Тау аҡтарыр көс

Тау аҡтарыр көс
Күркәм сифаттарын үҫтереп, оҫталығын камиллаштырған һәм күңелендәге изге осҡондо, матурлыҡты, һәләтте киләсәк быуынға тапшырған аҫыл династиялар өлгөһөндә йәшәүгә дәрт уяна, уларҙың йылы ҡоршауына сорналып, тормоштағы ауырлыҡтар ҙа онотола, әйтерһең. Ғүмерен журналистикаға бағышлаған, бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһы «Ашҡаҙар» гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Гөлнур Йәнбирҙина-Дәүләтйәрова һәм уның һөйөклө ҡыҙы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы алып барыусыһы Фаягөл Дәүләтйәроваларҙың ғаиләһе миҫалында рухи тәрбиә, һөйөү көсө, ғәм, илһөйәрлек тойғоһо менән һуғарылған йәшәү асылына юлығаһың да бәхеттең үҙен буйһондорор сихри ҡөҙрәткә эйә тын аҡылға хайран ҡалаһың.


…Ишембай районы Бәләкәй Байыҡ ауылы ҡыҙы Гөлнур Йәнбирҙина кескәйҙән шиғыр һөйләү оҫтаһы була. Үҙе лә мәҡәлә, шиғыр яҙыштырған, мәктәп сараларында әүҙем ҡатнашҡан ҡыҙсыҡ әртис һөнәре хаҡында хыяллана. Әммә яҙмыш уны етдилек, яуаплылыҡ талап иткән журналистика өлкәһенә алып килә. Юғары белемле белгес байтаҡ йылдар тыуған районының «Восход», «Торатау» гәзиттәрендә эшләй. Ғүмерлек мөхәббәтен дә бәрәкәтле Ишембай ерендә осрата ул. Тормош иптәше Ҡасим Әхмәт улы техник һөнәр эйәһе булһа ла, шиғриәткә, йыр-моңға ғашиҡ кеше. Шуға ла хәләл ефетенең ижадҡа бәйле ҡатмарлы эшен аңлап, яратып ҡабул итә. Ошондай күркәм ғаиләлә донъяға килгән Фаягөл менән Илдар ҙа ижадҡа тартылып, сәнғәткә, әҙәбиәткә, туған телгә ғашиҡ булып буй еткерә. Өлгөлө өләсәй менән олатай һөйөүен татып үҫеү ҙә уларға матурлыҡҡа ынтылырға ҡанат ҡуйғандыр…

…«Көн дә ҡыҙым миңә шылтыратып тора. Бер кис Башҡортостан телевидениеһында дикторҙар конкурсы иғлан ителгәнен ишетеп ҡалдым да Фаягөлгә шунда барырға кәңәш иттем. Ул: «Иртән инглиз теле дәресе бит әле, әсәй, бара алмаҫмын инде», – ти. Теле асылғандан алып «диктор булам» тип хыялланған балама: «Дәресең өсөн борсолма. Бар! Кешенең бала саҡ хыялы ғәмәлгә ашырға тейеш», – тинем…
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2017) һанында уҡығыҙ.





Теги: Ҡатын-ҡыҙ Фаягөл Дәүләтйәрова




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook