Ҡышын бит тиреһен тәрбиәләү
Ҡыш дөйөм организм өсөн етди һынау һәм һауа торошоноң киҫкен үҙгәреше иң тәүҙә тән тиреһенә кире йоғонто яһай. Һыуыҡҡа айырыуса бит тиреһе тиҙ бирешә, шымалығы, тәбиғи нәзәкәтлеге юғала. Йөҙөбөҙ сәләмәтлек менән балҡып торһон өсөн тирене файҙалы матдәләр менән туҡландырып тороу зарур.
Урамға сығырға ярты сәғәт алда тирене һаҡлай торған махсус крем һөртөү кәрәк. Уның урынына тональ крем да файҙаланырға була.
Аҡ сәскә, йылан тамыры, бөтнөк, эт дегәнәге үләндәренән (ҡара йәки йәшел сәйҙән дә ярай) яһалған төнәтмәне туңдырып, боҙ киҫәктәрен битте йыуыу өсөн ҡулланырға мөмкин.
Бал менән йомортҡа ағынан битлек
Бит төләгән осраҡта бер балғалаҡ балға туғылған йомортҡа ағы ҡушып болғатырға ла әҙер битлекте 6-7 минутҡа биткә яғырға. Биш минуттан бал йәбешкәнсе бармаҡ остары менән генә биткә һуҡҡылап алыу кәңәш ителә. Бит тиреһен тартырға ярамай, уға һаҡ ҡына баҫырып ҡағылалар. Артабан битте һалҡынсараҡ һыу менән сайҡатырға.
Киндер орлоғонан
Арығанлыҡты бөтөрөү, биткә сафлыҡ өҫтәү өсөн киндер орлоғонан әҙерләнгән битлек ярҙам итә. Ике ҡалаҡ киндер орлоғона ике стакан һалҡын һыу ҡойоп, бутҡа рәүешенә ингәнсе ҡайнатабыҙ. Һуңынан һөҙөп, йылы көйөнсә биткә һылайбыҙ. 20 минут тотабыҙ. Йылымыс һыу менән йыуып төшөргәс, биткә майлы крем һөртөргә тәҡдим ителә.
Балдан, ондан, һөттән
Витаминдарға, микроэлементтарға бай бал бит тиреһе өсөн алмаштырғыһыҙ. Ундағы файҙалы матдәләр тирене туҡландырыу һәм шымартыу көсөнә эйә. Тигеҙ күләмдә он, бал һәм һөттө бергә ҡушып бутарға ла ярты сәғәткә биткә һыларға. Аҡ сәскә төнәтмәһе менән сайҡатырға.
Эремсектән
30 грамм эремсеккә йомортҡа һарыһы ҡушып туғырға. Биткә яғып, 15 минут тоторға. Ул биттең ҡыҙыллығын ала, шымарта һәм туҡландыра.
А. ШӘҺИТОВА әҙерләне.
Уход за кожей лица зимой
Зимой кожа лица испытывает стресс из-за холодного воздуха. Деятельность сальных желез замедляется, и природный барьер не всегда справляется со своей задачей. Поэтому зимой, как никогда, наше лицо нуждается в дополнительном питании и увлажнении. В этом помогают зимние маски для лица, приготовленные в домашних в условиях.
Медовая маска
Мед богат витаминами и микроэлементами, поэтому очень полезен для питания увядающей кожи лица. Смешать в равной доле муку, мед и молоко. Кашицу нанести на лицо на полчаса. Смыть теплым ромашковым настоем.
Семена льна
На 2 стакана холодной воды берем 2 ложки семян и кипятим до получения кашеобразной смеси. Процеживаем и кашицу в теплом виде наносим на лицо. Через 20 минут смываем и наносим жирный питательный крем.
Творожно-желтковая маска
30 г творога растереть с желтком. Нанести на лицо на 15 минут. Маска применяется при шелушении кожи, снимает покраснение и раздражение.
Медово-белковая маска
Если кожа силько шелушится, рекомендуется медово-белковая маска. 1 чайную ложку меда добавляем в чашку с взбитыми белками. Наносим на лицо на 5 минут. Легонько вбиваем маску пальцами, пока она не станет прилипать к рукам. Смыть прохладной водой и сразу нанести питательный крем.

Теги: