ЙОЛА МЕНӘН ТӘРБИӘЛӘҮ
Бәхетле бала олатай-өләсәй тәрбиәһен дә күреп үҫә, тигән һүҙ ҡалай дөрөҫ әйтелгән, тип уйлайым мин йылдар уҙған һайын. Үҙем ике нәнәйемдең дә йоғонтоһон татып үҫтем. Шундай рәхәт саҡтар булған! Хәйер, ул ваҡытта ла Аҡбикә нәнәйем янында бик уңайлы, рәхәт икәнен яҡшы тоя инем.
Хәҙер уларҙы «боронғо кешеләр», тиҙәр. Шулайҙыр инде, сөнки бөтөнләй икенсе төрлө, көслө рухлы, милләт тамырҙарын тәрән тойған быуын булған бит улар. Нәнәйемдең һис ҡасан да эш ҡушҡанын, әрләп эш өйрәткәнен хәтерләмәйем. Ул нисектер хеҙмәт тәрбиәһен үҙ миҫалында биргән. Ул ниндәй эшкә тотонһа, мин дә эйәрәм. Тыуған ауылым Дәүләкән районының Мәкәш ауылы тирәһендә беҙ йөрөмәгән урман, ялан, ҡыр-туғай ҡалмағандыр ул, моғайын. Әле лә йәй ауылға ҡайтһам, нәнәйем йөрөткән ерҙәрҙән емеш-еләк, үлән йыям, урман менән аралашам, тәбиғәт ҡосағында онотолам. Хатта, ҡырағай ҡарағат менән сейә яланын ул ғына белдеме икән әллә, тим, сөнки хәҙер ул урындарға барғандарын ишеткәнем юҡ. Ә былтыр йәй һуңында юрамал ғына шул аҡланға инеп, бөтөнләй аяҡ баҫылмағанлығын аңланыҡ. Сейә хатта көйә башлаған. Ә тәме! Кем белә инде, ауыл халҡы юлды онотоуы ла ихтимал, сөнки унда малын эҙләүселәр генә барып сыға торғандыр. Ә беҙҙең ала һыйыр бөтә яландарҙы байҡай торғайны. Ана шул һыйырҙы эҙләгәндә, ниндәй генә тарих һөйләмәй нәнәйем!
Бер көндө Алаҡай күрше Әлшәй районы яғына сығып киткән. Ташлы ауылына яҡын урынлашҡан ике тау әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итеп тора. «Алпамыша ике итеген сисеп ҡаҡҡандан барлыҡҡа килгән был тау-ҙар. Уң яғын ҡаҡҡан – Һанайһары хасил булған. Һул яғынан – Шайтанһары. Ул тауҙар ябай түгел, ямғыр булмаған йылдарҙа барып ямғыр һорай торғайнылар ауыл әбейҙәре», – ти нәнәйем. Ана шул рәүешле миндә халыҡ ижадына, йолаларға ҡыҙыҡһыныу уянды. Ул һөйләгән риүәйәттәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Ә инде утынға барһаҡ, нәнәйем юл буйына – барғансы ла, ҡайтҡансы ла – йырлай. Халыҡ көйҙәренә ҡыҙыҡһыныу шулай уянды, улар аша күңел торошон тойорға өйрәндем. Бөтәһен дә яҙып ҡала белмәгәнмен, ҡайһы берҙәре беҙҙең яҡта ғына йырланған һирәк моңдар ине.
Беҙгә Асылыкүл яҡын. Атҡа ултыртып, нәнәйем беҙҙе шунда һыу инергә алып китә. Һыуға төшөр алдынан, рөхсәт һораныңмы Һыу инәһенән, тип һорай, шунһыҙ һыуға керергә лә ҡушмай. Беҙ хатта шуға өйрәнеп киткәнбеҙ. Шунан ул Асылыкүл олоуын ишетә торғайны. Тағы ҡорбан һорай, тип шомландыра ине. Шунан күп тә үтмәй, фажиғәле хәбәр ишетелә. Ул һәр саҡ күлде тәрбиәләү хаҡында һөйләне, кешеләрҙең шунда машиналар индереп йыуыуын күрһә, бик асырғана ине. Хатта барып һүҙ ҡушып, аңлатҡан саҡтары ла булды.
Һыуһылыу менән Заятүләктең мөхәббәте тураһында ул шулай уҡ оҙон-оҙаҡ һөйләй торғайны. Ул бәләкәй саҡта Балҡантауҙа хатта егет менән ҡыҙҙың ҡәбере лә беленеп торған, әммә совет осоронда, тауға яҡын урында Киров бүлексәһен ойошторғас, килеп йәшәй башлаған кешеләр йорт нигеҙенә тип ҡәбер таштарын ташып бөткән. Ә бит был бик аяныслы күренеш, шуға ла был ауыл мандый алмағандыр инде.
Нәнәйем кис һыу түктермәй, иҙән һепертмәй торғайны. Ниңә улай ярамай, тиһәң, ҡараңғыла бысраҡ түкһәң, үҙеңә яман һүҙ тейер, сүп сығарһаң, ғәйбәт ишетерһең, ти ине. Ярамай икән, тимәк, ярамай.
Шунан ул өҫтәлдә һыныҡ ҡалдырғанды яратманы. Әллә нәнәй менән үҫкәнгә, һис ҡасан һалған ризыҡты семсенеп ултырмайым, ашап бөтөрәм. Ризыҡтан оло булырға ярамай, ти торғайны ул. Йәнә лә икмәк валсыҡтары ҡойолһа, сүпләп ашап бөтөргә ҡуша. Ана бит байлыҡтарың һиңә ҡарап ята, малдарың, һарыҡтарың, ниңә әрәм итәһең, ҡабып ҡуй, тип өҫтәп ҡуя нәнәйем. Ул шул рәүешле ризыҡҡа һаҡсыл ҡараш та тәрбиәләгән бит!
Һуғыш ваҡыты кешеләрен һаран тигәнде ишеткәнем бар, йәнәһе, аслыҡ күргәс, бөтә нәмәне йыялар, әрәм итмәйҙәр. Эйе, нәнәйем әрәм итмәне, әммә ул шул тиклем йомарт булды. Йортобоҙ ауылдың үҙәгендә урынлашҡан. Кем магазинға, почтаға, контораға, һаҡлыҡ банкына, ауыл Советына, колхоз идараһына килә, барыһы ла беҙгә инә. Уның һәр кемгә йөҙө асыҡ, өҫтәле тулы ризыҡ! Ҡаҙағстандан, Себерҙән, әллә ҡайҙарҙан ҡайтҡан бөтә туғандары ла уға килә, отпуск ваҡытында беҙҙә йәшәй. Ул, йәш кенә көйө биш бала менән тол ҡалған ҡатын, айҙар буйына кеше ҡарай. Етмәһә, оҙатҡанда ҡаҙ, бал, милли аштар тейәп оҙата. Нәнәйемдең бына был «арҡанын» мин ишә алмам төҫлө. Ҡунаҡсыллыҡ, киң күңеллелектең сиге юҡ! Шуға ла ғүмеренең ахырынаса тамағы һыйлы булғандыр, янынан кеше өҙөлмәгәндер инде. Йәне йәннәттә булһын Аҡ нәнәйемдең!
Шуны ла өҫтәп әйткем килә: ул зарланманы. Тормошто нисек бар, шулай ҡабул итеп, эштән башҡаны белмәне. Их, уға уҡыу етеңкерәмәгән, тип уйлайым, әллә ниндәй уҡымышлы кеше булыр ине. Илдең төрлө төбәктәрендә йәшәгән туғандарына латин хәрефтәре менән хат яҙҙы, оҙон итеп, бөтә ауыл хәлдәрен һөйләп. Яуап килһә, күмәкләшеп ултырып уҡыйбыҙ. Хат килеү – үҙе бер байрам!
Шиғриәткә ылығыуымды, мәҡәләләр яҙыуымды яратты нәнәйем. «Эшең мәртәбәле, кеше күңеленә юл һала, эшеңә таян!» – ти торғайны. Шуны тәрән аңлап, хуплап әйтә белеүенә аптырайым. Нәнәйемдәр быуыны, әйтерһең, тыумыштан, тәбиғәттән зыялы төҫлө миңә. Милли һыҙаттар уларҙың асылына тәрән яҙылған, ҡандарына һеңгән.

Лариса АБДУЛЛИНА.
Теги: