Атай ҡарашында сағыла ышаныс

“Бәхет – ул холоҡ”, – тип әйтәләрме әле. Ә холоҡто хеҙмәт йәки спорт ярҙамында ғына сыныҡтырыу мөмкин. Беҙҙе ауылда атай-әсәйебеҙ нисек эшкә өйрәтеп тәрбиәләгән, үҙебеҙ ҙә уларҙы ҡабатлап, балаларҙы эшкә, ниндәйҙер шөғөлгә ҡыҙыҡтырыуҙы мөһим күрәбеҙ. Әлбиттә, баланың холоҡ үҙенсәлеген, уның фекерен дә иҫәпкә алып эш итеү зарур. Мәҫәлән, өлкән улыбыҙ Илнур өндәшмәҫерәк, тынысыраҡ холоҡло. Ул йорт-ҡура, хужалыҡ эшенә оҫта, әлеге ваҡытта Өфө районының “Алексеевка” совхозында эшләй. Киләсәктә Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инеү хаҡында хыяллана. Ир-аттың тәбиғәте шулай ҡоролған: уға киләсәккә маҡсат ҡуйыу, ҡарар ҡабул итеү, яуаплылыҡ алыу, еңеү яулау мөмкинлеге биреү кәрәк. Ә еңеүгә өлгәшеү юлында хаталанаһың да, хәүефле аҙымдар ҙа яһайһың. Шунһыҙ мөмкин түгел. Кешене көтөлмәгәнлектән ҡурсалайым, тип өҙгөләү шәхес булараҡ юҡҡа сығарыуға тиң.
Балаға ышаныу мөһим. Улдарым бәләкәстән һыбай йөрөй, машина йөрөтә. “Атай, машинаңды биреп тор әле”, – тип һораһалар, баш тартмайым. Әлеге ауыр заманда, берәү булһа, йәлләр ине. Атайҙың ышаныуын тойоу ир балаға көс бирә. Икенсенән, яуаплылыҡ тәрбиәләй.
Элмир улыбыҙ әле армияла хеҙмәт итә. Уның ҡайтыуын һағынып көтәбеҙ. Үҫмер сағында һуғышҡан мәлдәре лә булғыланы. Дөрөҫөн әйткәндә, малайҙар көс һынашып үҫә инде ул. Бынан ҙур ғәйеп яһарға ярамай. Әлбиттә, хәлдең сәбәбен асыҡларға тырышабыҙ, һуғышыуҙың насар эҙемтәләргә килтереүе хаҡында аңлатабыҙ. Улдарым тәртипле, намыҫлы һәм тәү башлап бер ҡасан да кешегә ҡул күтәрмәйәсәген яҡшы беләм. Тимәк, үҙ намыҫын яҡлаған, уның менән улай ярамай икәнен күрһәткән. Донъяла төрлө кеше бар: кемгәлер аҡыл, ә кемгәлер көс менән тәьҫир итергә тура килә.
Игеҙәктәр – Алһыу менән Алмаз – икеһе лә спорт ярата. Мәктәптә саңғыла уҙышыу, йүгереү, баскетбол ярышы булһынмы – улар оло теләк менән ҡатнаша. Алмаз бигерәк шуҡ, шаян инде – тик кенә ултырғанын күрмәҫһең. Көсөн ыңғай юҫыҡҡа йүнәлтеү маҡсаты менән башланғыс синыфта уҡ каратэ-кекусинкай түңәрәгенә яҙҙырҙыҡ. Ҡыҙыҡ күреп, туғаны менән Алһыу ҙа йөрөй башланы. Тәүҙә Алмаз быға илке-һалҡы ғына ҡарай ине – йә бара, йә бармай ҡала. Ярай, үҙ яйына йөрөһөн, артабан күҙ күрер әле, тип әллә ни талап ҡуймайбыҙ. Үҙебеҙ спорт кәрәк-яраҡтарын да хәстәрләгәнбеҙ. Саңғыла шыуыу, көрәш менән дә мауыға – ҡайһыһы еңер икән, тип шым ғына күҙәтәбеҙ. Каратэ менән ныҡлап шөғөлләнә башламаһынмы! Бер аҙ бармай торһа, һағына. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә әллә күпме еңеүҙәргә өлгәште. Спорттың файҙаһы ҙур – улыбыҙҙы йыйнаҡлыҡҡа, тәртипкә, үҙенә ышанырға өйрәтте. Әлбиттә, тренерѓа ла күп нәмә бєйле. Фәһим Салауат улы Ѓайсин балаларҙы ярата һәм дәртләндерә, йөрәктәрендә еңеү уты ҡабыҙа белә. Уның уҡыусылары гел призлы урындар яулай. Рухлы, көслө кешене балалар ҙа ихтирам итә.

Алһыуҙы, үҙен яҡларлыҡ күнекмәләрҙе үҙләштергәс, каратэнан алдыҡ. Киләсәктә әсә булырға тейеш ҡыҙ баланы ныҡ һуғып имгәтеп ҡуйырҙар, тип ҡурҡтыҡ. Һәр хәлдә гүзәл затҡа нәфис булыу нығыраҡ килешә. Ҡыҙыбыҙ хәҙер ҡул эштәре түңәрәгенә йөрөй. Тәүге шәлен бәйләп ҡыуандырҙы ла инде. Әсәһенә аш-һыу тирәһендә ярҙамлаша. Эш белеп үҫһә, үҙенә еңел булыр. Улдарыбыҙ ҙа эшкә әрһеҙ. Олаталары менән өләсәләренә көтөү көтөшәләр, мал ҡарашалар. Уҙған йыл фатирҙы һатып, ихаталы йорт алдыҡ. Балалар менән бергәләшеп өйҙө төҙөкләндерҙек, бүлмәләр ҡорҙоҡ, һыланыҡ, буяныҡ. Ғөмүмән, ситтән кеше ялларға тура килмәне. Эш араһында балалар менән еләккә, миндек бәйләргә, дарыу үләндәре йыйырға, бәшмәккә лә сығып килергә ваҡыт табабыҙ. Күлдә бергәләшеп һыу инеү – яратҡан шөғөлөбөҙ. Тәбиғәттә тәмләп үлән сәйе эсәбеҙ, игеҙәктәр менән уйнап та алабыҙ. Тормошта файҙалы ла, күңелле лә итеп йәшәү өсөн артыҡ аҡыл кәрәкмәй. Бары тик ялҡау, бошмаҫ булыу ярамай. Егәрле, тырыш, эсмәгән кеше яйлап бар нәмәгә лә өлгәшә ала”, – тип, тормошҡа, тәрбиәгә ҡағылышлы уй-фекерҙәрен бәйән итте өлгөлө ғаилә башлығы.
Салауат Әнүәр улы Башҡортостан “Мобиль телесистемалары (МТС)” үҙәгенең Ауырғазы бүлегендә әйҙәүсе менеджер булып эшләй. Ғаиләһе уңышлы, татыу, берҙәм булған атайҙы тырышлығы, эш һөйөүсәнлеге, кешеләргә ҡарата миһырбанлығы, ярҙамсыллығы өсөн эштә лә хөрмәт итәләр.
“Атайҙан уңған бала һәр хәлдә юғалып ҡалмай инде ул, – тип һүҙгә ҡушыла Рәйфә Хәжиәхмәт ҡыҙы. – Үҙемдең тәүге никахым килеп сыҡманы. Ул насар кеше түгел ине, тик бына бергә йәшәү көндән-көн ауырлашты. Юҡҡа ғына әрләшә башлай, минең һәм балалар менән ҡәнәғәт түгел. Түҙҙем, сабыр иттем. Илнур менән Элмир үҫмер йәшкә етте. Үҙемдән бигерәк, уларҙы ҡотҡарыу кәрәк ине. Түҙер әмәлем ҡалмағандыр инде – бер көн килеп, балаларҙың әйберен йыйҙым да, донъяны ташлап, сығып киттем. Илдә сыпсыҡ үлмәй, тигән мәҡәл бар. Ярҙам итергә әҙер кешеләр юлыма осрап торҙо. Уйламағанда ғына бер апай менән таныштым – ул көтәсәккә фатирын һатып китте. Шулай яйлап аяҡҡа баҫтыҡ. Тормош юлымда Салауатты осратыуыма, уның менән бәхетле булыуыма ҡыуанам. Улдарыма ул яҡшы атай, ысын терәк була алды.

Алмаз менән Алһыуҙың тыуыуы бәхетебеҙҙе тағы ла ишәйтте, бөтәйтте. Хәҙер инде бергә йәшәүебеҙгә – 14 йыл. Итәғәтле, һүҙгә ипле, ҡатынын һәм балаларын яратҡан кеше менән йәшәүе еңел. Һүҙ күтәрмәй, хәлде ҡатмарлаштырмай ғына балаларҙы тыңлата, ҡарар ҡабул итә белеүенә һоҡланам. Ә малайҙар атай тәрбиәһенә нығыраҡ мохтаждыр, тип уйлайым. Салауат, уларҙың һәр эшен телгә алып, маҡтап ҡына тора. Ир баланы атаһының ышанысы һәм йылы һүҙе ҡанатландыра. Ә әсәй былай ҙа иркәләй. Ауырлыҡтан ҡурсалайым, тип күп кенә әсәләр ата менән улы араһына ҡыҫыла, баланы ҡыҙғана. Минеңсә, был – әсәнең хатаһы. Уға, ғаиләлә абруй юғалтыуҙан ҡурҡмай, бер аҙ ситкәрәк китеп, ир балаға атай менән аралашыуға, рухи бәйләнеш булдырыуға ярҙам итеү зарур. Малайҙы мәңге итәккә тағып йөрөтөп булмай. Ул – ирекле шәхес һәм үҙ аллы ҡарар ҡабул итеп өйрәнергә хаҡлы. Атай йоғонтоһо ярҙамында көс туплаясаҡ, нығынасаҡ бит ул.
Илнур менән Элмирға, Салауат ағайығыҙ атай урынында, уны тыңлағыҙ, хөрмәт итегеҙ, тип әйтеп кенә торам. Үҙҙәренең дә уға тартылыуын, ихтирамын яуларға тырышыуын һиҙәм. Егеттәрҙе үҙ балаһындай яҡын күреүенә, кесе туғандары алдында уларҙың абруйын һаҡлауына, төрлө яҡлап терәк булыуына тормош иптәшемә рәхмәтлемен. Ғаиләбеҙҙең татыулығы ҡаҡшамаһын, бәхетебеҙгә күҙ теймәһен, тип теләйем. Үҙәгемә үткән үткәндәрем күҙ алдына баҫа – әгәр шул ваҡытта тормошомдо ҡырҡа үҙгәртмәһәм, әлеге бәхетемде татый алмаҫ инем. Рәхмәт яҙмышыма, рәхмәт, Рәйфә, һиңә, тип ҡабатлайым”.
“Каратэ-кекусинкай нимәһе менән ҡыҙыҡтырҙы, арытмаймы?” – тип һорайым Алмаздан һүҙ аҙағында.
Боронғо көнсығыш спорт төрөнөң, көрәш алымдарынан тыш, фәлсәфәүи яғы ла ҡыҙыҡтыра икән уны. Күнекмәләр башлар алдынан йәш көрәшселәр кире уйҙарҙан арынып, таҙарына. Йәғни, кеше тәнен генә түгел, йәнен дә сыныҡтырырға өйрәнә. Улар фекеренсә, тулы тыныслыҡҡа ирешеп кенә үҙеңде көрәшкә, яҡты маҡсатҡа, еңеүгә көйләй алаһың. Ҡытайҙарҙың тормош саҡырыуында мосолмандарға хас боронғо тәрбиә алымдары ла төҫмөрләнә. Кеселәргә һәм өлкәндәргә ихтирамлы булыу, күңелеңде ағыулаған, сәләмәтлегеңде ҡаҡшатҡан алама ғәҙәттәрҙән арыныу, аҡыл тупларға ынтылыу, юғары үрҙәргә күтәрелгәндә итәғәтле, изгелекле булыу. Иң мөһиме – йөрәк көсөңә ышаныу, бөтә яҡлап камиллыҡҡа ирешеү.
“Мин каратэ хаҡында фильмдар ҡарарға яратам. Бигерәк тә каратэ оҫтаһы Джет Ли уйнаған фильмдар оҡшай. Уның кеүек мин дә көслө булырға, донъя кимәлендә үткән көрәштәрҙә ҡатнашырға, билдәлелек яуларға теләйем”, – ти Алмаз, үҙе тыйнаҡ ҡына атаһының күҙҙәренә ҡарап ҡуя. Ата ҡарашында таяныс та, ышаныс та, ғорурлыҡ та сағыла.
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Ауырғазы районы.
В глазах отца отражается доверие
Корреспонденция журналистки Альбины Губайдуллиной и фотокорреспондента Александра Данилова знакомит читателей с дружной семьей Исламгуловых, проживающей в селе Толбазы Аургазинского района. Прочитав ее, можно найти ответ на вопрос о том, что важнее при воспитании детей – авторитет отца или любовь матери? Райфа и Салават Исламгуловы растят трех сыновей и дочь. У них есть свои секреты воспитания детей. Их сыновья смелые, сильные, в то же время заботливые, добрые. В них развито чувство ответственности, справедливости.
Теги: