Тәлғәт ИШЕМҒОЛОВ Бәндәбикә
Повестан өҙөк
АВТОРҘАН
Күгәрсен районы республиканың көньяғында Бөйөк Евразия далаһы менән сиктәш урынлашҡан. Легендаларға инеп ҡалған Дәшт-и Ҡыпсаҡ ере ул. Рәсми фән раҫлауынса, беҙҙең район биләмәләре ҡасандыр бөтә төрки донъяһы тарихында сағыу эҙ ҡалдырған ҡыпсаҡтарҙыҡы булған. Ата-бабаларыбыҙ әйтмешләй, “тарихты халыҡ хасил итә, тарих үҙе лә һәр кешенең яҙмышында сағыла”. Башҡорт милләтенең үҫеш юлын быуаттан-быуатҡа телдән төшмәгән данлы шәхестәрҙең яҙмышы аша күҙәтергә була. Беҙҙең өсөн ундай изге исемдәрҙең береһе – Бәндәбикә. Кем һуң ул? Мәҡсүт ауылы эргәһендә уның кәшәнәһе бар, ошо кәшәнә хаҡында матур легенда йәшәй – ошонан башҡа уның тураһында ни беләбеҙ?
Ғалимдарға билдәле мәғлүмәттәргә мөрәжәғәт итәйек. “1966 йылда Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылының зыяраты биләмәһендә алып барылған археологик ҡаҙыныуҙар ваҡытында монументаль ҡоролма ҡалдыҡтары табыла. Ҡурғандың бейеклеге – 3 метр, диаметры – 24-25 метр. Нияз Мәжитовтың “Тайны древнего Урала” тигән китабында теркәлгән хикәйәткә ярашлы, был – ошо ерҙәрҙә ете быуат элек йәшәгән аҡыллы һәм батыр ҡатын Бәндәбикәнең мавзолейы. Билдәле булыуынса, борон замандарҙа башҡорттар ҡаҙаҡтар менән һәм үҙ-ара барымта-ҡарымта яуҙарынан яфа сиккән. Тәүәккәл Бәндәбикә халҡын күршеләре менән тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәргә күндергән. Уны үҙ ҡәбиләһе генә түгел, тирә-яҡ халыҡтар ҙа бик ихтирам иткән”.
Был легендар ҡатын ете быуат элек йәшәгән. Кем ул, ҡиәфәте ниндәй булған, нимә менән шөғөлләнгән, ҡатмарлы урта быуаттарҙа нисек көн иткән? Был һорауҙарға яуапты берәү ҙә бирә алмай.
Хөрмәтле уҡыусы! Һинең иғтибарға тәҡдим ителгән повесть был әүлиә ҡатын тураһындағы легендаға һәм ниндәйҙер дәрәжәлә генетик хәтергә нигеҙләнеп яҙылды, тип тә әйтә алам, шуға ла ул һис кенә лә тарихи әҫәр тип ҡарала алмай. Был повесымда мин Бәндәбикәнең ҡатмарлы яҙмышы, уның халыҡҡа хеҙмәт итеү өлгөһө тураһында һөйләргә теләнем. Бындай ҡаһарманлыҡ үҙ-үҙеңде ҡорбан итеү кеүек бөйөк һыҙаттан баш ала. Үҙ-үҙеңде ҡәҙимге кешелек бәхетенән мәхрүм итеп, “мин”ең аша атлап, йөрәгеңде Данко шикелле халҡыңа һурып алып биреү – мәшһүрҙәргә генә тейгән өлөш. Халыҡ уның хаҡына йәнен фиҙа иткәндәрҙе бер ваҡытта ла онотмай.
Повеста тарихи ысынбарлыҡҡа тап килгән персонаждар икәү генә: Бәндәбикә һәм Ерәнсә. Ерәнсә, легенданан билдәле булыуынса, Бәндәбикәнең ѓаиләһендә тәрбиәләнә, һуңынан уға өйләнә. Бәндәбикәнең тыйыуына ҡарамаҫтан, ҡаҙаҡтарға ҡаршы яу менән барырға ниәтләгән Ерәнсә Бәндәбикәнең үлемендә ғәйепле. Ҡатындың яңы һуғыш сығыу ихтималлығын күтәрергә, уны күңеле аша үткәрергә көсө ҡалмаған була.
Бәндәбикәнең тарихи шәхес икәнлегендә шикләнмәйбеҙ, быны кәшәнә һәм легенда дәлилләй. Әммә Ерәнсәгә ҡағылышлы икеләнеүҙәр тыуыуы ихтимал, сөнки Ерәнсә, сәсән һәм легендар шәхес булараҡ, күп төрки халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижадында йәшәй. Ҡаҙаҡта – Жеренше, нуғайҙа – Еренше-шешен һәм башҡалар. Ошо көнгә тиклем уның ҡайҙа тыуғанлығы, ҡайҙа ерләнгәнлеге лә асыҡланмаған. Кәшәнәлә ерләнгән ҡатын, фән дәлилләүенсә, ун дүртенсе быуаттарҙа йәшәгән, ә Ерәнсә сәсәнде ауыҙ-тел ижады ун һигеҙенсе быуатҡа теркәй. Ошо хәл кәшәнәлә ерләнгән ҡатындың нәҡ легендалағы Бәндәбикә булыуына шик тыуҙырып та ҡуя.
Повеста күршеләш көн күргән дүрт ҡәбилә (бөрйән, ҡыпсаҡ, үҫәргән, түңгәүер) кешеләре тураһында һүҙ бара. Шул замандың тормошон, кәйефтәрен сағылдырырға, күсмә халыҡтарҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һүрәтләргә тырыштым. Ҡәбилә башлыҡтарының ҡайһы бер кире һыҙаттары уларҙың әһәмиәтенә хилафлыҡ килтермәй, сөнки тап шундай шәхестәр халҡыбыҙҙы тарих майҙанында нығытҡан, һаҡлап ҡалған.
Йәйҙең ул хәйерһеҙ көнөндә ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра ине. Эҫе һауа бөтә тереклекте өтөп бара. Офоҡта бөркөү монар божорлоғо аша яҡындағы тау теҙмәләренең һыҙаттары дерелдәй. Ара-тирә, юлындағы бар нәмәне яндырып, ҡыуан еле иҫеп үтә. Дала юлдарының ҡыҙған туҙанын, көтмәгәндә хасил булып, шул рәүешле үк юҡҡа сыҡҡан шаян өйөрмәләр сөйөп алып китә. Селләнән ер сарсаған. Бар тереклек ҡатып ҡалған.
– Аллаһы әкбәр, Аллаһы әкбәр, – тип битен һыпырып, Әбделғәни хәҙрәт доғаһын тамам ҡылды, шунан, аһ та уһ килеп, тубыҡланған еренән тороп баҫты. – Әлфиә! Ҡыҙым! – тип өндәште аҡһаҡал, тирмә яғына ҡарап. – Бер йотом ҡымыҙ килтер әле. Бигерәк томра бөгөн. Сарсатты.
– Килтерә ятам, ҡартатай, – тип яуап ҡайтарҙы яғымлы ғына ҡыҙ тауышы. Артынса уҡ хужалыҡ тирмәһе ауыҙында ул үҙе күренде. Һомғол буйлы һөйкөмлө ҡыҙ еңел аҙым менән ҡартатаһы янына килде лә, яғымлы йылмайып, туҫтаҡ һондо. Әбделғәни ашыҡмай ғына, тәмен белеп кенә ҡымыҙ һемерергә тотондо.
– Рәхмәт, ҡыҙым. Шунан, ҡырҡмыш тайың, Мыҡышың, нисек әле унда?
– Арыулана, ҡартатай, – тине ҡыҙ.
– Ен кеүек сабаһығыҙ бит, – тип һөйләнде Әбделғәни. – Әйттем, ҡарап йөрөгөҙ, Мыҡыш тояғы менән йомран ояһына батып ҡуймаһын, тинем. Берәйһенең ҡәһәре төшкән микән әллә, тигеҙ ерҙә ҡазаланды лабаһа. Ярай, яй барғандар, ә сапҡан саҡ булһа? Харап булыр инеме малҡай?! – тип ярһып китте Әбделғәни.
– Ярар инде, ҡартатай, – тип тынысландырырға тырышты уны Әлфиә. – Ул тиклем ҡурҡыныс түгел дә. Мыҡыш – түҙемле, аҡыллы ат. Шәбәйер. Мин уның аяғын ҡайыш билбау менән тарттырып бәйләнем, бөгөн ул баҫырға итә инде. Арыулана кеүек.
– Әйҙә әле, – Әбделғәни һыуына төштө һәм урынынан ҡуҙғалды, – дөрөҫ эшләгәнһеңме икән, барып ҡарайыҡ.
Башына ағас ботаҡтары түшәлгән лапаҫҡа, аттар янына, йүнәлерҙән элек Әбделғәни, ҡулын ҡашы өҫтөнә ҡуйып, диҡҡәт менән йәйләүҙең ти-рә-яғын байҡап сыҡты, шунан еңел һулап, һәлмәк баҫып, йылҡылары яғына ыңғайланы. Ә ҡоралайҙай осоп, ҡартатаһынан алда лапаҫҡа барып ингән Әлфиә, аяғы бәйләнгән тайҙы муйынынан ҡосаҡлап, уны көтөп тә тора ине инде.
– Бигерәк етеҙһең үҙең, уңғаным, – Әбделғәни ҡәнәғәт ҡиәфәт менән башын сайҡап ҡуйҙы һәм, бөтә иғтибарын йүнәлтеп, тайҙың аяғын ҡапшарға кереште. Мыҡыш, һиҫкәнеп, аяғын тартҡыланы, бышҡырып ҡуйҙы. Әлфиә уның муйынынан иркәләп һыйпаны. Бер аҙҙан Әбделғәни тороп баҫты:
– Бәхетең, Әлфиә! Мыҡыштың быуыны зарарланмаған, саптырып йөрөйәсәк, Алла бирһә. Тик шуныһы, – тип һыуыта һалды ул шатланып-ҡанатланып киткән Әлфиәне, – бынан ары уйламаған ерҙә тарамышы эште боҙоуы ихтимал. Иң көсөргәнешле мәлдә Мыҡыштың, түҙмәй, аҡһап китеүе бар. Ҡара уны, ейәнсәрем, һауыҡҡас, бик ҡыуалама, нығынырға ваҡыт бир.
– Ҡайҙа ул, ҡартатай! Себен дә ҡундырмам, тәрбиәләп кенә йөрөтөрмөн, – тип һайраны Әлфиә, яңағы менән аттың муйынына һыйынып.
– Эйе-эйе, тай түгел, бер бешмәгән булыр. Ике саҡрым да үтмәҫ, һуҙылып төшөр. Бик иркәләтмә атты, – тип киҫәтте аҡһаҡал. – Ярай, ана ҡояш байыуға китте. Эҫе лә бер аҙ баҫылды шикелле. Бар, ҡатын-ҡыҙҙы ашыҡтыр, тиҙҙән Сынбулат бейәләрҙе һауымға килтерер.
– Хәҙер, ҡартатай, Мыҡышты эсереп кенә киләйем дә. Әйҙә, матурҡай. Ашыҡмай ғына атлайыҡ, – тип Әлфиә уны йүгәндән тартты, һәм Мыҡыш һылтыҡлай-һылтыҡлай йылғаға йүнәлде.
– Әй-й-й, йәшлек, йәшлек, – аҡһаҡал әллә шелтәләп, әллә аптырап башын сайҡап ҡуйҙы. – Йәшлектә тынғы юҡ, әллә ҡайҙа ашығаһың, йүгерәһең. Күркәмлеге лә шундалыр инде.
Үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, Әбделғәни, ҡулдарын артына һалып, елән салғыйҙарын елпелдәтеп, яйлап ҡына йәйләү буйлап китте. Йәйләү Наҡаҫ йылғаһы буйында йәйрәп ята. Ул ярайһы уҡ ҙур. Тапалып бөткән майҙан тирәләй иллеләгән тирмә ҡоролған. Был йәйләү халҡы башҡорттарҙың иң күп һанлы, иң ҡеүәтле ҡәбиләләренең береһе булған ҡыпсаҡтарға ҡараған ҡарый ырыуыныҡы ине. Был томра көндәрҙә йәйләү кешеһеҙ ҡалғандай тойола. Ирҙәрҙең бөтәһе лә йылдағыса бер нисә көнгә Сыбартау урмандарына малға бесән әҙерләргә киткән. Бындай ваҡытта йәйләүҙә ҡарт-ҡоро ла ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға ғына ҡала. Улар елкәһенә өйөр-өйөр аттарҙы, көтөү-көтөү һыйырҙарҙы ҡарауҙың бөтә ауырлығы төшә. Әбделғәни аҡһаҡал иһә тотош йәйләүгә баш булып ҡала, бөтәһенә ул күҙ-ҡолаҡ, һәммәһен хәстәрлеге менән солғай.
Әбделғәни элек ғәйрәтле яугир ине. Ул тынғыһыҙ ваҡыттағы күп яуҙарҙа, барымталарҙа ҡатнашты. Даланы асылһа, бай ғәнимәт менән ҡайтыр, үҙе юҡта донъяһын көтөп, ғаиләһен ҡарашып торған туған-ырыуы араһында был байлыҡтарҙы ғәҙел бүлеп бирер ине. Ләкин яу юлдары һәр ваҡытта ла уңышлы булып тормай, яраланып, атын, уҡ-һаҙағын юғалтып та тыуған тупһаһына ҡайтып йығыла торғайны. Сания еңгәнең өнһөҙ-тынһыҙ хәстәрлеге уны бөтә табиптарҙан һәм күрәҙәселәрҙән дә яҡшыраҡ дауаланы.
Әбделғәни менән Сания ата-әсә ихтыяры буйынса өйләнешә. Был артабан уларға бер-береһен яратырға һис ҡамасаулыҡ итмәй. Мөхәббәттәре күҙгә бәрелеп бармаһа ла, ныҡлы була. Бер шарт ҡына ҡатмарлылыҡ тыуҙыра – оҙайлы айырылышып тороуҙар. Сания уны бер яу менән икенсеһе араһында ғына күреп ҡала, унда ла – йә яралы көйө, йә алып ҡайтҡан бай бүләктәрен таратырға һәм күрешергә тип йыйған күп һанлы туған-тыумасаһы уратаһында. Бындай саҡта Сания көн дә ҡунаҡ ҡабул итеүҙән бушамай. Ул зарланмай, киреһенсә, ире менән ғорурлана. Әбделғәни менән йәшәлгән оҙон ғүмер эсендә ул биш бала таба, уларҙан тик береһе – Илһамы ғына иҫән.
Ул ҡыйыу, батыр егет булып үҫеп етә, яңғыҙы айыуға барырға ла ҡурҡмай, иң уҫал, иң баш бирмәҫ тайҙарҙы ла уйнап ҡына буйһондора. Әбделғәни улы менән ғорурлана. Йәштәштәре иһә унан көнләшкәндәй итә. Улының, юрматы ырыуы йыйынына барғанда төпкөл ауылдағы туғандарында йәшәгән Алһыу исемле етем һылыу ҡыҙ менән танышып ҡайтҡанынан һуң, уны һоратып ҡоҙа ебәрергә тигән үтенесен эске бер хуплау менән ҡаршы алды ул. Әбделғәни улына муллап туй яһаны. Кәләш етем булғанға мәһәрен кәмерәк түләй алһа ла, Әбделғәни ваҡланып торманы, бай, ҡеүәтле ғаиләләрҙә үҫкән ҡыҙҙар өсөн бирелә торғандан да мулыраҡ ҡалым бирҙе. Көнсөл бәндәләргә, һаранлыҡ арҡаһында бәләкәй ҡалымлы ҡыҙға ҡыҙыҡҡан, тип һөйләргә урын ҡалмаһын өсөн шулай итте. Был туйҙа бөтә зат-зәүере бер аҙна ҡунаҡ булды. Илһам да харап ҡәнәғәт күренде, Алһыу килендең ике бите лә шатлыҡтан һәм уңайһыҙланыуҙан алланып сыҡты. Бер йылдан Алһыуҙың ҡыҙы тыуҙы, уға Әлфиә тип исем ҡуштылар.
Бөтәһе лә уңай бара, һәммәһе лә бәхетле ине. Ләкин Әбделғәниҙе бәлә һағалаған икән. Шул йылды күп йылдар айырылышмаған аты харап булды. Шул уҡ йәйҙе бейҙәр менән аҡһаҡалдар ҡәбилә дошмандарына ҡаршы яуға саҡырѓанда єйтелє торған оранды һөрәнләне: “Туҡсаба!”. Был хәйерһеҙ һуғышҡа Әбделғәни улы менән юлланды. Аҫау айғырға атланған, тимер күлдәк менән торҡа кейгән көслө, йылғыр улы Илһамға ҡарап, ул бай ғәнимәт алып ҡайтырға ниәт ҡорғайны. Ырыуҙаштарының көнсөл ҡараштарын, туғандарына муллап бүләк таратҡан үҙен күҙ алдына килтергәйне. Туғандарының үлтереп маҡтағанын, аталы-уллы ажарланып алышҡа ингән һәм еңеп сыҡҡан үҙҙәре тураһында сәсәндәрҙең йырын тыңлағандай булғайны. Бәлә килере һис һиҙелмәгәйне. Әммә тәҡдир үҙенсә хәл итте. Алыштарҙың береһендә дошман уғы Илһамға ҡаҙалды. Улы, “Алһыу”, “Әлфиә” тигән исемдәрҙе бышылдап, ҡулында йән бирҙе. Әбделғәни өсөн ҡояш һүнгәндәй булды. Ул улының үле кәүҙәһен алып ҡайтып килгәндә, әйтерһең, бәғере таш булып ҡатты. Єсәһенә улының мәрхүм булыу хәбәрен нисек еткерер, йәшләй тол ҡалған киленен нисек йыуатыр? Ауыр уйҙар менән ҡайтып инде ул йәйләүгә. Тирмәһе күренгәс тә, ҡатыны менән килененең ҡаршы сығырын көттө. Ләкин тирмә ауыҙында, ейәнсәре Әлфиәне күтәреп, яҡын туғаны Хупъямал инәй күренде.
– Ә ҡайҙа ...Сания, ...Алһыу килен? – кипкән ирендәрҙән өҙөк-өҙөк әйтелгән һорау көскә сыҡты – уның мейеһен ҡот осҡос тоҫмаллау ярып үткәйне.
– Әбделғәни, Хоҙай түҙем бирһен һиңә, улым! Ҡатының да, киленең дә юҡ инде. Әлфиә генә ҡалды, – тип ауырлыҡ менән, һыҡтай-һыҡтай һүҙ башланы ул. – Һеҙ юлға сығып киткәс тә, йәйләүҙә бер дәрүиш пәйҙә булды. Бер генә көн тороп китте. Үҙе менән ваба алып килгән икән, ҡара үлем. Бик ҡурҡыныс булды, улым. Ҡырғын олоһон да, кесеһен дә аяманы. Бөтә йәйләү тиерлек ҡырылды. Үҙҙәре ыҙаланып йән бирергә ята, үҙҙәре, ярай ирҙәр йәйләүҙә юҡ әле, тип ҡыуанған була, Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт әйтә. Һеҙ булһа ла ҡотолоп ҡалырһығыҙ, тинеләр инде. Беренсе булып Алһыу килен йән бирҙе, үҙ аңында булып донъя ҡуйҙы мәрхүмә. Эй Алла, эргәһендә Илһамы булмағанға нисек илағанын күрһәң икән. Әлфиәне һуңғы тапҡыр күкрәгенә ҡыҫырға тип һорап ялбарҙы. Бирмәнек инде – үҙең аңлайһың. Йоҡторор, тип ҡурҡтыҡ. Илай-илай йән бирҙе. Ҡатының Сания бер көндән мәрхүм булды. Ә Әлфиәгә был көндәрҙә кәзә һөтө имеҙеп торҙом. Аллаға шөкөр, ауырыманы. Бына, ҡара әле ниндәй булып китте. Ана, нисек ҡыуана. Ҡартатаһын күрҙе бит. Атаһы ла ҡайтып етһә... Ә Илһам ҡайҙа, артта ҡалдымы әллә? Бына ҡайғы инде уға ла, бик ауыр булыр инде, белгәс.
– Белмәйәсәк ул! – тип әсенеп әйтте Әбделғәни, тамағына ултырған төйөрҙө көскә йотоп. – Һәләк булды ул. Уҡ тейеп һәләк булды. Аллаға шөкөр, бер ни ҙә белмәй китте инде.
– Аһ, Әбделғәни улым! – тип шыбырҙаны ҡарсыҡ һәм сибек ҡарт ҡулы менән Әбделғәниҙең арҡаһынан һөйҙө, йыуатырға тырышты. – Сабыр бул инде, улым.
Түҙем бирһен һиңә Хоҙай, тик түҙем бирһен. Бер ни ҙә мәңгелек булмай. Ҡара төн артынан яҡты көн тыуа. Мә, ейәнсәреңде ҡулыңа ал. Уға ҡайғы баҫырһың. Балаларыңдың балаһы бит ул. Һаҡла уны. Бар, тирмәгә ин, ял ит. Ә мин усаҡ яғып ебәрәйем, тамағыңа ашап алырһың, – тип ҡарсыҡ йәйге усаҡ яғына йүнәлде. Тиҙ арала ялпылдатып ут тоҡандырҙы.
Әбделғәни, тере йомғаҡты күкрәгенә ҡыҫҡан килеш, алыҫ далаға текләп ҡатып ҡалды. Ҡайғы таш киҫәге булып тамаҡ төбөнә ултырҙы, тын алырға ирек бирмәне. Күңелде баҫып ятҡан ауыр йөк йөрәкте лә һытып бара төҫлө ине. Шул саҡ ҡулындағы йомғаҡ ҡыбырҙап тауыш бирҙе, унан ҡысҡырып илап ебәрҙе. Сабыйҙың илауы, тораташтай мәғәнәһеҙ ҡатып торған Әбделғәниҙе уятып, ҡыҙсыҡҡа күҙ һалырға мәжбүр итте... Ҡыҙсыҡ тымды, көтөлмәгәнсә иғтибарлы итеп Әбделғәнигә ҡараны һәм, ауыҙын киң йәйеп, йылмайып ебәрҙе. Ошо мәл, әйтерһең, ҡойма ямғыр сарсаған ергә йән өрҙө. Тыйылғыһыҙ көслө үкһеү Әбделғәниҙең тотош кәүҙәһен дер һелкетте. Ул ейәнсәрен ҡәҙерләп күкрәгенә ҡыҫты. Күҙенән күңелде сафландыра, ҡайғы йөгөн еңеләйтә торған, әммә ирҙәрсә һаран йәштәр ҡойолдо. Илап туйғас, Әбделғәни бер аҙ офоҡҡа текләп торҙо, шунан һуңғы үкһеүҙәрен өрөп сығарырға иткәндәй тәрән итеп һуланы, көлөп ятҡан Әлфиәгә ҡарап, күҙҙәрен һөрттө лә тирмәгә инде. Уны, киске ашын ултыртып, Хупъямал инәй көтә ине.
Ваҡыт яраларҙы имләгәндәй булды. Әбделғәни башҡаса өйләнмәне. Ҡарымта-барымталарға йөрөнө, шулай итеп, нисек ҡартайғанын да һиҙмәй ҡалды. Холҡо элек тә ауыр ине, ғаиләһен юғалтҡас, ул бөтөнләй кеше һөймәҫ булып китте. Туған-тыумасаһы уны ҡартайып барған яңғыҙ бүрегә оҡшатты. Йомоҡ, бөтә кешегә ҡарата үтә ҡырыҫ был кешенең ейәнсәрен ни тиклем ныҡ яратҡанын берәү ҙә белмәй ине. Яу юлдарынан алып ҡайтҡан бар ғәнимәтте ул уға тип йыйҙы, етемһерәп йөрөмәһен өсөн барыһын да эшләне. Текә холҡонан шөрләһә лә, Әлфиә лә ҡартатаһын бик яратты.
Ырыу башы Нурғәли аҡһаҡал мәрхүм булып, уның урынына кемде һайларға тигән һорау ҡалҡҡас, бөтә зат-ырыу, Әбделғәниҙән дә яҡшыраҡты табып булмаҫ тип, бер һүҙгә килде. Уның хәрби ҡаҙаныштарын, төплө аҡылын, ырыуҙаштары өсөн оло яуаплылыҡ тойоуын, намыҫлылығын, тәртиплелеген белгән ырыуҙаштары уны бер тауыштан һайланы. Әбделғәни баш тартып маташһа ла, уны күндерҙеләр. Шунан алып уның бар нәмәлә эше бар. Кешеләр унан кәңәш һорап килә, йолаларҙы башҡарыу тәртибен аңлатыу, бәхәстәрҙе хәл итеү кеүек бурыстар ҙа уның иңендә. Ҡатмарлы булһа ла, зарланманы, аяуһыҙ донъяла һәр яҡтан һағалаған хәүеф-хәтәрҙәргә бирешмәй көн итеү өсөн уның абруйына һәм тормош тәжрибәһенә таянған туған-тыумасаһының ышанысын аҡларға тырышты.
Бына әле лә ул, ырыу башлығы булараҡ, биләмәләрен байҡап, тирмәһенә ҡайтып килә. Уның иғтибарлы ҡарашы барыһын да шәйләй. Эстән генә эшлекһеҙҙәрҙе, арамъяларҙы әрләп үтә. “Кәрим тағы тирмә ситенең бауын йомшаҡ тарттырған, ел сыҡһа, осоп китә инде. Әй-й-й, Ямал килен ҡорот һарҡыта торған тоҡсайын бигерәк түбән элгән. Быҙауы рәхәтләнеп сәйнәй. Рәсүле бөгөн йәш ҡороттан ауыҙ итә алмай икән, былай булғас. Ҡайҙа, кем балаһы яр һалып илай әле? Тағы Ғәйшә сабыйын ҡарамаған, ахырыһы... Былай һәммәһе лә тыныс шикелле”. Ҡәнәғәт ҡалған Әбделғәни, тирмәгә инеп, кейеҙгә һуҙылып ятты. “Ҡартайыла, ял итмәй булмай”, – ошо уй менән битенә йоҡа яулыҡ ҡапланы ла, себендәр бызылдаған тауышҡа ойоп, йоҡлап та китте.
***
…Бөрйәндәр ҡыпсаҡтарҙы шым ғына ҡараштары менән оҙатты. Шунан аттарын үҙ яҡтарына ҡарай ҡыуаланылар. Хәлдәре бик мөшкөл ине. Рыҫҡол да шымып ҡалған. Ни әйтәһең инде, былай ҙа бөтәһе асыҡ. Барымтаға килгән бөрйәндәр мәсхәрәгә ҡалды. Оҙаҡ барҙылар. Рыҫҡол ғәрлектән, ярһыуҙан бүре булып олорҙай, айыу булып үкерерҙәй хәлгә етте. Түҙемлеге шартлап өҙөлдө уның, атын ҡапыл кире бороп, улына: “Әйҙә минең арттан!” – тип ҡысҡырҙы ла ҡыпсаҡтар артынан елдерҙе. Бына алда тояҡ тауыштары ишетелде. Рыҫҡол уғын алып, йәйәһенә һалды ла шул яҡҡа ҡарай тоҫҡаны.
– Атай, ни эшләйһең? – Амансайҙың ҡото алынды.
– Һа, шөрләнеңме, көсөк! Асыуымды баҫыр өсөн генә улар яғына атам мин, – тип улына екерҙе лә, эске ярһыу менән, йәйәһен бөтә көсөнә киреп, атып ебәрҙе…
…Бөтә ҡыпсаҡтар Әлфиәнең кәүҙәһе эргәһенә йыйылды һәм, әжәл менән яғалашҡан ҡыҙға текләп, оло ҡайғыға батты. Күҙен йомған Әлфиәнең тын юлы ғырлай, үҙе, ирендәрен саҡ ҡыймылдатып, һуңғы һүҙҙәрен әйтергә тырыша. Сынбулат, тешләнеп, яраны ҡапшап ҡараны, йөҙө бөтөнләй ҡараңғыланды. Иң ҡурҡыныс яра ине был. Уҡ, йөрәктең эргәһенән генә үтеп, йыуан ҡан тамырын тишкән. Ҡан һауыуҙан йән бирә ине Әлфиә. Сынбулат, бының файҙаһы булмаҫын аңлаһа ла, уҡты һурып алырға булды. Киҫкен генә тартҡайны, уҡ килеп сыҡты. Әлфиәнең бөтә кәүҙәһе тертләне лә тынып ҡалды. Сынбулат яралы йыртҡыс кеүек үкһеп иларға кереште.
Ҡыпсаҡтар, ажарланып, тирә-йүнде айҡаны-байҡаны, был вәхшилекте ҡылған бәндәне табырға тырышты. Тик далаға төн төшкәйне, төрлө төҫлө таштар кеүек булып, күктәге йондоҙҙар ғына яна ине. Бер ни күренмәй. Әммә ҡыпсаҡтар белә: әле ай тулған ваҡыт, бына-бына ҡалҡыр ҙа тирә-йүнде яҡтыртып ебәрер.
…Шул саҡ һайтлаған тауыш яңғыраны. Теге йәш ҡыпсаҡ икән – таныш түгел яу йәйәһе табып алған.
– Сынбулат ағай, бына нәмә таптым! Ошонан яҡында ғына ята ине, эргәһендә тояҡ эҙҙәре лә бар. Яңы ғына тапалған.
Сынбулат йәшле күҙҙәрен усы менән һөртөп алды ла, йәйәне алып, иғтибар менән тикшерергә тотондо. Бик затлы яу йәйәһе. Ябай яугирҙеке түгел. Матурлап туҙ йәбештереп көпләнгән, тамғалар менән биҙәлгән. Сынбулаттың йөрәге жыу итеп китте. Ул бөрйәндәрҙең ырыу тамғаһы менән ырыу башының билдәһен танып ҡалды:
– Рыҫҡол, һин үлтергәнһең Әлфиәне! Ҡоторған эт, һине дөмөктөрөр кәрәк! – тип аҡырҙы Сынбулат, үлтереүсенең ҡоралын болғап. Ҡыпсаҡтар бөтөнөһө бер тамаҡтан тигәндәй ғәйрәтле үкереп, йәйләү яғына елдерҙе. Уларҙың йөрәгендә ҡойолған ҡандың ҡонон ҡайтарыу ялҡыны ҡабынғайны.
Әлфиә АҠБУТИНА тәржемәһе.
(Дауамы киләһе һанда).

Теги: