«Заман китер, тыуған тупраҡ ҡалыр...»

«Заман китер,  тыуған тупраҡ ҡалыр...» Гүзәл Ситдиҡова
Гүзәл Ситдиҡова, 80-се йылдар башында уҡ республика баҫмаларында күренеп, тәүге шиғри шәлкеме менән үк иғтибарҙы йәлеп итһә лә, байтаҡ йылдар публицист, сәйәсмән булараҡ эшмәкәрлеге үҙенсәлекле ижадын күләгәлә ҡалдыра килде кеүек. Үҙе был хаҡта: «Хаҡлы ялға сыҡҡас, яңы һулыш асылды, етмәһә, Интернет киңлектәрендә уҡыусыларым менән туранан-тура аралаша, шиғыр аша серләшә, уларҙың баһаһын «мейестән сыҡҡан» ыңғайы уҡ күрә алам», – ти.

Йәшәү сере
(Ҡанбабалар васыятынан)
Нимә ул – лайыҡлы йәшәү?
Уның шарттары төрлө,
Телдән-телгә күсеп килгән
Борон замандан бирле:
Яҡыныңды аңла, кисер –
Һөрлөгә хатта ат та,
Яҙыҡтарҙан азат түгел
Һис бер әҙәми зат та.
Ғәйептәреңде таный бел,
Төҙәтә бел хатаңды,
Оятсылыҡҡа төшөрмә
Кеше иткән атаңды.
Кенә ҡыуһаң, затың биҙер,
Булыр һиңә ете-ят,
Асыу – ағыу, йотһаң – дарыу,
Бар бит шундай васыят.
Әрләшкәндә лә кәмләшмә,
Төҙәлмәй тел яраһы,
Яман һүҙҙән алыҫая
Дуҫ менән дуҫ араһы.
Ваҡытында таҙарта бар –
Туплама күңел керен.
...Артыҡ күп тә түгел кеүек
Лайыҡлы йәшәү сере.

Ҡара сәйнүк
Ҡара сәйнүк нисә йылдар
Хеҙмәт итте бесәндә.
Йәйҙәр етһә, иҫкә алам,
Үткәндәрҙе сисәм дә.
Әллә ни ҙә түгел үҙе –
Ябай ғына монаят,
Тик бесәндә сәй булмаһа,
Эш барамы – үл дә ят!
Сабынға тәү йыйынғанда
Иң хөрмәтле ул – сәйнүк,
Арбаға менеп ҡунаҡлай
Ҡара сәйнүк – иң тәүҙ(ә)үк!
Яланға килеп етеүгә
Ҡунаҡлай ул усаҡҡа,
Мәтрүшкә, еләк еҫтәре...
Утын ташыу ҡосаҡлап...
Сәйнүк сәйе ҡеүәт өҫтәй,
Ямғыр яуһа – йыуата!
Кисен кеше күҙҙәренән
Йәшерәбеҙ ҡыуаҡҡа.
Йәшермәйсә! Ике ҡулһыҙ
Ҡалайыҡмы беҙ унһыҙ?!
Ашһыҙ – була, сәйһеҙ – булмай, Сәйһеҙ эшең дә уңһыҙ.
Кәрәк түгел бесәнлектә
Алтын самауырҙарың,
Бер ни алмаштыра алмай
Усаҡта шаулап ҡайнаған
Ҡара сәйнүк йырҙарын.
...Һәр кемгә лә яҙмаған шул
Кешеләр араһында
Ҡара сәйнүк була алыу
Милләттең арбаһында.

Башҡорт исеме
(Яҡташ ауыҙынан)
Исемеңде ни тип йөрөтәйек,
Бигерәк ауыр инде әйтергә,
Ҡолаҡҡа ла ятып бөтмәй кеүек,
Ни ҡалдырып булмай хәтерҙә... – Әрәсәйҙең көнбайышы шулай
Ятһыратҡан була исемде,
Бер миҙгелгә хатта юя яҙа
Ҙур Ватаным тигән хисемде.
Тере башҡорт бында һирәктер шул, Шәһиттәре генә ошонда –
Беҙҙең исем мулдан уйылған да
Яугирҙәрҙең ҡәбер ташында. Ауырһынмай әйтеп өйрәнегеҙ,
Ауырыраҡ түгел был яуҙан,
Тыуған илем тиеп башын һалған, Бүләк иткән башҡорт ҡан һәм дан. Исемемдә халҡым тарихы бар
Артыҡ түгел унда бер өн дә!
…Һис ятһынмай, еңел ҡабатлайҙар Себерҙәрҙә, һөргөн ерендә –
Башҡорт исемен.

Совет ҡатыны мин
Был ҡулдарым күпте хәтерләйҙәр:
Иҫ белгәндән – бала бишеген,
Апаймын бит – бәүетергә тейеш,
Уянманы һис тә бер шигем.
Үҙем ҙурлыҡ һеперткене тотоп,
Сүп йыйыуым, туҫтаҡ йыуыуым,
Үлән араһынан саҡ күренеп,
Түтәлдәрҙе утап ҡуйыуым.
Биҙрәләрем ергә тейә-тейә
Иңдәремә һалған көйәнтә,
Утын ярмай, бесән сапмай ҡыҙҙар,
Атта сапмай, тиеп кем әйтә?!
Был ҡулдарым күпте хәтерләйҙәр:
Өй һылаған ҡыҙыл балсыҡты,
Тиҙәк көрәп, хатта таҡта йышып,
Баҡса ҡаҙып күпме талсыҡты!
Юрған һырып, ҡулъяулыҡтар сигеп,
Ойоҡбаштар бәйләп һәр кемгә,
Үҙем теккән ситса күлдәктәрем...
Эш етерлек ине һәр көнгә!
Был ҡулдарым хатта
мылтыҡ тотто –
Ил һаҡларға илем өйрәтте.
Күпме китап асты, дәрес яҙҙы,
Ҡар өҫтөндә усаҡ дөрләтте.
Юҡтан бар итергә өйрәнде лә
Бойҙай итә белде арышты,
Майғул тиеп әйтмәһендәр өсөн
Ҡулым менән ҡулым ярышты.
Йүргәк йыуҙы, бала һөйҙө ҡулым,
Закон яҙҙы, яҙҙы китаптар.
Гел ашыҡтым, гел-гел ҡабаландым,
Тик үҙемә булды ваҡыт тар.
Барыһын да өйрәттеләр миңә,
Хатта һабан аты булырға.
Әммә бер кем бер саҡ өйрәтмәне
Нисек иргә ҡатын булырға.

Зөфаф кисәһе*
Ни мөғжизә беҙҙе осраштырып,
Сәстәребеҙ сәскә бәйләнгән,
Нисек ҡыштар айырым
ҡышланған да
Нисек йәйҙәр айырым йәйләнгән?!
Ҡуша сорнай ҡояш – нуры менән,
Балдаҡ итеп һона төн – айын.
...Беҙ бәүетер бишек күк йөҙөнән
Яҡынайған ергә, моғайын.
Шул бишектә ятыр сабый минең
Төштәремә инә нур булып,
Ишетелә көй ҙә – бәүетергә –
Икәү бергә көйләр йыр булып.
Зөфаф кисен яҡынайтҡан – улдыр, Һөйөүҙәлер – уның хаҡына...
Хыялдағы ошо нур-бишеккә
Ҡағылабыҙ икәү һаҡ ҡына...

Йөрәк менән
Матурлығына ҡыҙығып,
Өҙөп алдым бер сәскә,
Гәлсәр һауытта өс көнләп
Һаҡланды көскә-көскә.
Күбәләктең ҡанатына
Тейҙем таң ҡалыуымдан,
Ҡойолоп төштө биҙәге
Һаҡһыҙ ҡағылыуымдан.
Аңлатты миңә тәбиғәт
Әрнеткес үрнәк менән,
Матурлыҡҡа ҡағыл, тине,
Бары тик йөрәк менән.

Туй көндәре – өс көн
Ниңә әйткән икән боронғолар,
Туй көндәре була өс көн, тип?
Ә унан һуң нимә – ут һүрелеп,
Ҡала микән кескәй осҡон тик?
Туй күлдәген сисеп алыу менән, Ҡалһын өсөн татлы серлелек –
Кейәү менән кәләш бер-беренә
Сер һаҡлаусы шаршау иң элек.
Түп-түңәрәк кенә булмай тормош, Була бик йыш китек бер сите,
Теүәл яғы өҫтә торһа гелән,
Күмелеп тә ҡуйыр шул китек.
Туйҙар ғына түгел, ғүмерҙәр ҙә,
Уйлай китһәң, бары өс көнлөк,
Ҡыҫҡартмаһын уны донъялыҡтың
Ҡыҫыр хәсрәттәре – өс тинлек. Байрам үтә – ябай көндәр китә,
Баҫып китә ошо ябайлыҡ,
Һөйөү утын һүндермәй һаҡлайҙыр Ябай шатлыҡҡа ла абайлыҡ.

Туйыбыҙҙа улыбыҙ...
Туй фотобыҙҙы күрҙе лә
Улым бер саҡ һораны:
– Ә мин ҡайҙа инем, әсәй,
Мин һуң ҡайҙа торамын?
Бәләкәсем, был ваҡытта
Һин беҙҙең уйҙа инең,
Беҙ һулаған һауала ла,
Беҙ эскән һыуҙа инең.
Урал таштарында инең,
Яҡты йондоҙҙа инең,
Иҙелдә көҙгөләй ятҡан
Саф гәлсәр боҙҙа инең.
Нәҫел ағасын емләгән
Дымлы тупраҡта инең,
Тәүатабыҙ, Тәүинәбеҙ
Яралған саҡта инең.
Беҙҙең ҡосаҡта инең...

Ут менән һыу
Береһе – ут, береһе – һыу,
Ир менән ҡатын,
Ут та, һыу ҙа – ял-ҡойроҡһоҙ, Йүгәнһеҙ аты.
Шулай булғас, нисек улар
Имен дә аман,
Уты һүнмәй, һыуы кипмәй,
Бергәләр һаман?
Утһыҙ усаҡ – һыуыҡ усаҡ,
Өйҙөң юҡ ҡото,
Ни яҡтыһы, ни йылыһы –
Булмаһа утың.
Тик һыуһыҙ ҙа һис бер йәм юҡ,
Ҡайнамай ҡаҙан,
Бар нәмәнең бәҫен ала
Өйҙәге туҙан.
Усаҡта – ут, ҡаҙанда һыу –
Ғаилә ашы.
Ут-һыуҙай була белеүҙер –
Бәхеттең башы...

Өләсәйем миндеге
Йүткерә лә йүткерә бит,
Ауырый ҙа балам, тип,
Хәҙер яуыз был һыуыҡты
Һинән тартып алам, тип,
Өләсәйем мунса яҡты,
Ап-аҡ ҡына мунсаһын,
Төрлөһөнән һайлап алды –
Миндегенең мул сағы.
Мәтрүшкәле ҡайын миндек,
Йәйектән торған миндек,
Йүкә миндек, ерек миндек –
Кинәнеп мунса индек!
Өләсәйем әй туҡманы
Ҡайыҙланы йүтәлде.
Ҡайнар һауа... Урман еҫе...
Теләгәне үтәлде:
Һыпырып ҡына ташланы
Аҡ мунса минең сирҙе,
Тыуған ер сихәтен тәнгә,
Йәнгә лә миндек бирҙе.
Урман-ерем көсөн йыйған
Шифалы ябай миндек –
Уның менән туҡмай-туҡмай
Күпме сирҙәрҙе еңдек!
Тәнемә түгел, йәнемә
Һыуыҡ үрләгән мәлдә
Шифа эҙләп, юлға сығам –
Урмандарым бар әлдә.
Күк тауҙарым, саф һыуҙарым,
Зөмрәт ҡырҙар киңлеге,
Тыуған ерем һәр саҡ миңә –
Өләсәйем миндеге.

Орлоҡ
Олоғайған һайын яҙ ҡыҫҡараҡ,
Керпек кенә ҡаҡҡан ара кеүек,
Былбылдарын тыңлап өлгөрмәйһең,
Йылы яҡҡа китеп бара кеүек.
Йылғаһы ла хәҙер ташмай оҙаҡ,
Тиҙ-тиҙ генә ҡайта йырҙаһына,
Колхоз ҡырҙарында гөрләп эшләү
Тороп ҡалды хәҙер йырҙа ғына.
Йәшлектәге яҙҙар ятып ҡалды
Мәле генә түгел, иле менән.
Тыуған тупраҡ ҡына үҙемдеке –
Баҡса сәсәм яҙҙар килеү менән.
Түтәлдәрем хәҙер ҡыҫҡараҡ та,
Оҙағыраҡ әммә ҡаҙыуҙары,
Ашыҡһам да, тиҙерәк сәсәйем тип,
Китеп өлгөргәнсе яҙ һыуҙары.
Орлоҡ һибәм – ҡыҫыр ҡалмаһын ер,
Тоҡомдарға беҙҙең ҡалһын орлоҡ.
Заман китер –
тыуған тупраҡ ҡалыр,
Тупрағыңдан яҙһаң – килер хурлыҡ...
Тыуған тупрағыма сәсәм орлоҡ...



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook