Йондоҙ күҙәтер зат

Йондоҙ күҙәтер зат
Хозур тәбиғәтле Бөрйән районының Әбделмәмбәт (халыҡ телендә – Ҡыпсаҡ) ауылында ғүмер итеүсе Зәлифә Фәйзрахман ҡыҙы Дауытова – ете ҡыҙға ғүмер бүләк итеүсе һөйөклө әсә, абруйлы хеҙмәт ветераны, тирә-яҡҡа билдәле «Үҙән» фольклор ансамбленең йөҙөк ҡашы булған ағинәй.

Эйе, Зәлифә һәм Зөбәйер Дауытовтарҙың күркәм ғаиләһендә Рәзифә, Рая, Фәймә, Зифа, Земфира, Сәкинә, Гөлсинә исемле береһенән-береһе һылыу, уңған ете ҡыҙ – ете йондоҙ буй еткерә.
Йондоҙ күҙәтер зат
…Зәлифә инәйҙең үткән тормошо хаҡында хәтирәләрҙе тыңлау ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә. Мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләгән инәй тотош бинаны йылытыу өсөн утын әҙерләп, уны бысып-ярыуҙарын ғәҙәти эш кеүек кенә итеп һөйләй: «Йыйыштырыусылар иртәнге 5-тә барып мейес яға. Минең ҡарамаҡта – өс мейес. Балалар килгәнсе башын ябып, бүлмәләрҙе йылытып ҡуйырға тейешбеҙ. Ғаилә ҡороп йәшәй башлағанда сәғәтебеҙ юҡ ине. Эшкә һуңларға ярамай. Әсәйем, Арҡысаҡ йондоҙ Ҡараташ тауына яҡынлаһа, таңғы биш тирәһе була, тип өйрәтте. Шул йондоҙға ҡарап, ваҡытты самалап, мәктәпкә юллана торғайным. Тәүге эш хаҡыма сәғәт һатып алдым. Йәй башланһа, иң тәүҙә класс бүлмәләрен ағартабыҙ, буяйбыҙ, йыуабыҙ, унан инде утын әҙерләргә тотонабыҙ. Үҙебеҙ бысабыҙ, үҙебеҙ ярабыҙ, мәктәп ихатаһына ташып, кәбән кеүек тигеҙ генә итеп өйәбеҙ. Бала менән өйҙә ултырыуҙы бөтөнләй белмәнем, өлкәндәре бәләкәстәрен күтәреп яныма килеп, имеҙеп, алып ҡайтып китә торғайны. Бөтәһе лә шулай үҫте...»

Инәйҙең тормошҡа ҡарашы шул тиклем ябай, ихлас, уны тыңлау – үҙе бер кинәнес. «Элегерәк беҙҙең башҡорт ирҙәренең бәғзе берҙәре ҡатындары ҡыҙ бәпәй тапһа, шуның өсөн көйгән, бер-береһенән көлгән була торғайны. Ә минең бабай улайтманы. Бер ваҡытта ла, ҡыҙ өҫтөнә ҡыҙ таптың, тип битәрләмәне, уларҙы шул тиклем яратты. Бесән мәлендә ҡыҙҙарыбыҙ бер-бер артлы тигеҙ генә бакуй яһап төшөп китһә, атайҙары арттарынан: «Ана, минең ҡыҙҙарым! Малайҙарға биргеһеҙ!» – тип һоҡланыр ине. Тик ғүмере генә ҡыҫҡараҡ булды бабайымдың, гүр эйәһе булыуына ла 26 йыл тулып уҙҙы. Ауылдағы ике шоферҙың береһе ине. Һары таңдан ҡара кискә ҡәҙәр эшләне, абруйы ҙур булды. Төндә берәйһе сирләһә йә йөклө ҡатындар бәпәйгә ауырый башлаһа, арып ҡайтҡанмын тип тормай, район үҙәгенә алып китер ине. Матур, татыу йәшәнек», – тип һағыш ҡатыш йылылыҡ менән ҡәҙерле хәтирәләрен яңыртты Зәлифә Фәйзрахман ҡыҙы…

Ғүмеренең һикһәненсе үренә яҡынлаған Зәлифә инәй үҙе лә йыр-моңдан айырылмай, ауылдың «Үҙән» фольклор ансамбленең иң әүҙем, тоғро ағзаларының береһе. Концерттар менән күрше ауылдарға һәм райондарға ла сығып китәләр. Тегеү, сигеү, бәйләү оҫтаһы булып танылған инәйҙең әле булһа ҡулынан энәһе төшмәй: ҡыҙҙарына, ейәнсәрҙәренә тип ҡорама юрғандар яһаһынмы, тупылдашып бер-бер артлы үҫеп килгән ейәндәренә ойоҡбаш-бейәләй бәйләһенме – һәр шөғөлөнән күңеленә йәм, ял таба. «Бала саҡтан әсәйебеҙҙең йор аҡылына, сабырлығына, уңғанлығына һоҡланып, уның кеүек булырға тырышып үҫтек. Әле лә бөтә серҙәребеҙ уға һыя. Кеше һүҙен кешегә еткермәҫ, үҙенән башҡаны әүлиә тип белгән изге зат инде ул», – тигәйне өлкән ҡыҙы Рәзифә. Балаларынан ҡәҙер-хөрмәт күреп, уларҙың күңел йылыһына, наҙына сорналып йәшәгән Зәлифә инәй Дауытова ише сыуаҡ, тыныс ғүмер көҙө кисереү – һәр әсә өсөн оло бәхеттер ул...
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Бөрйән районы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2017) һанында уҡығыҙ.



Теги: Ҡатын-ҡыҙ Ғаилә




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook