Таңсулпан Бабичева һәм уның йөрәк серҙәре

Таңсулпан Бабичева һәм уның йөрәк серҙәре Билдәле шәхестәргә, уларҙың ғаиләһендә тыуыу бәхете яҙған һәм йондоҙло ата-әсәләренең балҡышы сағылышында үҫкән балаларға йыш ҡына һоҡланып та, аҡ көнләшеү менән ҡыҙыҡһынып та ҡарай күптәр. Кеше тәбиғәте шулай ҡоролған: һәр кем үҙ сабыйын, йөрәге аҫтында яралған минутынан, иң матуры, иң даланлыһы, иң һәләтлеһе итеп күрергә теләй. Ҡыҙы йәки улының киләсәктә ҙур уңыштарға, танылыуға, бәрәкәткә өлгәшеп, уларҙың исем-нәҫелен дә тарих биттәренә индерәсәгенә инанып йәшәй. Шулай ҙа меңәрләгән кеше, меңәрләгән яҙмыш араһынан тап һинең сабыйың уңыш килтерерҙәй үҙ юлын, бәхет асҡысын тапһын өсөн нимә эшләргә? Һәләтле бала тәрбиәләү сере нимәнән ғибәрәт? Әсә менән ҡыҙ араһындағы мөнәсәбәттәр ниндәй мөһим ҡанундарға ҡоролорға тейеш? Ошо хаҡта рубрикабыҙҙы башлап, Башҡортостандың абруйлы һәм һәләтле актрисаларының береһе, Өфө дәүләт сәнғәт академияһының кафедра мөдире, мәшһүр педагог, тамырҙары менән затлы Бабичевтар нәҫеленә барып тоташҡан зауыҡлы ҡатын, лайыҡлы ҡыҙҙар тәрбиәләгән мәрхәмәтле әсә – Таңсулпан Даһи ҡыҙының ғаиләһе менән танышып, уларҙың нәҫел сылбырының үҫеш үҙенсәлеген билдәләгән нескә лә, ҡиммәтле лә тәрбиә серҙәрен асырға тырыштыҡ.

..."Бәләкәй генә сағымда атайым һәләк була. Һөйөклөһөн юғалтыу ҡайғыһын әсәйем Нурания Шәхрислам ҡыҙы бик ауыр кисерә һәм сиргә һабыша. Ул йүнәлгәнсе тип, Таңһылыу һеңлем менән икебеҙҙе өләсәйҙәребеҙ бүлешеп ҡарауға ала. Таңһылыу – Ғөбәйҙә нәнәйемә, ә мин Мәҙхинур өләсәйемә йәшәргә күстем. Атайымдың һуңғы хыялын үтәп, ул биш йәшемдән үк музыка уҡытыусыһы Лидия Винсҡа йөрөтә башланы. Мәҙхинур Хәйрулла ҡыҙы абруйлы һаналған Дәүләкән педучилищеһында байтаҡ йылдар уҡытҡан һәм ҡалала музыка мәктәбен астырыуға байтаҡ көс һалған күркәм шәхес ине. Райондағы үҙешмәкәр мәҙәни бәйгеләрҙә йыш ҡына жюри ағзаһы ла булды. Мине лә һәр тамашаға, һәр концертҡа үҙе менән йөрөттө. Кистәрен әкиәттәр түгел, ә «Салауат Юлаев», «Анна Каренина», «Муму», «Үле йәндәр» кеүек классик әҫәрҙәрҙең эстәлеген һөйләй ине. Ҡалала тәүгеләрҙән булып телевизор һатып алдыҡ. Күршекүлән балалары өйөбөҙгә фильм ҡарарға йыйыла. Мәҙхинур өләсәйем ишек төбөнә тас менән һыу ҡуя ла, аяҡтарығыҙҙы йыуығыҙ, ти. Шунан иҙәнгә теҙелешеп ултыралар. Иҫ киткес тәрбиәүи әһәмиәткә эйә, тәрән йөкмәткеле ине ул ваҡытта кинолар ҙа.
Мәктәптә әүҙем булдым, бишкә генә өлгәштем, тип әйтә алмайым, һәр хәлдә өләсәйем ярҙамы менән өсһөҙ генә уҡыным. Етем бала итеп тоймаһам да, бәлки, йәштәштәрем араһында үҙемде кәмһенеберәк хис иткәнмендер. Тыныс һәм йомоғораҡ холоҡло, өндәшмәүсән, үтә баҫалҡы инем шул. Әммә уҡыуҙан башҡа ваҡытта тормоштоң һәр сағылы шын яратып, һоҡланып ҡабул иттем. Талапсан һәм әҙәп ҡағиҙәләрен ҡаты тотҡан өләсәйем миңә сикһеҙ иғтибарлы, ипле булды, ауыр һүҙ ҡатманы – һөйөүен һәм хәстәрен тойоп үҫтем. Яҡын кешем миҫалында, китап геройҙары ла быға булышлыҡ иткәндер, ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмаҫҡа, үҙ аллы, көслө ихтыярлы булырға өйрәндем. Хәте ремдә, бәләкәс инем әле, кис һөт тешем һелкенеп, һыҙлап китте. Эңер төшһә лә, өләсәйем тешемде алдырырға яңғыҙымды ебәрҙе. Ҡараңғылыҡтан да, тешемде һурҙырыуҙан да ҡурҡа-ҡурҡа атлайым. Ҡулыма йәмкә тотоп алғанмын. Ҡурҡыуҙы еңер өсөн ҡапыл ҡысҡырып йырлай башланым. Барып етеп, тешемде алдырып ҡайтыуҙан аҙаҡ үҙем бик ҡәнәғәт ҡалдым. Шунда үҙ-үҙеңде еңеүҙең сихри ҡөҙрәтенә инандым, ҡаршылыҡтарҙы, ауырлыҡтарҙы үтеүҙән татыған ләззәт бәхетле итә икән дә"...
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы һанында уҡығыҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook