ИЗГЕЛЕК АНТЫНА ТОҒРОЛОҠ

Ғүмерен кешеләрҙе ҡотҡарыуға, уларҙы дауалауға бағышлаған, үҙ-үҙен тамсы ла аямай халыҡҡа тоғро хеҙмәт иткән ысын табипты Хоҙай Тәғәләнең Ергә ебәрелгән изге илсеһе тип тә ҡабул итергә булалыр. Үҙен кешелек донъяһында юғары кимәлгә етеп раҫлаған һөнәр эйәләре һирәк тыуалыр, тип тә уйлайым. Әммә улар сәскән миһырбанлыҡ орлоғо йөрәктәрҙә шытып, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең тормош ҡотон, бәрәкәтен ишәйтә, фанилыҡта изгелектең бөйөклөгөн иҫбатлап, нығына, тармаҡлана, ҡеүәт йыя баралыр. Сиргә һабышҡандарҙы әжәл тырнағынан йолоп ҡалған, фиҙакәрлеге менән халыҡ ышанысын яулаған арҙаҡлы хирург Ишмырҙа Хәйернур улы менән Венера Фәрит ҡыҙының өс балаһы ла, һуңынан ике ейәне менән ейәнсәре лә, Һиҙиәтовтар ғаиләһенең мәрхәмәтле юлын дауам итеп, ҡатмарлы ла, яуаплы ла табип һөнәрен һайламаҫ ине юғиһә.

ИЗГЕЛЕК АНТЫНА ТОҒРОЛОҠ

...Ғаилә башлығы, билдәле хирург хәҙер вафат инде. Һөйөклө ҡатыны, танылған табип-аллерголог, 80-де ашатлаған Венера Фәрит ҡыҙы әле лә йәштәрсә һөйкөмлө, тәбиғи алсаҡлығы, ихласлығы йөҙөн нурлап, эргә-тирәләгеләрҙе лә йылылыҡҡа сорнай, әйтерһең. Яңы маҡсаттар йәшәүгә ҡеүәт бирә, ти үткәндәр хаҡында иҫтәлектәр яҙыуға дәртләнеп тотонған егәрле ханым. Бауыр баҫыр яҡындарының янында булыуы, ғәзиздәренең уңыштары уға йәшәү ҡуҙы өҫтәп тора. Рух, асыл, ғәм кеүек үк, ҡөҙрәт тә – күҙгә күренмәгән төшөнсә, уға беҙ йыш ҡына әһәмиәт бирмәйбеҙ: һулар һауа, ҡояш йылыһы, һыу һымаҡ, йәшәүҙе тәьмин иткән төп мәғәнә бит ул! Әлеге ҡиммәттәр кешенең бәхетен дә билдәләй. Балаларҙы уңышлы итеү, ҡөҙрәткә юл асыу серен сискәндә, ошо изге әсә, тырыш һәм мәртәбәле ғаилә өлгөһөндә байтаҡ аҡыл туплай алабыҙ...
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се һанында уҡығыҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook