Аҡ тирмәнең аҡ инәһе

Аҡ тирмәнең аҡ инәһеЙәйге матур көндәрҙә урман-болондар буйлап гиҙгәндә меңәрләгән гөлдәр араһында әллә ҡайҙан балҡып, нур сәсеп ултырған сәскәне күрһәң, үҙең дә һиҙмәҫтән, шуның эргәһенә тартылаһың, тиҙерәк барып етеп, гүзәллеген йөрәгеңдә ҡалдырырға тырышаһың. Республикабыҙҙағы меңәрләгән һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙҙар араһында бары тик үҙенсә балҡыусы, күңел яҡтыһын башҡалар менән йомарт өләшеүсе Ләлә Ғибаҙулла ҡыҙы Биишеваны шундай сәскә менән сағыштырыр инем. “Халҡым”, “илем”, “телем” тип янып йәшәүсе ил инәһе бына оҙаҡ йылдар инде республикабыҙҙағы “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәген етәкләй.

Ләлә апай Күгәрсен районы Төйөмбәт ауылында 1932 йылда тыуған. Совет власы ныҡлап урынлашып бөтмәгән, мәк­тәптәр яңы асыла башлаған осор. 1933 йылғы аслыҡта Биишевтарҙың ишле ғаиләһе атай кешенең егәрлелеге ар­ҡаһында ғына иҫән ҡала. Ғибаҙулла Абдулла улы – күренекле әҙибә Зәйнәб Биишеваның бер туған ағаһы заманы­ның алдынғы ҡарашлы, уҡымышлы ке­шеһе була. Ләлә апайға аң-белемгә ынтылышты ла тап мөғәллим атаһы һала.
1947 йылда баш ҡалала асылған 9-сы башҡорт мәктәп-интернатына райондар буйлап һәләтле, яҡшы уҡыусы балаларҙы йыялар. Атаһы менән әсәһе, оҙаҡ уйлап тормайынса, етенсе класты тик “бишле”гә тамамлаған Ләләне Өфө­гә шул мәктәпкә уҡырға ебәрә. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа был мәктәп йөҙләгән баланы ашатып-эсереп, кейендереп, төплө белем, дөрөҫ йүнәлеш биреп, уларҙы тормошҡа аяҡ баҫтыра. Республикабыҙ, илебеҙ өсөн дан улдар һәм ҡыҙҙар тәрбиәләүсе уҡыу йорто хәҙер үҙенең элекке уҡыу­сыһы, билдәле шағир Рәми Ғарипов исемен йөрөтә.
1950 йылда унынсыны тамамлаған Ләлә алдында “уҡырға ҡайҙа барыр­ға?” тигән һорау тормай. Атаһы һәм уның бер туған һеңлеһе, Ленин орде­ны кавалеры, 9-сы башҡорт мәктәп-интернатына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Хәлимә апаһы Ҡорбанаева кеүек уҡытыусы булырға теләй ул. Шуға күрә, һис икеләнмәйенсә, Тими­рязев исемендәге педагогия институтына уҡырға инә. Тәүге йылда сит телдәр факультетында белем алһа, унан Хәлимә апаһының тәҡдиме буйынса филология факультетына күсә – апа­һы, күңелендәге ижад осҡонон күреп, уны һүндермәҫкә кәңәш итә. Ҡыҙ студент йылдарында уҡ әҙәби әҫәрҙәргә күҙәтеүҙәр яҙа, институт баҫмаһы – “Шоңҡар” журналын сыға­рыуҙа әүҙем ҡатнаша. Бөгөн дә Ләлә Ғибаҙулла ҡыҙының фәһемле, ғәмле мәҡәләләре республика гәзит-журналдарында баҫылып тора.
Институтты тамамлағас, йәш белгес булараҡ, республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең балаларын уҡы­там, тип, Силәбе өлкәһенә юллана. Ҡоншаҡ районы Яңы Бүре мәктәбендә йәшлек дәрте менән эш башлай. Тормош юлдашын да ошо тарафтарҙа осрата. Тик хеҙмәте абруйлы булһа ла, тыуған яҡ үҙенә тарта – ун бер йыл йә­шәгәндән һуң өс бала­һы менән Күгәр­сенгә ҡайта. Балалары үҫеп нығынғас, күңеленә тынғылыҡ бирмәгән хыялын тормошҡа ашыра: Өфөгә күсә.
Тормош диңгеҙенең тулҡыны яр­ҙың йә бер, йә икенсе ярына ҡағып һуға. Баш ҡалала уны берәү ҙә ҡолас йәйеп көтөп тормай. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең дөйөм ятағында тәрбиәсе булғанда ла, 3-сө төҙөлөш тресында методист эшен башҡарғанда ла эшселәрҙең рухын кү­тәрерҙәй тәрбиәүи, мәҙәни саралар үт­кәрә, уларҙың тормош шарттарын яҡшыртыу, ятаҡтарҙа өй йылыһы булдырыу өсөн ҙур көс һала. Трест етәксе­леге уны ҙурлап, хеҙмәтен юғары ба­һалап, фатирлы итеп хаҡлы ялға оҙата.
1994 йылда апаһы – халыҡ яҙыу­сыһы Зәйнәб Биишева ауырып китә. Ләлә апай ҡәҙерле кешеһен эргәһенән бер минутҡа ла китмәйенсә һуңғы һу­лышынаса тәрбиәләй. Оло шәхес менән ҡандаш ҡына түгел, йәндәш тә булған Ләлә апай уның менән халыҡ, тел яҙмышы, тормош хаҡында һөйләшеп улты­рыуҙарын бөгөн дә ҡат-ҡат күңеленән үткәрә. Һәм яҙмышына апа­һының йо­ғонтоһо ифрат ҙур булыуын төшөнә. Тыуған ауылдары Төйөмбәттә Зәйнәб Биишеваның музейы асыл­ғас, уның эшен яйға һалып ебәрер өсөн тырыша.
Тамырҙары ныҡ ағас көслө булған кеүек, Ләлә апай ҙа үҙ тоҡомоноң тамыр һутынан ҡеүәт алып йәшәй. Тәрән тамырлы Биишевтар нәҫел ағасының һәр ботағы, япрағы яҙмышы – ил тари­хы менән бәйле данлы тормош юлы. Шул күркәм нәҫел вәкиле Ләлә Ғиба­ҙулла ҡыҙы ла халыҡ рухы һағында то­роуы менән бәхетле. Һаман йәштәрсә етеҙ атлап йөрөп, һәммәһенә күңел һипкенен өләшеүсе Ләлә апай Биише­ваға аҡ буранлы ғинуарҙа һикһән йәш тула. Халҡыңды матур эштәрең менән ҡыуандырып, йәшә лә йәшә әле, “Аҡ тирмә”нең аҡ инәһе!

Зәлифә УСМАНОВА,
Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы.

33kv.ru



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook