Фиҙаҡәрлек ине булмышы
“Иген сәскән крәҫтиән дә, йыһан гиҙгән космонавт та берҙәй тиң заман булған. Йөрәк ҡайнарлығын һалып эшләгән һәр кем абруй-маҡтау ҡаҙанған – кешене эшенә ҡарап баһалағандар. Хеҙмәттә – фиҙакәрлек, кешеләр менән мөнәсәбәттә – выжданлылыҡ, мөхәббәттә тоғролоҡ тәбиғи һаналған”. – Ватан тарихының данлы биттәре хаҡында ошолай бәйән итеүҙе, бер көн килеп, йәш быуын әкиәт тип ҡабул итмәһен өсөн, беҙ шул дәүерҙә йәшәгән аҫыл заттарыбыҙ хаҡында күберәк һөйләү кәрәк, тигән уйҙабыҙ.
Выжданлылыҡ, фиҙакәрлек, тоғролоҡ. Ил тотҡаһы булған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың ошо сифаттары тормоштоң һәр өлкәһендә сағылыш тапҡан. Улар илде күтәреү, иртәгәһе көндө матурыраҡ итеү өсөн һаулыҡтарын да, ғүмерҙәрен дә аямай эшләгән. Дөйөм именлек өсөн хеҙмәт йыш ҡына хатта шәхси бәхеттәренән өҫтөнөрәк булған. Сабыйҙарса ихласлыҡ менән ожмах һымаҡ яҡты киләсәк – коммунизм етеренә, тырышлыҡтары менән уны яҡынайтыуҙарына ышанғандар. Уны беҙ күрмәһәк, балалар күрер, тигәндәр.
Социалистик Хеҙмәт Геройы Сафура Суфиянова ла, моғайын, шулай уйлағандыр. Ул хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәткәндә бының өсөн бер ни ҙә көтмәгән – башҡа төрлө эшләй, йәшәй белмәгән. Һәм ил рәхмәтле була белгән – уңған ҡыҙын бар ғәм алдында батыр итеп күтәргән. Быйыл Сафура Рафиҡ ҡыҙына һикһән ике йәш тулған булыр ине. Уның хаҡындағы был яҙма үҙе иҫән сағында, ун ике йыл элек, яҙылғайны.
Тормош ҡанундары аяуһыҙ. Журналыбыҙҙың был һаны әҙерләнгәндә йәнә бер Социалистик Хеҙмәт Геройы – Эльвира Гулинаның арабыҙҙан китеүе хаҡында хәбәр алдыҡ. Замандаштарын үҙҙәре һымаҡ янып йәшәргә һәм эшләргә, илде һөйөргә әйҙәүсе был ҡатындарҙың тормош юлы бөгөнгө быуынға ла өлгө булырлыҡ.
Сафура Суфиянова… Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры, үҙенең хеҙмәт ҡаҙаныштары менән Әлшәй еренең данын алыҫтарға таратҡан был һауынсының исеме заманында гәзиттәрҙең беренсе битенән төшмәгән. Бына ул, ғүмере ауыр хеҙмәттә үтһә лә, төҫ ташламаған, үҙ йәшенән күпкә йәшерәк күренгән ханым ғәжәйеп ихласлыҡ һәм берҙәй тыйнаҡлыҡ менән ғүмер йомғағын һүтә.
… Ирен һуңғы тапҡыр эшкә оҙатыуы бөгөнгөләй хәтерендә Сафура апайҙың. Әмир Суфиянов алдынғы игенсе, Александр Матросов исемендәге колхоздың берҙән-бер комбайнсыһы була. Ауыр йөрәк сире менән яфаланһа ла, бөтә ышаныстың унда ғына икәнен белгәнгә күрә, ураҡтан ситтә ҡала алмай. Берҙән-бер көндө кис, баҫыуҙан ҡағыҙ кеүек ап-аҡ булып ҡайтып инә ул. Керпек тә ҡаҡмайынса, һыҙланыуҙан тамам хәлһеҙләнеп, таң аттыра. Иртәнсәк, артынан колхоз машинаһы килгәс, көс-хәл менән тупһанан төшөп, ҡатыны ярҙамында ҡапҡаға барып етә. Ә иртәгәһен уны Ыҫлаҡ дауаханаһына алып китәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар ярҙам итә алмай.
Сафура, ире менән өс йыл ғына бәхетле ғүмер кисереп, егерме өс йәшендә тол ҡала. Оло улы Әнүәргә ул саҡта бер йәш тә ун ай булһа, кесеһе Ривәл, атаһы үлеп, ике ай үткәс, тыуа.
– Эшемә сыҡмаһам, был тиклем хәсрәтте нисек күтәрер инем. Тик эш менән генә баҫтым ҡайғымды. Ә малсылыҡ миңә бала саҡтан таныш. Атайым менән ағайым фронтҡа киткәс, апайымды ФЗО-ға алғас, әсәйемә терәк булам тип, алтынсы синыфты бөтөр-бөтмәҫ фермаға килгән кеше мин, – тип һөйләй Сафура апай. Ҡыҙ тәүҙә әсәһенә һыйыр һауыша, шунан башмаҡ, һарыҡ ҡарай. Быуын нығыта төшкәс, һауынсы булып күсә.
Ул саҡта һыйырҙарҙы тәүлегенә өс тапҡыр һауғандар. Фермаға иртәнге сәғәт дүрттә, көндөҙгө ун икелә, киске һигеҙҙә барғандар. Һауынсылар һыйырҙарын үҙҙәре таҙартҡан, үҙҙәре аҙыҡ таратҡан, болғау әҙерләп, көйәнтәләрҙә уны үҙҙәре ҡураға ташыған. Хеҙмәт шарттары, бөгөнгө менән сағыштырғанда, ер менән күк араһы кеүек булған. Беләк көсө лә, ифрат ҙур сыҙамлылыҡ та талап ителгән һауынсыларҙан.
– Ләкин эшем миңә һис кенә лә ауыр тойолмай торғайны. Киреһенсә, һыйыр һауырға ултырғас, күбекле һөт еҫенән, уның биҙрә төбөнә ҡаҡлығып, дәртле йыр сығарыуынан кәйефем күтәрелеп, күңелем шатлыҡ менән тула ине, – тип хәтерләй Сафура Рафиҡ ҡыҙы.
Сафура апай ҡоро тырышлыҡ менән генә алдыра алмаҫын тоя, һәм техникумдар, институттар тамамламаһа ла, тәбиғәт биргән зирәклеген, отҡорлоғон егеп, белемен күтәреү өҫтөндә эшләй. “Һыйырҙарыма фән, ҡағиҙә буйынса нәмә тейеш, барыһын да бирергә тырыштым”, – ти ул. Тик эш белем менән уңғанлыҡта ғына түгел, уның малдарҙы, кешеләр кеүек, йылы һүҙгә, яҡшы ҡарашҡа мохтаж тере йән итеп күреүендә лә булғандыр, моғайын.
1962 йылда ул, һәр һыйырҙан 2000 килограмдан ашыу һөт һауып алып, райондың ғына түгел, республиканың иң яҡшы һауынсыһы булып таныла. Тиҙҙән Суфиянова 3000, 3500 үрҙәрен яулай. Уҫал телдәр, Сафура иң яҡшы һыйырҙарҙы һайлап ала, тип һөйләй башлағас, ғәрләнеп, йәрәбә һалырға тәҡдим итә. Һәм ни мөғжизә: уның төркөмөнә эләккән һыйырҙар, гүйә тылсымлы таяҡ ҡағылғанмы ни, йәйге осорҙа 26-28 килограмм һөт биреүсе рекордсыларға әүерелә. 1969 йылда ул, һәр һыйырҙан 4555 килограмм һөт һауып, бығаса булмаған күрһәткескә өлгәшә.
1971 йылда ауыл хужалығын үҫтереүҙәге ҙур уңыштары өсөн Сафура Рафиҡ ҡыҙына СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән исем бирелә. Ләкин ул, ҡалдырып китһәм, һыйырҙарымдың һөтө кәмер, тип, хөкүмәт наградаһын алырға Мәскәүгә барыуҙан ҡырҡа баш тарта. Юғары исем һәм Алтын Йондоҙҙо уға Өфөлә тапшыралар.
Ә Мәскәүгә барыбер барырға тура килә Сафура апайға. 1975 йылда ул, ябай ауыл ҡатыны, ил ағалары Зекериә Аҡназаров, Миҙхәт Шакиров, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һәм башҡа күренекле шәхестәр менән партияның XXV съезы эшендә ҡатнаша.
Ҡайҙа ғына булмаһын – иң яҡшы шифаханаларҙамы, юғары йыйындарҙамы, сит илдәме, – Сафура апай бер ҡасан да туған халҡы, Башҡортостаны вәкиле булыуын онотмай. Республика делегацияһы менән Германияға барғандағы ҡыҙыҡ хәл һаман хәтерендә. Икмәк бешергән бер ергә экскурсия ваҡытында шунда эшләүсе йәш кенә немец ҡатыны әллә шаярып, әллә ысын: “Арағыҙҙа хеҙмәт геройы бар, тиҙәр. Ысын герой икән, беҙҙең менән ярышып ҡараһын!” – ти. Сафура апай, сәмләнеп, еңдәрен һыҙғана ла ғүмерендә тәүге тапҡыр күргән автоматлаштырылған эш урынына баҫа. Ваҡыт үтеп, кемдең күпме күмәс бешергәнен һанап ҡараһалар, иң күбе Сафура апайҙыҡы булып сыға! “Бына шулай, теләһә ниндәй, хатта бөтөнләй таныш булмаған эш тә ырай, бар күңелеңде һалһаң”, – ти ул.
55 йәше тулған 1985 йылда Суфиянова һәр һыйырҙан 5197 килограмм һөт һауып ала. Бындай һауымдар ул ваҡытта күптәрҙең хыялында ғына була. 1988-ҙә төркөмөн йәш һауынсыға тапшыра. Малҡайҙары, уны һағынып, ике аҙна буйы мөңрәй, тиҙҙән уларҙың һөтө ҡырҡа кәмей. Лиза тигән бер һыйыры хатта Сафура апайҙың баҡсаһы артына килергә ғәҙәтләнеп ала һәм уның сығып, башынан һыйпағанын көтөп тора.
Уңғандарҙың-уңғаны тип танылып, ҙур дан-шөһрәт ҡаҙанған Әлшәй ҡыҙы үҙ ғүмерендә күп ҡәҙер-хөрмәт күргән, тик бынан башы әйләнмәгән. Батшалар ейер затлы һый-ниғмәттәрҙән ауыҙ иткән, әммә өҫтәлендәге ҡабарып бешкән икмәге, ҡояш нурын, үләндәр шифаһын йыйған ҡаймағы, ҡуйы һөттән генә эшләнгән алтынһыу эремсеге – уның өсөн донъялағы иң татлы ризыҡтар.
Тормош йәмен хеҙмәттә тапҡан Сафура апай балаларын, үҙе кеүек, бер эштән дә ҡурҡмаҫҡа өйрәтеп үҫтерә, ейәндәренең дә шул уҡ тәрбиәне алыуын теләй. Ирекһеҙҙән хәтеремә әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Мостай Кәримдең бер әңгәмәһендәге һүҙҙәр иҫкә төшә: “ … тик намыҫлы хеҙмәт иткән, һөнәренә тоғро булған кеше тормошта ныҡ баҫып тора, лайыҡлы, ҡурҡмай йәшәп, донъя көтә, һәйбәт балалар тәрбиәләй...” “Эйе, бары тик эше кешене матур итә, шағирҙы ла, һауынсыны ла, ғалимды ла, игенсене лә берҙәй бейеклеккә, бөйөклөккә күтәрә. Бәхетле булыу өсөн бик ябай, әммә мәңгелек ошо хәҡиҡәт шарт”, – тип иҫәпләй Сафура Суфиянова ла...
А. ШӘФИҒУЛЛИНА.
Әлшәй районы.

Теги: