Ысын әхирәттәр буламы?

«Ысын ирҙәр дуҫлығы» тигәнде һәр беребеҙҙең ишеткәне бар. Тоғролоҡ һәм ышаныс билдәһе кеүек ҡабул ителә был төшөнсә. Ә бына «ысын ҡатын-ҡыҙ дуҫлығы» буламы икән? Берәүҙәр «юҡ» ти, икенселәр «бар» тип иҫбатларға тырыша – был ғүмерлек бәхәс уятҡан һорау. Мин, мәҫәлән, уға ҡапыл ғына нисек яуапларға белмәйем…

Әхирәтем булмағанға ла түгел. Тик ғүмер буйы бер-береһенән йыраҡ йәшәгән кешеләрҙе яҡын дуҫтар тип атарға буламы икән, тип уйлайым. Беҙ уның менән бергә уҡыныҡ, аҙаҡ икебеҙ ике алыҫ районға эшкә китһәк тә, хатлашып, ҡунаҡҡа йөрөшөп торҙоҡ. Егерме биш йыл үтһә лә, бәйләнештәр һаман өҙөлмәй. Әле лә әхирәтем, әсәһе, балаһы янына ҡайтышлай, ҡайһы саҡ миңә лә һуғыла, телефондан өс-биш сәғәт һөйләшһәк тә хәбәребеҙ бөтмәй. Күп нәмәләргә ҡараштарыбыҙ, ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ уртаҡ, бер-беребеҙҙең кәмселектәрен белһәк тә, «күрмәйбеҙ». Дөрөҫ, бер ваҡыт мин уны һаман үҙ мөйөшөн булдырмауы, балаһын үҙе ҡарамауы өсөн ғәйепләй башланым, һәм бер ни тиклемгә араларыбыҙ һыуынды. Был хәлдән мин «Дуҫың менән дуҫ булып ҡалам тиһәң, уны тәнҡитлә­мәҫкә, нисек бар, шулай ҡабул итергә кәрәк» тигән фәһем алдым. Шулай ҙа мин йыш ҡына уйлап ҡуям: әгәр беҙ уның менән бер тирәлә йәшәһәк, ҡунаҡтар булып ҡына осрашмаһаҡ, ошо сама йылдар дуҫлығыбыҙҙы һаҡлап ҡала алыр инекме? Көндәлек ығы-зығыла беребеҙ икенсебеҙгә берәй яманлыҡ ҡылмаҫ, арабыҙҙан ҡара бесәй үтмәҫ инеме? Башҡорттоң «Алыҫ булһа – кешнәшә, яҡын булһа – тешләшє» тигән мәҡәлендәге кеүек…

Ул әхирәтемдән тыш, эргәмдә тағы бер яҡын күргән кешем бар. Мин ҡайһы ваҡыт үҙемдең проблемамды йә шатлығымды уның менән уртаҡлашам, сөнки ул сит кеше өсөн ҡыуана белә, ярышмай, көнләшмәй, ғәйепләмәй, серҙе һатмай, мине аңлай һәм һәр ваҡыт аҡыллы кәңәштәр бирә. Әммә уның үҙенең минән яҡыныраҡ күргән кешеләре бар, шуға йән дуҫбыҙ тип әйтә алмайым.

Ҡайһы саҡ шулай тип тә уйлап ҡуям: бәлки, әхирәт була белеү ҙә таланттыр һәм ул бик һирәк кешегә биреләлер? Сөнки, күпме тырышһам да, тирә-яғымдағы ҡатын-ҡыҙҙар араһында «ғүмерлек әхирәттәр» тип атарлыҡтарҙы бөтөнләй күрмәйем. Ҡасандыр «Ниндәй дуҫтар!» тип һоҡланған кешеләрҙең дә бөгөн аралашмауын белеү, ҡатын-ҡыҙҙар араһында дуҫлыҡ булһа ла, оҙаҡҡа һуҙылмайҙыр, тигән фекергә этәрә. Шулай булмаһа, кешелек был темаға әллә күпме көләмәс, таҡмаҡ, кире мәғәнәләге ҡанатлы һүҙҙәр һәм афоризмдар уйлап сығармаҫ ине, моғайын.

Шуларҙың киң таралғандарының береһе, мәҫәлән, «Ҡатын-ҡыҙҙың дуҫлығы – офоҡта берәй ир заты күренгәнгә тиклем генә» тигән һүҙҙәр. Кемдеңдер әхирәтенең егетен, хатта ирен тартып алыу, ғаиләһен болғау осраҡтары тормошта йыш күҙәтелә. Әхирәттәренең хыянатын кисереп ҡарамаған кешеләр, минеңсә, арабыҙҙа бөтөнләй юҡ. Рәсәй халҡы яратып ҡараған «Служебный роман» фильмынан диалогты иҫләйһегеҙме? Героиня әйтә:
«Минең тормошомда бер күңелһеҙ хәл булды инде… Миңә шулай уҡ бер кеше килеп йөрөнө, ә аҙаҡ әхирәтемә өйләнде». «Мин һеҙҙең әхирәтегеҙгә өйләнергә теләмәйем», – ти Новосельцев. «Һеҙҙең ундай мөмкинлегегеҙ ҙә юҡ. Мин бөтә әхирәттәремде юҡ иттем», – ти Кулагина. Әгәр әхирәтеңдең шәхси бәхетенә ҡул һоноп, уның урынын яуларға маташһаң, әлбиттә, ул һинең менән мәңгегә хушлашыуҙы хуп күрәсәк.

«Ҡатын-ҡыҙҙар бер-береһе менән түгел, ә кемгәлер ҡаршы ғына дуҫлаша ала» тигән фекер ҙә йәшәй. Дөрөҫ булһа, был һүҙҙәрҙе бөйөк Фаина Раневская әйткән, тиҙәр. Ул гримеркала күгәрсендәй гөрөлдәшкән ике актрисанан: «Кемгә ҡаршы дуҫлаштыҡ, ҡыҙҙар?» – тип һораған, имеш. Эйе, дуҫлыҡ күрә алмаусанлыҡ ерлегендә лә тыуыуы мөмкин. Уртаҡ көндәште юлдан алып ташлау өсөн бындай берлек, әлбиттә, отошло һәм уңайлы, ә ҡорбан өсөн ҡурҡыныс, сөнки ниәттәрен тормошҡа ашырыр өсөн ҡатын-ҡыҙҙар әллә ниндәй мәкерлектәргә барырға һәләтле.

Һәм, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙар тирәһендә, айырылмаҫ юлдаш булып, көнсөллөк, көндәшлек кеүек емергес тойғолар ҙа йөрөй. Америка яҙыусыһы Лори Колвиндың: «Ике ханымдың береһе матурыраҡ кейенгән саҡта, улар араһында дуҫлыҡ була алмай», – тигән һүҙҙәре юҡҡа ғына ҡанатлы булып китмәгән. Шулай уҡ сибәр, ир-ат араһында уңыш менән файҙаланған гүзәл заттарға ла дуҫ табыуы еңел түгел. Һәм тағы, тормош кимәле бер төрлө булған әхирәттәрҙең берәүһе яҡшыраҡ эшкә урынлашһа, йә уңышлы кейәүгә сыҡһа, йә байып китһә, икенсеһенең быларҙы еңел кисереүе һәм араны өҙмәүе икеле.

Тағы бер афоризм бар: «Ҡатын-ҡыҙ дуҫлығы шатлыҡ аша ғына һынала», – тиҙәр. Эйе, һинең ҡайғыңды йә проблемаңды уңышыңа, бәхетеңә ҡарағанда еңелерәк кисерә ала ҡайһы бер әхирәттәр. Эскерһеҙ шатлыҡты кәүҙәләндереүгә ҡарағанда,
ялғанлап илашыу өсөн артыҡ әртислек кәрәкмәй. Ҡайһы берәүҙәр хәсрәткә юлыҡҡан әхирәтен «ах та ух» килеп тыңлаған була, әллә ниндәй яғымлы һүҙҙәр табып йыуата, ә үҙҙәре эстән хәлдәре күпкә яҡшыраҡ булғанға һөйөнөп, тегенең иҫәбенә үҙ баһаларын күтәрә.
Был темаға шулай уҡ «Ҡатын-ҡыҙҙар дуҫлығы – ни бары бер-береңә һөжүм итмәү тураһында пакт», «Ике әхирәттең дуҫлығы – өсөнсөһөнә ҡаршы йәшерен һүҙ ҡуйышыу», «Ҡатын-ҡыҙ – ҡарбуз кеүек, ысынын табыр өсөн башта меңләбен тикшереп ҡарар кәрәк», «Ирҙәр дуҫлығы – футбол тубы, шуға ул бөтөн ҡала, ҡатын-ҡыҙҙар дуҫлығы – гәлсәр һауыт, шуға ул тиҙ ватыла» тигән билдәле әйтемдәр әйтелгән.

Бына шулай әхирәтлектән әллә күпме хилафлыҡ табырға тырышһам да, һүҙемде кеше күңеленең белгестәре – психологтар фекере менән тамамлап ҡуйғым килә: улар психик һәм эмоциональ һаулыҡ өсөн барыбер әхирәтең булыуы мотлаҡ, тип һанай. Ҡатын-ҡыҙ көнөнә 20 меңдән ашыу һүҙ әйтмәһә, йәғни туйғансы ләстит һатмаһа, үҙен яйлы тоя алмай. Ә уны шулай оҙаҡ кем тыңлай алһын? Әлбиттә, тик ҡатын-ҡыҙ! Әлбиттә, хәбәрҙе күршеңә, хеҙмәттәшеңә лә һөйләп, эсте бушатырға була. Әммә гүзәл заттарға эстән кимергән кисерештәрен тышҡа сығарып ташлау ғына етмәй, уларға яндарында туғандаш йән, ихлас әңгәмәсе, таяныр терәк тойоу мөһим. Бөгөнгө тормош көсөргәнеш менән тулы, һәм уларға яңғыҙ ҡаршы тороуы еңел түгел. Ҡайһы саҡ аҡыллы кәңәшкә, эскерһеҙ йәлләүгә мохтаж булаһың – уларҙы тик һине яҡшы белгән һәм үҙеңдең уға күңелең ятҡан әхирәтең генә бирә ала. Ул кешенең башҡаларҙы тыңлай, ҡуша кисерә, шулай уҡ үҙенең дә эс серҙәрен һиңә ышана белеүе, асыҡ һәм намыҫлы булыуы мөһим, тип һанай психологтар.

Һинең менән ҡайғыла ла, шатлыҡта ла бергә булған, бәхетеңә көнләшмәгән, артыңда серҙәреңде һатмаған, ғәйбәт һөйләмәгән, хыянат итмәгән һәм юҡ-барға хөкөм итмәгән кешең булыу ҙур бәхет, әлбиттә! Шулай ҙа «үҙеңдеке» тип әйтерлек кешене, берҙән-бер һәм тоғро әхирәтте ҡайҙан табырға? Моғайын, ундайҙы табыу ғына етмәй, һаҡлай ҙа белеү, ә бының өсөн үҙеңә лә лайыҡлы булыу, алған тиклем бирә белеү кәрәктер.

Рәхимә МУСИНА.
Әбйәлил районы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook