«Атайҙың аты оло...»

Япондар, үҙҙәренең «инь-ян» тигән тәғлимәтенән сығып, атай, ир кешенең ролен көс, рух, хәрәкәт сығанағы тип баһалай. Әсәйҙе иһә йәндең үҙе менән сағыштыра.

Билдәле булыуынса, башҡорттарҙа ла ғаиләләге атайҙың роле бер ниндәй тәнҡиткә бирелмәй торған өҫтөнлөклө урынды биләй. Был өҫтөнлөк, әлбиттә, тоталитар өҫтөнлөктө аңлатмай, ул, киреһенсә, ир-аттың ғаилә алдындағы яуап­лылығы тигән һүҙ. «Атайыма әйтәм, атайым әйтте, атайым белә ул» тигәнде һәр баланың ауыҙынан ишетергә мөмкин.

Хәтеремдә, ауылыбыҙҙа йәшәүсе бер еңгә әнейемдән кәңәш һорарға килеп инде. Мин үҫмер генә инем әле. Шулай ҙа был ике ҡатындың һөйләшеүе күңелемә мәңгегә уйылып ҡалды.

– Әминә еңгә, кәңәшкә килдем, – тип һүҙ башланы Сәмәрә еңгә. – Муса бик ыҙалата. Эсә. Өйҙә тауыш ҡуптара. Йөҙөнә ҡарамаҫлыҡ булдым. Айырылайым да ҡуяйыммы икән әллә?
Ғәҙәттә үлсәп, һәр һүҙен самалап һөйләй белгән әнейемә кәңәш һорап килеүселәр күп була торғайны. Әнейемдең ҡаштары төйөлә биреп китте. Сәмәрә еңгә менән Муса абызый – беҙҙең ара кешеләре. Ҡатнашып, саҡырышып йәшәйбеҙ. Балалары ла ишле. Мин һүҙгә ҡыҫылмайым, ләкин Гөлсирәнең атаһы менән әсәһен айырым күҙ алдына ла килтермәйем. Атай менән әсәй бер бөтөн кеүек аңлашыла миңә. Ниндәй айырылышыу икән ул? Ауылда айырылышыу осрағын күргән юҡ әле. Шулай ҙа буламы икән ни?..

– Балаларҙы йәтим итмә, Сәмәрә килен, – тип кәңәш бирә әнейем. – Мин йәтим үҫкән кеше. Мине тыңла. Атайҙың аты оло була бит.
Артабан нимә һөйләшкәндәрен хәтерләмәйем, әнейемдең «атайҙың аты оло» тигән һүҙе ҡолағыма ныҡ һәм ғүмерлеккә эленде. Бында һүҙ, әлбиттә, еккән ат тураһында түгел, ир кешенең статусы, дәрәжәһе хаҡында барғаны аңлашылалыр.

Үҙебеҙҙең атай ярайһы талапсан кеше ине. Уны ауылда «Ғәниев ҡарт», «Ғәниев бабай» тип йөрөттөләр. Был уның һуғыштан алдағы осорҙа, һуғыштан ҡайтҡас та колхоздың идара рәйесе булыуына бәйле ине булһа кәрәк. Ауыл кешеһе урында эшләгән кешене башлыса фамилияһы менән атап йөрөтә. Ауылдаштарыбыҙ уны ҡартайғансы хөрмәт итте. Йәше­рәктәр, әлеге талапсанлығынан риза уҡ булып бөтмәһә лә, янында итәк-еңен йыйыштырып һөйләшер булды. Уны ауылда «Комбат» тип йөрөттөләр. Ҡушамат беҙгә, уның балаларына ла, йәбеште.

«Атайлы бала – арҡалы бала»... Хаҡ һүҙҙәр. Ауыл тормошондағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәрҙән азат булмаһаҡ та, беҙгә ир көсө талап ителгән үтә ауыр эштәргә егелергә, шөкөр, тура килмәне. Ер ҡаҙыуҙа ла, утынды бысып ярыуҙа ла ҡатнаштыҡ, әлбиттә, әммә утын, бесән алдырыу кеүектәрен атайым үҙе баш­ҡарҙы. Мин уның йорт-ҡураны кәртәләү, ремонт-төҙөлөш эштәрен башҡарғанын күреп үҫкәс, һуңыраҡ ҡулы эш белмәгән ир-атты осратһам, ғәжәп итер булдым: нисек инде, шул эште лә белмәгәс, үҙен нисек иргә һанай икән ул?

Бының сәбәбе бар, күрәһең. Атайһыҙ үҫкән егеттәрҙең ҡайһы береһе, донъя мәшәҡәттәре елкәһенә иртә төшөү сәбәпле, эшкә сос була, ҡайһы береһе – шыйыҡ. Әле бына БЮТ каналында Шамил Кучуков алып барған «Ҡайтайым ауылыма» тапшырыуҙарын ҡарайым да милләттәштәребеҙ араһынан сыҡҡан шәхестәрҙең дә, йәтим үҫкән Шамилдың да ауыл эштәренә тәүәккәл барып тотоноуын күреп һоҡланам һәм разый ҡалам. Минең атайым да эшкә барып тотонғанда малайҙарын янында йөрөттө. Шуға ла, Фәһим мырҙам нисектер, ул Башҡортостандан алыҫ йәшәй, Фәнил мырҙамдың (хәҙер мәрхүм инде) ҡулы эш белә ине.

...1988 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзының пропаганда бюроһы ҡушыуы менән Көйөргәҙе районы ауылдарында китап уҡыусылар менән осрашыуҙар ойошторорға тип ҡайтып төштөм. Билдәле прозаик Шакир ағай Янбаев менән икәүбеҙ. Матур осрашыуҙар булды. Районға тиклем ҡайтҡас-ҡайтҡас, ауылым Кинйәбайға ла етеп, уны үҙем бик хөрмәт иткән Шакир ағайға ла күрһәткем килде. Февраль айы. Килеп тороп буран. Ул саҡ юл күтәрелмәгән. Һуңыраҡ, айҡашып йөрөп, мин уны күтәр­теүгә, район түрәләрен перспективаһыҙ тигән мөһөргә дусар ауылыбыҙ менән иҫәпләшеүгә, район үҙәгенән ауылыбыҙғаса автобус йөрөүенә ҙур көс һалдым. Уныһы һуңынан.

Район етәкселәре беҙҙе, Өфө тиклем ерҙән килгән яҙыусыларҙы, ә был 80-се йылдарҙа районыбыҙ өсөн һирәк күренеш, УАЗ машинаһына ултыртып оҙатты-оҙатыуын, машинабыҙ иһә беҙҙең ауылдан 8 саҡрым аралыҡта ятҡан Павловка ауылынан ары бара алманы. Ары табан көрт. Телефон юҡ саҡ. Шулай ҙа ауылыбыҙ магазинындағы берҙән-бер телефон эшләй булып сыҡты һәм, шунда шылтыратып, ҡайтып етә алмай ятыуыбыҙҙы атайыма әйтеүҙәрен үтендем.

Етмеш һигеҙ йәшлек атайым, ат егеп, һигеҙ саҡрым араға килеп тә етте. Санаһына ике толоп һалып алған. Беҙҙе шуларға төрөп ултыртты, үҙе ҡаршы елгә йөҙ бороп, дилбегәһен тартып бара. Хәбәр һөйләй. Әйтерһең, буран уның өсөн бер ни ҙә түгел. Иң мөһиме Өфө һынлы ерҙән ҡунаҡтар килгән, шуға ла кәйефе күтәренке.

Атайым да, Шакир ағай ҙа – һуғыш ветерандары. Әнейем матур табын ҡороп ебәрҙе. Ветерандар кис буйы, күңелдәре булғансы гәпләште. Иртәгәһенә, күстә­нәскә ит биреп, әлеге лә баяғы ат егеп, күрше ауылға килә торған автобусҡа тиклем оҙатып ҡалды атайым. Шакир ағай был сәфәребеҙҙе оҙаҡ телгә алыр булды. Ғаиләбеҙгә, атайымдың егеттәрсә ҡылыҡ­тарына һоҡланыуын белдерҙе.

Эйе шул, тыуған йортоңда атайың-әсәйеңдең ҡаршы алып тороуы оло бер бәхет булған икән дә...
...Ярайһы ҡырыҫ холоҡло атайымдың күңеле йомшарған саҡтары ла була торғайны. Бигерәк тә «служагы», фронтташ дуҫы, Саҙретдин бабай килеп төшкәндә. Күгәрсен районының Ишбирҙе ауылында ғүмер иткән Саҙретдин бабай (Әхәт Сәлиховтың олатаһы) атайым менән бергә Рокоссовский армияһында һуғышта ҡатнашҡан. Күп ауырлыҡтар кисергән был икәү ҡосаҡлашып ултырып йырлашыр, хәтирәләргә бирелер һәм ҡайсағын... шым ғына илап та алыр ине...

Минең менән булған бер ҡыҙыҡ хәл иҫенә төшкәндә лә күҙе йәшләнә тор­ғайны.
Атайымдар мин биләүҙә саҡта, күрше ауылға, ат егеп, һуғым ашына барған. Ҡыш ҡараңғы иртә төшә. Кире ҡайтып, өйгә инәйек, тиһәләр, мин юҡ. Мине ҡосаҡлап санала ултырған әнейем йонсоп йоҡлап киткән дә, мин юлда уның ҡосағынан төшөп ҡалғанмын! Бына киткән тауыш. Атты бороп, кире елдергәндәр. Ҡараңғы, тапатып ҡуйыуҙан да ҡурҡалар. Наҡаҫ йылғаһын сығып, үргәрәк, зыяратыбыҙ тирәһенә күтәрелһәләр, мин юрғанға төрөлгән көйө юлда ятам икән. Һуңлап ҡына, һуғыштан һуң ғаилә ҡороп, атайыма – ҡырҡ бер, әнейемә утыҙ ике йәш тигәндә, саҡ-саҡ көтөп алған балаларын юғалтып ҡуйыуҙан ҡурҡышҡан был икәү шул хәлде бер ваҡытта ла онотманы һәм атайым әнейемә асыуланыр, иҫенә төшкәндә күҙе йәшкәҙәп китер ине. Ундай йомшаҡлығы килеп сыҡһа ла, атайым беҙгә ҡаты булды. Уның талаптарына ҡаршы һүҙ әйтеү, кәзәләнеү, көйһөҙләнеү кеүек хистәрҙән беҙ «азат» булдыҡ.

Уның беҙгә генә түгел, түрәләргә лә талаптар ҡуйырлыҡ ҡыйыулығы бар ине.
90-сы йылдарҙа колхоз малдарының беҙҙең ауылдағыһын үҙәккә алып китеп бөттөләр. Иген сәселмәй, ток юҡ, мал юҡ, тимәк, кешеләр ҙә эшһеҙ ҡалды. Колхоз йыйылыштарының береһендә килгән түрәләр ниҙер һөйләй, халыҡ шып-шым тыңлай. 80 йәшлек атайым түҙеп-түҙеп ултыра ла йыйылышыусылар алдында туҙынырға тотона:
– Нимә уйлайһығыҙ ул? Кешеләр эшһеҙ ҡалды. Ғаиләһен нисек ҡарарға тейеш? Анау мал һарайҙарының буш торған сағы булдымы ни? Беҙ ҡан ҡойоп һуғышта йөрөнөк, колхозды күтәрәбеҙ, тип төн йоҡламаныҡ, ә һеҙ, йыйын ялҡау, шул колхоздың башына еттегеҙме?
Түрәләр шым-шырыҡ. «Ярар, ҡарарбыҙ, хәл итербеҙ», – тип ҡайтып китә.

Ауылға таналар ҡайтарылды. Әммә... Атайыма нимә тип әйтһендәр, оло кеше, тарҡала башлаған колхоздың етәкселәре ҡайтҡан һайын миңә зарлана:
– Атайыңды тыңлап, ауылығыҙҙың мал һарайына таналар алып барып бикләнек. Эшләргә теләүсе юҡ...
Ә өйҙә атайым, зарланып, йәштәрҙе әрләп ултыра:
– Булмай быларҙан! Йыйын ялҡау. Эсеп ятһа яталар, эшкә барымдары юҡ!

Таналарҙы алып киттеләр. Хәҙер ауылда ат та, мал-тыуар ҙа – тик егәрлерәк кешеләрҙең ихатаһында ғына. Тауыҡ аҫрамаған, картуф сәсмәгән кешеләр бар. (Тәүбә-тәүбә! Ер алдындағы гонаһтан ҡурҡмайҙар, күрәһең). Фермерлыҡ шөғөлөнә тотонорға ла дәрттәреме, дармандарымы етмәй, ахыры. Әллә ҡайҙа, ер аяғы ер башы Мәскәүгәме, Себергәме юлланған булалар ҙа, тапҡан аҡсалары бөткәнсе өйҙә йәшәп, йәнә ауылдан сығып китә ир-ат. Мал ҡарау, балаларҙы тәрбиәләү, донъя мәшәҡәттәре менән булашыу – ҡатын-ҡыҙ елкәһендә.

Ғөмүмән, үкенескә ҡаршы, беҙҙең милләтебеҙҙә ир-аттың ғаилә башлығы булырға тейешлеге, ғаилә өсөн яуаплылыҡ тигән төшөнсә бер ни тиклем һайыға башланы. Эскелектән башы сыҡмаған ирҙәр, шул арҡала ғаилә ҡора алмай ҡартайған буйҙаҡтар ҙа ишәйҙе. Дөрөҫ, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары элек тә башын баҫып ҡына, өй тауығы булып ултырмаған. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, ислам динле башҡа милләттәрҙән айырмалы, ижтимағи тормошта ла, ғаилә эсендә лә ярайһы әүҙем булыуы менән айырыла. Беҙ әле лә шулай. Әммә... милләттең рухиәтен, алға табан барыу эволюцияһын ир-ат тәьмин итергә тейеш бит. Ә ҡатын-ҡыҙ иһә, ысынлап та, – ғаиләнең йәне һәм усағы.

Халҡыбыҙҙың ир-аттарының йәнә бер үҙенсәлеген мин өнәп бөтмәйем. Беҙҙең ғаиләлә лә шулай булды, бүтәндәрҙекен күҙәтеү ҙә күрһәтә: беҙ ҡыҙҙарҙы егет итеп тәрбиәләйбеҙ. Башҡорт ҡыҙҙары ҡашығаяҡ тирәһендә аш-һыу менән булашыу кеүек оҫталыҡтарҙы үҙләштереп кенә ҡалмай, атай ҡушҡан ир-ат эштәрен дә башҡарырға мәжбүр. Мин, мәҫәлән, ат егә белә инем. Мал аҫтын таҙартыу, бесән сабыу һәм башҡа ауыр эштәрҙән ғаиләлә үҫкән ҡыҙҙар азат түгел. Шуғалыр, бәлки, башҡорт егеттәре «егет» холоҡло башҡорт ҡыҙҙарына түгел, бүтән милләттең наҙлап үҫтерелгән ҡыҙҙарына ымһынып бара. Әсәләренең холоҡ-фиғелен күреп үҫкән, шуны идеал тип өйрәнгән егеттәр, ғүмерҙәр үтә биргәс, ҡатынының әсәһе кеүек әпәүләп, «һин шәп, һин малай», тип «сөй» ҡағаһы урынға, «һин ир, һин ғаилә өсөн яуаплы», тигән талаптарын ишетә башлағас, күңеле ҡайтып, терһәген тешләрҙәй була ла...
Йәнә бер ғәҙәт оҡшамай миңә.

Тормош булғас, төрлө хәлдәр була. Хәҙер ғаиләләрҙең тарҡалыуы йышайҙы. Ғаилә тарҡала. Балалар әсәһе янында ҡала. Айырылышҡанда ир менән ҡатын ныҡ ҡына ыҙғышҡа инә һәм хатта дошманлашыуға барып етә. Атай кеше икенсе ғаилә ҡорһа, тәүге ғаиләһендәге балаларына битараф була ла китә. Күрмәй ҙә, белмәй ҙә. Алименттан ҡаса башлай. Йөрәк итеңдән, ҡаныңдан яралған баланан айырылып буламы икән ни? Миңә аңлашылмай, оҡшамай бындай хәл.

Әйткәндәй, баланың аҡылы тик әсәйҙең интеллектын, ә ҡаны атаһының йә әсәһенең генетик өҫтөнлөгөн үҙенә ала икән. Генетиктар шулай ти. Бер ҡыҙыҡ мәғлүмәт уҡығайным.

Имештер, төҫкә бик йәмһеҙ француз ғалимы, ғилми хеҙмәттәре менән дан яулаһа ла, ҡиәфәте ямаҡ булыу сәбәпле, өйләнә алмай йөрөй. Ләкин ғүмер үтә-бара балалар ҡалдырырға кәрәк бит, тигән ниәттән, бик һылыу, әммә наҙан ғына ҡатын менән яҙмышын бәйләй. «Ярай, – тип уйлай ғалим. – Балаларым, исмаһам, миңә оҡшап – башлы, әсәләренә оҡшап матур булыр». Әммә быларҙың балалары ғалимға оҡшап – йәмһеҙ, әсәһе­нә оҡшап башһыҙ булып тыуып тик тора. Тимәк, ир-атҡа вариҫтарының ниндәй буласағы хаҡында ла алдан хәстәрлек күреү зарур. Тимәк, милләттең интеллект ҡеүәте лә – ирҙәр намыҫында. Аҡыллы балалар тик аҡыллы ҡатындарҙан ғына тыуа.

Икенсенән, оҙон аяҡлы блондинкалар күҙҙе ҡыҙҙырыр ул, әммә ғаиләң ниндәй менталитетлы булыр? Ят менталитетлы балаң рухи кисерештәреңде уртаҡлаша алмаһа, киләсәгең ниндәй мөхиткә дусар ителер?

Йәнә шуны ла телгә алып киткем килә: беҙ, башҡорт ҡатындары, ғаилә институтына бик яуаплы ҡарайбыҙ. Ғаилә мәсьәләләрен хәл итеү маҡсатынан, һәр ғаилә ағзаһын ҡурсаларға, ауырлыҡтарҙы үҙ елкәбеҙгә һалырға ғына торабыҙ. Яҡ­шымы был, яманмы? Бер ҡараһаң, бының бүтән төрлө булыуын күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Өйрәнгәнбеҙ, холҡобоҙ шундай. Хәрби йыйындарҙан бушамаған ирҙәр ситтә саҡта өләсәйҙәребеҙҙең донъяны үҙ аллы көтөргә мәжбүрлеге беҙҙең ҡаныбыҙға һеңгән. Ә икенсе яҡ­тан... Ҡатын-ҡыҙ егәрлелегенә һалышҡан ғаилә ағзалары быға шул тиклем күнегә, башынан себен осороуға һалышып китә бит. Ҡырҡ сәбәп табып, уңышһыҙлыҡта­рын аҡларға өйрәнә. «Алма беш, ауыҙыма төш», – тип, дилбегәһенә идара итмәй, яҙмыш юртағын үҙ яйына ебәрә лә ҡуя. «Башы һуҡҡан ергә алып барып сығарыр әле». Ә бит яҙмышты алдан ниәтләргә тырышһаң, ғаилә ағзаларының һәләтенән сығып, һәр береһенә лә, тотош ғаилә яҙ­мышына ла маҡсаттар ҡуйып, бөгөнгөнө лә, киләсәкте лә ойошторһаң, донъяуи ҡапма-ҡаршылыҡтар, низағтар кәмер, күңел ҡыйралыштары, аҡланмаған өмөт­тәр һаны аҙайыр ине. Ғаилә именлеге – ил именлегенә бәрәбәр, ир-егеттең кәренең (потенциал) күрһәткесе ул. Ғаиләң зар илағанда, һинең йәмғиәттәге дан-шөһрәтең нимәгә ул?!

...Атайым менән әнейемде һағынам. Уларҙан ҡалған өйҙәргә, үҙҙәренең вафатынан һуң, байтаҡ йылдар етемһерәт­мәҫкә тырышып, көс һалдым. Сөнки атайым ҡулдары бураған бүрәнә өйҙәребеҙ (ә улар бер ишек алдында икәү), уның ҡулы ҡаҡҡан ҡаҙауҙар, ишек тотҡаһы һәм тупһаларыбыҙ хәҙер минең өсөн ерҙәге иң ғәзиз ҡиммәттәрҙең береһе кеүек күренә.

Атайым әле лә өйөбөҙ тупһаһында ултыралыр, оҙон көйгә йырлайҙыр, әнейем менән икәүләшеп ҡапҡа тышына сығып, оло юлға күҙ һалаларҙыр, берәребеҙ ҡайтмаҫмы, тип көтәләрҙер кеүек. Өйҙәр урынында ла ул... Һарай буш. Һәүкәш мөңрәмәй, һарыҡтар баҡырышмай. Тынлыҡ.
Мине һағынып көтөп торған берәү ҙә юҡ унда...

Тамара ҒӘНИЕВА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook