“Күк ҡабағы иң бәхетлеләргә асыла”
“Миңә биш йәштәр тирәһе булғандыр. Төнгө урам буйлап өләсәйем менән етәкләшеп мунсаға китеп барабыҙ. Өләсәйем оҙон елән кейгән. Шул мәл ҡапыл, ҡараңғылыҡ сигенеп, донъя
нурға сумды.
– Эй Хоҙайҙың ҡөҙрәте, күк ҡабағы асылды бит, балам! – Өләсәй, таң ҡалып күккә ҡарап торҙо ла, доғаларын уҡый башланы. – Теләктәреңде телә, күк ҡабағы асылыуын иң бәхетлеләр генә күрә, бәхетле булырһың, иншалла, – тип башымдан һыйпаны. Шул мәлдә энә лә күренер, тигәндәре хаҡтыр. Сөнки бар ғәләм илаһи яҡтылыҡҡа күмелгәйне”. Бала сағының иң серле хәтирәһе Стәрлебаш районы Аллағыуат ауыл хакимиәте биләмәһе башлығы Зифа Ҡолһаринаны ғүмер буйы оҙатып килә. Бәғзе берәү был ваҡиғаны мөғжизәгә ышаныусы бала күңеленә
һеңгән хыял тип баһалар. Ләкин “Мөғжизәләр тәбиғәт күренештәренә ҡаршы килмәй, бары тик беҙҙең улар хаҡында күҙаллауҙарға ҡаршы килә”, – тигән бит бер аҡыл эйәһе лә. Нисек кенә булмаһын, күк ҡабағы асылыуға шаһит Зифа Хөсәйен ҡыҙы үҙен, ысынлап та, бәхетлеләрҙән-
бәхетле тип һанай.
“Әсәйем ҡапыл ҡаты сырхап китте. Барып ҡына ҡара әле”. – Ауылдың беренсе егете Ғәлинур Ҡолһарин шулай тип ингәс, Зифа йәһәт кенә йыйына ла ауырыу янына ашыға. Салауат медицина училищеһын тамамлап, Аллағыуат фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире булып ҡайтҡан ҡыҙ тиҙ арала халыҡ абруйын яулап өлгөргән була. Тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында саҡырыу буйынса барырға әҙер фельдшер был юлы ла үҙен ауырыу көтә тип уйлай. Ләкин барып инһә, ни күрә: табын ҡоролған, килен төшөрөргә йөрөйҙәр. Күҙе төшөп йөрөгән ҡыҙҙы Ғәлинур ана шулай боронғонан килгән йола буйынса урлап алып ҡайта. Ләкин сая Зифаны, был егәрле лә, буй-һыны ла күркәм егетте оҡшатмаһа, ихтыярынан тыш берәү ҙә ҡалдыра алмаҫ ине. Шулай итеп, тирә-яҡта уңғанлығы, мәғрифәтселеге менән дан тотҡан ике көслө нәҫел – Асҡаровтар һәм Ҡолһариндар туғанлаша. Яңы тыуған ғаиләнең, барыһын һоҡландырып, матур итеп йәшәп китеүе тәбиғи.
…Сикә сәстәренә һиҙелер-һиҙелмәҫ көмөш төшһә лә, йәшлек һылыулығын юғалтмаған ханым әкрен генә үткәндәрен барлай. Улар, кино таҫмаһындағылай, бер-бер артлы күҙ алдынан уҙа. Ире менән йәшәлгән егерме өс йыл ғүмер, әйтерһең, бәхетле өс көн, күҙ асып йомғансы үткән дә киткән. Һағыныуҙы йылдар баҫмай, көсәйтә икән. Тик һағыныуы сабыр: иплелеге менән күңелен яулаған ире Зифаның йөрәге өҙөлөп юҡһыныуын өнәмәҫ ине. Ғәлинур, Ғәлинур. Исеме бер минутҡа ла күңелендә сыңлауҙан туҡтамағанғалыр, теленән дә төшмәй. Хатта, онотолоп китеп, ишек алдындағы бар йән эйәһенә шулай тип өндәшә.
Икеһе лә эш өсөн, кешеләр өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер быуындан улар. Ғәлинур Хөснулла улы “Ашҡаҙар” колхозында автомеханик, унан оҙаҡ йылдар баш инженер булып эшләй. Аллағыуат ауыл советының беренсе рәйесе итеп һайлана. Яңы магазин, балалар баҡсаһы, ашхана, йәштәр урамында йорттар ул етәкселек иткән йылдарҙа төҙөлә – ире мәғәнәле йәшәп, эшләп ҡалырға ашыға.
Ә Зифа өс ауыл халҡының һаулығы өсөн яуаплы. Район үҙәге ҡырҡ саҡырым алыҫлыҡта. Машина булмағанда дарыуҙы йә трактор арбаһында, йә ат менән алып ҡайта. Ул заманда бәпес көтөүсе әсәләрҙе алдан һаҡлауға һалыу юҡ, дауаханаға алып барып өлгөрмәйенсә, күпме сабыйға кендек инәһе булған икән? Һуңғы тапҡыр юлда ҡабул иткән баланы шоферҙың күлдәгенә төрөп, әсәһе ҡуйынына һалыуы хәтерендә.
Берәйһе ҡапыл сырхап китһә, дауаханаға үҙен генә ебәреү юҡ – мотлаҡ оҙата бара. “Ҡышҡы сатнама һалҡын көн ине. Мостафа ауылынан бер ҡатынды күрше Нордовкалағы участка дауаханаћына илттем дә ҡайтышлай, юлды ҡыҫҡартам тип, Ашҡаҙар аша сығырға булдым. Йүгерә-атлай китеп барғанда, көҙгөләй ялтырап ятҡан боҙ ҡапыл убылды ла төштө. Нисек боҙ аҫтында ҡалғанымды белмәй ҙә ҡалдым. Өшөүҙе лә һиҙмәйем, боҙ аҫтындағы һыуҙың зәңгәрлегенә хайранмын. Һушыма килһәм, ярҙа ҡар өҫтөндә ятам. Ниндәй көс тартып сығарған мине – һаман башыма һыймай. Ауыл осонда йәшәүсе Фәйрүзәләргә көс-хәл менән барып еттем. Улар боҙланып ҡатҡан кейемдәрҙе саҡ сисеп алып, юрғанға төрөп ҡуйҙы...“ – тип, ул үҙе менән булған тағы бер ваҡиғаны бәйән итте. Дүрт бала әсәһен, үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ауырыуҙар хаҡында хәстәрләргә нимә мәжбүр итә? Был фиҙакәрлекте бөгөнгө йәштәргә аңлауы ауыр. Ә улар быуыны башҡа ҡиммәттәрҙе һанлап йәшәй.
Ҡырҡҡа етәрәк, 1990 йылда, һөнәрен үҙгәртеп, ауылда асылған балалар баҡсаһына мөдир булып китеүе, юғары белем алырға ҡарар итеүе лә – сая, тынғыһыҙ холҡонан. Баҡсаға мөдир кәрәк булғас, ике уйлап тормай, ризалаша. Стәрлетамаҡ педагогия институтының педагогика ћєм психология факультетын тамамлау менән генә сикләнмәй, Мәскәүҙә профессиональ әҙерлек университетында ла ситтән тороп белем ала.
2010 йылдыњ июнендє ҙур ышаныс күрһәтеп, Зифа Хөсәйен ҡыҙын Аллағыуат ауыл хакимиәте биләмәһе башлығы итеп һайлап ҡуялар. Биләмәгә ҡараған Үрге Аллағыуат, Түбәнге Аллағыуат, Ҡараяр, Мостафа, Октябревка ауылдарында меңгә яҡын кеше йәшәй. Егерме йыл дауамында ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе вазифаһын башҡарыусы ханымға был ауылдарҙың һәр тын алышы, һәр ғаиләнең көнитмеше яҡшы таныш. Шуға күрә, һис ауырһынмай, ике эште бер ыңғайҙан тартып китә.
Халыҡ менән шунса ғүмер эшләгән тәжрибәле йәмәғәтсе булараҡ, ул матди хәлдән бигерәк, кешеләрҙең рухын һаҡлау, нығытыу барыһынан мөһим икәнен белә. Ул йәһәттән һәр ауылда киң тантана итеп үткәрелгән шәжәрә байрамдарының йоғонтоһо ифрат ҙур була. Был байрамды ойоштороу идараһы рәйесе булараҡ, күп эштәр башҡарған Зифа Хөсәйен ҡыҙы халыҡтың үҙаңы уяныуына, тарихын байҡап, бөгөнгөһөн матурларға, киләсәген билдәләргә ынтылыуына ҡыуанып бөтә алмай.
Зифа ханым “Өндәшмәү – алтын”, “Сабырлыҡ – алтын” тигән әйтем менән килешә алмай. Яҡташтары ғүмер буйы тураһын әйтеп өйрәнгән ҡатындың талаптарына һис үпкәләмәй: ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙе яҡшы ниәттән икәнен белеп торалар.
Борон-борондан ғаилә ҡәҙерен белгән тоҡомдан сыҡҡан Ҡолһарина үҙ ҡарамағындағы биләмәлә ғаилә ҡиммәттәрен нығытыусы сараларға ғәйәт ҙур иғтибар бирә. Мәҫәлән, күп балалы ғаиләләрҙе бар ғәм алдында ололау матур ғәҙәткә әйләнгән. Уларға, шулай уҡ яңғыҙ йәшәүсе әсәләргә, тыл ветерандарына, инвалид балалар тәрбиәләүселәргә социаль яҡлау идаралығы аша матди ярҙам хәстәрләп, тормоштарын еңеләйтергә тырышалар – йылы һүҙгә, терәккә мохтаж бер кем күҙ уңынан ысҡынмай.
Зифа Хөсәйен ҡыҙы Аллағыуаттың “Айыҡ ауыл” республика акцияһына ҡушылып, хәмерҙән баш тартыусылар сафына баҫыуына ғорурлана. Ғөмүмән, ул халыҡ тормошонда яҡтылыҡты күреп, һәммәһен дә шуға көйләүсе етәкселәрҙән:
– Ашҡаҙар буйында ултырыуҙан файҙаланып, кешеләр йөҙәрләгән ҡаҙ, өйрәк үҫтерә, күптәр бишәр һыйыр, шунса башмаҡ, быҙау аҫырай. Быйыл иген, картуф, бар йәшелсә ишелеп уңды. Пенсиялар, пособиелар ваҡытында бирелеп килә. Заман ауырлығына зарланыу гөнаһ, – ти ул.
Әлбиттә, биш ауылдың йәшәйешен тәьмин итеү буйынса мәсьәләләр ҙә бихисап. Зифа апай, биләмә етәксеһе булараҡ, тәүге осорґа башҡарған ҙур эштәре хаҡында һөйөнөп һөйләй:
– Ашҡаҙар яҙын ташып, туғайҙарҙы ғына түгел, ҡайһы бер йылдарҙа ауылдарҙы ла баҫып китә ине. Быйыл, Мостафа ауылында уның ярҙарын нығытып, дамба төҙөнөк. Республика бюджетынан бүленгән аҡсаға урамдарҙы яҡтыртыу эштәре башҡарҙыҡ.
Бына шулай туған халҡы хәстәре менән янып йәшәй Ашҡаҙар һылыуы.
Ә иң ҙур шатлығы – балалары. Ирена, Гөлнур ҡыҙҙарына, Илнур, Нур улдарына, ейәндәренә ҡарап һоҡлана ла, ѓорурлана ла. Илнуры аграр университетты тамамлаған, атаһы һымаҡ, техниканы биш бармағылай белеүе менән абруйлы, ҡыҙҙары тел һәм әҙәбиәт өлкәһен һайлап, ғилми дәрәжәгә эйә булғандар – икеһе лә фән кандидаты. Апалы-һеңлеле Ҡолһариналар баш ҡалала уңған йәмәғәт эшмәкәрҙәре булараҡ та билдәле. Төпсөктәре Нур апайҙары юлынан киткән, Башҡорт дәүләт университетында аспирантурала белем ала. “Балаң һинән дә даланлы, ғилемле, уңышлы икән, әсә өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхет юҡ”, – Зифа апай шулай ти. Һәм олпат әсәй генә түгел, өләсәй, халҡын әйҙәр, уны ҡайғыртыр башлыҡ булып та, күк ҡабығы асылыуын күргәндәге кеүек, мөғжизәгә ышаныуҙан туҡтамай. Сөнки тормоштоң һәр миҙгеле, уныңса – үҙе мөғжизә.
Альмира КИРӘЕВА.
Александр ДАНИЛОВ һәм ғаилә архивы фотолары.
Стәрлебаш районы.
«Небо открывается перед самыми счастливыми»
«Мне было, наверное, лет пять. По ночной улице шли мы с бабушкой в баню. Неожиданно темнота отступила, и стало светло как днем.
– Вот чудо, сотворенное Аллахом! – Бабушка остановилась и, как завороженная, смотрела в небо. Затем она помолилась, погладила меня по головке и велела загадать желания. – Небо открывается лишь счастливым. Значит, будешь счастливой, доченька!
В этот миг, пожалуй, можно было бы заметить даже иголку на земле – так было светло». Чудесным воспоминанием из детства делится со мной Зифа Кулсарина, глава администрации Аллагуватовского сельского поселения Стерлибашевского района. Кому-то, возможно, покажется этот рассказ детской мечтой о чуде. Но кто-то из великих сказал: «Чудеса не противоречат законам природы, они лишь противоречат нашим представлениям о законах природы». Как бы там ни было, свидетельница необычного природного явления Зифа Хусаиновна считает себя самой счастливой».
Так начинается очерк журналистки Альмиры Киреевой о своей героине из Стерлибашевского района.
В деревню Аллагуват привела Зифу судьба после окончания Салаватского медицинского училища. Она стала здесь заведующей медпунктом. Здесь же встретила свою любовь – вышла замуж за стройного, делового парня Галинура Кулсарина. Очерк знакомит читателей с этой образцовой семьей, их прекрасными и успешными детьми.

Теги: