Аҡ һөйөүҙән яралған

Аҡ һөйөүҙән яралған
Һылыу затҡа заман бихисап талап ҡуя. Ул наҙлы ир ҡатыны ла, егәрле хужабикә лә, балаларын лайыҡлы тәрбиәләгән хәстәрлекле әсә лә, уңыш ҡаҙанған тырыш хеҙмәткәр һәм әүҙем йәмәғәтсе лә булырға тейеш. Ошо маҡсаттарҙың барыһына ла өлгәшеп, тормош «дилбегәһен» лайыҡлы тартҡан сибәр ханым, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы өлкән уҡытыусыһы, шулай уҡ ойоштороу һәм документтар менән тәьмин итеү бүлегенең әйҙәүсе белгесе Рузалиә Яхинаның хәтирәләргә бай ихлас күңел донъяһына рәхим итәйек. Ҡатын-ҡыҙҙың нескә аҡылы ла, хис-тойғо тәрәнлеге лә, фәһемле тормош асылы ла сағыла унда.

Мәләүез районы Томансы халҡының уңғанлығы, һәләтле һәм сабыр булмышы, белемгә, матурлыҡҡа ынтылышы, моғайын да, ауылдың йәмле тәбиғәт ҡосағында – данлыҡлы Көнгәк тауы итәгендә, Ағиҙел буйында урынлашыуы менән бәйлелер. Мөғжизәле тау, беҙҙе ел-дауылдан, зәхмәттәрҙән һаҡлай, ҡөҙрәт менән һуғара бит ул, ти торғайны бәләкәй саҡта өләсәйем. Ул мәл ауыл уртаһында, төп тыҡрыҡ буйында ғына балҡып ултырған ҙур кирбес йорт һәм унда йәшәгән Сәхипъямал менән Шәғәле Хәйбуллиндарҙың татыу, тырыш ғаиләһе күптәр өсөн уңышлылыҡ сағылышы кеүек ҡабул ителгәндер. Үҙҙәре ҙур хужа ла түгел, бары икеһе лә бәләкәстән етем ҡалып, сикһеҙ нужа сигеп, имен тормош, кеше ҡәҙерен татыған һәм һәр минутты бәхет осҡонона әйләндерә белгән мөхәббәтле пар ине улар. Балалары ла һөйөү ҡоршауында, әҙәплелек һәм тырышлыҡ үрнәгендә маҡсатлы булып буй еткергән. Ауылыбыҙҙың Рузалиә исемле сибәр, зирәк, наҙлыҡай ҡыҙы ла ошо бәрәкәтле ғаиләнән сыҡҡан.
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2018) һанында уҡығыҙ.




Теги: Ҡатын-ҡыҙ




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook