Тәмле аш – татыулыҡ та ул

Тәмле аш – татыулыҡ та улАуырғазы районы Талбазы ауылында йәшәүсе Рәйфә менән Салауат Исламғоловтарҙың ғаиләһе хаҡында һүҙҙе дауам итеп, уларҙың татыу тормошона тағы ла йәм, йылылыҡ өҫтәгән оҫта хужабикәнең татлы аштары тураһында һөйләп үтмәк­себеҙ.
“Кәйефең ниндәй булған хәлдә лә, тормош иптәшеңде тәмле аш, йылы һүҙ менән ҡаршы ал”, – тип өйрәтте беҙҙе әсәйем. Мин ғаиләлә өлкән ҡыҙ булараҡ, кескәй туғандарымды хәстәрләп үҫкәнгәме, һәр эшкә яуаплы ҡарап өйрәнгәнмен. Тормош юлдашым, балаларым ҡайтҡанда, өй бөхтәлек, таҙа­лыҡ, яҡтылыҡ менән балҡып торһон, өҫтәлдә йылы ризыҡ булһын, тип тырышам. Тирә-яҡтағы бөхтәлектән, яңы бешеп сыҡҡан аш еҫенән үҙемдең дә кәйефем күтәрелә.
Ашарға бешереүҙән нин­дәйҙер ләззәт табам. Китап-журналдан яңы аш-һыу төр­ҙәрен өйрәнәм. Туғандар, таныштар беҙгә ҡунаҡҡа килер­гә ярата – уларҙы яңы ризыҡ менән ҡыуандырмаһам, кү­ңелем булмай”, – ти Рәйфә Хәжиәхмәт ҡыҙы.
Ул Талбазыла “Башҡорт кухняһы”нда ашнаҡсы булып эшләй. Егәрле хужабикәнең үҙенсәлекле аштарын беҙ ҙә тәмләп ҡараныҡ.

Тәмле азу
Тәмле аш – татыулыҡ та ул
Талап ителә: 800 грамм ит, 2-3 баш һуған, 500 грамм тоҙло ҡыяр, 200 грамм көнбағыш майы, 2 килограмм картуф.
Нәҙек ярымтүңәрәктәр рәүешен­дә туралған һуғанды, туҡмаслап ҡыр­ҡылған итте майлы табала ҡурабыҙ. Артабан туҡмаслап ҡырҡылған тоҙло ҡыяр өҫтәйбеҙ. Туҡмаслап туралған картуфты тоҙ, онталған ҡыҙыл борос һалып бутайбыҙ ҙа табаға бушатабыҙ. Ҡапҡасы ябыҡ килеш 30-40 минут бешерәбеҙ.

Талбазы кәтлите
Тәмле аш – татыулыҡ та ул
Кәтлит өсөн турағыстан үткә­релгән 800 грамм ит, 2-3 баш һу­ған, 2 сей йомортҡа, тәм буйынса тәмләткестәр ҡулланыла.
Барыһын да бергә ҡушып иҙәбеҙ һәм түңәрәктәр әүәләйбеҙ.

Ҡатлам өсөн 500 грамм картуф, 200 грамм сыр, 1 йоморт­ҡа, 2 ҡалаҡ майонез, 1 помидор алына.
Ҡырғыс аша үткәрелгән картуфты майлы табала ҡурғас, тоҙ һибеп, әҙер кәтлит өҫтөнә һалабыҙ. Артабанғы ҡатламға ҡырғыс аша үткә­релгән сыр (сырға майонез һәм йомортҡа һытып ҡушабыҙ), иң һуңынан нәҙек түңәрәк­тәргә ҡырҡылған помидор киҫәктәре һалына. 150 градусҡа тиклем эҫетел­гән мейестә ярты сәғәт тирәһе бешә.

Француз ләүеше
Тәмле аш – татыулыҡ та ул
Ҡамыр өсөн 4 стакан он, 1 стакан самаһы шәкәр, 1 йомортҡа, 200 грамм маргарин, балғалаҡ осонда ғына сода алына.
Эслек өсөн 300 грамм эремсек, 200 грамм шәкәр, 1 йомортҡа талап ителә.
Онға шәкәр, маргарин, йомортҡа, сода ҡушып ыуалайбыҙ. Ике өлөшкә бүләбеҙ. Бер өлөшөн табаға тигеҙләп һалып, өҫтөнә шәкәр, йомортҡа һы­тып туғылған эремсекте ҡатлам итеп яғабыҙ. Ҡамырҙың ҡалған өлөшө менән өҫтөн ҡаплайбыҙ. 150–160 градусҡа тиклем эҫетелгән мейестә 20–25 минут тотабыҙ.


Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА яҙып алды.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Ауырғазы районы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook