Тәлиғә Бикташева

(1911 – 1995)
Тәлиғә Бикташева
Мәшһүр актриса, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Тәлиғә Миңлевәли ҡыҙы Бикташева Шишмә районының Арыҫлан ауылында тыуған. 1932 йылда Башҡорт сәнғәт техникумын тамамлаған. Студент сағында уҡ Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә М. Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу» мелодрамаһында төп ролде башҡарған. Һәләтле йәш артистканы М. Буранғоловтың – «Башҡорт туйы», Дауыт Юлтыйҙың – «Ҡарағол», Х. Ибраһимовтың «Башмағым» кеүек спектаклдәренә лә йәлеп иткәндәр. Тәлиғә Бикташева үҙенең ижад ғүмерендә тиҫтәләгән сағыу образдар тыуҙырған. Уның иң уңышлы ролдәренең береһе – Ғәлимә (М. Ғафури. «Ҡара йөҙҙәр»). Б. Бикбай, А. Мөбәрәков, А. Фадеев, Ә. Атнабаев кеүек билдәле авторҙар әҫәрҙәрендәге төп образдары актрисаның ижади биографияһында төп урынды ала. Тәлиғә Бикташева үҙе уйнаған ролдәрен һәр саҡ милли һыҙаттар менән үреп алып бара.
Актрисаның тормош юлдашы – билдәле актер, режиссер Тимербулат Имашев. Ҡыҙҙары Эльмира Недосеева Мәскәүҙә йәшәй, әле хаҡлы ялда.
Фәйзрахман Исмәғилев
портреты.



Талига Бикташева

Народная артистка Башкортостана, кавалер ордена Трудового Красного Знамени Талига Бикташева родилась в 1911 году в деревне Арсланово Чишминского района. На сцене Башкирского академического театра драмы молодая актриса исполнила роль Галиябану в одноименной мелодраме по пьесе Мирхайдара Файзи. Галерею образов, созданных ею, пополнили разноплановые героини из спектаклей, поставленных по произведениям М. Гафури, Б. Бикбая, А. Мубарякова, А. Фадеева, А. Атнабаева и других.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook