Бала бер урында ултырып түҙмәһә

Бала бер урында ултырып түҙмәһәБалалар, ғәҙәттә, бер урында оҙаҡ ултырып түҙмәй. Был өлкәндәрҙе хафаға һала. “Ултыраҡһыҙ баланы ни­сек түҙемлеккә өйрәтергә?” – тигән һорау борсой ата-әсәне.
Уның сәбәбе бер нисә һәм, шуларҙан сығып, тәрбиә алымдары ҡулланыла.
Ултыраҡһыҙлыҡ сәбәптәре:
1. Иң йыш осрағаны иғтибар туплай алмауға һәм артыҡ әүҙемлеккә бәйле.
Нигеҙҙә нәҫелдән күскән кәмселектәр һәм баш мейеһе эшмәкәрлеге боҙолоуы арҡаһында килеп сыға.
Ҡушылғандың үтәлеүен талап итеү, тәртипкә өйрәтеү, йоғонто яһау сараһы ярҙамында ғына ундай баланы сыҙамлыҡҡа өйрәтеү мөмкин. Ҡатмарлы осраҡта белгескә мөрәжәғәт итеп, уның кәңәшенә ҡолаҡ һалыу кәрәгер. Ниндәйҙер шөғөлгә ылыҡтырыу ҙа ыңғай һөҙөмтә бирә. Бары иғтибарһыҙ, ҡарауһыҙ ҡалдырыу ярамай. Юғиһә, хис-тойғолары менән дөрөҫ идара итә алмаған бала күңелһеҙ ваҡиғаға тарыуы йәки иптәштәрен дә үҙенең алама тәьҫиренә ылыҡтырыуы бар.
Ҡыҙығыҙ йәки улығыҙ йөрөгән ижади түңәрәк аҙнаның бер үк көнөндә, бер үк сәғәтендә үтеүе фарыз. Был бала өсөн ғәҙәти хәлгә әйләнергә тейеш. Сабый нисә минутҡа иғтибар туплай ала, тәүҙә шунса ваҡыт шөғөлләнһен. Һуңынан, ҡыҙыҡһыныуына ҡарап, яйлап ваҡытты арттыра барығыҙ. Яратҡан шөғөлө өсөн бөтә шарттар тыуҙырырға тырышығыҙ.
Ваҡ-төйәк уңышһыҙлыҡтарына иғтибар итмәгеҙ. Ярҙамығыҙ һүҙҙә генә түгел, эштә лә сағылһын.
Балала бәләкәстән яуаплылыҡ, үҙаллылыҡ, йыйнаҡлыҡ, уйынсыҡтарына ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү мөһим. Тик аралашҡанда кире хис-тойғо уятҡан ҡылыҡ­тар, һүҙҙәр менән йоғонто яһауҙан тыйылығыҙ.
2. Балала ҡурҡыу, хәүеф тойғоһо көслө булғанда.
Ғәҙәттә, сабый өйҙә кәмһетелеүгә, баҫырылыуға, ниндәйҙер ҡылығы өсөн яза алыуға дусар булған хәлдә барлыҡҡа килә.
Әгәр ҙә әсәй баланан нимәлер талап итһә йәки уға ҡарата туҡтауһыҙ ҡәнәғәтһеҙлек белдерһә, был “кө­сөргәнешле мөнәсәбәт”те тойған сабый әйткәнде тиҙ онота. Бер үк теләкте баланы түбәнһетеп тә, ыңғай яҡтарын маҡтап, күңелен үҫтереп тә еткерергә мөмкин. Ихлас, ысын күңелдән әйтелгән һүҙ генә сабый йөрәгенә үтеп инә ала. Әлеге осраҡта баланы күп төрлө эшмә­кәрлеккә йәлеп итеү мөһим түгел, бары көн тәртибен булдырыу ғына талап ителә. Уның теге йәки был хәлдән нимә көтөргә, артабан үҙен нисек тоторға икәнен аңлап етмәүе бар, шуға әҙерлек өсөн уға күпмелер ваҡыт бүлеү мотлаҡ. Дуҫтарса кәңәшкә, ярҙамға, таянысҡа мохтаж ундай бала.
3. Үҙе тормошҡа еңел ҡараған, эҙмә-эҙлекле булмаған атай-әсәй балаһында ихтыяр көсө, түҙемлек тәрбиәләүҙе кәрәк тапмаған осраҡта.
Үҙ ихтыярына ҡуйылған ҡыҙ йәки малай тәртип ҡанундарын белмәй үҫә. Өлкәндәрҙең йомшаҡлығы баланың мыжыҡ, илаҡ, сабырһыҙ булыуына килтерә. Ә ултыраҡ­һыҙлыҡ мыжыу, илау, дөйөм тән хәлһеҙлеге һөҙөмтәһендә үҫеш ала. Был, баланың ҡылыҡтарында, холҡонда, тормошонда сағылыш табып, артабан йоҡоһоҙлоҡҡа, тиҙ ҡыҙыусанлыҡҡа, хәтерҙең насарайыуына булышлыҡ итеүе ихтимал.
Атай-әсәй баланың күңел торошо менән ҡыҙыҡһы­нырға, тормошҡа үҙ ҡарашы, мөнәсәбәте аша мөһим кешелек сифаттары тәрбиәләргә бурыслы.
4. Йоҡоһо туймағанда.
Баланы бәләкәстән бер үк ваҡытта йоҡлатып өйрәтегеҙ. Йоҡлар алдынан бергә саф һауала йөрөп килеү, йәйен баҡсала эшләп алыу, әкиәт һөйләү кеүек күңелде тынысландырған күнекмәләр ярҙам итә.
Сабыйҙы бер үк ваҡытта ашатып өйрәтеү ҙә унда билдәле бер тәртип булдыра. Өҫтәл артында ҡабаланмай, иғтибарын тарҡатмай, аҙыҡты сәйнәп, тыныс ҡына аша-һын. Арыһа, шунда уҡ серем иттереп алырға тырышығыҙ.
Ғөмүмән, һәр осраҡта балаға йылы мөғәмәлә ярҙамында йүнәлеш биреү мотлаҡ. Ниндәйҙер кәңәш бирер алды­нан тәүҙә яҡшы яҡтарын билдәләп үтеү, маҡтау кәрәк. Бала менән тигеҙ, сәләмәт, дуҫтарса ышаныслы мөнәсәбәт булдырып, яҡшы сифаттарын үҫтереп кенә уның холоҡ тотороҡлоғона өмөт итә алаһығыҙ.

Гүзәл ӘЛМӨХӘМӘТОВА,
балалар неврологы,
психотерапевт.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook