Бәндәбикә
Таңғы күк ҡараңғылығында ҙур яҡты нөктә булып, Сулпан йондоҙ балҡый. Төҫһөҙләнгән ай батыу яғына ыңғайлаған. Төн йылыһы иртәнге һалҡын менән алмашынды. Ул, тирмәләргә үтеп, һыуыҡ йылан кеүек, йоҡолағы кешеләрҙең ҡуйынына үрмәләй, өшөттөрөп, йылы юрғандарына нығыраҡ төрөнөргә мәжбүр итә. Дала, иртәнге шыйыҡ томан аҫтында ойоп, тын ҡалған. Бына офоҡта яҡты һыҙат шәйләнде. Йондоҙҙарҙы бер-бер артлы һүндерә-һүндерә, төн сигенде. Ауыр һулап, һыйырҙарҙың ҡуҙғалышҡаны ишетелде. Ҡайҙалыр бейәләрен барлап сапҡан өйөр айғырының тояҡтары тыпылданы. Ауыл уянды. Яңы көн хоҡуғына инде.
Бәндәбикә күҙҙәрен асты. “Тағы бер йоҡоһоҙ төн үтте”, – тип уйланы ул, ғәҙәтләнгәнсә, иртәнге намаҙға тороп. Алланып килгән офоҡҡа күҙ ташланы: “Һуңламаным шикелле...” Тәһәрәт алғас, ҡиблаға ҡарап, намаҙлығына баҫты ла Ҡөрьән сүрәләрен бышылдарға тотондо. Доғалары ҡатмарлы түгел уның. Аллаһы Тәғәләнән кешеләрҙең был көндө лә имен-аман үткәреүен һорай. Өйҙәгеләргә, мал-тыуарға, балаларға, ҡарт-ҡороға – һаулыҡ. Юлаусыларҙы, сырхауҙарҙы ярҙамынан өҙмәһен. Доғаһында бик мөһим үтенесе лә бар: Аллаһы Тәғәлә аңһыҙҙарҙы аңлы итһен, һәр кемгә айыҡ аҡыл бирһен. Юғиһә ҡәбилә-ара сыуалыштар яңынан тоҡанырға тора. Рыҫҡол ҡыпсаҡтарҙы баҫҡан, тип хәбәр иттеләр кисә. Хәҙер яуабын көт тә тор. Ҡәбиләләр араһын боҙорға тырышҡан иҫәр баштар һис бөтмәй ҙә һуң.
Башҡорттоң бик яман бер ҡылығы бар: бәләкәс кенә, йүнһеҙ генә ырыуҙың башлығы ла үҙ ырыуын иң өҫтөнө тип һанай. Ошондай башлыҡтарҙың мин-минлеге, тәкәбберлеге үҙ-ара бәрелеш-ҡыйралыштарға сәбәп була ла инде. “Их Рыҫҡол, Рыҫҡол, ҡырғанһың бит эште! – тип көрһөндө Бәндәбикә, доғаһын тамам итеп, намаҙлығын йыйған саҡта. – Хәҙер ни ҡылырһың икән инде? Әбделғәни аҡһаҡал ише бик хөрмәтле кешенең ырыуына баҫымсаҡланғаның етмәгән, аҡһаҡалдар фатихаһынан тыш кешеләрҙе барымтаға әйҙәләгәнһең, хоҡуғың булмай тороп, ырыуҙың изге оранын ҡулланғанһың. Йолаларыбыҙҙы боҙоу ҙабаһа был. Шуға Алланың ҡәһәре төшкән һиңә: еңелгәнһең. Ырыуҙаштарың хәҙер әҙәм күҙенә нисек ҡарар икән? Һин уларҙы башҡорттар араһында иҫән көйө мөртәткә әйләндергәнһең.
Ни етмәгәйне һуң һиңә? Бөрйән ҡәбиләһендә ырыуың арыу ғына һанда тора. Иҫәпһеҙ өйөрҙәреңде мул үләнле туғайҙарҙа көтәһең, йылғаларың да ҡорорға йыйынмай шикелле. Кешеләрең туҡ, ҡәнәғәт. Тағы ни кәрәк һиңә!? Ҡомһоҙлоҡ, тәкәбберлек!!! Бына шул иблес һине аҡылдан яҙҙыра, илбаҫарлыҡҡа этәрә. Боронғолар киҫәткән: “Ҡомдан ныҡлы йорт һалынмаҫ, кеше бәхетен урлап, бәхетле булмаҫһың, әҙәм ҡанын ҡойған үҙ башы менән түләр”. Һине аҡылға ултыртырға кәрәктер, күрәһең. Һин, Рыҫҡол, ырыуыңдың тотош бөрйән ҡәбиләһе түгел, ә уның бер тармағы ғына икәнлеген онотҡанһың. Һине ҡәбилә аҡһаҡалдары ҡорона хөкөмгә саҡырырға тура килер. Бына шулай, Рыҫҡол. Бөтә нәмәнең сиге була, хатта әҙәм сабырлығының да. Үҫәргәндәр ҙә тик ятмай, айһай ырыуының йылҡы өйөрөн алып киткәндәр, ығы-зығыла йәйләү янған. Аллаға шөкөр, ҡан ҡойолмаған. Аллаһы Тәғәлә был донъяла бәндәләргә бөтәһен дә ғәфү итә, тик кеше ҡаны ҡойолғанды ғына ярлыҡамай. Ҡан ҡанды түктерә, шунан инде ҡайғы-хәсрәт, күҙ йәше, нәфрәт китә. Төҙәтеп булғыһыҙ хатаға юл ҡуймаҫ өсөн бөтә аҡһаҡалдарҙы йәһәтерәк ҡорға йыйыр, бәхәстәрҙе хәл итер кәрәк. Үпкәләрен күҙгә ҡарап әйтһендәр, төн ҡараһына йәшенеп килеп, мәкерҙәрен сәсеп, йәйләүҙәрҙе туҙҙырып йөрөмәһендәр әйҙә. Етте! Ошо аҙнала уҡ ҡәбиләләр ҡорон йыйырға кәрәк булыр”.
Бөтөнләй яҡтырған. Бәндәбикә, намаҙлығын тотоп, тирмәгә йүнәлде. Уны саптырып килгән ат тояғы менән берәүҙең: “Бәндәбикә инә-ә-әй!” – тип һөрәнләгән тауышы туҡтатты. Тирмә эргәһенә өйөрмәләй булып һыбайлы килеп туҡтаны һәм, атын киҫкен туҡтатып, эйәренән һикереп төштө. Был һеңлеһенең улы Айтуған ине.
– Бәлә, инәй! Атайым ебәрҙе! Ҡыпсаҡтарҙан Әбделғәни аҡһаҡалдың ейәнсәре Әлфиәне үлтергәндәр! Рыҫҡол ағайҙың эше тигән һүҙ йөрөй. Йәйәһенән атҡан.
Бәндәбикә күҙҙәрен йомдо, ҡот осҡос хәбәрҙән ҡойолоп төштө ул. Эргәһендәге ҡатын-ҡыҙ аһ итте лә йәйләүгә һибелде: яман хәбәр ары таралды. Бәндәбикә тирмәгә инде һәм, хәлһеҙ булып, түшәк-юрған өйөмөнә ауҙы. “Бөттө, йыйын йыйырға һуңланым, – Бәндәбикә хәсрәтле уйға сумды. – Ҡан ҡойола инде былай булғас. Ҡыпсаҡтар абруйлы аҡһаҡалдарының ейәнсәрен үлтереүҙе ғәфү итә торған ҡәбилә түгел. Был ике ҡәбиләнең һуғышы башҡаларға ла ҡағыласаҡ. Ҡан ҡойошло ҙур бәрелеш буласаҡ был. Ни эшләнең һин, Рыҫҡол, ни эшләнең??? Шундай ҡыҙыҡайҙы харап иткәнһең! Ун ете генә йәш ине бит уға. Хәтеремдә: Әбделғәни бәпес туйына саҡырғайны, шул сабыйҙы үҙ ҡулымда тирбәткәйнем. Әрәм булған балаҡай йәш кенә көйө! – Бәндәбикә ауыр көрһөндө, яңағында еүеш эҙ ҡалдырып, бите буйлап ике бөртөк күҙ йәше тәгәрәне. – Әй Аллам, юл күрһәт, зиһенемде яҡтырт, был һуғышты нисек булдырмаҫҡа?”
Айтуған тирмә ауыҙы эргәһендә, тынлыҡты боҙмаҫҡа тырышып, шым ғына тора бирҙе. Бәндәбикә күҙҙәрен асты. Ул ҡәтғи ҡарарға килгәйне. Ныҡ баҫып, тирмәнән сыҡты ла бойороҡло тауыш менән былай тине:
– Айтуған, ҡарый-ҡыпсаҡтарға сап. Әбделғәни аҡһаҡалды тап та әйт уға: мин бик-бик үтенәм, ишетәһеңме, бик үтенәм, бында, Мәҡсүт ауылына, килһен әле. – Бәндәбикә тыныс сапҡынға кейҙерә торған аҡ камзулды алып сыҡты. – Бынау камзулды кей, юлда үҙеңә һаҡ булыр. Ҡыпсаҡтар һуғыш иғлан итмәҫ элек өлгөр, йәһәт йөрө. Йола буйынса, мәйетте ҡуйғандан һуң өсөнсө көнөнә төш ауғас ҡына аҡһаҡалдар ҡоро ырыу башына ҡәбиләнең яу оранын ҡысҡырырға рөхсәт бирә. Юл ыңғайы атайыңа һуғыл, бойороғомдо уға ла еткер: Рыҫҡолға, айһай ырыуы башлығына, үҫәргән менән т∆ңгәүерҙәрҙең башлыҡтарына ла сапҡын ебәрһен. Ҡара уны, юлда абай бул, бәләгә тарып ҡуйма! Ҡурҡмайһыңмы?
– Юҡ, инәй. Атым шәп, үҙем дә ҡурҡаҡтарҙан түгел. Доғаларың мине ҡурсалап йөрөтөр. – Шулай тине лә Айтуған ялт итеп эйәргә менеп ултырҙы һәм өйөрмә етеҙлеге менән Наҡаҫ йылғаһы яғына елдерҙе. Ул үткән юлдан борҡоп күтәрелгән туҙан һыҙаты ғына һуҙылып ҡалды.
Бәндәбикә эргәһенә йүгереп килә ятҡан кесе һеңлеһе Ҡуйбикә күренде.
– Апай, дөрөҫмө был? Ниҙәр генә булыр икән инде? Бөтә йәйләү ҡорт күсе кеүек гөжләп тора. Егет-елән ҡыпсаҡтарҙың ҡарымтаһын ҡаршыларға әҙерләнә. Апай, мин ҡурҡа-а-а-ам!!! – тип Ҡуйбикә ҡысҡырып илап ебәрҙе.
– Кәүгәләмә! – ҡаршы төшөп булмаҫлыҡ ҡәтғи тауыш менән тыйҙы уны Бәндәбикә. – Ваҡыт бар әле. Аллаһы бирһә, был усаҡты һүндереп өлгөрөрбөҙ. Сыулап йөрөгәнсе, бар, ҡунаҡ тирмәһен йыйыштыр. Бөгөн ҡунаҡтар көтөлә.
Ҡуйбикә, боролоп, ҡунаҡ тирмәһе тирәһендә ҡайнашҡан ҡатын-ҡыҙ төркөмөнә ҡарай йүгерҙе, уларға Бәндәбикәнең әмерен еткерҙе, тегеләре тирә-яҡҡа һибелде. Тиҙҙән улар егеттәрҙе эйәртеп кире килеп етте. Бергәләп тирмә өҫтөндәге иҫке кейеҙҙәрҙе һалдырҙылар, улар урынына хөрмәтле ҡунаҡтар килгәндә генә ҡуйыла торған ап-аҡ яңыларын кирҙеләр. Улар артынса йәш ҡыҙҙар ҡосаҡ-ҡосаҡ ҡаралды күтәреп килеп етте һәм тирмә эсен йыйыштырырға тотондо: аҫалы балаҫтар түшәнеләр, келәмдәр, сигелгән һөлгөләр элделәр. Бер сәғәттән тирмә ҡунаҡ ҡаршыларға әҙер ине.
Бәндәбикә ул арала байрамса кейенеп-яһанып алды: ҡәбиләләрҙең затлы кешеләрен ҡабул итеү өсөн лайыҡлы ҡиәфәттә булыуың зарур. Ебәк күлдәге өҫтөнән кейгән нағышлы, көмөш тәңкәле бәрхәт камзулының тәпәрләнгән урындарын ҡулы менән һыпырып яҙҙы. Башына бохар яулығын япты. Шунан сапҡындарҙың әйләнеп ҡайтҡанын көтөргә ултырҙы – килерме икән саҡырылған кешеләр? Уның ниәте ябай ғына: бөтә башлыҡтарҙы йыйырға ла ҡан ҡойолоуҙа кем ғәйепле икәнен асыҡларға. “Рыҫҡол булһа, уны Әбделғәни хөкөмөнә тапшырырға. Ул иһә Рыҫҡолдо теләһә ни эшләтһен – хатта үлтерергә лә рөхсәт, бының өсөн ул хөкөм ителмәйәсәк. Шулай итеп, кешеләрҙең ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалырға, барыһын да тынысландырырға, тоҡанып торған һуғыш утын һүндерергә насип булыр. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың, ҡарт-ҡороноң, бала-сағаның ни ғәйебе бар? Ниңә улар бер иҫәүән арҡаһында ғазап сигергә тейеш? Дөрөҫ, ырыуҙашыңды башҡа ырыуға язаларға тапшырыу башҡорттоң “үҙеңдеке өсөн һуңғы йәнгә тиклем һуғышырға” тигән ҡанунына ҡаршы килә-килеүен, әммә икенсе ҡағиҙә лә бар: “Ырыуҙашың ғәйепһеҙ ҡанды ҡойһа, ул ҡан-ҡәрҙәшлек ҡанунын боҙған тип һанала һәм бөтөн ырыуҙың йә ҡәбиләнең ҡурсалауынан мәхрүм ителә”. Әлеге осраҡты ошо ҡағиҙәгә индереп булалыр, моғайын, – тип фекер йөрөттө Бәндәбикә. – Рыҫҡол ғәйепле булһа, аҡһаҡалдар ҡоро уны ҡыпсаҡтарға тапшырыр. Шулай булыр, иншалла”.
Ҡуйбикә килеп инде:
– Бәндәбикә апай, иртәнге сәй әҙер. Ҡыҙҙар һинең тирмәгә инергә рөхсәтеңде көтә.
Бәндәбикә, уйҙарынан арынып, ыңғай яуапты аңлатып, башын ҡаҡты. Ҡыҙҙар йәһәтләп тирмәгә инеп тулды, ашъяулыҡ түшәне, ризыҡ-ниғмәттәрҙе ултыртты. Ҡуйбикә әле генә бешергән эҫе көлсәне ҡуйҙы.
Бәндәбикә көлсәне бүлеп алды ла, майға манып, яй ғына сәйнәргә кереште, ара-тирә бөтнөк менән һары мәтрүштән бешерелгән үлән сәйен йотто. Тамағына аш бармай ине. Бер сынаяҡ сәйҙе улай-былай итеп эсеп бөттө лә шәшкеһен ситкә этте. Ҡыҫҡа ғына доғаһын уҡып шөкөр итте, урынынан тороп, тышҡа сыҡты. Ҡуйбикә апаһына йәлләп ҡарап ҡалды, ул уның хәлен аңлай ине. Тирмәләгеләр шым ғына сәй эсеүен дауам итте.
Икенсе көндөң кисенә алыҫ түмәләстә һыбайлылар күренде. Тығыҙ өйкөм булып, улар Бәндәбикәнең ауылына ҡарай саба. Береһе уларҙан айырылды ла ҡунаҡ тирмәһе яғына ыңғайланы. Был Айтуған ине:
– Бәндәбикә инәй, Әбделғәни аҡһаҡал үҙенең яугирҙәре, тағы бер нисә ырыу аҡһаҡалы менән килә ята.
– Аллаға шөкөр! – Бәндәбикә еңел һуланы, – һүҙемде йыҡмаған, тимәк, өмөт бар әле.
Ҡыпсаҡтарға килеп етергә йөҙ ат аҙымы самаһындай ғына ара ҡалғайны. Әбделғәни иң алда килә. Уның артынан яугирҙәре менән өс аҡһаҡал төшкән. Башлыҡтың йөҙө ҡара болоттан да ҡарараҡ. Шулай булмай ни, әле генә нәҫеленең һуңғы тармағын ерләне лә баһа. “Үҙ башыңа ҡоторҙоң, Рыҫҡол! Үкенерең алда әле! Күкрәгеңде хәнйәрем менән йыртып асып, йөрәгеңде үҙ ҡулым менән һурып аласаҡмын, йөрәгеңдәге ҡаныңды тамсылап һығасаҡмын. Эй Аллам, ошолай итеп ҡон ҡайтарыр көндө тиҙерәк еткер!” – Мәҡсүткә яҡынлашып килгәндә шундай уйҙар ҡайнай ине аҡһаҡалдың башында. Сапҡын туҡтаған тирмәне күргәс, ул был уйҙарын ҡыуаларға ашыҡты. Бәндәбикә менән һүҙҙең ни турала барырын самалай ине һәм яуабын да әҙерләгәйне. Әлбиттә, был ауылға килмәһә лә булыр ине, сөнки бөрйән ҡәбиләһенең ауылы бит ул, әммә Бәндәбикәнең һүҙен йыға алманы. Был ҡатынды бик тә ихтирам итә шул. Ҡан-ҡәрҙәшлек менән борондан килгән дуҫлыҡ та бар. Ни тиһәң дә, һыуын-ҡыпсаҡ ырыуынан Ҡотлогилде бейҙең ҡыҙы бит әле ул Бәндәбикә. Әбделғәнигә уның менән ҡәбилә-ара йыйындарҙа йыш осрашырға, әңгәмәләр ҡорорға тура килгәне бар, һәр ваҡыт уның төплөлөгөнә, аҡылына, уҡымышлылығына хайран ҡала торғайны. Был заманда белемле булыу – һуш китмәле шәплек, тиңдәр араһында ла үргәрәк күтәреп торған баҫҡыс. Әбделғәни бер ваҡытта ла унан кәңәш һорарға тартынманы, сөнки белә: уның һәр һүҙе үлсәнгән, һәр фекере төплө.
Әбделғәни, Бәндәбикәне күргәс, байтаҡ ара ҡалһа ла, атынан төштө һәм, теҙгенен Айтуғанға тоттороп, уның эргәһенә атлап китте. Был ауыл хужабикәһенә ҡарата иң ҙур хөрмәт билдәһе ине. Башлыҡтың өлгөһөнә эйәреп, ҡыпсаҡтар аттарынан төштө һәм малайҙарға уларҙы бәйләп ҡуйырға ҡушты. Әбделғәни, Бәндәбикә эргәһенә килеп еткәс, күрешергә ике ҡулын һуҙҙы, Бәндәбикә лә ике услап күреште. Тулы тынлыҡта ҡул ҡыҫыштылар: байрамға киленмәгән. Алда ауыр һөйләшеү тора.
Әбделғәни, эскә ингәс, иң абруйлы урынға – тирмә ауыҙы ҡаршыһына үтеп ултырҙы. Бәндәбикә табында ҡунаҡты үҙе ҡараны.
Хужалар ризыҡты төрләндерергә тырышҡайны. Ашъяулыҡҡа, ағас туҫтаҡтарға һалып, киҫәкле ит, ҡаҙы, бауырһаҡ, балсыҡ һауыттарҙа һөт өҫтө, аҡ май, ҡыҙыл эремсек ҡуйылған. Талҡан, еләк ҡағы, муйыллы май, бохар сауҙагәрҙәренән һатып алып ҡалынған өрөк, йөҙөм, мөғжизә һаналған ят ризыҡ – татлы шәкәр табынды биҙәй. Бәндәбикә ул саҡтарҙа башҡорттар араһында бик һирәк осрай торған ҡиммәтле һәм затлы хуш еҫле ҡытай сәйен бохар кәсәләренә ҡойҙо. Әбделғәни һис ғәжәпләнмәне. Был эсемлекте ул йәш сағында уҡ тәмләгәйне. Ҡаҙаҡ ҡәбиләләренә барымта менән барғанда юлда бер ҡытай сауҙагәре осрағайны, ҡәҙерле йәне өсөн ҡурҡыштан бөтә сәйен уларға биргәйне, нисек бешерергә, нисек эсергә икәнен дә өйрәткәйне. Тәүҙә Әбделғәни сәйҙең тәмен дә, сихәтен дә тоймағайны. Һуңғараҡ ҡына сәйҙең кәйефте күтәргәнен, арыу-талыуҙы кәметкәнен һиҙеп ҡалды. Шуға Бәндәбикә һонған кәсәне ул эске кинәнес менән алды ла онотола башлаған тәмле эсемлектән ауыҙ итте. Сәйҙе шым ғына эстеләр. Бәндәбикә лә һүҙ башламаны. Йола буйынса, ҡунаҡтың тамағы туймайынса уның иғтибарын ситкә борорға ярамай. Өсөнсө кәсәнән һуң Бәндәбикә ауыр тынлыҡты боҙорға йөрьәт итте:
– Ауыр ҡайғыңды уртаҡлашам, Әбделғәни ағай! Беләм, хәсрәтең даръялай. Әлфиә иҫкә төшһә, үҙем дә илайым. Уҫал елдәр харап иткән йәш кенә ҡыяҡты. Сабыр бул, Әбделғәни ағай. Әҙәм ҡаны изге, уны Аллаһының ихтыярынан башҡа бер кем дә ҡойорға тейеш түгел. Хәҙер ни эшләргә уйлайһың?
Әбделғәни кәсәһен ҡуйҙы.
– Үҙең нисек уйлайһың һуң, Бәндәбикә? Һин дә ҡыпсаҡ ҡәбиләһенән бит. Ҡотлогилде бейҙең ҡыҙы! Бөрйән ҡәбиләһе Арыҫланға кейәүгә барһаң да, булмышың менән беҙҙеке һин, ҡыпсаҡтыҡы. Үҙең беләһең, ата-бабалар йолаһы ҡан өсөн ҡон ҡайтарырға ҡуша, шулай булғас, ниңә һорайһың?
– Мин үҙемдең ҡыпсаҡ ҡыҙы икәнемде бер ҡасан да онотҡаным юҡ, ә әле бөрйән ҡәбиләһенеке булараҡ һорауым. Үлтереүсенең Рыҫҡол икәнендә бер шигең дә юҡмы?
– Бер тамсы ла икеләнмәйем, Бәндәбикә. Бөтә дәлилдәр Рыҫҡолға төртөп күрһәтә. Егеттәреңә Сынбулатты саҡырырға ҡуш әле. Үлтереүсенең йәйәһен килтерһен.
– Айтуған! – Бәндәбикә, тирмә ауыҙынан башын сығарып, тышта әмер көтөп ултырған Айтуғанға өндәште. – Бар әле егеттәргә әйт, Сынбулатты бында саҡырып килтерһендәр.
Теге шул арала юҡ булды. Бер нисә минуттан тирмәгә Сынбулат килеп инде.
– Саҡырғайнығыҙмы, хөрмәтлеләр?
– Эйе. Йәйәне күрһәт.
Сынбулат, арҡаһынан йәйәне алып, Бәндәбикәгә һуҙҙы. Ул ҡоралды ентекләп ҡарарға тотондо. Ҡәбиләнең тамғаһын да, Рыҫҡолдоң шәхси билдәһен дә күрҙе, был билдәне уға үҙе уйлап сығарып, “әлеф” хәрефен ҡулланып, үҙе үк эшләп тә биргәйне. Йөрәге ҡыҫылып ҡуйҙы, һаман да бөтөнләй үк ышанып етмәне. Ләкин Сынбулаттың кире ҡаҡҡыһыҙ дәлиле бар ине:
– Бына Әлфиәне үлтергән уҡ, яранан үҙем һурып алдым, – тине ул, ҡалъянынан уҡты сығарып. Бәндәбикә ауыр көрһөндө һәм йәйә менән уҡты Сынбулатҡа кире һуҙҙы. Әбделғәни, ымлап, Сынбулатҡа сығырға ҡушты.
– Йә, ни әйтерһең? Үҙең күрҙең, мин уйлап сығарған нәмә түгел, – тине ул, үҙҙәре генә ҡалғас. Бәндәбикә өндәшмәне. Был донъяла бөтә булғанын юғалтҡан кешегә ни әйтә алһын инде ул? Улы бар ине, яуҙа һәләк иттеләр. Ҡатыны менән килене ҡара үләттән мәрхүм булды. Ейәнсәре генә ҡалғайны, бына хәҙер унан да яҙҙы. Ул Әбделғәниҙең күңелен ниндәй уттар өткәнен аңлай. Әле унда үс ялҡыны дөрләй. Аяу булмаясаҡ. Тыштан тыныс күренә, уға ни тиклем ауыр икәнен йөҙөнә ҡарап ҡына аңлайһың. Берсә сейәләй буҙара, берсә һөттәй ағара. Үҙен йүгәндә ныҡ тота. Тимер ихтыярлы кеше! Ауыр тынлыҡты Бәндәбикә боҙҙо:
– Тыңла әле мине, Әбделғәни ағай. Һине ауылға саҡырырҙан элек мин оҙаҡ уйланым. Эйе, ҡот осҡос ваҡиға, берҙән-береңдең, Әлфиәнең, ҡаны ҡойолған, ғүмере өҙөлгән. Үсең изге. Ата-бабаларҙан ҡалған йола бар. Үтенесем һиңә шул: зинһар өсөн бар ырыуҙан үс алма. Әгәр бер Рыҫҡолға ғына яза бирһәң, кешеләр быны аңлар. Ә асыуыңды уның бөтә ырыуҙаштарына төшөрһәң, үҙ-ара нәфрәттән тоҡанған утлы өйөрмә артабанғы быуындарға ла етәсәк әле. Ейәндәребеҙ, бүләләребеҙ, был ҡон ҡайтарышыуҙың тәү сәбәбен дә белмәйенсә, бер-береһенә ҡорал күтәрәсәк. Был нәфрәт әсә һөтө менән тапшырыласаҡ, башҡорт башҡортто ҡырасаҡ. Ҡан-ҡәрҙәш булған бер телле, бер динле кешеләрҙең бер-береһен юҡ итеүенән дә ҡурҡынысыраҡ бер ни юҡтыр. Асыуыңды йүгәнлә. Бөгөн минең саҡырыуым буйынса яҡын-тирә бар ҡәбиләләрҙең башлыҡтары йыйыласаҡ. Мин Рыҫҡолдо ошо ҡор хөкөмөнә тапшырырға булдым. Үлтереүсене төн ҡараңғыһында, мөйөштән түгел, ә асыҡтан-асыҡ, көпә-көндөҙ язалағанды бөтәһе лә күрһен. Был асыҡ хөкөм буласаҡ. Бында бер мин – Бәндәбикә генә хәл итмәйем, юғиһә кешеләрҙең, үҙем бөрйән ҡәбиләһенеке булмағас, Рыҫҡол миңә йәл түгел, тип уйлауҙары бар. Уны ҡыпсаҡтар ғына түгел, бөтөн ҡәбиләләрҙең вәкилдәре хөкөм итәсәк. Һин ризамы?
Әбделғәни өндәшмәне. Бәндәбикәнең тәҡдиме уны уйға һалды. Ризалашырға мөмкин. Тик тотош ырыуҙың нәфрәтен нисек ҡайтарырға? Бигерәк тә Сынбулаттыҡын. Ул Әлфиәне бәләкәйҙән ҡарап йөрөттө, Хупъямал өй эше менән булғанда, сәңгелдәген бәүетте. Бер йәшлек Әлфиә тәпәй киткәс, йола буйынса, аяғындағы тышауын да ул ҡырҡты. Бер туған һеңлеһе кеүек яратты ул уны, былай ике туған инеләр. Йәш аралары ла әллә ни ҙур түгел – һигеҙ йыл ғына. Өс йәше тулғас, Сынбулат уны эйәргә ултыртты. Хәҙер ул нисек итеп был юғалтыуға яуапһыҙ ҡала алыр? Ҡыҙыу, ене ҡуҙғалһа, тотоп туҡтатырлыҡ түгел. Үлеп тынсығанға тиклем бөрйәндәрҙән үс алыр. Әбделғәниҙең күңелен ауыр уйҙар баҫты. “Эх, бик ҡыйын шул бер ҡарарға килеүе, – Әбделғәни икеләнде. – Бәндәбикәнең тәҡдименә күнеп, бөрйәндәр менән татыулыҡ һаҡлауға ризалашһам, быны ҡыпсаҡтар минең йомшаҡлыҡ, баҙнатһыҙлыҡ, хатта ҡурҡаҡлыҡ тип баһалаясаҡ. Башҡа ҡәбиләләр ҙә шулай тип уйлаясаҡ. Көсһөҙҙө, ҡурҡаҡты эте лә, бете лә баҫырға, таларға, кәмһетергә генә торасаҡ. Эй Хоҙайым, ни эшләргә миңә, аҡыл бир!” – Әбделғәни уйында һуңғы һөйләмде әйткәндә эске тауыш менән ҡысҡырып уҡ ебәрҙе һәм ҡамсыһының һабын йоҙроғона тағы ла нығыраҡ ҡыҫты.
Бәндәбикә уны ашыҡтырманы. Ул абруйлы ил ағаһының ни тиклем көсөргәнешле эске көрәшкә дусар булғанын күреп ултырҙы. Дөрөҫ ҡарарға килеү ауыр буласаҡ, әммә үҙ тәҡдименең ҡабул ителерендә Бәндәбикә тамсы ла шикләнмәне. Әбделғәниҙең яҡшы яҡтары бик күп. Аҡыллы, төптән уйлап эш итә, иң мөһиме – мәкерле, эскерле түгел. Дошманына ҡон ҡайтарғанда ла саманы белә торғайны, ғәйепһеҙ ҡан түккәне булманы. Иҫәпһеҙ күп барымта-ҡарымталарҙа, һуғыштарҙа байтаҡ кешенең башына етһә лә, тирә-яҡ башҡорттарҙың береһе лә уны кеше үлтереүсе тип атай алмаҫ.
Ниһайәт, Бәндәбикә һорауын бирҙе:
– Йә, ниндәй уйға килдең, Әбделғәни ағай?
– Рыҫҡол ғәйебен танымаһа, ни эшләйбеҙ? Төн булған хәл бит. Шаһиттар юҡ, уның баш тартыуы ихтимал. Йәйә менән уҡтан башҡа дәлил юҡ. – Әбделғәни һораулы ҡарашы менән Бәндәбикәгә төбәлде. Ул был һорауҙың ҡалҡып сығырын көткәйне.
– Йолаға ярашлы Алла хөкөмө булыр.
– Миңә беренсе булып атыу хоҡуғын бирәһеңме?
– Юҡ, уныһын булдыра алмайым. Ғәҙәт буйынса уны үҙен нахаҡҡа ғәйепләнгән тип иҫәпләүсе һорай. Тәҡдим генә буласаҡ, ә арғыһын Хоҙай ҡулына тапшырабыҙ. Ул ғәйепһеҙҙе ярлыҡар.
– Ярай! Ризамын, – тип һуңғы һүҙен әйтте аҡһаҡал.
Бәндәбикә еңел һулап ҡуйҙы. Ярты эш эшләнде. Хәҙер айһай ырыуынан Тимербайҙы, түңгәүерҙәрҙән Хәсәнде, үҫәргәндәрҙән Юламан бейҙе генә көтөп алаһы ҡалды. Әлбиттә, тағы Рыҫҡолдо. Әгәр ҡасып китмәһә. Хәйер, ҡасмаҫ. Рыҫҡол бик тәкәббер, үтә ғорур, батыр булыуын да иҫәптән төшөрөп булмай. Ырыу башының – Бәндәбикәнең – бойороғон үтәмәҫкә хаҡы юҡ. Ырыу һәм ҡәбилә ҡанундарына буйһонмаусыға ҡаты яза ҡаралған. Ундай осраҡтың булғаны ла юҡ әле. Әгәр була ҡалһа, ундай кеше ҡәбилә билдәләренең барыһынан да (оран, тамға, изге ырыу ағасы һәм йәнлеге) мәхрүм ителә. Шунан ырыу мөртәткә әйләнә. Уны теләгән берәү кәмһетә ала. Уның мал-мөлкәтен тартып алған, ҡыҙҙарын урлаған, кешеләрен ҡол иткән өсөн берәү ҙә берәүгә лә яза ҡулланмай. Ҡәбилә был ырыуҙы яҡлап ҡыл да ҡыбырҙатмай. Ҡәһәрләнгән ырыу, аҡһаҡалдар ҡороноң ҡарарына ярашлы, бөтөүгә дусар ителә. Ҡот осҡос яза! Рыҫҡол ырыуын бындай хәлгә ҡалдырырға батырсылыҡ итмәҫ. Бәндәбикә, сигеүле ҡулъяулығының сәйләндәрен бөртөкләй-бөртөкләй, уйы менән башҡорт ҡанундарын барланы.
Сабып килгән аттарҙың тояҡ тыпырҙауы ишетелде. Түмәләсте артылған бер төркөм һыбайлы ауылға ҡарай елдерә ине. Бағауылда торған малайҙар икән – улар ҡәҙерле ҡунаҡтар күренеү менән был хаҡта ауылға хәбәр еткерер өсөн ҡуйылғайны.
– Инәй, үҫәргәндәр килә!
– Ә мин йылға бөгөлө артынан айһайҙар килеп сыҡҡанын күрҙем! Тимербай ҡорбашының кәпәсенән таныным.
– Ә мин! – тип ҡысҡырҙы бөтәһенән дә уҙҙырып ебәрергә тырышҡан малай остоғо. – Ә мин т∆ңгәүерҙәрҙе күрҙем! Башлыҡтары Хәсәндең ҡола айғыры әллә ҡайҙан танылып тора.
– Эй шәпһегеҙ ҙә инде, улыҡайҙар, бигерәк үткер күҙлеһегеҙ, – тип Бәндәбикә малайҙарҙы маҡтап ебәрҙе. – Ә Рыҫҡол бейҙе берәйегеҙ шәйләмәнеме?
– Юҡ, инәй! – тине балалар бер тауыштан.
– Айран эсеп алығыҙ ҙа тағы ҡарауылға төшөгөҙ. Ул күренеү менән – минең эргәгә! Уҡ кеүек осорға! Аңлашылдымы?
– Эйе, инәй! – бөтәһенең ауыҙынан бер юлы атылып сыҡҡан яуаптың яңғырауы булды, бала-саға күҙ асып йомғансы тирә-яҡҡа һибелде.
– Әбделғәни ағай, башлыҡтар килеп етте. Хәҙер тирмәгә инерҙәр, – тине Бәндәбикә, әлеге балаларға ҡарап, ейәнсәрен иҫенә төшөрөп ултырған аҡһаҡалға.
– Ә-ә, ярай. Мин ҡайҙа ултырайым?
– Иң түргә, ағай.
– Ниңә улай уҡ, минән өлкәнерәк кешеләр бар ҙабаһа?
– Өлкәнерәктәр бар, тик уларҙың һинекеләй ҡайғы-хәсрәте юҡ, – хужабикә көрһөнөп ҡуйҙы.
Әбделғәни шым ғына күсеп ултырҙы. Ул Бәндәбикәнең, ошондай хөрмәт күрһәтеп, аҡһаҡалдар ҡоронда уға терәк-таяныс булырға, уның айырым иғтибар аҫтында икәнен билдәләргә тырышыуын аңланы.
Тирмә ауыҙында Юламан бейҙең дәү кәүҙәһе күренде. Ул Бәндәбикә менән күреште лә хужабикәнең тәҡдиме буйынса Әбделғәниҙең йәнәшенә үтеп ултырҙы. Ҡул ҡыҫышып, сәләм бирештеләр.
Айһай ырыуынан Тимербай пәйҙә булды. Юламан бейҙе күргәс, ул, дошманынан йөҙөн бороп, тирмәнең арғы яғынараҡ ҡунаҡланы. Тимербайҙың тауыш сығарырға әҙер булыуы уҫал ҡарашынан шәйләнә, тик Бәндәбикәне ихтирам итеүе һәм ҡунаҡ булышыу ҡағиҙәләре генә уны тыйып тора. Ул үҙен зыян күргән яҡ тип һанай, шулай булғас, Юламан ғәфү үтенергә тейеш, ә ул түгел. Үҫәргән иһә тыштан тыныс күренде, Тимербайҙың йыш-йыш тын алыуын, үҙен быраулаған ҡарашын белмәмеш-күрмәмешкә һалышты.
Тирмәгә тағы бер ҡунаҡ инде. Т∆ңгәүер Хәсән ине ул. Хәсән ярайһы уҡ йәш, ихтыярлы йөҙөн тәрбиәләп ҡырҡылған һаҡал уратҡан. Ул бөтәһен дә тыйнаҡ ҡына сәләмләне лә Юламан эргәһенә ултырҙы.
Тирмәлә көсөргәнешле тынлыҡ урынлашты.
Бәндәбикә бөтә башлыҡтарға күҙ йөрөтөп сыҡты. Бына улар, ҡәбиләләрҙең, ырыуҙарҙың көслө, ҡеүәтле юлбашсылары. Ырыуҙаштарының тормошо, Яйыҡ йылғаһына тиклем йәйрәп ятҡан ерҙәрҙең яҙмышы – улар ҡулында. Ошо ерҙәрҙәге тыныслыҡ яҙмышын да бөгөн улар хәл итәсәк. Әлегә тиклем унда-бында ер мәсьәләһенә бәйле бәхәстәр генә сыҡҡылап тора ине. Әлфиәнең һәләкәте әллә ни әһәмиәте булмаған был ығы-зығыны көсәйтеп, урланған мал-тыуар йә тартып алынған көтөүлек арҡаһында сыҡҡан ғауғаны ҡан төҫөнә буяны. Үсләшеү усағын, бар төбәкте баҫып алмаҫ элек, һүндерә һалырға кәрәк. Бәндәбикәнең ҡарашы аҫтында башлыҡтар үҙҙәрен бик уңайһыҙ тойҙо. Тимербай был тынлыҡты өҙөргә йөрьәт итте:
– Йә, һиммәтле үә ғиззәтле Бәндәбикә, беҙҙе ни сәбәптән йыйырға булдың?
– Ашыҡма, Тимербай! Башта “Фатиха” сүрәһен уҡып алайыҡ, – тине Бәндәбикә.
Шунан, устарын бергә ҡуйып, бышылдап, доға уҡырға тотондо. Башлыҡтар ҙа, тәртипле балалар кеүек, устарын йөҙҙәре алдына ҡуйҙы, иң һуңынан бер тауыштан амин тотто.
– Мин һеҙҙе, хөрмәтлеләрем, талаш-тартыштарға, барымта-ҡарымталарға сик ҡуйыу сараһын табайыҡ тип саҡырҙым. Бына күҙгә-күҙ ҡарашып ултырабыҙ, бер-беребеҙгә булған дәғүәләрҙе ошонда әйтешәйек. Халыҡ барымта-ҡарымталарҙан арыны, дөрөҫөн әйткәндә, уларҙың сәбәбе – һеҙҙең тәкәбберлек, мин-минлек. Бына хәҙер килеп, бер ғәйепһеҙ ҡыҙ баланың, Әбделғәни аҡһаҡалдың ейәнсәренең, ғүмере өҙөлдө. Уны минең ырыуҙашым Рыҫҡол бей үлтергән шикелле, уның өсөн миңә әйтеп бөткөһөҙ оят. Бына, әйт әле, Юламан, нимә етмәгәнлектән һин Тимербайҙың йәйләүен туҙҙырҙың?
– Дөрөҫ, Бәндәбикә! Һора әле шунан, ни өсөн ул минең Һүрәм буйындағы йәйләүемде яндырған? Өҫтәүенә, йылҡы өйөрөмдө алып киткән. Ә ниндәй йылҡылар ине бит! Әллә нисә йыл буйы һайлап, иң шәп тайҙарҙан үрсетеп алған бәйге аттары. Бөтә эшем бушҡа китте. Ниңә өндәшмәйһең, яуап бир! – тип өттө яндырай Тимербай.
– Ә һин үҙеңдең егеттәреңдән һора – ниңә минең һарыҡтарҙы сәлдергәндәр? Бер ыңғай көтөүсене туҡмап, ҡыҙын урлап алып киткәндәр. Мин, үҫәргәндәрҙең башлығы, был яуызлыҡты ғәфү итер тип уйланыңмы? – Юламан ҡыҙғандан-ҡыҙҙы.
– Ә һин, Хәсән, ниңә ауыҙ йомоп ултыраһың? – түңгәүергә Тимербай ташланды. – Бер ни ҙә әйтергә теләмәйһеңме? Егеттәреңдең ҡайһыһы Майҡы йылғаһы буйындағы бесәнлектәремдән минекеләрҙе ҡыуған?
– Ул ерҙәр минеке! Минең ҡәбиләнеке! –Хәсән үҙенең хаҡлы булыуында һис бер икеләнмәй ине. – Аталарым, олаталарым мираҫ итеп ҡалдырған. Ҡыуып, дөрөҫ эшләгәндәр. Уның байы һин минең ҡышлауҙағы көтөүлегемде яндырҙың. Хәҙер ҡайҙа тибенгә сығарам инде малды?
Бәхәс ҡыҙҙы. Башлыҡтар бөтөн үпкәләрен иҫкә төшөрҙө, һәр ҡайһыһы, ярһып-ярһып, бер-береһенән күргән ҡазаларын барланы. Ҡулдары ҡамсы һаптарын һындырырҙай булып ҡыҫты. Ана-бына был ҡамсылар эшкә тотонор төҫлө була башланы. Тик Әбделғәни менән Бәндәбикә генә тартҡылашҡа ҡыҫылманы. Хәсрәткә батҡан Әбделғәниҙә ер ҡайғыһы юљ ине. Ғәмәлдә бында ултырғандарҙың һәр береһенә дәғүә белдерергә нигеҙе бар уның. Әле бөрйәндәр һарыҡтарын урлап алып китә, әле үҫәргәндәр йылғаға ебетергә һалған һалабашын һыҙыра, әле т∆ңгәүерҙәр урмандағы солоҡтарына хужа була. Әммә бөгөн ул Рыҫҡолдо көтә.
Бәндәбикә, шым ғына ултырып, һәр кемдең күңелендә булғанды түгеп бөткәнен көттө. Тауыштар яйлап тыма барҙы. Ярһыу тамам хәлдән тайҙырҙы, ахырыһы.
Ошо мәлдә Бәндәбикә телгә килде:
– Һеҙ барығыҙ ҙа төбәктең иң абруйлы кешеләре. Ата-бабаларҙың ҡанундарын, йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе беләһегеҙ, үтәйһегеҙ. Бер-берегеҙгә әйткән дәғүәләрегеҙ, бәлки, дөрөҫтөр ҙә, әммә улар иң ҡурҡынысы түгел. Мин һеҙҙе Рыҫҡолдоң енәйәте айҡанлы йыйып алдым. Бына, Әбделғәни ағай, минең ырыуҙашым Рыҫҡолдо ейәнсәре Әлфиәне үлтереүҙә ғәйепләп, уның халҡына ҡанлы үс иғлан итә. Һеҙ ни әйтерһегеҙ? Әбделғәниҙең Рыҫҡолға үсләшеүе ғәҙелме, хаҡмы? Яуап бирегеҙ.
– Ишетмәгәйнем, ғәфү ит, Әбделғәни, ауыр ҡайғыңды уртаҡлашам. Бик ҙур юғалтыу кисергәнһең икән, – тине аптырап ҡалған Юламан бей.
– Дөрөҫ булһа... Дөрөҫкә сыҡһа, яуап бер: Алла хөкөмөнә тапшырырға. Аллаһы Тәғәлә ихтыярында булһын, – тине түңгәүер Хәсән.
– Дәлилдәр бармы һуң? – Тимербайҙың был һорауына Бәндәбикә башын ҡаҡты.
– Минең яҙмышты хәл итәһегеҙме? – Рыҫҡолдоң гөрһөлдәп сыҡҡан тауыш менән көлөмһөрәп әйткән һорауы тирмәләгеләрҙе тертләтеп ебәрҙе.
Ә. НОСРАТОВА тәржемәһе.
(Дауамы. Башы - ғинуар һанында).

Теги: