Бутан донъяға үрнәк күрһәтә
Донъяла үҫеш көндән-көн йылдамлана, бөтә илдәр, әйтерһең, тормошто еңеләйтеүсе яңылыҡтар эҙләү буйынса ярышҡа сыҡҡан. Әммә асыштарҙан торған был ығы-зығыла кеше үҙен бәхетһеҙерәк кенә тоя. Беҙ бәхетте кешенең шәхси тормошоноң бер өлөшө, тип иҫәпләргә күнеккәнбеҙ. Донъяла уны дәүләт хәстәрлеге кимәленә күтәргән илдәрҙең береһе – Бутан. Унда Тулайым милли табыш урынына Тулайым милли бәхет тигән күрһәткес ҡулланыла. Һиндостан менән Ҡытай кеүек ике бәһлеүән уртаһында, Ҙур Гималай тауҙары араһында, ятҡан бәләкәс кенә Бутан (уның халҡы – 700 мең самаһы, бәлки, күберәктер ҙә – тау итәктәрендәге бәләкәй-бәләкәй үҙәндәрҙә урынлашҡан ваҡ ҡына ауылдарҙа йәшәүселәрҙең аныҡ иҫәбен алыу ҡатмарлы) бөтә донъяға өлгө күрһәтә.
Оҙаҡ ваҡыттар Британия колонияһы булып торған Бутан короллегенә бер быуаттан ашыу Вангчуктар нәҫеле идара итә. Әле уларҙың бишенсеһе тәхеттә. Беренсеһе – Угьен Вангчук – ватанын инглиздәрҙең эске эштәргә ҡыҫылыуынан ҡотҡара һәм үҙаллылыҡ биреүсе хоҡуҡтарҙың танылыуына өлгәшә. Өсөнсө король – Джигме Дорджи Вангчук – иле өсөн бойондороҡһоҙлоҡ яулай. Дүртенсеһе – 1972 йылда тәхеткә ултырған Джигме Сингье Вангчук – дәүләттең, Ҡытай йоғонтоһонан алыҫлаша төшөп, Һиндостанға яҡынайыуына, шул уҡ ваҡытта Бутандың һәр яҡлап ҡабатланмаҫлығын һаҡлап ҡалыуға бөтә көсөн һала. Нәҡ ул Тулайым милли табыш тигән күрһәткестең камил түгеллеген таный һәм Тулайым милли бәхет тигән һүҙбәйләнеште ҡулланыуға индерә. Яңы тәғлимәт 1998 йылда рәсмиләштерелә һәм хөкүмәттең яңы генераль маҡсаты төҙөлә. Уға “Бәхеттең дүрт бағанаһы” тигән исем бирелә. Был дүрт бағана – иҡтисад, мәҙәниәт, тәбиғәт һәм һөҙөмтәле идара итеү. Дүрт бағана туғыҙ өлкәне солғай: күңел бөтөнлөгө, тәбиғәтте һаҡлау, һаулыҡ өлкәһе, мәғариф, мәҙәниәт, йәшәү кимәле, ваҡытты дөрөҫ файҙаланыу, ижтимағи тормош күрһәткесе, һәйбәт идара итеү. Был тармаҡтарҙың һәр береһен баһалау үлсәме бар. Дүрт бағана менән туғыҙ өлкәгә 72 билдә буйынса баһа бирелә. Мәҫәлән, күңел бөтөнлөгө доға ҡылыуҙар һәм медитациялау йышлығы, үҙ мәнфәғәтеңде генә уйлау, көнсөллөк, һалҡын ҡанлылыҡ, башҡаларҙың хәленә инә белеү, йомартлыҡ, өмөтһөҙлөккә бирелеү, үҙ-үҙеңә ҡул һалыу тураһында уйлау кеүек билдәләр буйынса баһалана. Был 72 билдә ике йыл һайын халыҡтан һорау алыу юлы менән камиллаштырыла бара.
Илдә ауыл хужалығы алға киткән. Сәнәғәт юҡ тиерлек, тик ағас эшкәртеү һәм аҙыҡ-түлек тармағы ғына үҫешкән. Бутандың 2008 йылда ҡабул ителгән яңы конституцияһына ярашлы, иҡтисад тармаҡтарының һөҙөмтәлелеге лә донъяла ҡабул ителгән күрһәткестәр буйынса түгел, ә уларҙың халыҡты ни тиклем бәхетле итә алыуына ҡарап баһалана. Тәбиғәтте һаҡлау маҡсатында Бутанда сит ил инвесторҙарын илгә индермәйҙәр, үҙҙәрендәге ағасты эшкәртмәйенсә һатмайҙар, сит ил туристары һанын йылына 6 мең менән сикләйҙәр. Мәҙәниәт иһә рухи тигеҙлекте һаҡлау өсөн мөһим бағана тип һанала. Бутандар милли кейем кейеп йөрөй, милли архитектура ҡанундарына ярашлы төҙөлгән йорттарҙа йәшәй, үҙҙәренең дзонг-ка телендә һөйләшә. Был талаптар Ҡытай менән Һиндостан ҡыҫымына, шулай уҡ донъяны баҫып алған Көнбайыш мәҙәниәтенең баҫымына бирешмәүгә хеҙмәт итә.
Әле Бутанда бер туған дүрт ҡыҙға өйләнгән дүртенсе королдең улы Джигме Нямгал Вангчук идара итә. Ул – ун баланың иң өлкәне. Йәш король Массачусетста, артабан Оксфордта колледж тамамлаған. Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм философия буйынса алған белеме уға короллекте сит илдәрҙә лә танытырға мөмкинлек бирә. 2007 йылда Һиндостан менән төҙөлгән әһәмиәтле килешеүгә ҡул ҡуйыуҙы ла уға ышанып тапшырғандар.
2004 йылдан Бутанда тәмәке тартыу тыйылған. Тәмәке магазиндарҙа бөтөнләй һатылмай. 2002 йылда илгә телевидение индерелә, тапшырыуҙар, әлбиттә, иләктән үткәрелеп кенә күрһәтелә. Инглиз телен белеү мотлаҡ һанала. Сит илдә уҡырға теләүселәр тендер буйынса һайлап алына. Илдә коррупцияның эҙе лә юҡ. Аҙыҡ-түлек муллығы хөкөм һөрә, дауалау һәм уҡытыу бушлай. Химик ашламалар ҡулланыу тыйылған: Бутанда донъялағы иң таҙа аҙыҡтар етештерелә. Бөтә ерҙә – таҙалыҡ һәм бөхтәлек. Илдә фәҡирлек тә, эшһеҙлек тә юҡ. Бутан донъяның ярлы илдәре иҫәбенә инһә лә, сит илдәрҙә белем алған йәштәр иленә ҡайтырға атлығып тора. Уларҙы ил етәкселегенең һаулыҡ һаҡлауҙы, мәғарифты, тирә-яҡ мөхитте яҡшырта барыуы менән бергә милләт бәхете тигән маҡсат өсөн көрәшеүе лә ылыҡтыра.
Бутандар ҡунаҡсыл, тыйнаҡ халыҡ. Уларға диндарлыҡ (буддизм), үҙеңә һәм башҡаларға ҡарата хөрмәт, эшһөйәрлек, итәғәтлелек хас.
Бутандың хәл итеүҙе көткән проблемаһы ла бар: Халыҡ-ара амнистия тигән халыҡ-ара ойошманың йыллыҡ докладтарында был дәүләтте кире яҡтан телгә алған яҙма була. 1991 йылда, бутан кейемен кейеүҙән һәм дзонг-ка телендә һөйләшеүҙән баш тартҡан өсөн, 130 меңләп непалды илдән ҡыуғандар. Хәҙер улар лагерҙарҙа БМО-ның тулы тәьминәтендә көн итә. Был халыҡтың йәшәр урыны менән бәйле мәсьәлә хәл ителмәгән.
Донъяла халыҡтың үҙен бәхетле тойоуы шарттары, быға нимәләр йоғонто яһауы тикшерелә. Матди именлек йәшәү кимәлен билдәләй торған берҙән-бер күрһәткес түгел, тип раҫлай ғалимдар. 1974 йылда АҠШ-тың Көньяҡ Каролина штаты университетының иҡтисад профессоры Ричард Истерлин Япония миҫалында тәүләп шуны иҫбатлай: эске тулайым продукттың үҫеше граждандарҙың үҙен бәхетле итеп тойоуына йоғонто яһаһа ла, уның был көсө сикләнгән. Икенсе донъя һуғышынан һуң Японияла “иҡтисади мөғжизә” осоро башлана, һәм япондар үҙҙәрен йылдан-йыл бәхетлерәк итеп тоя. Ләкин йән башына килем дәүмәле ярайһы уҡ юғары нөктәгә еткәс, ҡыуаныс-бәхет хистәре һүрелә. Башҡа 19 ил миҫалында ла ошондай уҡ һөҙөмтә ала ғалим. Бәхеттең иҡтисади нигеҙен тикшергәндә, “Истерлин парадоксы” тигән атама алған был күренеш таяныс нөктәһенә әйләнә. Ҡайһы бер эксперттар иҫәпләп сығарыуынса, XXI быуат башына 15 мең доллар йыллыҡ килем матди һәм рухи бәхетте бер бөтөн итеп торған кимәлде тәшкил итә. Матди байлыҡ артҡан һайын, нәфсе үҫә, кеше нимә һатып алһа ла, ҡыуанысы оҙаҡҡа бармай. Ҡыҫҡаһы, кеше матди именлеккә тиҙ өйрәнә.
Ләкин һуңғы йылдарҙа Истерлин парадоксын инҡар итеүсе һөҙөмтәләр ҙә алына. Мәҫәлән, Истерлин социологик һорау алыуҙар үткәргәндә кешенең йәше, ғаилә хәле, белем кимәле, мәшғүллеге кеүек “ваҡ-төйәкте” иҫәпкә алмаған, тиҙәр. Ғалимдар иҫбатлауына ҡарағанда, кешелә ҡырҡ йәшкә тиклем бәхет хисе кәмей, артабан тағы үҫә башлай. Ғаиләлеләр яңғыҙаҡтарға ҡарағанда үҙен бәхетлерәк тоя һәм башҡалар. Ә Истерлин был шарттарҙы күҙ уңынан төшөрөп ҡалдырған.
Нисек кенә булмаһын, нәҡ бутандар алтын урталыҡты тапҡан. Теләктәреңде, нәфселәреңде йүгәнләп, ҡәнәғәтләнә белмәһәң, тау-тау байлыҡтар ҙа тик ҡайғы-хәсрәт кенә килтерә, тиҙәр бында. Шул уҡ ваҡытта матди фәҡирлектә йәшәп, тән һәм күңел үҫеше менән генә лә бәхетле булып булмай. Ҡош ике ҡанаты ярҙамында ғына оса ала. Бәхетле булыу өсөн матди шарт та, рухи яҡ та кәрәк.
Әйткәндәй, Бөйөк Британия етәкселеге лә халҡының бәхете тураһында уйлана башлаған. Былтыр Милли Статистика идаралығы граждандарҙан тормоштан ҡәнәғәтлектәрен билдәләү өсөн һорау алыуҙар үткәргән. Һөҙөмтәләр быйыл йыл уртаһына билдәле булыр тип көтөлә.
Әлфиә АҠБУТИНА әҙерләне.

Теги: