Уға тәбиғәттең моңо, тау-таштарҙың ныҡлығы күскән
Бәләкәс ҡыҙ ҡоралайҙай етеҙлек менән тау түбәһенә үрмәләй. Тау битләүендә, тамырҙарын ергә ҡаҙап, йөҙйәшәр ҡарағайҙар, имәндәр, аҡ ҡайындар һалдаттар ишеләй теҙелеп баҫҡан да ошо ожмахтай хозурлыҡтың именлеген һаҡлай, әйтерһең. Йәннәттәй изге төбәкте төйәк иткән ҡоштарҙың сихри моңо, һирәк-мирәк күҙгә салынып ҡалған кейектәрҙең хәрәкәте, үлән-япраҡтарҙың серле шыбырҙауы, өҙөлмәҫ сыңрау барлыҡҡа килтереп, йөрәкте албырғата. Үҙеңде лә ошо мөғжизәле тәбиғәттең бер һулышы, ҡабатланмаҫ сағылышы итеп тоя башлайһың. Аяҡтарың баҫып торған ғәзиз тупраҡ та, һулаған һауа ла йәнләнә бара төҫлө. Азалияға таныш тәбиғәттең был мөғжизәле сере. Кескәй ҡыҙ өсөн йәшел аҡлан сәхнә тиерһең. Ул үҙ алдына талғын ғына йыр һуҙа. Ҡыҙсыҡтың бәрхәттәй тауышы көсәйә барып, тәбиғәт моңона ҡушыла һәм, бар киңлекте иңләп, күккә сөйөлә. Тыуған төйәккә һүнмәҫ һөйөү ҙә, йәшәүгә тантана ла яңғырай төҫлө уның ауазында.
Азалия Вәлиева – хәҙер инде уңышҡа өлгәшкән һәм аяғында ныҡлы баҫып торған абруйлы ханым. Шулай ҙа бала саҡ ғәҙәтенә һаман да тоғро ул. Йөрәге һулҡылдап, күңелһеҙләнеп киткән саҡтарында, тау битләүенә менеп, илаһи хозурлыҡты күҙәтә, күңелендә яралған шиғри һүҙҙәрҙе тыуған урманына йырлап ишеттерә. Мөғжизәле тәбиғәттең ғәжәйеп сағыу төҫтәргә мансылған һоҡландырғыс гүзәллеге, сихри көскә эйә моңо, мәғрур ҡаяларҙың ғорурлығы, ныҡлығы, кейек-йәнлектәрҙең саялығы күскән тиерһең уға. Яҡташтары егәрле һылыуҙың өлгөрлөгөнә, ир-егеттәргә хас таҫыллығына, ҡыйыулығына таң ҡала. Нескә генә гүзәл заттың, баһадир йәнле ир-аттарҙың талымы етмәҫтәй оло яуаплылыҡты үҙ иңенә алып, әлеге көндә Бөрйән районы үҙәгендә үҙ көсө менән өс ҡатлы сауҙа үҙәге төҙөүе – үҙе һоҡланыуға лайыҡ оло ваҡиға.
“Эй, Хоҙайым, күҙ генә теймәһен үҙенә”, – ти яҡындары, Азалияның ҡурҡыу, арыу-талыу белмәй яңынан-яңы үрҙәргә ынтылыуына һәм ныҡышмаллығына иҫтәре китеп. Ниндәй генә шөғөл булмаһын, бар нәмәне шартына килтереп үтәү, урынына еткереп ҡуйыу уның өсөн тәүмаҡсат.
Яҡташтарын бына инде ун йылға яҡын йорт йыһаздары, мебель, техника менән тәьмин иткән хужабикәнең ниәттәре алдағы биш йылға теүәл билдәләнгән. Бер урында тапанып тороу киләсәкте ҡайғыртҡан эшҡыуар өсөн килешкән эш түгел, ти ул. Яңынан-яңы өлкәләрҙе үҙләштереү, заман менән бергә атлау һәм эш даирәһен киңәйтеү хыялы менән яна.
Азалияла бәләкәйҙән алып-һатыу һәләте була, күрәһең. Мәктәптә уҡып йөрөгән сағында Магнитогорск ҡалаһындағы апаһына ҡунаҡҡа бара. Ул ваҡытта әйберҙең юҡ сағы. Ә уларҙың баҙарында нимә генә юҡ. Азалия, сумка тултырып, затлы кейем-һалым, аяҡ кейемдәре тейәп ҡайта. Әйберҙәрҙе тиҙ арала һатып бөткәс, тағы ҡалаға юллана. Килемле кәсептең тәмен белеп ҡалған ҡыҙ, ҡурҡыу белмәй, эшкә тәүәккәл тотона. Халыҡтың сауҙа итеүҙе әллә ни үҙһенмәгән, әммә әйбергә мохтажлыҡ кисергән мәле. Үҫмер ҡыҙҙа шул ваҡытта уҡ алдынғы ҡараш, киләсәкте тойомлау һәләте булған, тимәк. Ҡыйыулығы, тырышлығы, отҡорлоғо ярҙамында ата-әсәһен, ике бер туғанын кейем-һалым һәм аҡса менән тәьмин итә алһын әле?!
Бала сағынан сәхнәнән төшмәгән, моңло йырҙары менән Бөрйәндә генә түгел, күрше-тирә райондарҙа ла маҡтау ҡаҙанып өлгөргән яғымлы ҡыҙҙың холоҡ ныҡлығына бәләкәйҙән үҙ көсөнә ышанып, матурлыҡҡа ынтылып үҫеүе лә йоғонто яһағандыр.
Өфө сәнғәт училищеһында уҡыған йылдарҙа Азалия бөтә иғтибарын, йөрәк көсөн йырға һәм уҡыуға бағышлай. Ғүмерлек мөхәббәтен осратыуы ҡыҙҙың тормошона яңы мәғәнә, яңы ижади сатҡы өҫтәй. Бөрйән егете Артур Тәлғәт улы менән матур туй үткәреп, татыу ғаилә ҡоралар. Йәштәрҙең бәхеттәрен ишәйтеп, ҡыҙҙары Гүзәл тыуа.
Тик бына уҡыу йортон тамамлаған йәш белгескә эш кенә табылмай. Баш ҡаланың мәҙәниәт һарайҙарында: “Беҙгә әлегә кеше кәрәкмәй, урын килеп сыҡһа, шылтыратырбыҙ”, – тигән яуапҡа ғына тап була. Нимә эшләһен инде, ҡул ҡаушырып ултырыу уның өсөн хас түгел. Йәнә алып-һатыу эшенә тотона. Йәш кенә көйөнсә баҙарҙа һатыу иткәнен күргән танышы, Азалияны йәлләп, радиоға эшкә саҡыра. “Юлдаш” йыр-моң каналының яңы эфирға сыға башлаған ваҡыты. Танышының тәҡдимен Хоҙай бүләгеләй ҡабул иткән Азалия ҡыуанып ризалаша. Уға яңы, ошоғаса билдәһеҙ даирәне үҙләштереү маҡсаты килеп тыуа. Моңдо йөрәге менән тойған, шиғри күңелле кеше өсөн радиотапшырыуҙар әҙерләү үҙе мөғжизәгә тиң инде ул. Был өлкәне бөтә камиллығында өйрәнеү өсөн Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлегенә уҡырға инә.
Тормош – һикәлтәле һуҡмаҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Эштәге ҡайһы бер ваҡиғалар йәш журналистың күңелен ҡыя: әхирәттәй яҡын күргән хеҙмәттәштәренең мәкерле аҙымы уны эштән китергә мәжбүр итә.
Егәрле ҡатын эшһеҙ өйҙә ятыуҙы өнәмәй. Тиҙ генә барыһын да үҙенсә хәл итеп, Өфөләге бүлмәһен һата ла тыуған яғына юл тота. Ата-әсәһенә лә өндәшеп тормай, бөтә аҡсаны тауар һатып алыуға ҡуллана.
– Ҡыҙымдың был ҡылығын белеп ҡалғандан һуң үҙем илайым: “Бәләкәс балаңды уйлар инең, исмаһам. Ниңә бүлмәңде һатып, бөтә аҡсаны елгә осорҙоң?” – тип әрләйем. “Әсәй, ҡайғырма, күрерһең, барыһы ла яҡшы буласаҡ”, – ти ул, мине йыуатып. Тормошонда кешеләрҙең аңламауына, бәғерһеҙлеккә тарыған ҡыҙым шул мәлдә үк бары тик үҙ көсөңә таянырға кәрәклеген белеп эш иткән. Бөгөнгө уңышы ла уның тәүәккәллек, ауырлыҡтарға бирешмәү, ныҡлыҡ, үҙ-үҙенә ышаныу һөҙөмтәһе, – ти Рәмилә апай, ҡыҙының нисек шәхси эшҡыуарлыҡҡа тотоноуы хаҡында һүҙ башлап.
Азалия тәүҙә Бөрйәнгә кеҫә телефондары алып ҡайтып һата. Халыҡ нимәгә мохтаж икәнен һорашып-белешеп йөрөй торғас, яҡташтарының ихтыяжын үтәп, телевизорҙар, һыуытҡыстар һатыуға күсә. Әйберҙәрҙе хәстәрләп, Азалияға төрлө ҡалаларға йөрөргә, килешеүҙәр төҙөргә һәм ифрат ҡатмарлы бухгалтерия иҫәп-хисабын, юридик нескәлектәрҙе энәһенән ебенә тиклем өйрәнергә тура килә. Тауар ташыу өсөн “ГАЗель” машинаһы һатып алғас, күп уйлап тормай, үҙе руль артына ултыра.
Ҡышҡы сатлама һыуыҡҡа, көҙгө ел-ямғырға ҡарамай, оҙон юлға сығырға кәрәк. Йәш ҡатын ярты йыл йөк машинаһы йөрөтә һәм бер көндө, йыраҡ сәфәрҙән ҡайтып инеү менән, һуштан яҙып йығыла. Ауыр хәлдә дауаханаға оҙаталар. Ярай әле ваҡытында ярҙамға килгән Бөрйән табиптары, тиҙ арала операция яһап, йәш ҡатынды әжәл тырнағынан ҡотҡарып ҡала. Атаһы менән әсәһенә, тормош иптәшенә, туғандарына был ваҡиға тетрәндергес тәьҫир итә. Гел генә ҡоростай ныҡлы, ҡаҡшамаҫ күренгән Азалияны яҡындары бынан ары ауырлыҡтарҙан ҡурсаларға һүҙ ҡуйыша.
Ғаиләһенең хәстәрен, ярҙамын тойған эшҡыуар эшмәкәрлек даирәһен тағы ла киңәйтеп, райондарының Иҫке Собханғол, Байназар ауылдарында “Азалия” тип аталған мебель салондары аса. Сифатлы йорт йыһаздары яһаусы ойошмалар менән генә эш итеүҙе төп бурыс итеп ала ул. Әммә ситтән алып ҡайтылған мебель хаҡының ҡыйбат булыуы, йыш осраҡта кешеләрҙең өйө үлсәменә тап килмәүе генә бошондора. Азалия был мәсьәләне лә хәл итеп, Бөрйәндә йорт йыһаздары эшләүсе цех асырға ниәт ҡора. Уға көнөнә унлаған кеше эш һорап килә. Исмаһам, яңы эш урындары булдырыр, яҡташтарының теләктәрен иҫәпкә алып эшләү мөмкинлеге тыуыр, тип ҡыуана эшҡыуар. Тырыш, эсмәгән йәштәрҙе һайлап, уларҙы үҙ аҡсаһына ярты йылға махсус курстарҙа уҡыта. Ҡатынының бишкә бүленерҙәй булып өҙгөләнеүен күргән Артур, эшен ҡалдырып, ихаталары эргәһенә цех өсөн таш бина һалдырта. Кәрәк-яраҡ техниканы ла, рәсми ҡағыҙҙарҙы ла хәстәрләгәс, цех яйлап үҙ эшен башлай. Хәҙер бөтә тирә-яҡтағылар мебель артынан Азалияға килә. Беренсенән, йыһаздарҙың хаҡы ҡиммәт түгел, сөнки юл сығымдарына аҡса сарыф ителмәй, икенсенән, һәр кем үҙ ихтыяжына, ижади хыялына ярашлы мебель яһатып алыу мөмкинлегенә эйә. Эшҡыуар тауарҙарҙы кредитҡа биреү юлын да хәстәрләгән.
Ғүмер буйы район гәзитендә хеҙмәт иткән һәм урындағы радио каналын етәкләгән әсәһе Рәмилә Ишбулды ҡыҙы менән атаһы Азат Ғәлиулла улын да Азалия үҙенә эшкә ала. Ғәзиз кешеләре уға алтынға торошло. Атай-әсәйем янында тыныс та, ышаныслы ла, ти эшҡыуар.
Илдәге предприятиеларҙың үҫешенә аяҡ салған иҡтисади көрсөк тә эшҡыуар ҡатындың эшмәкәрлегенә йоғонто яһай алмай. Киреһенсә, яңы көс туплап, тырышып эшләү, үҫеү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр тыуҙыра. “Бөрйән халҡы егәрле ул, бөгөн һәр кем етешерәк, матурыраҡ йәшәргә тырыша. Шуға йорт йыһаздары, заман техникаһы һәр ваҡыт киң һорау менән ҡулланыла. Техниканы күмәртәләп алып ҡайтып өлгөрт кенә, йоҡо, аш бүлмәләре өсөн гарнитурҙарға ла ихтыяж ҙур. Беҙгә дәртләнеп эшләргә лә эшләргә”, – ти Азалия.
Эшҡыуар ҡатындың көн тәртибендә буш бер генә минут та юҡ. Әммә йөрәгенә көс-ҡеүәт өҫтәгән, йәшәү йәме булған сәнғәтте лә иғтибарһыҙ ҡалдырмай ул. Яңы йырҙар яҙҙыра, районда, баш ҡалала үткән мәҙәни сараларҙа сығыш яһай. Күптән түгел Мысырҙа йырҙарына клип төшөргәндәр.
“Эйе, беҙ бөтәбеҙ ҙә ниндәйҙер маҡсатҡа ынтылып йәшәйбеҙ. Әммә маҡсатҡа өлгәшеүҙән бигерәк, уға алып барған юл күпкә мөһимерәк. Ошо юлдың мөмкин тиклем ваҡиғаларға бай, яҡты һәм йәшәү һуты менән һуғарылған булыуы фарыз. Юғиһә, тормошта бәхет төшөнсәһе юғала. Мине ижадҡа булған һөйөүем дәртләндерә. Мохтаждарға, дуҫтарыма ярҙам итергә тырышыуым да күңел ихтыяжыма, изге ниәттәрҙе ғәмәлгә ашырыуыма бәйле”, – ти эшҡыуар, тормош фәлсәфәһе менән бүлешеп.
Ул мәктәпкә, балалар баҡсаһына ярҙам итә. Бәләкәстәр йыл да Азалия апалары әҙерләгән Ҡыш бабай бүләген алып шатлана. Башҡортостан юлдаш каналы ойошторған мәҙәни бәйгеләргә уны йыш ҡына бағыусы булараҡ йәлеп итәләр. Йыр-моңға ғашиҡ эшҡыуар бөтә сараларҙа ла күңел һалып ҡатнаша.
Ул Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһының Өфө филиалын тамамлаған. “Күңелендә йыр йөрөткән кеше хисле була. Ә хис тормошто, кешеләрҙе тойорға ярҙам итә. Мин дә халыҡ ихтыяжынан сығып эш итәм, һиҙгерлегем, киләсәкте тойомлауым булмаһа, уңышҡа ла ирешә алмаҫ инем, моғайын”, – ти ул үҙенең уңыш серен сисеп.
Азалияның эше, мәшәҡәте бихисап булыуға ҡарамаҫтан, йондоҙҙай балҡып йөрөүен күреп, сәнғәт менән бизнес бер-береһенә ҡамасау түгел, киреһенсә, бер-береһен тулыландырып, һутландырып, йәшәү йәме уята, маҡсатҡа талпындыра икәненә инанаһың. Бөрйән һылыуының 2009 йылда Бөтә Рәсәй эшҡыуарҙар ойошмаһының “Йыл эшҡыуары” дипломына лайыҡ булыуы ла быға асыҡ дәлил.
Азалияның ҡыҙы Гүзәл Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназияһында белем ала. Уҡыу алдынғыһы булған ҡыҙ, әсәһе кеүек, сәнғәт-кә ғашиҡ. Бәләкәсен әсә наҙынан, һөйөүенән мәхрүм итмәҫ өсөн Азалия аҙна һайын тиерлек Өфөгә килә. Уны үҙе менән төрлө сараларға йөрөтә, тәмле аштар менән һыйлай.
Әлеге көндә эшҡыуарҙың төп маҡсаты – яҙға тиклем өс ҡатлы сауҙа үҙәген һалып бөтөп, май айында уның ишектәрен асыу. Бинала сауҙа нөктәләренән тыш, банктар филиалы, йәмәғәт туҡланыу урындары һәм ҙур майҙан биләп торған йәштәр өсөн күңел асыу залы буласаҡ.
“Бөрйән үҙәгендә йәштәргә бейеү, күңел асыу өсөн бер урын да юҡ. Ултырып тамаҡ ялғап алырлыҡ, балаларҙы йөрөтөрлөк йүнле кафе булмауы ла күңелде ҡыра ине. Ҙур сауҙа үҙәге ошо мәсьәләләрҙең барыһын да бер юлы хәл итәсәк, тигән ниәт менән тотондом мин был ҡатмарлы һәм ауыр эшкә. Аллаға шөкөр, төҙөлөш бара, арендаторҙар менән дә алдан килешеүҙәр төҙөлөп бөткән. Беҙ ҙә замандан ҡалышмаҫҡа, киләсәккә оло маҡсаттар ҡуйырға һәм етеш, матур йәшәүҙең күркәмлегенә кешеләрҙе ышандырырға тейешбеҙҙер. Халҡыбыҙҙың мейеһенә быны ныҡлап һеңдереү зарур. Шул уҡ ваҡытта, ниндәй генә үрҙәр яулаһаң да, халыҡ өсөн эшләгәнеңде оноторға ярамай. Әгәр эшем уңа икән, мин тәү сиратта яҡташтарыма бурыслы. Уларҙың тормошо алға барһа, минең дә эшем сәскә атасаҡ. Бөтә нәмә лә үҙ-ара бәйле был фани донъяла”, – ти эшҡыуар, күңел кисерештәре менән уртаҡлашып.
Бөгөнгө уңышына өлгәшер өсөн Азалия Вәлиева ҡатмарлы тормош мәктәбе үткән. Билдәләнгән юлдан тайпылмаҫ, ауырлыҡтарға бирешмәҫ, хаталанмаҫ өсөн уға йоҡоларын йоҡламай, үҙен аямай эшләргә тура килгән. Әммә тормошондағы бер көнөнә лә үкенмәй ул. Ғүмеренең һәр сәғәте, һәр минуты ҡәҙерле уға, әлеге көнгә алып килгән һәм бәхет бүләк иткән яҙмышына сикһеҙ рәхмәтле. Беҙ егәрле эшҡыуарға, оҫта етәксегә, һәләтле йырсыға артабан да уңыш теләйбеҙ.
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Бөрйән районы.
Мелодия природы, крепость камня – все это в ней
В Бурзянском районе Азалия Валиева – известная предпринимательница. Она хорошо поет. Сочетает в себе бизнес и искусство.
Начала она свой бизнес еще в голодные девяностые – в дорожной сумке привозила одежду из города Магнитогорска и торговала в своей деревне. Тогда она была еще лишь школьницей, но сумела перебороть страхи и предубеждения. Через некоторое время, уже взрослой, с двумя высшими образованиями, она бросила работу по специальности из-за предательства своих коллег, продала комнату, накупила товара на эти деньги и вернулась в свой район. С тех пор ее дела идут только в гору. Сейчас Азалия имеет свои магазины, мебельный цех, строит трехэтажное здание торгово-сервисного комплекса в райцентре. О судьбе этой решительной, бесстрашной женщины рассказывают журналистка Альбина Губайдуллина и фотокорреспондент Александр Данилов.

Теги: