Әнисә ТАҺИРОВА: “Шағир тажы – минең башымда”

Әнисә Таһирова... Үҫмер саҡта был исем миңә илаһи шиғриәт ауазылай яңғырай торғайны. Һомғол буйлы, сибәр йөҙлө шағирә бар яҡлап һоҡланғыс ине. Ә шиғырҙары ҡыҙҙарҙың көндәлектәренә генә түгел, егеттәрҙең һалдат кеҫәһендә йөрөткән блокноттарына ла күсте. Улай ғына ла түгел, ҡайһы тиҫтерҙәремдең бер-береһенә изге тойғоларын әҙибәнең хисле юлдары менән аңлатҡанын да беләм. Йөрәк түренән моңдай урғылған ул һүҙҙәр иң талантлы композиторҙарҙы көйҙәр яҙырға дәртләндерҙе. Был йырҙарға ла, Әнисә Таһированың ижадына ла беҙ әле һаман хайранбыҙ.
“Бер кем миңә хаким була алмай,
Баш эйәм тик шиғыр ҡаршында”.
Бары уйындағын ҡағыҙға төшөрөүсе шағирәнең был раҫлауы ысын мәғәнәһендә уның йәшәү рәүешенә тап килә. Уға иң юғары ҡиммәт – йөрәгендә шиғыр яралыуы, тиңһеҙ хазина – бик һирәктәр генә үҙенә рөхсәт иткән оло бүләк: күңел иреклеге. Юғалтыу, тетрәнеүҙәренең сәбәпсеһе лә – шуларҙыр. Ә алмашына – ҡоштар сылбырылай йәнде бейеклеккә әйҙәүсе юлдар, Әнисә Таһирова шиғриәте. Нәҡ үҙе яҙғанса, “шағир тажы – уның башында”. Тәбиғәттең дә, барса йыһандың да әҙәм балаһына насип иткән иң бөйөк ҡөҙрәттәренең береһе ошо бит!
Йомабикә ИЛЬЯСОВА.

Ерем мөхәббәте
Китә беҙҙән тоғролоҡһоҙ йәрҙәр...
Хыянаттың юлы – мең сәбәп.
Тыуған ерем,
Тоғроларҙан-тоғро
Бары һинең өнһөҙ мөхәббәт.

Һин һәр ваҡыт мине яҡын күреп,
Ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алаһың.
Һыйынам мин һомғол ҡайындарға,
Шау-шыуҙарын онотоп ҡаланың.

Тауҙарымдың тыныс күкрәгенән
Аҡ шишмәләр түгел, моң аға.
Тыуған һуҡмаҡтарың булыуҙан да
Оло бәхет бармы донъяла?!

Болот менән томан тоташҡанда,
Бар донъямды солғап ҡаранан,
Тыуған ерем,
Һинең мәрхәмәтең
Йолоп ҡалды алыҫ аранан.

Упҡындарға яҡынайған саҡта
Минең хәлһеҙләнгән ҡанаттар,
Һинең ҡөҙрәт менән еңеләйеп,
Яҙылдылар улар ҡабаттан.

Мин яңынан осоп һиңә ҡайттым,
Ғүмер буйы булғас һинеке.
Шымып торҙом,
Әсә күкрәгенә
Һыйынған бер бала шикелле...

Китә беҙҙән тоғролоҡһоҙ йәрҙәр...
Хыянаттың юлы – мең сәбәп.
Тыуған ерем,
Тоғроларҙан-тоғро
Бары һинең өнһөҙ мөхәббәт.

Икмәк
Ҡулға алһам яңы ғына бешкән,
Күпереп торған ауыл икмәген,
Иҫкә төшөрәм мин бала саҡтың
Мәңге онотолмаҫ бер мәлен.

Ҡышҡы кистә шулай бик йыш ҡына
Мәктәптән һуң өйгә ҡайтҡанда,
Икмәк еҫе килһә,
Тойола ине
Баш осонда ҡояш ҡалҡҡандай.

Ниндәй рәхәт ине
Өйгә ингәс,
Тәмле еҫтән туҡтап ҡалыуы,
Һаҡлыҡ менән әсәй ҡулдарынан
Йылы шул икмәкте алыуы.

Уҙҙы йылдар,
Үттем оҙон юлдар,
Ҡырҙарымда шаулай игендәр,
Тәмле һәр ерҙә лә
Боҫрап торған,
Яңы ғына киҫкән телемдәр.

Йылы икмәк барҙа күңелдәр көр,
Ҡорған табындар ҙа йәмлерәк...
Ә шулай ҙа әсәй ҡулдарынан
Алған икмәк һәр саҡ тәмлерәк.

* * *
Кем һуң тыйыр мине табыныуҙан
Сәскәләргә, ергә, болотҡа?
Йыраҡтарҙа офоҡ ялҡынланһа,
Дөрләп янам алһыу шул утта.

Кем ғәйепләр тулҡындарға баҫып,
Яр буйында торһам бер тикле?
Томбойоҡҡа ҡунған һәр ынйы ысыҡ,
Һәр аҡсарлаҡ бында – минеке.

Ә һин миңә – ҡояш, һыу һәм һауа,
Ғәрәсәт һәм таңдар һулышы.
Гүйә, һиндә үҙ донъяһын тапҡан
Тәбиғәттең барлыҡ булмышы.

Һинең күҙҙә – шул уҡ күк зәңгәре,
Тулҡын наҙы – һинең ҡулдарҙа.
Хистәреңдә таңдар сафлығы бар,
Күңелең бай туған моңдарға.

Һөйәм һине, сөнки минең өсөн
Яратылған кеүек һыу, һауа,
Тормошомдоң күркәм йыры булып
Яратылғанһың һин донъяға.

***
Яндарыңа киләм һуңғы тапҡыр
Һаубуллашыу һүҙен әйтергә,
Айырһа ла тормош юлыбыҙҙы,
Үткәндәрҙе һәр саҡ хәтерлә.

Хәтерлә һин мине, яҙғы ҡайын
Елбер-елбер шәлен ҡаҡҡанда,
Хәтерлә һин мине, ҡыр ҡаҙҙары
Ҡаңғылдашып кире ҡайтҡанда.

Хәтерлә һин, әгәр таң турғайы
Тәҙрәңә ҡаҡһа таңдарҙа,
Аҡлан буйлап өркәк болан сапһа,
Йомшаҡ эҙ ҡалдырып аҡ ҡарҙа.

Күңелең сәхрәһендә эҙ ҡалдырып,
Мин дә болан булып буйланым.
Хистәреңдең яңы ташҡындары
Ул эҙҙәрҙе ҡапыл юймаһын.

Яндарыңа киләм һуңғы тапҡыр
Һаубуллашыу һүҙен әйтергә,
Айырһа ла тормош юлыбыҙҙы,
Үткәндәрҙе һәр саҡ хәтерлә.

* * *
Беҙ, ҡатындар, һөйгән кешебеҙҙең
Күрәбеҙ тик ыңғай яҡтарын.
Алла итеп һәр саҡ табынабыҙ,
Уға арнап йөрәк аһтарын.

Юлыбыҙҙа берҙән-берәү булып
Илтер төҫлө беҙҙе бәхеткә.
Уның менән генә беҙ күктәрҙә,
Ул бар саҡта ғына тәхеттә.

Беҙ нығыраҡ шашып һөйгән һайын,
Ирҙәр һалҡыная баралар.
Беҙ нығыраҡ яҡынайған һайын,
Алыҫая бара аралар.

Сабырлыҡтар ҡалмағастын бер мәл
Һәм ашмағас хыял ғәрешкә,
Беҙ баҫабыҙ ике һын-һүрәттә:
Йәки иблес, йәки фәрештә.

Һинең менән, йәнем, фәрештә лә,
Мин иблес тә булдым бер мәлде...
Инде барыһы ла артта ҡалды,
Инде яралар ҙа төҙәлде.

Юҡ ҡабаттан кәүсәр һыуҙарына
Йәки тамуҡтарға бараһым.
Фани был донъяла килә минең
Бары кеше булып ҡалаһым.

* * *
Һинһеҙ көндәр шундай йәмһеҙ ине,
Шундай оҙон ине сәғәттәр.
Беҙ икебеҙ бөтөн алма инек,
Айырҙы һуң ниндәй сәбәптәр?

Ниңә был алманы ҡап уртаға
Бүлеп ҡуйҙы ҡапыл ут-яҙмыш?
Минме берәй ерҙә яҙа баҫтым,
Әллә һинме булдың аймылыш?

Ни булһа ла беҙ үҙебеҙ яптыҡ
Юлыбыҙға һағыш томанын.
Көтмәнек беҙ ярһыу йөрәгебеҙ
Сабыр аҡыл менән тулғанын.

Дауаларын табыу ҡыйын икән
Ялҡындарҙан йөрәк сатнаһа.
Йылғалар ҙа ҡороп юғала бит,
Әгәр ямғыр оҙаҡ ҡайтмаһа.

Үҙ бәхетен һаҡлай белмәгәнгә,
Яҙмыш, ахыры, шулай уҡ ата.
Икебеҙ ҙә бөгөн – ярты алма,
Икебеҙ ҙә ике һуҡмаҡта.

Йәрһеҙ кеше – ярты кеше
Йәрһеҙ кеше – ярты кеше,
Йәнем һөйгән йәрем бар.
Күңел тулы шатлыҡтарым,
Йәшәү өсөн сәмем бар.

Тормош нурҙан ғына тормай,
Болот та ҡаплап үтә,
Ҡай саҡ ҡойма яуындар ҙа
Йәшенләп ҡойоп китә.

Мөхәббәт донъяһы өсөн
Шифа ул ҡойма яуын.
Унһыҙ балҡырмы һуң йәйғор
Алып күҙҙәрҙең яуын!

Әйҙә әле, шул йәйғорҙо
Икәү барып алайыҡ,
Туй дуғаһы итеп көмөш
Ҡыңғырауҙар тағайыҡ.

Дүрт миҙгелдең толпарына
Был дуға таман булыр.
Ғүмер аҙағында ғына
Был сәфәр тамам булыр.

Уйламайым, үтер юлдар
Булыр тип тигеҙ генә.
Бирешмәбеҙ ел-дауылға,
Беҙ булған саҡта бергә.

Йәрһеҙ кеше – ярты кеше,
Йәнем һөйгән йәрем бар.
Күңел тулы шатлыҡтарым,
Йәшәү өсөн сәмем бар.

Бер моң булып сыңлай көлөүең
Ул кистә һин шундай ихлас инең,
Шундай матур ине көлөүең.
Яҙ тамсыһын тойған гөл шикелле,
Бер талпынып ҡуйҙы күңелем.

Юҡтан ҡыҙыҡ табып мин дә көлдөм,
Һағыштарым китте таралып.
Ошо кистән минең йөрәгемдә
Нескә бер моң ҡалды яралып.

Алып киттем көлөү тауышыңды,
Иркәлеген һинең ҡараштың.
Күңелемдә йөҙгән һағыш боҙо
Күлдәремдән китеп аҙашһын.

Инде көтәм яҡты өмөт менән
Яңы көндәремдең килеүен.
Хыялымда һаман тынмайынса,
Бер моң булып сыңлай көлөүең.

* * *
Яңғыҙ киләм, йөҙҙәремде ҡуйып,
Ойоп ҡына яуған ҡарҙарға.
Шаштырмайым юҡ-бар хыялдарҙы,
Ашҡынмайым әллә ҡайҙарға.

Йәшәмәнем ерҙә байлыҡ йыйып,
Дәрәжәгә, данға атлығып.
Артығыраҡ күрҙем хеҙмәт сәмен,
Яҙ йылыһын, аҡ ҡар сафлығын.

Әле лә бит устарыма минең
Ҡарҙар түгел, моңдар ҡойола.
Был сихри мәл моңһоу күңелемә
Яңы шиғыр булып уйыла.

Моңдар менән моңдар ҡауышһын,
Йылдар аша ҡайтыр тауышым.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook