Ҡаты бәғерле, тип ғәйепләмәгеҙ

Ҡаты бәғерле, тип ғәйепләмәгеҙ Журналыбыҙҙың былтырғы ноябрь һанында “Һеҙ һорағайнығыҙ” тигән рубрикала “Балам тыумыштан ғә­рип…” тигән хат донъя күргәйне. Авторы исемен күрһәтмәүҙе үтенгәс, уны шартлы рәүештә С. тип атағайныҡ. Ҡатын, ғәрип балаһына бәйле күңел ғазаптары менән уртаҡлашып, кәңәш һорағайны. Беҙгә Хәйбулла районынан, ауырыу бала үҫтергән бер ханымдан, яуап хаты килде. Унда былай тиелгән:

“Журналда сыҡҡан хатты уҡығас, шунда уҡ С. ханыма яуап яҙғым килде. Минең дә өсөнсө балам тыумыштан ғәрип, уға ДЦП диагнозы ҡуйылды. Хәҙер уға ун ете йәш. Балам ултыра ла алмай, түшәктә генә ята. Бына шулай ун ете йыл интегәбеҙ. Ашты ҡалаҡлап ашатам, ярауы ла аҫтында. Ҡарауы бик ауыр, хәҙер инде буйы ла бар, ауырлығы ла көс еткеһеҙ. Дүрт йәшендә сағында приютҡа тапшырырға тип документтар юллап бөттөм дә, иртәгә юлға сығабыҙ тигән көндө йәлләп, кире уйлағайным. Табиптар ҙа, мине йыуатыпмылыр, ғә­рип баланы һигеҙ йәшенә тиклем ҡараһаң, илле йәштән пенсияға сыға­һың, тигән булғайны. Пенсияға ла етерһең, тик бала ла бер көйө тормай, үҫә, ауырая бит. Көс етмәҫ, ҡыйын булыр, тип уйлап та бирмәгәнмен.
Шунан алып һигеҙ йәше лә тулып үтте, приют та онотолдо. Ғәрип бала­ны ҡарай-ҡарай нервыларым да, һау­лығым да бөттө. Хәҙер приютҡа тапшырыуҙы юлларға уйлағайным да, түшәктә ятҡандар ҡабул ителмәй, тип кенә ҡуйҙылар. Әлеге мәлдә һигеҙ айлыҡ ҡыҙым үҫә. Йәш бала менән документтар юллап йөрөү ҙә анһат түгел.­­­­
Мин С. ханыма шундай кәңәш бирер инем. Әле балаһы бәләкәй, һуңы­нан минең кеүек үкенергә тура килмә­һен өсөн, ҡулайлыраҡ яҡты уйлап эш итһә, яҡшыраҡ булмаҫ инеме икән?
Мине ҡаты бәғерле әсә тип ғәйеп­ләмәгеҙ. Ғәрип бала тәрбиәләү бик-бик ауыр. Күтәрергә көс етмәүе айырыуса ҡыйын. Баламды дүрт йәшендә приютҡа бирмәгәнемә һаман үкенәм. Быға тиклем онотоп бөткән булыр инем.
Журнал уҡыусылар араһында, бәлки, миңә лә ниндәйҙер кәңәш биреүсе табылыр.
В., дүрт бала әсәһе (тулы исемемде күрһәтмәүегеҙҙе үтенәм).



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook