Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә

Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә
Республикабыҙ матбуғатына арнаған утыҙ өс йыл ғүмеремдең һуңғы ун биш йылы «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһында үтте. Яратҡан баҫмабыҙҙың 1996 – 2011 йылдарҙағы 180 һанын донъяға сығарыуға, уның иҫ китмәле бай тарихын тулыландырыуға минең дә көсөм һалыныуына сикһеҙ шатмын.

…Бүлек мөхәррире булараҡ, миңә лә, төрлө төбәктәргә сығып, республикабыҙ тормошона ҡағылышлы ниндәй генә проблемаларҙы һәм социаль темаларҙы яҡтыртырға тура килмәне…

…Һәр саҡта ла ҡоро, дежур мәҡәләләр яҙыуҙан, материалымдың уҡыусыны битараф ҡалдырыуынан ҡурҡтым. Һин яҙасаҡ герой хеҙмәт ҡаҙаныштары, йәмғиәттә тотҡан урыны тураһында сәғәттәр буйы мауығып һөйләргә мөмкин…

…Геройыңдың күңел һандығын астырыу, ай-һай, еңел түгел. Кеше үҙенә ҡарата йылылыҡты, ихласлыҡты, ихтирамыңды тойһа ғына, һине эске донъяһына алып инә, хатта бығаса биктә тотҡан йөрәк серҙәрен сисә. Бындай осрашыуҙарҙан һуң үҙеңде ирекһеҙҙән геройыңдың ғүмере буйы белгән кешеһеләй, яҡын әхирәте йәки дуҫылай итеп тояһың…

…Илай-илай яҙған мәҡәләләрем күп булды. Мәҫәлән, беҙҙең редакцияға килгәнендә хатта Мостай ағай Кәрим дә матур баһа биргән «Балам – бәхетем» мәҡәләһендәге түбәндәге юлдарҙы нисек тетрәнмәй, төйнәлмәй яҙаһың: «...Раушания ла һәр балаһын теләп ҡулына алды. Тик биш балаһының дүртенсеһе – Айгөлө ДЦП сире менән тыуҙы. Ҙур ҡара күҙле, оҙон керпекле, әле ун ике йәштә булһа ла, дүрт-биш йәштәр генә бирерлек, ултыра ла, йөрөй ҙә, һөйләшә лә, ҡулына тотоп ашай ҙа, хатта аҙыҡты сәйнәй ҙә алмаған был балаға ҡараһаң, тамаҡҡа төйөр тығыла. Ниңә Хоҙай иң гүзәл зат булырҙай был сибәр сабыйҙы шулай ҡыйырһытҡан икән?.. Айгөл шундай хәлендә үҙенә минут һайын иғтибар талап итеп, илау аша геүелдәп ятһа ла, ул – ғаиләләге иң ҡәҙерле, иң иркә бала. «Өлкән ҡыҙҙарыбыҙ – Өфөлә, студенттар, улыбыҙ мәктәптә, үҙебеҙ эштә. Айгөлдө ҡарашырға тағы бер ярҙамсы кәрәк, тип, бишенсе баламды – Альбинамды таптым. Өс йәшендә үк, үҙем мәктәпкә эшкә киткәндә, уны уятып, апаһын ҡарарға ҡушып китә торғайным. Мәктәпкә төшкәс тә, ҡыҙымдың икенсе сменала уҡыуы беҙҙең ғаилә өсөн ныҡ уңайлы», – ти әсә.
Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә
Альбина... Йәшел күҙле, һап-һары сәсле ун йәшлек кенә был матур ҡыҙыҡай иңдәрендә күпме ауырлыҡ күтәрергә өлгөргән. Ауырлыҡ күтәреү – тура мәғәнәһендә, сөнки апаһы тик ятып ҡына ла ялҡа, арҡаһы, янбашы талыуҙан тынысһыҙлана башлай. «Апайымды күтәреп йөрөп арығас, уны койкаға һалам да дәрестәремде әҙерләргә ултырам. Бер аҙҙан тағы илай башлаһа, уны аптыратыр, илауын туҡтатыр өсөн, кинәт иҙәнгә йығылып киткән кеше булам да, эй тулайым, эй маймылланам, аяҡ-ҡулдарымды төрлөсә болғап, төрлө тауыштар сығарып, Айгөлдө тынысландырырға тырышам. Шулай ҡыланыуым үҙемә лә ҡыҙыҡ тойола ла шарҡылдап көлөргә тотонам. Апайым да, мине күҙәтеп ята торғас, йылмая, шатлана башлай. Аҫтына ҡороно йәйәм дә уға шиғыр һөйләргә ултырам, үҙем яратҡан Пушкин, Андерсен әкиәттәрен уҡыйым. Үҫкәс табип булырға, дауалап, апайымды сиренән ҡотолдорорға хыялланам», – ти Альбина».

«Өс йәшенән эшкә егелергә мәжбүр ул бәләкәс ҡыҙыҡай хыялын һис шикһеҙ тормошҡа ашырыр. Һеҙҙең мәҡәлә лә, минең ошо бүләгем дә уны маҡсатынан тайпылмаҫҡа өндәр», – тип, Мостай ағай үҙенең матур теләктәре яҙылған китабын Альбинаға тапшырырға ҡушты.

Мәсетле районынан алынған ошо ваҡиғаға ун биш йыллап ваҡыт үтте. Үҙҙәре тураһында яҙылған журналды һәм бөйөк халыҡ шағирының автографлы бүләген был ғаиләлә бөгөн дә ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Бәләкәс саҡтағы хыялына ирешкән Альбина – әле табип-кардиолог…

…Журналыбыҙҙың төп – ҡатын-ҡыҙ һәм ғаилә – темаһы ижадымдан бер ҡасан да ситтә ҡалманы. Үҙҙәре йәшәгән төбәктә «Башҡортостан ҡыҙы»ның тиражын арттырыуға тос өлөш индергән активистарыбыҙ тураһында ла шатланып яҙа инек. 2007 йылда сыҡҡан шундай мәҡәләләремдең береһе Учалы районы хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, матбуғат саралары, йәштәр, ололар менән эшләү бүлеге начальнигы Лилиә Салауат ҡыҙы Ғүмәрова (бөгөнгө көндә ул Рәсәй Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары) тураһында булды. Райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы булараҡ та ул һәр кешенең аһ-зарын яҡшы белә, ғаилә проблемаларына ла битараф түгел. «Халыҡта, әгәр ғаиләһе тотороҡло икән, тимәк, ул – уңышлы, һәләтле, ышаныслы, төплө кеше, тиҙәр. Татыу ғаилә – тормош өлгөһө. Эш бит кейәүгә сығыуҙа йәки өйләнеүҙә түгел, ә ышаныслы, берҙән-бер ғаилә ҡороуҙа, һау-сәләмәт балалар үҫтереүҙә. ...Демократия беҙҙә бер нәмәне лә тыймауҙан башланды, был әхлаҡ ҡағиҙәләре боҙолоуға килтерҙе. Теләйем икән – һинең менән йәшәйем, теләмәһәм, икенсе берәүгә китәм – күп ғаиләләр шундай рух һәм тән азатлығы арҡаһында юҡҡа сыға, балалар атайлы көйө етем үҫә. Бөгөн ныҡлы ғаилә статусын тергеҙеү – заман талабы», – тигәйне ул.

Татыу ғаиләгә нигеҙ ниҙән һалына? «Нимә ул мөхәббәт? Бармы ул?» исемле рубрика асып, йәмғиәтебеҙҙең был мөһим һорауҙарына яуапты Флорид Бүләков, Фидан Ғафаров, Рауил Бикбаев, Айҙар Ғәлимов, Хәмит Яруллин, Хөрмәт Үтәшев кеүек билдәле шәхестәребеҙҙән дә эҙләнек. Мөхәббәт бар ул, әммә был төшөнсәне теүәл генә аңлатырлыҡ дәлилдәр юҡ, тине уларҙың күбеһе. Был тойғо тураһында утыҙлап пьеса ижад иткән билдәле драматург Флорид Бүләковтың ғүмерлеккә иҫтә ҡалырҙай фекерҙәре ҡиммәтле: «Кеше ғүмере шундай ҡыҫҡа, ул мөхәббәттең бары бер нисә генә мәленән тора. Бер, ике, һигеҙ йәки кемдең күпме. Ә ҡалғаны – эш, карьера, аҡса, машина, дача – улар көнкүрешебеҙҙең ҡоро атрибуттары ғына. Ә ғүмерҙең үҙен тәшкил итеүсе күңел ағышы ошо һөйөү мәлен көтөүҙән зарур. Түҙемлек менән, хатта өмөтһөҙләнеп, ғүмер буйы һөйөү мәлен көтөү тик ҡартлыҡта ғына үлем мәлен көтөүгә алмашына. Шуға ҡыҫҡа ғына ғүмер ҙә ҡайһы саҡ үтә оҙон һәм ялҡытҡыс булып тойола. Бер сәғәт көтөү генә лә үҙе ғазап, әгәр ул көтөү йылдарға йәки тиҫтә йылдарға һуҙылһа? Шулай ҙа була: ҡайһы берәүҙәргә ошо һөйөү мәле бөтөнләй килмәй. Ундай кешене халыҡ араһында бөкрәйгән кәүҙәһе, тоноҡ йөҙө, төҫһөҙләнгән күҙҙәре буйынса ла айырып була. Фани донъянан да ундай кеше кемде һәм ниңә көтөүен аңлай алмай китә – тормошобоҙҙоң хәтәр ғәҙелһеҙлеге лә ошонда», – тигәйне әҙип.
Флорида ИҪӘНБАЕВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
(Аҙағы киләһе һанда.)


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2017) һанында уҡығыҙ.




Теги: Башҡортостан ҡыҙына 50 Беҙҙең бәйгеләр




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook