Ниндәй мөғжизә һин, театр?!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына – 95 йыл
Ниндәй мөғжизә һин, театр?! Түшәмдәге бәллүр шәмдәр талғын ғына һүнә. Мәж килгән тауыштар тынып ҡала, шаршау асылыу менән, гүйә, шаулы донъя икенсе үлсәмгә күсә. Йөрәкһегәндәр мөғжизәүи тулҡынға көйләнеп, тыныслана, онотолоп, сәхнәләге тормош менән йәшәй башлай. Бөтмәҫ сер, мәңге үҙенә тартып торған бер тылсым бит ул театр! Шуғалыр ҙа бында ҡатын-ҡыҙ байрамға килгән кеүек йөрөй: сәстәрен килешле итеп йыя, иң күркәм күлдәген кейә, сатлама һыуыҡтарҙа ла аяғына туфлиҙарын алырға онотмай. Бергәләшеп театрға йөрөү ғаилә өсөн дә бер матур йолаға әйләнә. Был тышҡы, тамашасы күргән яҡ. Ә сәнғәтте тыуҙырыусылар өсөн иһә ул тотош ғүмер бағышлауҙы талап итә, әммә улар өлгәшкән бейеклекте тамашасының күңел талабын, зауығын ҡәнәғәтләндереп, тормошто, хаталарын ихлас аңлап, күҙ йәштәре аша таҙарынып, бер башҡа үҫеп, ҡанатланып ҡайтыуынан билдәләһәк, сәхнә оҫтаһы өсөн был, алдағы уңыштарға таянып үҫеш кисереү, камиллашыу, яһалмалыҡтан ҡасып, тәбиғи булып ҡалыу, тип аңланым Башҡортостан Республикаһының халыҡ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы һәм Салауат Юлаев исемендєге республика дәүләт премиялары лауреаты, Мәжит Ғафури исемендә­ге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Закир улы Ханов менән әңгәмәләшкәндән һуң.

– Олег Закир улы, Һеҙҙең театрға эшкә килеүегеҙ ниндәй тарихи ваҡиғалар менән билдәләнде?
– Бик йәш инем. Партия заманы, СССР ваҡыты. Моғайын, театрға килеүем минең өсөн үҙе бер тарихи ваҡиға булғандыр. Беҙҙең быуын, Суфия Ҡорбанғәлиева, Илсөйәр Ғәзетдинова, Анфиса Хафизова, Таңсулпан Бабичева, һуңғараҡ килгән Эльвира Юнысова, Шәүрә Дилмөхәмәтова, беҙҙән алдараҡ сәхнәгә сыҡҡан Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, Заһир Вәлитов, Әхтәм Абушахмановтар быуыны, исемдәре легендаға әйләнгән Арыҫлан Мөбәрәков, Зәйтүнә Бикбулатова, Вәли Ғәлимов, Ғәлиә Имашева, Шәүрә Мортазина, Рәғиҙә Янбулатова, Ғәлимйән Ҡарамышев, Ғабдулла Шамуҡов кеүек сәнғәт әһелдәренән эстафетаны ҡабул итеп, уны үҫтереүгә һәлмәк өлөш индерҙе. Башҡортостан йондоҙҙары менән генә түгел, Татарстан театр сәнғәтенең танылған шәхестәренән дә күпте өйрәндек, тығыҙ бәйләнештә йәшәнек. Шәүкәт Биктимеров, Хәким Сәлимжанов, Ринат Тазетдинов, Рәшиҙә Йыһаншиналарҙың исемен атар инем. Драматург Туфан Миңнуллин менән таныш ҡына түгел, дуҫ та булдыҡ. Аяз Ғиләжев менән аралаштыҡ. Ваҡытында Дауыт Юлтый театр хаҡында «ҡасан һуң беҙ бер матур ролде бөтөн эске тойғолары, кисереүҙәре менән рәхәтләнеп ҡарай алғаныбыҙ бар?» тип, «йыйнаҡ, эшлекле, ижадҡа ынтылыусы, сәнғәтте һөйөүсе ансамбль» төҙөү мәсьәләһенең ҡырҡыу тороуын билдәләгән мәҡәләһендә бөгөнгө көндә лә көнүҙәк һорауҙарҙы ҡуҙғатып китә. Актерҙарҙың интеллектуаль әҙерлеге, эшкә бирелгәнлек, репертуар хаҡында борсолоуҙары әлеге көнгә ауаздаш... Беренсе ҡарлуғастар – Вәлиулла Мортазин-Иманский, Мәкәрим Мәһәҙиев, аҙаҡ сәнғәт училищеһы сығарылышынан Арыҫлан Мөбәрәков, Рим Сыртланов, Ғәзим Туҡаев, Зәйни Иғдәүләтов, Әмин Зөбәйеров. Улар башҡорт театр сәнғә­тенең инешендә торҙо. Бөйөк Ватан һуғышынан алда һәм унан һуң театрҙың художество йөҙө билдәләнде. Бергә эшләү дәүерендә уларҙың оҫталығын, сәнғәткә һаҡсыл мөнәсәбәтен булмышыбыҙға һеңдереп ҡалдыҡ. Беҙҙең юл башы талантлы режиссер Лек Вәлиев дәүеренә тура килде, шулай уҡ уникаль шәхес Вәзих Сәйфуллин һәм ГИТИС тамамлап ҡайтҡан Рифҡәт Исрафилов менән эшләү бәхете яҙҙы. Һуңғыһы Рәсәй театрының асылын билдәләгән Иосиф Райхельгауз, Борис Морозов, Анатолий Васильев йондоҙлоғонда лайыҡлы урын биләй. Рус театрында тыу­ған уйын асылын һәм формаһын милли яҡтан көсәйтеүе менән ҙур баһаға лайыҡ был режиссер. Ул сәхнәгә сығарған «Ғәлиәбаныу», «Тапшырылмаған хаттар», «Айһылыуҙың айлы кис­тәре», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Әсәләр көтә­ләр улдарын» һәм башҡа таныулы спектаклдәр дәүере башҡорт театр сән­ғәтен яңы бейеклеккә күтәрҙе. ГИТИС тамамлап ҡайтҡан Зинира Атнабаева, Гөлли Мөбәрәкова, Роза Кәримова, Хәмит Яруллин, Муллаян Һөйәрғолов, Илшат Йомағолов, Шамил Рәхмәтуллин, Әмир Абдразаҡов, Гүзәл һәм Хәкимйән Сәғитовтар, Рәмзиә Әделшина, Наил Тибеевтар быуынының тулҡыны уңыштарҙы ны­ғытты. Улар театр сәнғәтен иҫ киткес юғарылыҡҡа күтәреүгә өлгәште. Беҙҙең быуын, Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, Заһир Вәлитов, Әхтәм Абушахманов, Рәүис Заһитов, Таңсулпан Бабичева, Илсөйәр Ғәзетдиновалар быуыны, улар менән типә-тиң, партнерҙар булараҡ уйнаны. Аҙағыраҡ Миңзәлә Хәйруллина, Эльвира Юнысова, Илдар Ғүмәров, Илдар Сәйетовтар килде. Уларға инде эстафетаны беҙ тапшыр­ҙыҡ. Ошо исемдәр аша күренә лә инде театрҙың өҙөлмәҫ тормош юлы.
– Театр йәш көстәр менән тулыланамы?

– Бөгөн яңы быуын – щепкинсылар заманы килде. Артур Ҡунаҡбаев А.Островскийҙың «Бирнәһеҙ ҡыҙ»ында Карандышев, Ирада Фазлаева Т. Ғарипованың «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклында Маҡтымһы­лыу, Урал Әминов «Руди Never off» эксперименталь спектаклендә Руди, Фәнис Рәхмәтов С. Айытматовтың «Аҡ пароход» драмаһында Малай, Милена Сираева «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» тарихи драмаһында Нәзмиә, Өфө сән­ғәт академияһын тамамлағандар: Фирғәт Ғарипов Т. Ғиниәтуллиндың (Р. Кинйәбаев инсценировкаһы) «Ер менән күк араһында» өндәге күрәҙәлегендә Ильяс, Руслан Хайсаров «Маҡ­тымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклында Ҡара юрға, М. Кәримдең «Ай тотолған төндә» спектаклендә Аҡъегет ролдәрендә үҙҙәрен ысын актер итеп раҫланы. Театр сәхнәһендә йәштәр нығына. Бәлки, тулыһынса беҙ теләгәнсә лә түгелдер, әммә уларҙың үҙ юлы. Уларға берҙән-бер теләгем: сәнғәткә тоғролоҡ һаҡлаһындар һәм ысын күңелдән уға фиҙакәр хеҙмәт итһендәр ине. Шул ваҡытта ғына «ваҡыттарҙы бәйләр еп өҙөлмәҫ». Үкенесле, беҙҙең сафтар ҙа һирәгәйә, әммә Азамат Ғафаров, уның хәләл ефете Алһыу Ғафарова, Светлана Хәкимова, Сара Буранбаеваларҙың быуындары нығына, театрҙың эске йөкмәткеһен улар үҙ иңдәренә ала.

– Театр тарихында легендаға күскән иҫ киткес ханымдар бар. Һеҙ уларҙы шәхес булараҡ тулыраҡ күҙ алдына баҫтыраһығыҙҙыр, моғайын...
– Ваҡыт һынауын үтеп тә, бейек булыуҙан туҡтамаған ҡаялар улар. Маяҡ кеүек, сәнғәткә тоғро хеҙмәт итеүгә юл күрһәтеп торалар. Мәҫәлән, СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Зәйтүнә Бикбулатова. Оҙаҡ йылдар Театр эшмәкәрҙәре союзы идараһының рәйесе булып эшләне. Йәмәғәтселек йөгөн егелеп тартты. Уның Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» спектаклендәге Оло Инәй интонацияһын берәү менән дә бутап булмай. Һаман да тауышы, моңо ҡолағымда яңғырап торғандай. Ер йөҙөндә күпме йәшәһәм, шунса ул минең хәтеремдән юйылмаясаҡ. К. Тинчуриндың «Зәңгәр шәл»ендә Ишандың Оло ҡатынын уйнағанда, йәше байтаҡ ине, әммә ул эске һәм тышҡы матурлығын юғалтмағайны. Мостай Кәримдең «Салауат»ында Екатерина ролендә ниндәй мәғрур ине ул! Бер ҡасан да туғарылып, сиселеп китмәне, күңелендә 37-се йылдың һағышын, һыҙланыуын йөрөттө. Шул да уны беҙҙән бер аҙ ситләтә, алыҫлаштыра, буй етмәҫлек итә кеүек тойолдо.

Икенсе маяҡ – Ғәлиә Шәкир ҡыҙы Имашева. Ул, театрҙың баш рәссамы булараҡ, үҙ мәктәбен ҡалдырҙы, ҡулы таныулы ине, киң фекер йөрөтөүе менән арбаны.

Өсөнсө мөғжизә – Шәүрә Муса ҡыҙы Мортазина. Сағыу шәхес, атаһы кеүек үткер, ҡыҙыу ҡанлы. Беҙ институтҡа ингәндә, ул режиссерҙар әҙерләү кафедраһы мөдире ине. Әнғәм Атнабаевтың «Игеҙәктәр»е – уның режис­серлыљ эше. Өйөндә булырға тура килгән­дә китаптарының күплеге хайран ҡалдырғайны. Шекспирҙың «Отелло»­һын ҡуйырға әҙерләнде. Бер йылды уныњ менєн Ялтала осраштыҡ, ул мине Яго ролендә күрергә теләүен әйткәйне...
Үҙ быуыным актрисаларынан Гөлли Мөбәрәкова, Зинира Атнабаева, Роза Кәримова театр сәнғәтенә индергән өлөшө, тынғыһыҙ эшмәкәрлектәре менән һоҡландыра. Ошонда Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Ҡасимованың исеме лә телгә килә. Ул педагог булараҡ үҙен раҫланы. Ҡатыным хаҡында ла әйтмєй булдыра алмайым: Анфиса менән сәнғәт институтында бергә уҡы­ныҡ, 3-сө курста ғына бер-беребеҙгә эҫенешеп киттек. Уҡыу, ҡыҙыҡһыныу­ҙар берлеге бәйләне беҙҙе. Ул да театр эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙан­ған артисткаһы.

– Актер ҡатыны булған актрисаға еңел түгелдер...
– Ҡатыным миңә ижадта үҙ-үҙемде табыуға булышлыҡ итте, ҡыйынлыҡ­тарға ҡарамай, яҙмыш ҡуйған һынау­ҙарҙы лайыҡлы үттек. Уның сыҙамлығы һәм аҡылы арҡаһында ғаиләбеҙ ҙә ныҡлы булды. Улыбыҙ – медицина фәндәре докторы, киленебеҙ банк өлкәһендә эшләй, ейәнебеҙ үҫеп килә, мәктәптә уҡый.
– ...Театр, һеҙҙең күҙаллау буйынса, ниндәйерәк йүнәлештә үҫешәсәк?

– Хәҙерге театр сәнғәте тамашасынан уйлауҙы, үҙе фекер йөрөтөүҙе талап итә. Режиссер һөнәре алға сыҡты. Уға барыһы ла, бөтәһе лә буйһона. Беҙҙең тамашасы күпселектә мелодрама ярата. Был да күңел талабы. Сентименталлекте инҡар итеп булмай. Хәҙерге театрға килеү өсөн быуындар алмашыныуы кәрәк. Театр яңы йүнәлешкә йәлеп итеүсе, әйҙәүсе лә булырға тейеш. Йөрәккә, ҡолаҡҡа ятышлыны кире ҡаҡмай, яңылыҡҡа ынтылырға, алға барырға иҫәп. Ысынбарлыҡ шуны талап итә. Яңылыҡ театр сәнғәтенә көсләү һәм көсәнеүһеҙ инергә тейеш. Донъяла башҡа башҡорт театры юҡ бит. Алға киткән Австралия сәхнәһендә башҡорт хаҡында спектакль ҡуйылмаясаҡ. Ҡуйған хәлдә лә, унда халҡыбыҙ тормошо мотив булараҡ ҡына инеп китеүе ихтимал.
– Репертуар ниндәй ҡыҙыҡлы әҫәрҙәр менән байыр икән?
– Хәмит Ирғәлиндың Б. Бикбайҙың «Ҡаһым түрә» трагедияћы буйынса љуйыласаљ яңы пьесаһын коллектив менән уҡып сыҡтыҡ. Эшкә тотонорға була, тигән фекер әйтелде. Айрат Абушахманов Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр»ен сәхнәгә сығарырға әҙерләй. Илнур Муллабаев Рәлиф Кинйәбаевтың «Әбей урлау» пьесаһы буйынса спектакль ҡуясаҡ. Классик әҫәрҙәрҙән Мольерҙың «Ҡарун»ы, Ф. Достоевскийҙың «Ағалы-энеле Карамазовтар»ы планыбыҙға ингән. Ошондай әҫәрҙәр башҡорт театры сәхнәһендә бара икән, ул ижады менән юғары профессионализмға өлгәшкән, тигән һүҙ. Яңы миҙгелдә Мостай Кәрим ижадына ла мөрәжәғәт итәсәкбеҙ. Алдағы эштәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн Президентыбыҙ Грантын алдыҡ. Был театрҙың юбилейын лайыҡлы ҡаршы алырға ярҙам итәсәк.
...Юбилейың ҡотло булһын, Театр! Беҙ һиңә элеккеләй ашҡынып, йөрәк­һеп киләйек тә бөтмәҫ дәрт һәм ҡыуа­ныс алып таралышайыҡ! Ә инде коллективҡа, уның етәкселегенә тик уңыштар ғына теләйек.

Гөлназ ҠОТОЕВА әңгәмәләште.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook