Лилиә Биктимерованың бәхет утрауы

...Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, һәләтле йырсы Лилиә Биктимерова күптәргә йөрәкте албырғатыр хисле йырҙары аша ғына түгел, ә Башҡортостандың халыҡ артисы Фәдис Ғәниевтың хөрмәтле хәләл ефете, йәш сәхнә йондоҙо Гөлназ Асаеваның һөйөклө әсәһе булараҡ та яҡшы таныш. Оҫта йырсы, ярата һәм яратыла белгән гүзәл ҡатын, егәрле хужабикә, хәстәрлекле әсә! Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙың ысын булмышы, бөтә матурлығы әсә булыуҙа сағылалыр...

...Лилиәнең маһирлығы, тормошсан аҡылы күптәргә һабаҡ, үрнәк булырлыҡ. Ҡыҙының үҙ атаһы, элекке ҡәйнә-ҡайныһы менән дә инде нисәмә йыл туғандарса йылы мөнәсәбәт һаҡлай ул. Фәдис менән бергә йыш ҡына Рөстәм Асаевтың ата-әсәһенә – Благовар районы Былышлы ауылына ҡайтҡылап, хәл-әхүәлдәрен белешеп торалар икән. «Үҙен бәләкәстән яратҡан өләсәһе менән олатаһы Гөлназыма үтә ҡәҙерле. Әле лә ғаиләбеҙ менән уларға барғылайбыҙ. «Балалар ҡайтты!» – тип һөйөнөп ҡаршы алалар. Фәдисте, уның ижадын хөрмәт итәләр. Йомоштары сыҡһа йә юл ыңғайында үҙҙәре лә ингеләй. Фәдистең тыуған яғы Борай районы Мулла ауылында ла Гөлназ – көтөп алынған ҡәҙерле ҡунаҡ...
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы һанында уҡығыҙ.
Теги: