Һүнмәҫ васыят

Һүнмәҫ васыят Атай-әсәй мөхәббәте – шишмә һыуынан саф һәм татлыраҡ, үлемһеҙлеге менән ғүмерҙең үҙенән ҡөҙрәтлерәк хистер. Күңелде томалап быуған самаһыҙ һөйөүҙе әйтмәйем. Бары, тере нурҙай балҡып, быуын ағасына һут, ҡот биргән, нәҫел тәғәйенләнешен үтәр өсөн дөрөҫ йүнәлеш алырға йәшәү киңлегенә юл асҡан ысын тойғоноң әһәмиәтен тормош миҫалы аша дәлилләргә теләүем. Йырсы, музыкант Насип Кучаевтың ғүмере иртә өҙөлә. Һөйгәне рухына тоғро ҡатыны Фәриҙә Кучаева ҡыҙҙарын бәхетле итеү, һәләттәрен асыу өсөн бөтә шарттар булдырырға ынтыла. Ә атай мөхәббәте, ул ҡалдырған яҡты васыят ҡыҙҙарға изге юлдан тайпылмай алға ынтылырға көс-ҡеүәт һәм рух ныҡлығы биреп тора.

…Сабинаға биш йәш. Бына ул атаһы менән сәхнәлә сығыш яһай. Донъяла унан бәхетле кеше юҡ, атаһы янында ышаныслы, ә йыр йәнен ниндәйҙер сихри тылсым менән арбай, ҡурсый, әйтерһең. Атаһы менән әсәһе Байконурҙа йәшәп, унан Бөрө ҡалаһына күсеп, башҡорт моңона сарсауҙарын унда ла ҡандыра алмағас, саҡырыуҙы ҡабул итеп, Өфөгә килгәс, тағы ла дәртләнеп ижад даирәһенә сума йыр-моңға ғашиҡ ғаилә. Әммә ҡыҙ бәләкәс кенә йөрәге менән тоя: ниңәлер ауыр яҡындарына. Бер-береһе өсөн өҙөлөп торған ир менән ҡатын әсе яҙмыш елдәренә һис бирешмәй ҙә кеүек, шулай ҙа атаһының уйсанлана, ҡарашы һағышлана барыуын ғына аңламай балаҡай. Яратҡан атаҡайы менән сығыш яһауҙар ошо моңһоулыҡты баҫып, күңелде йәйғор төҫтәренә мансый, йәшәү һуты менән һуғара. Бер көн атаһы ниндәйҙер бәйгегә ҡатнашырға бара, Сабина ла уға эйәрә. Йыр сәнғәтенә фанатик рәүештә бөтә булмышы менән бирелгән, ошо илаһи мөхиттән башҡа үҙен күҙ алдына ла килтермәгән хисле шәхес был юлы ла талпынып, ҡанатланып сәхнәгә сыға. Ихласлыҡ, үҙенә генә хас стиль, тәбиғи иплелек, күңел түренән сыҡҡан йылы, саф моң тамашасыларҙы хайран итә. Талант эйәһенең һәр даһи нотаны йөрәге аша үткәреп йырлауы, күңелдең иң нескә ҡылдарына ҡағылып, һағыштарға һала, йәнде имләй. Сабина ла атаһының сығышын яратып күҙәтә, халыҡтың дәррәү ҡул сабыуына лайыҡлы баш эйеп, сәхнә артына инеүе була, ҡапыл ауыртыныуҙан иҙәнгә ауа ҡәҙерлеһе. Ботинкаһынан ҡан һарҡыуын күргән бала, тетрәнеүен еңеп, яҡынына ярҙамға ташлана. Ботинкаһын сисһәләр, эсе тулы быяла ярсыҡтары. Сәхнә аяҡ кейеменә кем, ҡайһы арала, ни йөрәк менән?!. Әлбиттә, ниндәйҙер ваҡыт үтеүгә табандағы йәрәхәт уңала, әммә йөрәктәге яра, эҙ мәңгегә ҡала. Аяныслы хәл-күренеш Сабинаның әленән-әле хәтеренә төшөп, йәнен телгеләй. «Ундай яуыздарҙы Ер нисек күтәрә икән?» – ти ҡыҙ ғәжәпләнеп.

Ул ваҡытта халыҡ һөйөүен яулап өлгөргән музыкант, йырсы Насип Кучаев маһир телле, уттай сая хәләле Фәриҙә менән юбилей, туй мәжлестәре үткәрергә лә оҫтара. Бәләкәстән йырларға әүәҫ Сабинаны йыш ҡына үҙҙәре менән алалар. Сираттағы туй мәжлесендә кескәй ҡыҙсыҡҡа кәләштең ҡупшы туй күлдәге оҡшап ҡала. «Атай, ҡара әле, еңгәкәйҙең күлдәге бигерәк матур, ҙурайғас, минең дә туйыма ошондайҙы алып бирерһең йәме», – ти ул, үтенесле ҡарашын атаһына төбәп. «Юҡ, балам, унда мин булмам, әсәйең алып бирер», – тигән сәйер яуап ҡыҙ менән әсәне ныҡ тетрәтә. Ҡайтҡас Фәриҙә апай иренең уйламай әйтелгән был һүҙҙәренә үпкәләп тә ала. Кеше ғүмеренең ахырына еткәнен, әжәлгә һанаулы минуттар ҡалғанын һиҙәлер, күрәһең. Шунда ҡатынын ҡайнар ҡосағына ҡыҫып: «Юҡҡа борсолма, Фәриҙәм, мин гел һеҙҙең янда, яңғыҙығыҙҙы һис ҡасан ҡалдырмам», – тип тынысландыра. Бәһлеүән ирҙең көслө күкрәгенән урғылған ҡайнар хистәр йәш ҡатынға ҡанат өҫтәгәндәй була. Бик күп һыуҙар ағып, аҙаҡтан да түҙгеһеҙ ауыр минуттар кисергәндә тап ошо һүҙҙәр йәш әсәгә йәшәргә көс бирәсәк, кешеләргә һәм киләсәккә ышанысын тергеҙергә ярҙам итәсәк. Ә әлегә йырсының, татыу ғаиләһендә үҫкән ике ҡыҙына һөйөнөп, тормошҡа ҙур маҡсаттар бағлап, һәр минуттың ҡәҙерен белеп йәшәргә тырышҡан көнө. Фәриҙәһенә аҙым һайын: «Үҙем Ырымбур өлкәһендә тыуғас, һутлы туған телемдә тәмләп һөйләшеү бәхете тәтемәне, Сабинаның матур итеп башҡортса теле асылды, Рәми Ғарипов гимназияһына бирербеҙ», – ти ул дәртләнеп. Йырсы ҡыҙҙарына ваҡытын йәлләмәй, йырҙар, ноталар өйрәтә, кәңәштәрен әйтә.

Яҡыныңды юғалтыу, үлем фажиғәһе – бер ниндәй ҡайғы менән дә сағыштырғыһыҙ ауыр ғазап. 31 йәшлек кенә ҡатынын – тол, ете йәшлек Сабина менән бер йәшлек Альбина ҡыҙҙарын етем ҡалдырып, ғүмер уртаһына ла етмәгән йырсының йөрәге тибеүҙән туҡтай. Башҡарылмаған бихисап йырҙары ҡала тормошта талантын раҫлап, ижадын тулы кимәлдә халыҡҡа еткереп өлгөрмәгән мәшһүр музыканттың. Әммә Йыһан ҡанундары бер ҡасан да камилһыҙлыҡҡа юл ҡуймай, унда бөтә нәмә бөтөн һәм изге ниәт һәр саҡ яҡты дауамын таба. Бөгөн Сабинаның, атаһы васыятын ҡабул итеп, сәнғәт юлын һайлауы бер ҙә осраҡлы түгелдер. Тырыш, тәүәккәл, рухлы ҡыҙҙары һәм Альбина менән Сабинаның һәләтен асыуға, үҫтереүгә күп көс һалған, һөйгәне рухына тоғро Фәриҙәһе менән һис шикһеҙ ғорурланыр ине йырсы үҙе лә.

«Фатир яллап йәшәй инек, ҡулымда – ике бәләкәс бала. Кесе ҡыҙым менән декрет ялында ултырам. Етмәһә, Альбинабыҙ ҡатмарлы ғына диагноз менән тыуҙы ла туҡтауһыҙ дауалау талап ителә. Операцияларҙан һуң оҙайлы реабилитациялар үтәбеҙ. Насипты ерләгәндең икенсе йылына әсәйем мәрхүм булды. Бер-бер артлы ике ҡайғы мине ныҡ тетрәтте. Өфөлә ярҙам һорар бер туған юҡ. Насип иҫән саҡта дуҫтары күп ине, ауырлыҡта улар ҙа юғалды. Күҙҙәрен мөлдөрәтеп кенә ултырған ике балама мин таяныс та, өлгө лә булырға тейеш, тигән уй йәшәткәндер. Етмәһә, бәләкәс менән йыш дауаханала ятырға тура килә, Сабинаны ҡалдырыр кешем юҡ, уны табиптарҙан йәшереп палатала йәшәтәм. Шәфҡәт туташтары хәлемде аңлай – беҙҙе һатмай. Аҡса етмәй башлағас, туйҙар, байрамдар үткәреүгә тотондом. Альбинаны күрше әбейгә ҡалдырып китәм. Бер көн әбейем әйтә: «Сабина ҡыҙың булғанда һиңә бер ниндәй нянке кәрәкмәй, бөтә нәмәне күҙәтеп, өйрәтеп тора, шул хәтлем аҡыллы, изге бала бит». Шунан һуң бәләкәсте апаһына ышанып ҡалдыра башланым. Ысынлап та, ҡайтыуыма һеңлеһен ашатып, йоҡлатып ҡуя торғайны. Кескәй йәштән тормоштоң әсе-сөсөһөн татып, бер-береһенең ҡәҙерен белеп, мине аңлап, ярҙамсыл булып үҫте ҡыҙҙарым», – ти Фәриҙә апай, балалары өсөн һөйөнөп.

Нисек кенә ауыр булһа ла, бирешмәй ҡатын. Насибының хыялын тормошҡа ашырып, ҡыҙҙарының һәләтен асыу өсөн тырыша...
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се һанында уҡығыҙ.



Теги: Сабина Кучаева Әсә




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook