Йәнде йылытҡан сағыулыҡ
[/b]Сабыйыңа, үҙеңә йәки тормош иптәшеңә яңы әйбер бәйләп, ҡараңғы, һалҡын көндәрҙе лә йылытып, яҡтыртып ебәрергә мөмкин.
Ҡыш аҙағында, март айында ла әле аҡман-тоҡман бураны ҡоторған саҡта, уңайлы күкрәксә, ҡолаҡсалы башлыҡ, килешле берет әсе елдән, һыуыҡтан һаҡлап ҡына ҡалмаҫ, үҙенсәлеге, сағыулығы менән күңелде иркәләр.
[b]Ҡыҙ бала өсөн күкрәксә[/b]
Түңәрәк энәләр менән бәйләнә.
Муйын үлсәменә тап килтереп, күҙҙәр йыябыҙ.
Кәрәкле бейеклеккә тиклем резинка рәүешендә (1х1) бәйләйбеҙ. Әгәр муйынын оҙонораҡ итергә теләгәндә, бәйләм бейеклеген ике тапҡырға арттырабыҙ.
Ян-яҡтан күҙ өҫтәй алырлыҡ итеп, энәләге күҙҙәрҙе дүрт өлөшкә бүләбеҙ. Һәр ике сантиметр һайын күҙҙәр өҫтәй барабыҙ – 1 салынған күҙ, 1 уң күҙ, 1 салынған күҙ.
Күкрәксәнең алғы яғына “үрелгән толом” биҙәген бәйләйбеҙ. Биҙәк һыҙма буйынса башҡарыла. Тейешле бейеклеккә еткәс, күҙҙәрҙе ябабыҙ.
[b]Балалар өсөн ҡолаҡлы башлыҡ[/b]
Түңәрәк энәләргә, баштың үлсәменә тап килтереп, күҙҙәр йыйырға һәм резинка рәүешендә (1х1) 6 сантиметр бәйләргә. Артабан 8 күҙҙән “үрелгән толом” биҙәген башҡарабыҙ. 4 күҙҙән биҙәкте ҡабатлайбыҙ. Бәйләмдең дөйөм бейеклеге 15 сантиметрға еткәс, күҙҙәрҙе 6 өлөшкә бүлеп, тиҫкәре яғынан кәметә башлайбыҙ. Биҙәкте дауам итәбеҙ. Ҡалған 20 күҙгә еп үткәрәбеҙ һәм тарттырабыҙ. Ҡолаҡтар өсөн резинка ситенән 15-әр күҙ йыйып, уң бәйләм менән 5 сантиметр бәйләргә. Һуңынан рәт аша берәр күҙ кәметә барабыҙ. Ике яҡлап ҡалған 4 күҙ бау бәйләү өсөн ҡулланыла. Бауҙарҙың осона беркетеп ҡуйыр өсөн йөн ептән йомарламдар яһайбыҙ.
[b]Башлыҡ менән шарф[/b]
3 йомғаҡ зәңгәр, 3 йомғаҡ аҡ еп, 2,5 һанлы ырғаҡлы энә алына.
Башлыҡты бәйләү: түбәһенән башлап ишелмә (спираль) буйынса бәйләнә.
5 буш күҙҙән сылбыр йыябыҙ, тоташтырабыҙ. Сылбырға 12 бер салыулы бағана өҫтәп бәйләйбеҙ. Артабан һыҙма буйынса дауам ителә. Билдәләнгән үлсәмгә тап килерлек түңәрәк бәйләгәс, салыулы бағаналар менән (төҫтәрҙе алмаштырып) 5-6 рәт сығабыҙ.
Артабан “үрмәксе аяҡтары” биҙәге менән бәйләйбеҙ. Бәйләм тамамланғансы ошо рәүешле дауам ителә.
Башлыҡтың ҡолағын бәйләү:
бының өсөн билдәләнгән урында епте тоташтырабыҙ һәм 17 салыуһыҙ бағана өҫтәйбеҙ. Бәйләмде тиҫкәре яғына әйләндереп, 15 салыуһыҙ бағана бәйләйбеҙ.
3-сө рәт – 13 салыуһыҙ бағана,
4-се рәт – 11 салыуһыҙ бағана,
5-се рәт – 9 салыуһыҙ бағана,
6-сы рәт – 7 салыуһыҙ бағана,
7-се рәт – 5 салыуһыҙ бағана.
Епте өҙәбеҙ. Икенсе ҡолаҡ тәүгеһенә оҡшатып бәйләнә.
Башлыҡ тирәһен “ҡыҫала аҙымы” биҙәге менән уратып сығабыҙ.
Бау өсөн 3 ептән толом үрәбеҙ һәм ҡолаҡтарға беркетеп ҡуябыҙ. Башлыҡты үҙебеҙ яһаған ике йөн йомарлам менән биҙәйбеҙ.
Шарф
30-35 күҙ йыябыҙ һәм башлыҡҡа оҡшатып бәйләйбеҙ.
[b]Өлкәндәр өсөн күкрәксә[/b]
Күҙҙәрҙең һаны муйын үлсәменә һәм бәйләм тығыҙлығына ҡарап билдәләнә.
Төп бәйләм – резинка (1х1).
Муйын тирәһен уңайлы булырлыҡ оҙонлоҡта бәйләгәс, бәйләмде 3 тигеҙ өлөшкә бүлеп, юл һайын күҙ өҫтәй барабыҙ. Артабан “3-тән 3” биҙәге һыҙма буйынса башҡарыла. Күҙҙәр һәр икенсе рәт һайын өҫтәлә – 1 салынған күҙ, 1 уң күҙ, 1 салынған күҙ. Ошо рәүешле 15 сантиметр бәйләгәс, һәр рәт ситенән 1-әр күҙ кәметеп, бәйләмде тамамлайбыҙ.
[b]Әсәй өсөн зауыҡлы берет[/b]
Түңәрәк энәләр менән бәйләнә. Баштың үлсәменә тап килтереп, күҙҙәр йыябыҙ. Резинка рәүешендә (1х1) 3 сантиметр бәйләгәс, күҙҙәрҙе 6 тигеҙ өлөшкә бүлеп, һәр икенсе рәт һайын берәр күҙ салып алабыҙ. Ғөмүмән, һәр 2-се рәттә 6 тапҡыр 6-шар күҙ өҫтәлергә тейеш.
Артабан “3-тән 3” биҙәге менән 6 сантиметр тирәһе бәйләйбеҙ. Дөйөм бейеклеге 12 сантиметрға еткәс, тағы 6 тигеҙ өлөшкә бүлеп, кәметә башлайбыҙ. Ҡалған 20 күҙҙе епкә йыябыҙ һәм тарттырабыҙ. Йылы ла, килешле лә берет әҙер. Ҡыуанып кейегеҙ!

[b]Йондоҙ СУЛПАНОВА, Ғәлиә ИСЛАМОВА.[/b]
Теги: