Йомортҡалы ризыҡтар

Йомортҡалы  ризыҡтар Йомортҡа – туҡлыҡлы, организм өсөн кәрәкле матдәләргә бай, тәмле һәм тиҙ бешерелә торған аҙыҡ. Ғәҙәттә уны йоморолай бешерәбеҙ йәки ҡурабыҙ. Бөгөн йомортҡаны төрләндереп әҙерләүҙең бер нисә ысулын күрһәтмәксебеҙ.

Йомортҡа урамаһы

4 йомортҡа, 3 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 500 грамм тауыҡ ите, 200 грамм сыр, 1 татлы борос, йәшел һуған, тоҙ кәрәк.
Йомортҡаны һытып, ҡаймаҡ, тоҙ һалып, икегә бүлеп табала ҡурып алабыҙ.
Тауыҡ итен бешереп, ҡул менән нәҙек оҙон киҫәктәргә бүлгеләйбеҙ (йәки оҙонсалай ҡырҡабыҙ). Сырҙы ҡыр­ғыстан үткәрәбеҙ. Татлы боросто һаламлап турайбыҙ.

Йомортҡа йәймәһенә 1 ҡалаҡ ҡаймаҡ яғабыҙ. Тауыҡ итен, татлы боросто, сырҙы, йәшел һуғанды һалабыҙ һәм ипләп кенә урама итеп төрә­беҙ. Ураманы асылып китмәһен өсөн ҡурғаш ҡағыҙға (фольгаға) төрәбеҙ ҙә 5 – 8 минутҡа эҫе мейескә ҡуябыҙ. Сыры ирегәс, алып һыуытабыҙ.
Ураманы ҡырҡып, табынға ҡуябыҙ.

“Йомортҡа пиццаһы”
6 йомортҡа, 150 грамм бәшмәк (консерваланған да ярай), 2 помидор, 150 грамм сыр, 1 баш һуған, йәшел тәмләткес үләндәр, тоҙ, борос, үҫемлек майы кәрәк. Ризыҡтарҙы үҙегеҙ теләгән кү­ләмдә алырға була.

Ваҡлап туралған һуғанды майлы табала бер аҙ ҡыҙҙырып алабыҙ. Туралған бәшмәкте өҫтәп, тоҙ һибеп, ҡыҙҙырыуҙы дауам итәбеҙ. 10 минуттан әҙер булғас, бәшмәкте айырым тәрилкәгә алып торабыҙ. Хәҙер табаға йомортҡаларҙы һытабыҙ, тә­менсә тоҙ, борос һибәбеҙ.
Помидорҙы ваҡ ҡына йәки нәҙек итеп ярымҡулсалап турайбыҙ ҙа (ит турағыстан үткәрергә, ҡырғыстан ҡырырға ла мөмкин) яртылаш бешкән йомортҡа өҫтөнә йәйеп һалабыҙ. Ҡапҡасын ябып бер нисә минут тот­ҡас, өҫтөнә бәшмәкте һалабыҙ, унан эре ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы һибәбеҙ. Ҡапҡасын ябып, сыр ире­гәнсе тотабыҙ.

Матур “шешлек”
6 йомортҡа, төрлө төҫтәге 2 татлы борос, 1-2 ҡыяр, 700 грамм черри помидоры, 1 баш һуған, 160 грамм сыр, 150 грамм ҡаймаҡ, тоҙ, борос, үҫемлек майы кәрәк.
Йомортҡаны һытабыҙ. Татлы боросто ярымҡулсалап йәки һаламлап турайбыҙ. Һуғанды ваҡлап турайбыҙ. Сырҙы ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Барыһын бергә ҡушып, ҡаймаҡ өҫтәй­беҙ, тәменсә тоҙ, борос һибәбеҙ. Болғатып, майлы табаға һалабыҙ ҙа эҫе мейескә 20 – 30 минутҡа ултыртабыҙ. Бешеп сыҡҡас, алып һыуытабыҙ һәм шаҡмаҡлап ҡыр­ҡабыҙ.
Шешлек таяҡтарына йомортҡа шаҡмағын, черри помидорын, ҡыяр киҫәктәрен аралаштырып теҙәбеҙ.

Диңгеҙ ҡыҫалаһы менән

3 йомортҡа, 300 грамм диңгеҙ ҡыҫалаһы (креветка), 100 грамм һөт йәки һөт өҫтө, 1 баш һуған, тоҙ, борос, үҫемлек майы, йәшел тәмләткес үләндәр кәрәк.
Һуғанды ваҡ ҡына турап ҡыҙҙырабыҙ. Таҙартылған диңгеҙ ҡыҫалаһын өҫтәйбеҙ һәм көслө утта ҡыҙҙырабыҙ, тоҙ һалабыҙ. Йомортҡаға һөт, тоҙ һа­лып болғатабыҙ һәм диңгеҙ ҡыҫа­лаһына ҡушабыҙ. Өҫтөн ҡаплап, 5 – 7 минут бешерәбеҙ.

Табала майһыҙ килеш
4 йомортҡа, ярты лимон, 1 стакан һыу, 2 ҡалаҡ зәйтүн майы, тоҙ, борос, йәшел тәмләткес үләндәр кәрәк.
Табала һыуҙы ҡайнатабыҙ. Йомортҡаны һыуға һытабыҙ. Тоҙ һибә­беҙ. Шулай бешерәбеҙ.
Лимондың һутын һығып алабыҙ, тоҙ, зәйтүн майы ҡушып болғатабыҙ (был соус урынына ҡаймаҡ ҡулланыр­ға ла була). Йомортҡаларҙы тәрилкә­гә һалып, өҫтөнә соусты ҡоябыҙ, мул итеп тәмләткес үләндәр һибәбеҙ.

Гөлшат ҠУНАФИНА әҙерләне.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook