Иңдәремә һалам ебәк яулыҡ – “Башҡортостан ҡыҙы” бүләген

Улар ҙур сәйәсәттән дә, бөтә донъя көткән сираттағы финанс көрсөгөнән дә алыҫ, боронғо ныҡлыҡтарын, сабырлыҡтарын, йәшәү рәүешен һаҡлап, ҡәҙимгесә ғүмер итәләр. Мал, ҡаҙ-өйрәк үрсетәләр, иген игәләр. Яҡты киләсәк юрап, улдар, ҡыҙҙар үҫтерәләр. Ҡанат нығытып, ояһынан осҡан ҡошсоҡтарҙай, балалары ситкә таралышҡас, ял көндәрен уларҙы ҡаршы алалар. Рухи аҙыҡты ла интернет селтәренән, йөҙ каналлы телевизорҙан түгел, элеккесә – китаптарҙан, гәзит-журналдарҙан эҙләйҙәр.
“Башҡортостан ҡыҙы”н сыға башлаған мәленән – 1968 йылдан бирле алдырыусы ханым йәшәй был ауылда. Баҫмабыҙҙы иң яҡын әхирәтеләй күреп яратҡан Мәүсилә Миңлебай ҡыҙы Ихсанова яҙмышын балалар тәрбиәләүгә арнаған. Мәүсилә апай менән уның ғүмер юлдашы, баҫыу батыры Фәнил ағайҙың көнитмеше меңдәрсә ауыл кешеһенә оҡшаш. Тормоштарын йөрәк ҡайнарлығы менән һуғарып, үҙ ҡулдары менән матур итә улар. “Был донъяла беҙ ҡунаҡ ҡына. Һәр көндөң ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәк”, – тиҙәр.
Хаҡлы ялдағы мөғәллимә тыпылдап ямғыр яуған көҙгө ҡараңғы кистәрҙә, аҡ бурандар уйнаған ҡышҡы оҙон төндәрҙә ҡулына энә менән еп ала. Аҡ ерлеккә ятҡан нағыштарҙа – уның күңел балҡышы, ҡанат ҡуйған өмөттәре – тормошҡа ашҡаны ла, хыялда ҡалғаны ла. Көн дә биш һыйыр һауып, уларҙың һөтөн эшкәрткән, силәк тулы ҡамыр баҫып, икмәк һалған, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ тағы әллә күпме эште башҡарған ҡулдары һаман нәфислеген юғалтмаған. Ошо тилбер ҡулдар күңелдә тыуған биҙәктәрҙе ябай туҡымаға серле күренеш итеп төшөрә. Был матурлыҡ уның бар донъяһын солғаған – бүлмәләрҙәге япмалар, һөлгөләр, мендәр тыштары, ашъяулыҡтар һәр береһе айырым, шулай уҡ бөтәһе бер бөтөн сәнғәти эштәр.
Журнал ойошторған бәйгелә–“Аллы-гөллө, селтәрле” тигән сигеүле алъяпҡыстар конкурсында Мәүсилә Миңлебай ҡыҙының эше иң зауыҡлыларҙан табылып, ул “Башҡортостан ҡыҙы”ның ебәк яулығына лайыҡ булғайны. Бүләк яулыҡты апайыбыҙ бик ҡәҙерләп, байрамдарҙа ғына ябына икән һәм журналдың һәр һанын әле лә үҫмер сағындағы кеүек түҙемһеҙләнеп көтөп ала.
– “Башҡортостан ҡыҙы”н уҡыусы барса ҡатын-ҡыҙҙы етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлайым, йылдың илебеҙ өсөн имен, һәммәбеҙгә ырыҫлы булыуын теләйем. Күңел таянысыбыҙ, рухи терәгебеҙ булған баҫма менән артабан да бергә ҡалайыҡ, – ти ул.
Альмира КИРӘЕВА.
Александр ДАНИЛОВ фотоһы.
Дәүләкән районы.
На плечи накину шелковый платок – подарок от “Башкортостан кызы”
Зарисовку о Маусиле Ихсановой из деревни Япар-Янбеково Давлекановского района подготовили журналистка Альмира Киреева и фотокорреспондент Александр Данилов. Маусиля Минибаевна выписывает журнал с 1968 года, начиная с самого первого номера. Бывшая учительница, ныне пенсионерка вечерами занимается рукоделием. Она вышивает наволочки, полотенца, скатерти. Когда-то она участвовала в конкурсе рукодельниц, объявленном редакцией журнала “Башкортостан кызы”, и получила в подарок фирменный платок журнала. С тех пор она бережно хранит его.
Теги: