Әҙәм күрке - йөҙ менән...
Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, барыбыҙ ҙа матур булырға теләйбеҙ. Ошонда бөтә донъяға билдәле модельер Коко Шанелдең: «20 йәштә тәбиғәттән бирелгән, 30-ҙа тормош әүәләгән, ә инде 50 йәштә үҙегеҙ лайыҡ булған йөҙгә эйәһегеҙ», – тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрөү ҙә урынлы булыр.
Күбебеҙ матурлыҡты бит тиреһенең шыма, йыйырсыҡтарһыҙ булыуында тип уйлай. Шуға ла йыш ҡына бит тиреһен тәрбиәләйбеҙ, лосьондар менән таҙартабыҙ, дымландырыусы майҙар һөртәбеҙ, туҡландырыусы битлектәр ҡулланабыҙ. Урамға сыҡҡанда тональ крем, пудра һылап ҡуябыҙ, күҙҙәргә һөрмә тартабыҙ, төрлө төҫтәрҙәге иннектәр ҡулланабыҙ, кершән яғабыҙ, ирендәрҙе ҡыҙартабыҙ. Ҡайһы берҙәребеҙ сама белмәй, матур булам тип, көлкөгә ҡалып ҡуя.
Кемдер макияжға бөтөнләй әһәмиәт бирмәй, нисек бармын, шулай яратығыҙ, йәнәһе. Йә ваҡыт тапмай, ашыҡ-бошоҡ ҡына ҡаш, күҙ, ирен «яһайбыҙ». Һәр эштең рәте-сираты булған кеүек, бында ла самаһы ла, үҙенә күрә нескәлек-серҙәре була икәнен онотмай, үҙебеҙҙе матурларға, яратырға ваҡыт бүләйек, әхирәттәр.
Ошоно яҡшы төшөнгән һылыуҙар тормошта була торған берәй иҫтәлекле, бигерәк тә туй, тыуған көн йә башҡа мөһим ваҡиға алдынан профессиональ визажисҡа мөрәжәғәт итә. Сәхнәлә, күмәк кеше араһында эшләгән кешеләргә был бигерәк тә мөһим, сөнки дөрөҫ макияж сырайҙы яғымлы күрһәтә, кешеләрҙе ылыҡтыра.
Өфөлә профессиональ визаж оҫтаһы булып танылған Сердар Камбаровты белмәгән гүзәл зат һирәктер. Күптәр уның студияһында биҙәнеп ҡарарға хыяллана, тиһәм дә, арттырыу булмаҫ.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Фирүзә Парижға Сердар Камбаровҡа барыу мөмкинлеге тураћында әйткәс, шатланып риза булды. Баҡтиһәң, Фирүзә лә уның оҫталығы хаҡында ишетеп белә, хатта уның студияһында уҡып алыу хыялы менән яна икән.
Театрҙа ҡыҙыу мәл, Туфан Миңнуллиндың «Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдең премьераһы көтөлә. Фирүзә лә унда төп ролдәрҙең береһен башҡара. «Әлеге ваҡытта баҫылып, ҡурҡып йәшәгән ҡатын – ҡаҙаҡ ҡыҙы Алтынсәс образын сәхнәгә сығарырға әҙерләнәм. Өс ай инде эшкә буянмай йөрөйөм. Макияж урамға сыҡҡанда ышаныслыраҡ тойорға ярҙам итһә лә, буянып килһәм, әлеге образға инеүе ауырыраҡ булыуын һиҙеп ҡалдым», – ти актриса.
...Сердар Камбаровтың әсәһе – Ейәнсура районынан, башҡорт, атаһы – төркмән милләтенән. Нисек популяр булып китеүенең серен һорашҡас, ул, йылмайып, эшемә күңел һалып башҡарғанғалыр, тине. Бер ханымды биҙәндереү өсөн сәғәттән артыҡ ваҡыт китә, йәй көндәре таңғы 5-6-нан эш башлайбыҙ, ти Сердар.
... Ул Фирүзәгә актриса булараҡ йыш кәрәккән киске макияж эшләргә ҡарар итте. Әлбиттә, сағыу һәм күҙгә ташланып торорлоҡ буласаҡ, ғәҙәттә, урамға улай буянып сыҡмайҙар, тип иҫкәртеп ҡуйҙы оҫта. Артабан Сердарҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалайыҡ:
* Битте таҙалап йыуғас, дымландырыусы май һөртөлә.
* Ҡаштарға, эҫкәк менән йолҡоп, матур шәкел бирелә. Йөҙ күрке – ҡаш, тигәндәр. Юҡҡа ғынамы ни һөлөк кеүек, ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйғас ҡара ҡаштар йырҙарҙа данланған! Һары сәсле йәки сәстәрен һарыға буятҡан ҡыҙҙарға ҡара ҡаш килешмәй. Йыш ҡына ҡыҙҙар сәстәрен буята ла ҡаш хаҡында онота. Ҡаш сәстән ныҡ айырылып торорға тейеш түгел. Нәҙек ҡаш та хәҙер тарихта ҡалды.
* Татуажға ыңғай ҡарамайым. Дөрөҫ эшләнмәһә, ҡатын-ҡыҙҙы ҡартайта. Әгәр ҙә инде ҡашың булмаһа, татуаж яһатырға мөмкин. Булғанды матур итеп тәрбиәләп, биҙәп ҡуйыуға етмәй барыбер.
* Ҡашты буяғас, тональ крем һөртөлә. Ул муйын тиреһе төҫөнә ярашлы һайлана. Уны ҡолаҡтарға, муйынға, күҙ аҫтарына, танауға тигеҙ итеп яғабыҙ. Ҡыҙарып торған ерҙәр ҡаплана. Хәҙерге тональ кремдар урамға сыҡҡанда тирене туҙандан, ҡояштан, һалҡындан һаҡлай.
* Һуңынан ҡуйыраҡ төҫтәге тональ крем менән бит һыҙаттарын белендереп сығабыҙ. Ошонда инде ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе йәшереп ҡуйып була. Яҫы битте йыйнаҡ итеп күрһәтеү, ябыҡ биткә бер аҙ күләм өҫтәү ҙә еңел.
Шул рәүешле Сердар Фирүзәнең танауын «төҙәтте». Баҡтиһәң, актриса «Нәркәс» спектакленең премьераһы алдынан, сәхнәлә яңылыш эләгеп ҡолап, танауын яралай. Сердар уны йәшереп ҡуйҙы, оҙон күренмәһен өсөн, танауҙы бер аҙ «ҡыҫҡартты».
* Тональ кремдарҙың бер уңайһыҙ яғы бар: яғаны бысрата. Әммә профессиональ тональ кремдарҙың, хаҡы ҡыйбатыраҡ булһа ла, сифаты юғары. Улар кейемгә йоғоп ҡалмай. Әммә... ҡатын-ҡыҙ, яғаһы бысранған осраҡта ла, битендәге таптарҙы ҡаплауҙан баш тартырға тейеш түгел.
*Биттәге һыҙаттарҙы ҡылҡәләм менән тигеҙләгәс, ул ялтырап тормаһын, йөҙҙөң рельефы һаҡланһын өсөн, ҡалын итмәй генә пудра һалына.
* Йылмайған кеүек итеп, бит алмаларын түңәрәкләндергәс, ошо түңәрәккә һәм, уны ҡолаҡтарҙың өҫкө яғына ҡарап торған өтөр рәүешенә индереп, кершән яғабыҙ.
* Ҡаштар аҫтына бит тиреһенән бер аҙға аҡһылыраҡ иннек һөртәбеҙ. Ҡайһы бер ҡыҙҙар мәрүәт (перламутр) иннектәр һөртөп ҡуя. Был хәҙер актуаль түгел. Асыҡ алһыу йә башҡа сағыу төҫтәге иннектәрҙе ҡулланыу урынһыҙ.
* Иннектәр ҡойолоп төшөп бөтмәһен өсөн, нигеҙе ҡәләм менән буяла. Күҙ аҫты ҡәләм менән һыҙыла. Кемдең күҙ аҫтары шешмәкләнеп тора, уларға күҙ аҫтын һыҙыу артыҡ. Күҙ ситенә махсус ҡәләмдәр барлығын да белеп ҡуйыу файҙалы.
* Шунан керпектәр буяла. Яһалма керпектәр йәбештереп, тәбиғи күренһен өсөн, уны тушь менән буяп ҡуйыу ҙа хуплана.
* Ирен ситен ҡәләм менән һыҙғас, буяғыс һөртөлә.
Шулай итеп, Сердарҙың эше тамам булды. Артабан Фирүзәнең толомдарын матурлау сәс оҫтаһы Светлана Белозероваға тапшырылды.
* Сәскә айырыуса иғтибар биреү мөһим. Һау, ҡаралған сәстәр – матурлыҡ билгеһе, ул йылҡылдап торһон өсөн, туҡландырыусы маскалар яһарға, ниндәй буяу һайларға һәм башҡа бик күп файҙалы кәңәштәр ишетте унан Фирүзә.
Актриса бер йыл самаһы элек сәсен ҡына менән буяған. Был тәбиғи буяуҙан һуң бер йыл самаһы химик буяу ҡулланырға ярамай: юғиһә, сәс ныҡ ҡойоласаҡ. Асаланған остарын ҡырҡтырып торорға, бөҙрәләткестәр, фен ҡулланыу алдынан сәсте яндырып, киптереп ҡуйыуҙан һаҡлаусы махсус спрейҙар һиптерергә кеүек ябай ғына кәңәштәрҙе тотоу ҙа ҡатын-ҡыҙға гүзәллек бүләк итергә һәләтле.
Ҡыҫҡаһы, был мәҡәләнең маҡсаты – кемгәлер реклама яһау түгел, ә ханымдарҙы матур булырға илһамландырыу. Әгәр ошо серҙәр һеҙҙе гүзәл күренергә дәртләндереп ебәрһә, тимәк, беҙ маҡсатыбыҙға өлгәшкәнбеҙ, тигән һүҙ. Матур булайыҡ!

Азалия МИРЗАЕВА.
Теги: