Тәүәккәллек – ярты бәхет
Был тәүәккәл һылыуға: “Уйлағаным барып сығырмы, юҡмы?” – тигән икеләнеүҙәр хас түгел. Сөнки бар эшенең дә тап теләгәнсә тамамланырын белә – ул үҙ көсөнә ышана. Шул уҡ ваҡытта хаталаныуҙан да ҡурҡмай. Сөнки хаталар – кәрәге тейеүе мөмкин ҡиммәтле тәжрибә. Шулай тип уйлай Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы эшҡыуары Лилиә Хоҙайбирҙина.
“Ярлылыҡта бер кем дә түгел, бары үҙебеҙ ғәйепле – уйларға, хәрәкәтләнергә, алға барырға ялҡаулашыуыбыҙ менән, – ти ул. – Берәү юлында арҡыры ятҡан таяҡты буй һалырға иренеп, эләгә-абына аша атлап үтә, икенсе әҙәм, уны ситкә алыу менән генә сикләнмәй, ерҙе йомшартып, һыу һибеп, ултыртып ҡуя. Һәм кипкән таяҡ рәхмәт йөҙөнән, тамыр ебәреп, матур ағас булып үҫеп китә”. Лилиә үҙе лә – ҡороған ағасҡа йән өрөрҙәй заттарҙан.
… “Мин икенсе көн инде, ҡулсатыр тотоп, шыптыр-шыптыр ямғыр яуған яҙғы Сибай урамын байҡайым. Үҙ эшемде асып ебәрер өсөн ниндәй өлкә ҡулай булыр? Шәхси аҙыҡ-түлек кибеттәре лә, кейем-һалым һатыусылар ҙа етерлек. Йөрөй торғас, шәхси дарыуханалар юҡлығына иғтибар иттем. Һәм ошо буш киңлекте яуларға булдым”. – Лилиә үҙенең нисек итеп эшҡыуарлыҡҡа тотоноуын шулай тип хәтерләй. Ул бәләкәйҙән әсәһе кеүек балалар уҡытырға хыяллана. Башта педагогия училищеһын, аҙаҡ ситтән тороп педагогия институтын тамамлап, ун йылын хыялындағы һөнәргә арнаған ҡыҙ ни эшләп ҡапыл улай яҙмышын үҙгәртергә булып китә?
“1998 йыл. Сибай ҡалаһының 13-сө мәктәбендә уҡытып йөрөйөм. Эшемде шул тиклем яратам! Ләкин хеҙмәт хаҡын бер нисә ай он, шәкәр, май менән биреүҙәре тамам үҙәккә үтте. Аҙыҡ-түлекте ауылдан да ебәреп торалар. Миңә йәшәгән фатирға түләр өсөн аҡса кәрәк. Гел атай-әсәйҙән алыуы оят. Етмәһә, Сибайҙа миңә торлаҡ алабыҙ тип йыйған утыҙ мең һум аҡсалары осһоҙланыуына ҡайғыралар”, – тип һөйләй Лилиә.
Бәләкәйҙән “кеше тырышып эшләргә, етеш йәшәргә тейеш”, – тигәнде һеңдергән ҡыҙҙың был хәл менән килешкеһе килмәй. Ата-әсәһе һеңлеһе Зилә менән Лилиәне бер мохтажлыҡ күрһәтмәй үҫтерә. Буяу ҡәләменең, китаптарҙың, үҫә төшкәс, фотоаппараттың ниндәйен теләйҙәр, шуныһын алып бирәләр. Уҡытыусы әсәһе һәм инженер атаһы ҙур булмаған эш хаҡтарын бәрәкәтле тотоноу өҫтөнә, булғанын арттыра ла беләләр. Лилиә өйҙәрендә аҡса булмаған саҡты хәтерләмәй. Ул шулай уҡ атаһы менән әсәһенең тик ултырып ял иткәнен дә иҫләмәй. Әсәһе төндәрен шәл бәйләп һата, май яҙып, ял көндәрен баҙарға алып сыға. Йыл һайын йөҙләгән ҡаҙ-өйрәк үҫтерәләр. Лилиә йәйге каникулда иптәштәре һымаҡ лагерҙа ял итергә яратмай: “Әсәйемдән айырылыу торғаны бер ғазап ине”, – ти. Дүртенсе синыфтан һуң лимонад яһау цехында шешә йыуа, артабанғы йәйҙәрҙә гәзит тарата, ә унынсыны бөткәс, педучилищеға уҡырға киткәнсе мәктәптә иҙән йыуыусы булып эшләй. Мохтажлыҡтан түгел, бушты бушҡа ауҙарырға күнекмәгәндән был эштәрҙе башҡара ул. Ләкин бала саҡтан хеҙмәт емешен татып өйрәнгән ҡыҙ, бер көн килеп, эшләгәненең ырыҫһыҙ була башлауы менән ризалаша алмай. Һәм тормошон бөтөнләй башҡа юҫыҡҡа бороп ебәреүсе аҙымға бара.
Әммә дарыуханаһын, башта уйлағанса, ҡалала асырға йөрьәт итмәй, ауыл ерендә – Бүребайҙа аса. “Эште башлап ебәрергә етерлек дүрт мең һумымды тотоп, буласаҡ провизорым менән август айында Өфөгә дарыу алырға киттек. Баш ҡалаға кистән барып төштөк, – тип һөйләй Лилиә. – Иртән торһаҡ, бар халыҡ телендә бер һүҙ: “Дефолт!” Шулай итеп, ил тарихына ингән “ҡара” көндә булған аҡсам осһоҙланды, ни бары ун ҡап дарыуға етте. Уларҙы бик ҡәҙерләп алып ҡайтып, быяла витриналарға матур итеп теҙеп һалдыҡ та халыҡты көтә башланыҡ. Кешеләр инәләр ҙә сығып китәләр: сөнки дәүләт дарыуханаһында дефолтҡа тиклем ҡайтартылған дарыуҙар, әлбиттә, осһоҙ. Ләкин бер айҙан, хаҡтар тигеҙләшкәс, эштәр яйға һалынды”.
Бер йылдан ул Аҡъярға, ата-әсәһе янына ҡайтырға ҡарар итә. Көйләнгән кәсепте дауам итеү – юҡты бар итеү түгел. Йыл эсендә аптека эше нескәлектәрен ярайһы уҡ өйрәнгән һылыуҙың тыуған ерендә бар уйлағаны уң ғына килеп тора. Бәлки, уң булмағандары ла барҙыр, ләкин уларҙы йөк итеп хәтерендә тоторға яратмай.
Ҡыҙ тиҙҙән, эшмәкәрлеген йәйелдереп – китап, сантехника, канцелярия кибеттәре асып, уны бөтә ғаилә эшенә әйләндерә. Атаһы Рим ағай ун йыл дауамында бар иҫәп-хисапты алып барып, етмеш ике йәшендә ялға туҡтаған. Әсәһе Фәүзиә апай – күҙ-ҡолаҡ ҡына түгел, иң ҡыҙыҡлы идеяларҙы тәҡдим итеүсе лә. Мәҫәлән, китап кибете уның тәҡдиме буйынса асылған. Ғүмере буйы аң-белем өләшкән мөғәллимә кибеттең рухи йөкмәткеһен билдәләй: кәштәләрҙә яҡташтарының күңелен яҡтылыҡ менән һуғарырлыҡ, мәҙәни кимәлен, зауығын үҫтерерлек әҙәбиәт булһын тип тырыша. Эсен иң бошорғаны – бәләкәй балалар өсөн башҡорт телендәге әҙәбиәттең ярлылығы. “Ижекләп уҡырға өйрәнеүсе кескәйҙәр өсөн уйынсыҡ һымаҡ әкиәт китаптары сығарылһа, ниндәй шәп булыр ине. Әкиәттең ҡатмарлы әҙәби тел менән бирелеүе лә уны баланан сит-ләштерә. Мәҫәлән, беҙ уҡып үҫкән “Картуф сәскән Сәлмән” һәр балаға аңлайышлы, ҡыҙыҡ ине. Бәләкәстән үҙ халҡы әкиәттәрен уҡып үҫкән баланың телен берәү ҙә ҡырҡып ала алмаясаҡ”, – ти ул.
Хоҙайбирҙиндар тап китап һатыу тармағын ныҡлап үҫтереү маҡсатында былтыр йыл аҙағында банктан ҙур кредит юллап, иркен бина һатып алғандар. Ошоғаса ҡырҡ дүрт квадрат метрҙы биләгән китап кибетен биш тапҡырға ҙурыраҡ, яҡты сауҙа майҙанына күсергәндәр. “Бының менән халыҡтың эске донъяһын байытыуға өлөш индерәбеҙ икән, беҙҙән дә ҡәнәғәт кеше булмаҫ”, – ти үҙҙәре.
Лилиәгә шулай уҡ һеңлеһе Зилә, кейәүе Виталий, ире Фәйез-әлиҙең ныҡлы терәк булыуы көс бирә. Үҙҙәренән тыш, ул йәмғеһе ун кешене эшле, ашлы иткән. Хеҙмәткәрҙәре айына кәмендә ун биш мең һум ала – был ауыл ере өсөн ярайһы уҡ яҡшы аҡса. Уларҙың һәр береһе Лилиәгә ҡәҙерле. “Мин бер үҙем шул хәтлем эште, ҡырҡҡа бүленһәм дә, башҡарып сыға алмайым. Шуға күрә иң мөһиме – кешеләргә ышаныу, уларҙы бер маҡсатҡа көйләү”, – ти һылыу. Был – уның уңышының бер сере.
“Гүзәл затҡа балалар тәрбиәләү, йортон ҡарау өҫтөнә тиҙ, теүәл ҡарарҙар талап иткән эштә ауыр түгелме?“ – тигән һорауға үҙенә генә хас ихласлыҡ менән ул былай тип яуап бирҙе: “Ауыр” тигән һүҙҙе белгем килмәй. Улай ҡараһаң, иртән тороп, хөкүмәт эшенә барыу, шулай уҡ баҡсала ер ҡаҙыу ҙа ауыр. Эшемдән рәхәтлек, күңелемә ял алам”. Ижади ҡараш – моғайын, Лилиә уңышының икенсе серелер. Даими үҫештә булып, заманса яңылыҡтар ҡулланыу эшен уғата мауыҡтырғыс итә. Мәҫәлән, хәҙер дарыуҙар артынан элекке кеүек баш ҡалаға барып йөрөү кәрәкмәй – кәрәкле тауарҙы белешеү ҙә, уның өсөн иҫәпләшеү ҙә интернет ярҙамында башҡарыла. Кистән һораған дарыуҙы иртән килтереп бирәләр. Хатта Мәскәүҙә сыҡҡан китаптарҙы ла интернет аша һайлап ҡайтарталар. Алдынғы алымдарҙы, әйтәйек, тауар штрихын сканер ярҙамында билдәләүҙе индереү хеҙмәтләндереүҙе күпкә тиҙерәк иткән.
Ул бер ҡасан да ҡиммәтле машинала йөрөргә, ике ҡатлы йорт төҙөргә лә хыялланмай. Былар бөтәһе лә – үҙмаҡсат түгел, бары тик хеҙмәте һөҙөмтәһе. Ҡыҙы Зәриә тыуғас, уны әсәһенә ҡалдырып, бер айҙан эшкә сыҡһа, улы Солтанды тапҡас, иртәгәһен иртән ноутбуктан яңы заказдар ебәрә башлай. Ләкин, был ханым өсөн балалар түгел, эш беренсе урында икән, тиеүселәр бик яңылышыр. Тормошон яңы төҫтәр менән балҡытыусы, йәшәүенең, эшләүенең мәғәнәһе лә – ҡыҙы менән улы. “Бик ҡатмарлы заманда эшемде һаҡлап ҡалғанда, үҫтергәндә тотошомда ирҙәр ҡатғыллығы нығый барыуын үҙем дә тойоп, көйөнөп йөрөй инем. Балаларым мин бығаса белмәгән илаһи хистәр бүләк итте, улар тыуыуы холҡомда иң матур сифаттарҙы асты”, – ти бәхетле әсә.
Тәүәккәллек – ярты бәхет, тиҙәр. Яҙмышына үҙе хужа булып, үҙ бәхетен үҙе ҡорған Лилиә Хоҙайбирҙина хаҡында яҙма баҙнатһыҙыраҡ гүзәл заттарҙы ҡыйыуыраҡ, әүҙемерәк булырға әйҙәр, тигән уйҙабыҙ.
Альмира КИРӘЕВА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Хәйбулла районы.

Теги: