Остеохондроздан үлән төнәтмәләре

Остеохондроздан үлән төнәтмәләреБил ауыртҡанда, ревматизм, невралгия менән яфаланғанда меңъяп­раҡ үләненән әҙерләнгән төнәтмә ярҙам итә. Бер ҡалаҡ киптерелгән меңъяпраҡ үләненә бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға. Өҫтөн љаплап, бер сәғәт төнәтергә, һөҙөргә. Дауаны көнөнә 3-4 тапҡыр аш алдынан берәр ҡалаҡ эсергә.

10 грамм ҡыҙыл көртмәле япрағын бер стакан ҡайнар һыуҙа ике сәғәт төнәтергә, һөҙөргә. Шифаны көнөнә 3-4 тапҡыр аш алдынан 1-2 ҡалаҡ эсәләр.

Ҡыҙыл көртмәле елєгенән дауалы эсемлек. 50 грамм ҡыҙыл көртмәле елєгенә 150 грамм ҡайнатып һыуытылған һыу ҡойоп, тәм буйынса бал ҡушып болғатырға. Көнөнә 3-4 тапҡыр, ашағандан һуң, ярты стакан эсергә.

60 грамм дегәнәк япрағына 600 грамм ҡайнар һыу ҡойоп, 4 сәғәт төнәтергә. Берәр стаканлап көнөнә 3 тапҡыр эсергә.

Радикулит, ревматизм осрағында артыш (можжевельник) емешен ашау ҙа ярҙам итә. Уны, ҡайнар һыуҙа төнәтеп, сәй урынына ла эсергә мөмкин. Төнәтмәне ваҡланған емешенән әҙерләйҙәр: 1 ҡалаҡ емешкә 1 стакан ҡайнар һыу алына. Дауаны көнөнә 3-4 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсәләр.

50–100 грамм киптерелгән йылан тамыры (шалфей) үләнен 3 литр эҫе һыуҙа ярты сәғәт төнәтергә. Остеохондроз, артрит менән яфаланғанда, уның төнәтмәһен ваннаға өҫтәйҙәр.
Остеохондроздан үлән төнәтмәләре
Был үләндең тағы бер файҙалы сифаты – ул хәтерҙе яҡшыртыу көсөнә эйә. Йылан тамырын боронғо грек табиптары ошо маҡсатта уңышлы ҡулланған. 10 грамм кипкән, ваҡ­ланѓан япраҡҡа 1 стакан ҡайнар һыу ағыҙып, ярты сәғәт төнәткәс, марля аша һөҙөргә. Һуңынан, 200 миллиграмға еткергәнсе, ҡайнар һыу ҡушып болғаталар. Төнәтмәне 2-3 көн һалҡын урында һаҡларға. Шифа­ны көнөнә 3 тапҡыр, ашарға ярты сәғәт ҡалғас, эсәләр.
А. ШӘҺИТОВА әҙерләне.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Официальный сайт женского журнала "Башкортостан кызы" на башкирском языке
Copyright © БАШКОРТОСТАН КЫЗЫ 2012-2024