Мөжәүир хәҙрәт яҡты киләсәк юраған ханым

Мөжәүир хәҙрәт яҡты киләсәк юраған ханымМинең яҙмам – йәшлеге ауыр һуғыш йылдарына тура килгән, етем сабыйҙар ҡарап, үҙе биш бала табып, барыһына белем-тәрбиә биргән, ауырлыҡтарға баш эймәй ғүмер иткән һикһән ете йәшлек Мәүлиха Фәттәх ҡыҙы Ситдиҡова тураһында.
Уның бала сағы Саҡмағош районы Яңы Болаҡ ауылында бейек йүкәләр, имәндәр, сағандар, хуш еҫле алмағастар араһында үтә. Ишле ғаиләлә бишенсе бала булып донъяға килгән Мәүлиха апай бәләкәй ваҡытын әкиәт кеүек матур бер осор тип хәтерләй. Өләсәһе биш ауылға абыстай-мө­ғәллимә була. Әсәһен дә диндарлығы, Ҡөрьәнде яттан белгәне өсөн мул­ләттәй тип йөрөтәләр. Ул киндер һу­ға, рустарҙан өйрәнеп, ҡарбуз, ҡауын, йәшелсә үҫтереп һата.
Атаһы һигеҙ йыл һалдатта була. Яуҙа ҡаты яраланған фронтовикты ауылға шәфҡәт туташы килтереп ҡуя. Һуғышља тиклем атаһы колхоз аттарын ҡа­рай. Мәүлиха атаһына ат ҡараша, елдәй елеп, һыбай йөрөй. Төҫкә үҙе­нә оҡшаған, үтә зирәк Мәүлиха ҡы­ҙын атаһы ныҡ ярата.
Апаһы Мәлүфәнең Бөрө педагогия училищеһын тамамлап, Баймаҡ районы Ғәҙелша ауылында эш башлауы Мәүлиханың яҙмышына ла ҡа­ғыла. Тау инженеры Абдрахман Атанғоловҡа кейәүгә сыҡҡан апайы, балаһы тыуғас, уны ҡарашырға һең­леһен саҡыра. Дүртенсе синыфтан етенсене бөткәнсе Мәүлиха Баймаҡта башҡортса уҡый. Саҡмағоштағы туғандарын өҙөлөп һағынған ҡыҙ, юҡһыныуға түҙә алмайынса, Ғәҙелшанан тыуған ауылына йәйәү­ләп ҡайтып етә. Унда ҡайтып, бер йыл үтеүгә һуғыш башлана.
Ир-егеттәр фронҡа киткәс, ауылда бөтә эште ҡатын-ҡыҙҙар, балалар алып бара. Көндөҙ колхоз эшенән бушамайҙар, үҙ баҡсаларында картуфты ла фонарь яҡтыртып төндә сәсәләр. Мәүлихалар өйөндә ҡатындар кис ултырып, яугирҙарға ойоҡ-бейәләй бәйләй. Отҡор, кәүҙәгә лә ҡалҡыу Мәүлихаға эш күп төшә.
Русса яҡшы белгән ҡыҙға фронтҡа барасаҡ егеттәрҙе ат менән район үҙәгенән Өфөгә илтеп ҡуйыуҙы йөк­мәтәләр. Ул көн аша егеттәрҙе алып бара, ә ҡайтҡанда бензин тейәп ҡайта. Яуға оҙатҡанда ла көлөп-шаярып, йырлап барыусы егеттәргә ҡарап, ул: “Ут эсенә инәһегеҙ, кемегеҙ генә иҫән ҡалыр инде”, – тип уйлаған була. Уларҙың байтағы, шул иҫәптән балалыҡ дуҫы Баян да яу яланында ятып ҡала. Исеме есеменә тура килеп, был егет баянда бик оҫта уйнаған була. Мәүлиха менән Баян киң ялан-ҡырҙарҙы ҡыҙырып, һыу инеп, иге­ҙәктәр кеүек, бергә үҫә. Уның һәләк булыуын ҡыҙ бик ауыр кисерә.
Көндәрҙән бер көндө егеттәрҙе оҙатҡас, яғыулыҡ тейәйем тип торһа, “Һеҙҙең районға Ленинградтан эвакуацияланған кешеләрҙе ебәрәләр, ултыртып алып ҡайт”, – тиҙәр. Юлда һөйләшә-һөйләшә ҡайтҡанда, Мәү­лиха был кешеләрҙең ата-әсәһенә яҡын туғандар булыуын белеп, туп-тура үҙҙәренә алып ҡайта. Туғандары уларҙа дүрт йыл йәшәй. Улар ауыр һуғыш ваҡытында Мәүлиханың әсә­һенән күргән изгелектәрен ғүмер буйы онотмай, ғаиләләрен Ленинградҡа саҡырып, ҡунаҡ итә, ҡала буйлап йөрөтә, күстәнәс-бүләктәр ебә­реп тора.
Һуғыш бөтөргә күпмелер ваҡыт ҡала Мәүлиханың апаһы сирләп китә. Балаларҙы ҡарашырға тип, еҙнәһе Мәүлиханы тағы ла килеп ала. Апаһы­ның бәпестєрен үҫтерешеп, ҡыҙ бер аҙҙан алтын эшкєртеү заводына эшкә урынлаша. Резина итектәр кейеп, ер аҫтына 210 метр тәрәнлеккә төшөп эшләп йөрөйҙәр. Оҙон сәсле һылыу­ҡайға күҙ атып йөрөүселәр ҙә етерлек була. Инженер балдыҙы булғанға, һүҙ ҡушырға ҡыймайҙар.
Был егәрле лә, матур ҙа ҡыҙҙы Моҡас ауыл советы рәйесе Хәмит Ситдиҡов тигән уҙаманға димләйҙәр. Ҡатыны үлеп киткән был ирҙең береһенән-береһе бәләкәй дүрт балаһы була. Мәүлиха шул балаларҙы йәлләй. Күҙенә мөлдөрәп ҡарап торған сабыйҙарҙы үҙ ҡосағына алып, егерме ике йәшендә уларға әсәй булып китә. Балалар ҙа уны үҙ әсәйҙәреләй күреп ярата. Бер саҡ Мәүлиха ныҡ итеп ауырып киткәс, бәләкәстәр, эргәһенә ултырып: “Үлә күрмә инде, әсәй!” – тип илай.
Нимәгә тотонһаң, шул юҡ заман. Юҡсыллыҡ үҙәгенә үтә. Әлбиттә, тал сыбығылай нескә килеш ҡапыл ғына ҙур ғаилә йөгөн үҙ өҫтөнә йөк­мәгән Мәүлиханың был тормошо һис тә хыялында күҙаллағанса булмай. Бер мәл ул, төйөнсөктәрен төйнәп, ҡайтып китергә лә йыйынып бөтә. Ләкин балаларҙы ҡыҙғаныуы үҙен уйлауҙан көслөрәк була һәм был ниєтен башынан сығара.
Мөжәүир хәҙрәт яҡты киләсәк юраған ханым
Дүрт баланы эйәртеп, йәш ҡатын бесәнгә йөрөй, тоҡ-тоҡ балан йыя. Уның баланды күп итеп йыйыуына кешеләр аптырай. Уңған әсә, был шифалы емеште ҡайнатып, балаларға һыуын эсерә, тәмле бәлештәр һала. Кистәрен өҫ-баштарын ямай, үҙ күлдәген бесеп, уларға кейем тегеп кейҙерә. Өйөн дә сынъяһау итеп тота, матур итеп һылап, ағартып ҡуя.
Ҡулдарынан гөлдәр ҡойолған Мәүлиха бөтәһенә өлгөрә: балаларын ҡарарға ла, донъя­һын көтөргә лә. Ире хөкүмәт эшенән бушамай. Һу­ғыштан һуңғы ауыр йылдар – бөтә көс халыҡ хужалығын кү­тәреү өсөн һалынған осор. Хәмит ун биш йыл уҡытыусы, ун биш йыл ауыл советы рәйесе булып эшләй. Уның етәкселегендәге советҡа өс колхоз, алты ауыл ҡараған була. Сит­тән уполномоченныйҙар күп килә. Улар бөтәһе лә Ситдиҡовтарҙа туҡтала. “Өй ашханаға әйләнеп китә ине”, – тип хә­терләй Мәүлиха апай. Кемдәр генә булмай был ҡунаҡсыл өйҙә. Аҙаҡ кү­ренекле дәүләт эшмәкәре булып ки­тәсәк Зекериә Аҡназаров та үҙ итә ихлас был ғаиләне. “Балалар ме­нән ҡатыҡ эсеп, йоҡлап китә ине”, – тип хәтерләй Мәүлиха апай.
Тормош ауырлыҡтарына биреш­мәйенсә йәшәүсе Ситдиҡовтарҙың ѓаилєћенє бер мәл килеп ҡайғы ишек шаҡый. Иренең тәүге ҡатынынан ҡалған өс бала инде үҫеп еткәс, береһе – ун дүрт, икенсеһе – ун биш, өсөнсөһө ун һигеҙ йәшендә ҡаты сирҙән вафат була. Бәләкәйҙән үҙенекеләй ҡәҙерләп үҫтергән балаларҙы юғалтыу Мәүлиха апай йөрәгенә тәрән яра булып ята.
Халыҡты ҡайғыртып йәшәүсе Хәмит Ситдиҡовтың үҙ өйө иҫке генә була. Ул ,“Сибайҙа йорт һатып алам”, тип аҡса йыя. Шунан атаһының: “Нигеҙебеҙҙә ете быуын ата-бабабыҙ йәшәгән. Нигеҙҙе ҡоротма”, – тигән һүҙҙәрен иҫләп, Темәскә ҡайтып, яландай иркен йорт һала. Ғаиләлә бер-бер артлы улдар һәм ҡыҙҙар донъяға килә. Йорттарынан бигерәк, күңелдәре иркен Ситдиҡовтарҙың ишеге бөтәһе өсөн дә асыҡ була. Кәңәш һораусы ауылдаштары ғына түгел, элекке ғәҙәт буйынса, алыҫтан килгән ҡунаҡтар ҙа йыш асып инә ул ишекте. Йыр-моңға ғашиҡ ғаиләлә бигерәк тә концерт-спектакль ҡуйып йөрөүсе артистар ҡунаҡ булырға ярата. Мунса индереп, бишбармаҡ менән һыйлап, барыһын да ҡәҙер итәләр. Күп сәнғәт әһелдәре, мәҫәлән, Хөсә­йен Әхмәтов менән дуҫлашып, ғүмер буйы аралашып йәшәйҙәр.
...1947 йылда Мәүлиха апай, ҡаты ауырығас, Мөжәүир хәҙрәткә барѓан була. Хәҙрәт уға: “Китергә уйлайһың икән. Ашыҡма. Киләсәгең яҡты”, – ти. Ысынлап та, Мәүлиха апай менән Хәмит ағай Ситдиҡовтар бик матур тормош юлы үтә. Үҙҙәре кеүек уңған, бар яҡлап килгән биш бала үҫте­рәләр. Бөтәһе лә берҙәй кеселекле, кешелекле. Раил – инженер, Гөлгө­нәләре – уҡытыусы. Улар, күп маҡтаулы исемдәр алып, ялға сыҡҡан. Ришат улдары – алтын ҡуллы тимерсе, ул да хәҙер хаҡлы ялда. Алһыу Сибай дауаханаһында табип булып эшләй, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы. Ә төпсөк улдары Илшат – Баймаҡ районы хакимиәте башлығы, атљаҙанѓан ауыл хужалыѓы хеҙ­мєткєре, республикабыҙҙа егәрле етәк­селәрҙән һанала. Һәммәһенең дә ғаи­ләләре татыу, өлгөлө. Балалары ла, кейәү-килендәре лә “әсәй” тип йән атып торалар.
Ире вафат булғас, Мәүлиха апай егерме ике йыл Темәстә йорт нигеҙен һыуытмайынса йәшәй. Баҡса үҫтерә, ишек алды тулы күҙҙең яуын алырлыҡ гөлдәре сәскә атып ултыра. “Ейән-ейәнсәрҙәрем килһә, шул баҡсаны ҡарап, эшкә өйрәнерҙәр, йәшелсә-емешен ашап кинәнерҙәр”, – ти. Сибайға күсеүенә лә яңы ғына әле. Ләкин үҙе лә, балалары ла ырыу нигеҙен ташламаясаҡ: атаһы төпсөк улы Илшатҡа был үтенесен васыят итеп ҡалдыра.
Уҡымышлы затлы Мәүлиха апай Ситдиҡовтар нәҫеленең ете быуы­нын, тарихты бик яҡшы белә. Йәштәр генә түгел, хатта ҡайһы бер өлкән быуын кешеләре лә килеп: “Еңгә, шә­жәрә төҙөш әле”, – тип һорайҙар.
“Киләсәккә үткәндәр нигеҙ һала”, – ти ул ейәндәренә лә. Һәм, уларға ҡарап, ысын күңелдән шатлана: “Нә­ҫелебеҙҙе лайыҡлы дауам итерҙәй балалар үҫә”,– ти.

Сәлимә ӘЛМӨХӘМӘТОВА-ХӘСӘНОВА,
мәғариф ветераны.

Баймаҡ районы.


Мужавир хазрат напророчил ей светлое будущее

Героиня зарисовки Салимы Альмухаметовой-Хасановой из Баймакского района – Маулиха Ситдикова.
Родилась она в Чекмагушевском районе, но по просьбе старшей сестры, вышедшей замуж в Баймакский район, временно перебралась к ней, чтобы помогать ей ухаживать за маленьким ребенком. Три года жила она в семье зятя – горного инженера и сестры. Сильно скучала по родным и однажды не выдержала, пешком отправилась в родной Чекмагушевский район. Через год началась война. Перенесла невзгоды, испытывала нужду, как многие в те военные годы. Хорошо знала русский язык, была бойкой и смышленной. Поэтому поручили ей перевозить призывников в Уфу. Она увозила мужчин в телеге, запряженной лошадью. На обратную дорогу грузила горючее и обеспечивала хозяйство топливом.
После войны Маулихе снова пришлось ехать в Баймакский район, так как заболела сестра и надо было ухаживать за ее детьми. Через некоторое время она устроилась на работу в золотодобывающий завод. Красивую, хозяйственную девушку сосватали за Хамита Ситдикова, у которого скончалась жена, и четверо детей остались без материнского тепла. Двадцатидвухлетняя девушка рискнула. Дети полюбили ее как родную. Глава семейства работал председателем сельсовета, и все заботы по хозяйству ложились, конечно, на плечи жены.
Прочитав статью в журнале, можно ознакомиться с непростой судьбой Маулихи Ситдиковой и членов ее семьи.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook