Яҙмышыма төшкән бер бәхет
Беҙҙең заманда һүрәте «Башҡортостан ҡыҙы» журналының тышында баҫылыу республикабыҙҙа йәшәүсе һәр һылыуҙың хыялы ине, тип әйтһәм, һис арттырыу булмаҫ. Ошо бәхеттең меңдәр араһынан миңә төшөүе яҙмышыма яҡтылыҡ булып яғылды. Журналдың матур юбилейы уңайынан иғлан ителгән ижади конкурста шул хаҡта һөйләгем килә.
1982 йылдың апреле. Башҡорт дәүләт педагогия институтының география факультетында өсөнсө курста уҡып йөрөгән сағым. Ҡолас ташлап институттың йәмәғәт эштәрендә, мәҙәниәт тормошонда ҡатнашҡан ваҡытым. Баянда, мандолинала уйнауым, милли бейеүҙәребеҙҙе яратып башҡарыуым фольклор ансамбле ойоштороуға дәртләндергәйне. «Башҡорт ҡыҙы» тип аталған ансамблебеҙ менән шәмбе һәм йәкшәмбеләрҙә райондарҙа, милләттәштәребеҙ йәшәгән күрше өлкәләрҙә сығыш яһап ҡайтабыҙ. Башта факультеттың комсомол комитетын етәкләһәм, артабан уның азат ителгән секретары урынбаҫары итеп ҡуйҙылар.
Көндәрҙән бер көндө мине деканатҡа саҡыртып алдылар.
– Иртәгә «Башҡортостан ҡыҙы» журналы өсөн фотоға төшәсәкһең, матур итеп кейенеп кил, – тиҙәр.
– Ни өсөн мин?
– Факультетта берҙән-бер Ленин стипендиаты һин бит.
Уҡыу алдынғыһы образын сағылдырыу өсөн китап тотоп төшһәң, яҡшыраҡ булыр, тинеләр. Журналдар, ғилми баҫмалар теҙелгән кәштә янында ҡулына китап алып баҫып торған нескә билле ҡыҙҙың йөҙө етди, ҡараштары асыҡ – был һүрәт миңә ялҡынлы, хыялға бай йәшлегемде һынландырыуы менән ҡәҙерле. Ифрат ҙур тиражлы баҫмала ҡыҙҙарының һүрәтен күреп, Күгәрсен районы Теләүембәт ауылында йәшәүсе атайым менән әсәйемдең бәхетле булып йөрөүе хәтерҙә. Ә институтта, журнал сыҡҡас, мине «Башҡортостан ҡыҙы» тип йөрөтә башланылар. Хатта билдәле профессор Мөхәмәтйән Хисмәтов миңә бүләк иткән китабында ла, «Башҡортостан ҡыҙы»на яңы үрҙәр теләйем», – тигән һүҙҙәр яҙғайны.
Оҙаҡ йылдар ауыл Советы секретары булып эшләгән, баҫма һүҙҙең мәртәбәһен белгән атайым Шәрифйән Ғәлимйән улы менән сәсән телле әсәйем Миңлегөл Хәйепйән ҡыҙы был һанды һаман ҡәҙерләп һаҡлай. «Дәрәжәле баҫма ышаныс күрһәткән ҡыҙым инде олпат йәшкә етте, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне», – ти улар ҡәнәғәтлек менән.
Республикабыҙҙың абруйлы уҡыу йорто – Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үҙем уҡытҡан фәндәр – иҡтисади география, төбәк географияһы аша студенттарҙа илде һөйөү, ҡәҙерләү тойғоларын тәрбиәләүемә утыҙ йылдан ашыу. Бөгөн, тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләһе йылдан-йыл ҡырҡыулашҡанда, йәштәргә киң экологик белем биреү зарур тип һанайым һәм ата-бабаларыбыҙҙың тирә-яҡ мөхиткә ҡарашында оло аҡыл ятыуын еткерергә тырышам. Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында география уҡытыусылары өсөн алып барған курстарҙа ла, уларҙың белемен камиллаштырыуҙан тыш, сәйәси география буйынса ла бай мәғлүмәт биреүҙе үҙ бурысым тип күрәм. СССР тарҡалғандан һуң Рәсәйҙең геополитик картаһы үҙгәреүе нимәнән ғибәрәт? Ни өсөн беҙгә Ҡырым кәрәк? – был мөһим һорауҙарҙы киң яҡлы, тәрән асыуҙы маҡсат итәм. Абхазияны таныу беҙгә йылы яҡта үҫкән йәшелсә-емеш менән тәьмин ителеүҙән бигерәк, стратегик йәһәттән нығыныу өсөн мөһимлеген аңлатам. Сөнки иҡтисади-сәйәси география буйынса ғилемле мөғәллим бала зиһененә дөрөҫ белем һалып, уны илһөйәр итеп үҫтерәсәген беләм. Йәштәрҙе фәнгә ылыҡтырыуым, уҡытыусылыҡ эшмәкәрлегем – Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы, ике тиҫтә йыл факультетыбыҙҙа профсоюз комитеты рәйесе булып эшләүем Рәсәй мәғариф һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзы тарафынан юғары баһаланып, Почет грамоталары менән бүләкләнеүемә шатланам.
Яҙмамды конкурста еңеү өсөн түгел, ә ҡатын-ҡыҙҙың рухи таянысы булған, 35 йыл элек миңә оло фатихаһын биргән изге баҫмабыҙға сикһеҙ ихтирамымды, һөйөүемде белдереү ниәтенән тәҡдим иттем. Башҡортостан ҡыҙы булып ҡалам.

Земфира ТИМЕРБАЕВА,
Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, мәғариф ветераны.

Теги: Башҡортостан ҡыҙына 50 Беҙҙең бәйгеләр