәррир. Мин Илгизәр улым менән декрет ялында булһам да, Рәми ағай эшкә саҡырҙы. Журналдың төп йүнәлеше ниндәй? Төп маҡсаты ни? Ҡағыҙ төрө, форматы, күләме... Редакцияға штат, эш хаҡы, ултырыр урын һәм башҡалар – Кәтибә апай ойоштороу мәсьәләләренән бушамай. Рәми ағай көн һайын тигәндәй кис беҙгә килә лә Диҡҡәт, мин өсәүләшеп журналдың йүнәлеше тураһында һөйләшәбеҙ. Рәми ағай: «Журнал һәр башҡорт ҡатын-ҡыҙы ҡулында булырға тейеш. Һәр мәҡәләлә, хатта «Кәңәштәр» тигән рубрикала ла халҡыбыҙҙың артабанғы йәшәйешен күҙаллап, ниндәй булһа ла фәһем алырлыҡ фекер яҙылһын. Эҙләнәйек, уйлайыҡ. Өлгө алырлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ күп булған беҙҙең. Улар тураһында яҙайыҡ. Ижад юлына аяҡ баҫҡан ҡыҙҙарыбыҙҙы күтәрәйек», – тине. Журналдың тәүге һаны беҙҙең фатирҙа әҙерләнде. Йыл аҙаҡтарында туғыҙ ҡатлы йорттоң иң аҫҡы ярым ҡатынан (цокольный) урын бирҙеләр. Өс өҫтәл, ике тумбочка, ултырғыстар, тәҙрә төптәре. Кәтибә апайға, Рәми ағайға булды өҫтәлдәр. Бер өҫтәлдә – машинистка. Мин тумбочка өҫтөндә яҙышам. Күберәк өйҙә эшләнем, әлбиттә. Фатирыбыҙ, бәхеткә, ҡаршыла ғына ине. Уның ҡарауы, күңелебеҙ тулы Хыял, Шатлыҡ, Киләсәк!
Бер аҙҙан эшкә шағирә Әнисә Таһирова, Фәүзиә апай килде. Артабан фотограф, рәссам, хәбәрселәр, корректор... Барыһында ла ижад ҡомары мөлдөрәмә тулы, хатта йыйыштырыусы Ҡәнитә апай ҙа журнал өсөн янып-көйөп йөрөнө, таратыуҙа ярҙам итте...
…Кәтибә апайыбыҙға – 48, Рәми ағайға – 36, миңә – 25, Әнисә Таһироваға 26 йәш булған журналыбыҙҙың тәүге һанын ҡулға алған саҡта.
Яратҡан журналыбыҙҙың ярты быуатлыҡ Оло юл башы ошолай булды.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2018) һанында уҡығыҙ.
Мәрйәм БУРАҠАЕВА,
яҙыусы, мәғрифәтсе, йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры,
Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты

Теги: Башҡортостан ҡыҙына 50 Мәрйәм Бураҡаева