ҺҮҘҘЕ ҠӨҘРӘТЛЕ НУР ИТЕП
Башҡортостан юлдаш телевидениеһының бүлек мөдире, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Республика Хөкүмәте премияһы лауреаты, үткер ҡәләмле журналист Зөлфиә Рәхмәтуллина байтаҡ фәһемле тапшырыуҙар, шул иҫәптән «Телеүҙәк»те әҙерләп алып барыусы булараҡ тамашасыларға яҡшы таныш. Төплө фекере, иплелеге, донъяға фәлсәфәүи ҡарашы, рух ныҡлығы, сәпкә генә тейгән отҡор һорауҙары менән шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итә ул. Күп кенә уңыш ҡаҙанған кешеләрҙең артында, ғәҙәттә, тәрән тормош аҡылына эйә көслө әсәй тора, тиҙәр. Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙы ла һәр яҙмыш боролошонда әсәһенең ролен юғары баһалай. Нәҫел ҡото, бәхет, әсә һәм ҡыҙ хаҡында һүҙҙе дауам итеп, Зөлфиә Рәхмәтуллинаның күңел донъяһына рәхим итәйек.
«Атайым һыҙғыра-һыҙғыра ат егә, ә мин арбаға ултырғанмын да, уның менән урманға барырға теләп, эй еңмешләнеп илайым. Апайым да ихатала йөрөй – илаҡ Зөлфиәгә иғтибар иткән кеше юҡ, һәр кем үҙ эше менән мәшғүл – минең сеңләүем генә тын һауаны яра. Шул саҡ ҡапҡанан әсәйем йән-фарман килеп инде лә: «Нимә булды? Һинең илағаның хатта пекарняға ишетелә. (Ул ауылда икмәк бешереүсе булып эшләне, ә пекарня ауылдың икенсе осонда). Бөтөн ауыл халҡы, Зөлфиәгә ни булған, тип аптырай», – тине йүгереп хәлдән тайған ҡиәфәт менән.
Минең ғауғалап илағанды ишеткән тиҫтерҙәремде күҙ алдына килтерҙем дә ғәрлегемдән шып туҡтап ҡалдым. Уй Аллаҡайым, йөҙҙәренә нисек ҡарарға инде хәҙер, тип уйлайым. Бөгөн мәғлүм: илағанымды әсәйем ҡапҡа янына еткәс ишеткән, әртисләнеп ҡыланыуы оҫта тәрбиә алымы ла булған бит. Миңә ҙур һабаҡ булды был – ҡабат бер ҡасан да ҡысҡырып иламаным, үҙһүҙлелегемде лә йүгәнләргә өйрәндем», – ти Зөлфиә. Өләсәһе, ата-әсәһе һәм өс ағаһы менән апаһының иркәләүенә төрөнөп үҫеп килгән ҡыҙсыҡты шулай илауынан дүндереп ала зирәк ҡатын. Бала сағынан тағы бер мәл иҫендә. Күрше малайҙар менән уйнарға яратҡан Зөлфиә урамдан бер «текә» һүҙ өйрәнеп ҡайта. Алама икәнен ҡайҙан белһен инде биш йәшлек бала. Ә атаһы бер ҡасан да насар һүҙ ҡулланмай, уның тәмәке тартҡанын да, эскәнен дә күрмәгән ағайҙары ла ипле булып буй еткергән. Өйҙә Зөлфиә өйрәнеп ҡайтҡан «текә» һүҙҙе әйтеп ысҡындырыуы була, арт яғына әсәһенең усы сәп итеп ҡала. Һуңынан мәғәнәһен төшөндөрөп, ҡыҙҙарҙың һөйләше татлы булырға тейеш, тип өйрәтә әсәһе. Шунан алып һүгенеү һүҙенә башҡа теле әйләнмәй уның. Әсәһе итәгенә тағылып йөрөргә әүәҫ ҡыҙ ҡурсаҡ уйнатмай, яҙлы-көҙлө күрше малайҙар менән батҡаҡта ҡытырмаҡ өйөрөлтә, ҡыш бейәләйе боҙланып туңғансы тау шыуа, йәй ҡара төнгәсә туп тибә. Ҡапҡа төбөндә сыр-сыу килгән балалар менән өйрәк-атыш уйнарға атаһы ла сыҡҡылай.
Ҙурая килә телевизорҙан башҡортса тапшырыуҙарҙы көтөп ала башлай. «Мин дә телевизорҙа эшләйәсәкмен», – ти ул, зәңгәр экрандарҙан мөләйем йылмайған апайҙарға ҡарап. Әйткәне Хоҙайҙың «амин» тигәненә тура килә, күрәһең. Һуңынан күңелендә табип булыу хыялы яралһа ла, балалыҡ маҡсаты барыбер үҙенә әйҙәй. Һүҙ ҡөҙрәте менән дауалауҙы һайлай ул. Һүҙ – йән аҙығы ғына түгел, күңел дауаһы ла, йыуаныс та, ҡыуаныс та, бәхет, ғәҙеллек өсөн көслө ҡорал да була ала бит.
Бала саҡтары ауыр заманға тура килгән ата-әсәһенә юғары белем алыу тәтемәй. Шуға төпсөк ҡыҙҙарының урта мәктәпте миҙалға тамамлап, БДУ-ның журналистика бүлегенә уҡырға инеүенә ата-әсә сикһеҙ шатлана. Сөнки улар белә: Зөлфиә берәй эшкә ҡыҙығып тотондомо, һис шикһеҙ шартына еткерәсәк! Әммә яҙмыштың ҡануны ҡаты – һөйөнөсө менән хәсрәтен дә йәнәш йөрөтә шул.
«Атайым Мөхтәр Мөхәррәм улы – һуғыш йылы балаһы – үҙе атай һөйөүен татып үҫә алмаһа ла, беҙгә иҫ китмәле йомшаҡ, хәстәрлекле булды. Их, үкенесле, уға минең уңыштарымды, ғаиләмде күреп һөйөнөү бәхете насип булманы, – тип хәтер ебен тағата Зөлфиә. – Уҡырға инеп, Өфөнән ҡайттым. Атайым бесән өйөп йөрөй ине, мине күреп, кәбәндән һикереп үк төштө. Ҡыйынлыҡһыҙ уҡырға инеп, иҫән-һау йөрөп ҡайтыуыма шатланды. Сикһеҙ ҡыуаныс ниңәлер шом да тыуҙырғандай була бит ул. Әле лә хәтеремдә, августың 15-е иртән сәйер тауышҡа һиҫкәнеп уяндым. Иҫкәртеү булдымы, белмәйем, әммә шуны һаман онота алмайым. «Бөгөн атайыңдың һуңғы көнө», – тине кемдер. Насар уйҙарҙы башымдан ҡыуып, ихатаға йүгереп сыҡтым. Әсәйем иртәнге автобус менән ҡалаға киткән, атайым ат егеп йөрөй: «Ҡыҙым, сәй эсәйек тә яланда ҡалған бесәнде алып ҡайтайыҡ, Земфира апайың әҙер», – тине. Тәмләп сәй эсеп ултырыуыбыҙ әле лә күҙ алдымда, беҙ, ғәҙәттә, яҡын кешеләрҙең йөҙөнә иғтибарлап ҡарарға ваҡыт тапмайбыҙ. Ошо мәлде туҡтатырға, әллә мәңгелеккә хәтеремә теркәргә теләпме, атайымдың салланған сәстәренә, бураҙналар ятҡан киң маңлайына, йылы ҡарашына оҙаҡ ҡына текәлеп ултырҙым. Ул ашыҡҡандай иткәс, баҡсанан итәккә алма тултырып алдыҡ та, өсәүләшеп арбаға тейәлеп, яланға юл тоттоҡ. Осраған һәр ауылдашын сәләмләп: «Был шул бабайың була», – тип һәр кемен матурлап телгә алды ул.
Өсәүләп бесән йыябыҙ, күп тә үтмәй атайымдың ҡапыл ергә ҡолағанын аңғарып, эргәһенә йүгерҙек. Апайым менән ҡосаҡлап башын күтәрҙек, ике күҙенән йәш атылып сыҡты, нимәлер әйтергә теләп ауыҙын асты, әммә һүҙе өҙөлөп, ҡулыбыҙҙа йән бирҙе. Әле генә һөйләшә-көлөшә яланға китеп барған булһаҡ, инде сәғәт ярымдан ике үҫмер ҡыҙ – апайым менән икәү атайҙың хәрәкәтһеҙ тәнен арбаға һалып ауылға алып ҡайттыҡ».
Иркә ҡыҙсыҡты яҙмыш бер көн эсендә өлкәнәйтә, әйтерһең. Бик ауыр һынау алдында ҡала ул. Ғәзиз кешеңде ҡалай тиҙ юғалтырға мөмкин, тигән ҡурҡыу ялмай үҫмер йөрәген. Хәҙер инде ул әсәһен бер минутҡа ла яңғыҙын ҡалдырмаясаҡ, Земфира апаһы педколледжды тамамлағансы үҙ уҡыуы көтөп торор, тигән һығымтаға килә. Нәкирә апай шул ваҡыт: «Ҡыҙым, яҙмыш форсатты бер тапҡыр ғына бирә, шуны ҡулыңдан ысҡындырма. Мин тип үҙ бәхетеңдән баш тартма, Хоҙай ярҙамы менән бирешмәҫбеҙ, бары һин йәшлегеңдә, юл башында хата яһама!» – тип, ҡапылғара гөрләп торған йорттарында япа-яңғыҙ ҡалыуға ҡарамаҫтан, Зөлфиәне Өфөгә китергә өгөтләй.
Уға әсәһен тыңлауҙан башҡа сара ҡалмай. Шулай һикәлтәле генә башлана тапшырыуҙарында етди мәсьәләләр күтәргән, сәмле һәм кешелекле журналистың бөгөнгө уңышына тәүге аҙымы. Зөлфиә Рәхмәтуллинаның «Юлдаш» радиоһында алып барған рухи-әхлаҡи, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә «Ғаиләм – ҡәлғәм», «Йылы усаҡ», «Тормош асылы» тапшырыуҙары тиҙ арала халыҡ күңелен яулай. «Еңеү һалдаттары» очерктары, «Атылған йондоҙ», «Даирә» тапшырыуҙары ла тормош ысынбарлығын тасуирлауы менән мәртәбәле. БЮТ каналында «Башҡорт телен өйрәнәм» проекты мөхәррире булараҡ та күләмле эш алып бара, халыҡсан, көнүҙәк темаларҙы «Телеүҙәк» тапшырыуында тура эфирҙа күтәрә. Тағы бер мөһим һыҙат: ғәжәйеп ихлас, мөләйем ханым «йондоҙ» булып танауын күккә сөйөп йөрөгәндәрҙән түгел. Һөнәри йәһәттән уңышҡа өлгәшкән һылыуҙың өлгөлө ғаиләһе лә һоҡланыу уята. Әйткәндәй, тормош иптәше Әмир байтаҡ йылдар «Юлдаш» радиоһында режиссер булып эшләне, әле – шәхси эшҡыуар.
Кейәүен әсәйем үҙе һайланы, тип шаярта Зөлфиә. Беренсе курстың тәүге көнөнән ярҙамы, хәстәре менән гел эргәһендә уралған Белорет егете Әмир менән ҡыҙ тиҙ арала дуҫлашып ала. Ҡайғылы осоронда һылыуҙы ишеткән дә, аңлаған да ул була. Йәйен хат алышалар. Ҡыйыу егеттең, кеше аптыратып, Зөлфиәнең тыуған яғы – Ишембай районы Һайранға хәл белергә килеп төшкән саҡтары ла була. Дуҫлыҡ теүәл биш йылға һуҙыла. Тик ниңәлер йәштәр өйләнешергә ашыҡмай, дөрөҫөрәге, ғаилә ҡороу – яуаплы аҙым, беҙ әҙерме, Өфөлә нисек йәшәп китербеҙ, тип Зөлфиә тәҡдимде ҡырт киҫә килә. Шулай бер Нәкирә апай: «Балалар, етер инде, былайтып йөрөмәгеҙ, өйләнешегеҙ», – тип ҡыҫҡа ғына һүҙ тота. Ошоно көтөп кенә йөрөгән буласаҡ кейәү менән ҡәйнә һөйләшеп, никах көнөн дә билдәләй. Ҙур үҙгәрешкә ауыр килә торған һылыуҙың яҙмышы шулай уңышлы ғына хәл ителә лә ҡуя. «Ҡыҙ баланың тормошон ата-әсә хәстәрләргә тейеш, тигәнде ишетеп беләбеҙ, әсәйем үҙ бурысын атҡарҙы, – тип йылмая Зөлфиә. (Нәкирә апай менән Мөхтәр ағай улдарын да ваҡытында өйләндереү хәстәрлеген күрә, өсөһө лә 22 йәштә ғаилә ҡорған). – Донъя көтә башлағанда ла ярҙамы ҙур булды. Пенсияла һәм яңғыҙ булыуға ҡарамаҫтан, апайымдың да институтҡа инеү теләгенә ҡаршы төшмәй, бер юлы ике студентты аяҡҡа баҫтырҙы».
Бөгөн Әмир менән Зөлфиәнең татыу, бәхетле ғаиләһендә ике бала үҫә. Өсөнсө синыфта уҡыған Миләүшә велосипедта, роликта йөрөй, конькиҙа шыуа, бассейнды ҡалдырмай, аппликациялар яһау менән ҡыҙыҡһына, инглиз телен өйрәнә һәм, әсәһе ниәтен ғәмәлгә ашырып, табип булыу хыялы менән яна.
Алты йәшлек Морат та велосипедта уҙышыу, йүгереү буйынса апаһынан ҡалышмай. «Улым да шаян, отҡор булып үҫеп килә. Балаларымды ныҡ яратам. Эшем менән бәйле улар янында көнө буйына була алмаһам да, мөхәббәтемде, йөрәк йылыһын, хәстәремде икеһенә тигеҙ бүлергә тырышам. Балаларыма аталары ҡатыраҡ булып китһә, йомшартыбыраҡ ебәрәм. Минең талапты Әмир кәметергә мөмкин.
Бала саҡта ҡалала йәшәргә хыяллана инем. Ә хәҙер ҙур ҡалалағы тынғыһыҙ тормош кеше күңеленән һиллекте, ниндәйҙер кимәлдә ихласлыҡты урлаған урын икәнен аңлайым да ауыл, ундағы алсаҡ кешеләр, тәбиғәт һағындыра», – ти ул.
Быйыл көҙ Зөлфиәнең ғәзиз әсәһе, һөйөклө ҡәйнә һәм ҡәҙерле өләсәй Нәкирә Батыргәрәй ҡыҙына 75 йәш тула. Оло йөрәкле әсәгә сәләмәтлек, бәхет, оҙон ғүмер теләйек. Ғәҙеллек һәм бәхет һағында торған Зөлфиәгә тел асҡыстары, ижади ҡеүәт бирһен Хоҙай, яңы бейеклектәргә юл асһын!

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Теги: Ҡатын-ҡыҙ Әсә