Икмәк еҫе һеңгән ҡулдарына
Күңеле таҙа, хыялы ысын һәм ниәте изгеләр генә ошо оло ризыҡ – икмәк бешереү һөнәренең ысын нескәлегенә төшөнә алалыр. Йәшлектәре ауыр заманға тура килгән өләсәйемдең әпәй киҫәген, бармаҡтары менән ипләп кенә бүлеп, валсығын да төшөрмәй, ҡәҙерләп ашауы әле лә күҙ алдымда. Ҡәһәрле һуғыш йылдарында тотош халыҡтарҙы һәләкәттән ҡотҡарған изге аҙыҡҡа мөнәсәбәт хәҙер ныҡ ҡына үҙгәргән: сәнәғәт кимәлендә икмәк етештереүселәр уның ысын сифаты хаҡында әллә ни баш ватмай, ә килем алыуҙы тәүге урынға ҡуя. Ҡыҙғаныс, әлбиттә, икмәктең күпереп бешеүен, оҙаҡ һаҡланыуын тәьмин иткән төрлө ҡушылмалар, яһалма тәмләткестәр ҡулланыуҙан да тартынмайҙар. Ә бит икмәк бешереүҙе лә, бейеү, һүрәт төшөрөү кеүек, илаһи сәнғәт өлгөһөнә тиңләргә була. Ул да һәләт, нәзәкәтлек, юғары оҫталыҡ һәм йөрәк көсө талап итә. Күңелеңде һалып, кеше мәнфәғәте хаҡына хеҙмәт итһәң генә, уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Ишембай ҡалаһы һәм районы халҡын көн дә тәмле икмәк менән һыйлаған Зилә Хәйбулла ҡыҙы Бибакованың эшмәкәрлеге һәм тормошо миҫалында быға ысындан инанаһың.
Ишембай районы Аҙнай ауылында күп балалы, татыу ғаиләлә донъяға килә Зилә исемле гүзәл ҡыҙ. Бәләкәстән ата-әсәһенең эшкә маһирлығын, бер-береһенә һәм кешеләргә миһырбанлы, изгелекле мөнәсәбәтен, тормош һөйөүсәнлеген күреп үҫә ул. Шуғалыр ҙа, бәлки, үҙ киләсәгенең дә болотһоҙ, сағыу төҫтәрҙән генә хасил буласағына тамсы ла шикләнмәй. Әммә яҙмыш һылыуҙың нескә иңенә һынауҙарын өйә генә. Яратышып өйләнешкән тормош иптәшенең ваҡытһыҙ һәләкәте бәхетен дә, киләсәккә бағлаған өмөттәрен дә селпәрәмә килтерә. Уға, үҙ-үҙен ҡулға алып, бар тормош йөгөн яңғыҙына тартырға тура килә.
«Яңғыҙ тормош көтә башланым. Ике ҡыҙымды ашатырға ла, кейендерергә лә, уҡытырға ла кәрәк. Аҡса еткерә алмай яфаланам. Кешеләр балаларын зауыҡлы, ҡупшы итеп кейендерә. Ә минең ҡыҙҙар, әсәйемә былай ҙа ауыр, тип, күрәһең, артыҡ әйбер һорамай, нимә бар, шуға риза. Их, шул бәләкәстәремде лайыҡлы тәрбиәләп, кеше итеп, етеш тормошта йәшәтә алһам ине, тигән хыял йөрәгемә тынғылыҡ бирмәй.
Ун йылға яҡын Ишембай ойоҡ-ойоҡбаш фабрикаһында эшләнем. Үҙгәртеп ҡороу осоро башланып, эшҡыуарлыҡҡа юл асылғас, «Ағиҙел» совхозының баҙарҙа асылған ит кибетенә һатыусы булып күстем. Унда эшләгән арала сауҙа серҙәренә өйрәндем. Яйлап аҡса йыйып, үҙемдең ике һатыу нөктәһен булдырҙым. Он, шәкәр, ярма менән һатыу иттек. Әммә бының менән генә ҡәнәғәт булмай, әхирәтем дә өгөтләгәс, һатыу нөктәләремде ҡалдырып, оҙон аҡса артынан Себергә юлландым. Себерҙә бер кем дә ҡолас йәйеп көтөп тормай икән шул. Унан эш тапмай, интегеп, аҡсаһыҙ ҡайтып төшөрмөн, тип кем уйлаһын инде?! Етмәһә, баҙарҙағы һатыу нөктәләремдән елдәр иҫкән – дөрөҫлөктөң осона сығырлыҡ түгел. Иң йөрәгем әрнегәне ҡыҙҙарым өсөн булғандыр: аҡсалары ла, һыуытҡыста тәғәм ризыҡтары ла ҡалмаған.
Эш белешеп йөрөй башланым. Күптәр, ярай, эш килеп сыҡһа, өндәшербеҙ, тип әйтеү менән генә сикләнә. Көн артынан көн үтә. Нимәлер эшләргә кәрәк тә бит, тик нимә? Бер көн килеп, тамам төшөнкөлөк сигенә еттем. Ҡала буйлап китеп барам: иларға ла, йылмайырға ла, һөйләшергә лә көсөм юҡ, – тип тормошондағы һынылышлы минуттарын бәйән итә әңгәмәсем. – Шул мәл Кинйәбулат ауыл советының ул ваҡыттағы рәйесе Әүҡәт Дәүләтов осрап, миңә ауылда пекарня асырға тәҡдим итмәһә, артабанғы тормошом нисегерәк булыр ине, белмәйем. Шундай ауыр ҙа, яуаплы ла, мөһим дә эштең ни хәтлем ҡатмарлы икәнен аңламайым да, белмәйем дә әле ул мәлдә. Дөрөҫөрәге, оҙаҡ уйлап торорға форсат та юҡ ине инде.

Бер ниндәй шарттары булмаған, яғылмаған, яртылаш емерек хәлдәге элекке пекарня бинаһын төҙөкләндереүгә байтаҡ көс түгелде: стеналарын тигеҙләп ағарттым, йылы үткәрттем, мейестәрен яңынан ҡорҙоҡ. Әммә шуныһы мөһим: ошо изге эшкә тотоноуым булды, Хоҙай мине үҙ ҡөҙрәте менән һуғарҙы, әйтерһең, – йырып сыға алмаҫтай мәсьәләләр мөғжизәле рәүештә хәл ителә һәм юлымда мәрхәмәтле кешеләр осрап торҙо. Ауыл советы ла, «Нива» ЯСЙ-һы рәйесе Нәжип Шәһиев та ярҙамынан өҙмәне. Уларға әле лә сикһеҙ рәхмәтлемен».
Әммә бинаны, мейестәрҙе тергеҙеү менән эштең яртыһы ғына тамамланған була әле. Яуаплы, уңған, эш рәтен белгән эшселәрҙе табырға һәм иң мөһиме: боронғоса тәмле итеп икмәк бешереү оҫталығын үҙләштерергә тура килә уға. Ҡомалаҡтан әсетке яһап, тәүге әпәйҙәрен бешереп, ауылға һатыуға сығара. Ишембайға ла алып барыр ине лә бит, транспорттары юҡ. Тәүлек әйләнәһенә, ал-ял белмәйенсә, бил бөгөп тә, эште киңәйтеү өсөн һуҡыр бер тин дә арттыра аламауына йәне әсенә Зилә Хәйбулла ҡыҙының. Эшселәре араһындағы уғрылыҡ, яуапһыҙлыҡ, ялҡаулыҡ менән дә көрәшә ул. Ауылда кешенең төрлөһө бар: көнләшеп, тәҙрәләрен ватып та китәләр. Йәш ҡатын бирешмәй. Доғаларын уҡый-уҡый, икмәк бешереү серҙәрен өйрәнеп, йыш ҡына көндәре лә, төндәре лә эҫе мейес янында үтә уның. Әмәлгә ҡалғандай, тәүге арала икмәге уңмай йонсота. Был эш минең өсөн түгел, кәрәкмәй, ташлайым, тигән саҡтары ла була.
«Эй арыйым, икмәгем уңмағанға өҙгөләнәм. Төндәрен һығылып илайым да, таң һыҙыла башлау менән, үҙ-үҙемде көскә ҡулға алып, мейес янына йүнәләм. Арыуымды, һыҙланыуҙарымды шулай күҙ йәштәрем аша йыуып төшөргәнмендер, тип уйлайым хәҙер. Төшөнкөлө уйҙар, ярһыу күңел менән икмәк һалыу – гонаһ. Ғөмүмән, борон да ҡайғылы кешене аш-һыу әҙерләүгә яҡын килтермәгәндәр. Ризыҡ бөтә нәмәне үҙенә һеңдерә, бигерәк тә ҡамыр аштары кәйефкә, хис-тойғоға һиҙгер. Ҡыҙҙарымдың киләсәген матур сатҡыларҙа күҙ алдына килтерәм дә улар хаҡына тағы ла тырышып эшләйем. Ғәҙәттә, яҡшы кәйеф, яҡты ниәт менән башҡарылған эш тә, аш та уңа, тиҙәр. Шулай яйлап эшем алға китте. Машина һатып алдыҡ. Ишембайҙа ла, эргә-тирәләге ауылдарҙа ла, икмәгемдең тәмен белеп, күпләп һатып ала башланылар. Ҡала кибеттәре, береһенән-береһе уҙҙырып, заказдарын күбәйтте. Бәләкәй генә ауыл пекарняһында барыһының да ихтыяжын үтәү ауырлашҡас, Ишембайҙың үҙендә икмәк бешереү цехы асыу хыялы яралды», – ти эшҡыуар.
Ҡала ситендәге ҙур майҙанлы, иҫке генә бинаны һатып алып, бар эште яңынан башлай маҡсатлы ҡатын: цехты төҙөкләндерә, яңы ҡорамалдар менән йыһазландыра, икмәк һалыу эшен яйға һала. Ишембай ҡалаһы һәм районы хакимиәте лизинг буйынса заманса мейес һатып алырға ярҙам итә. Ҡала ерендә конкуренция ла көслө – икмәкте күпләп һәм төрләндереп бешергән хәлдә лә, сифатын кәметмәйһең, хаҡын да бер кимәлдәрәк тотаһың. Бөгөн эшҡыуар ҡаланың утыҙ һәм ун ике ауыл магазинын тәмле әпәйҙәр, бәлештәр, өй туҡмасы, һалма, пицца – бөтәһе егерме биш төр ризыҡ менән тәьмин итә. Баҙарҙа ла үҙ кибеттәре бар.
Эшһеҙлек хөкөм һөргән ауыр заманда байтаҡ кешене эшле итеүенә һөйөнә Зилә ханым. Туғандарына ла, ҡыҙҙарына ла ышаныслы терәк һәм таяныс ул. Уң ҡулы – бер туған һеңлеһе Рәйлә – предприятиеның бухгалтеры. Әсәлек хыялын ғәмәлгә ашырып, ике ҡыҙына ла юғары белем биргән. Өлкән ҡыҙы Динә Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса милеккә идара итеү комитетында эшләй. Кесеһе Гөлшат, Рәсәй дәүләт педагогия университетының политология факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, әле ситтән тороп юрист һөнәрен үҙләштерә. Ғаилә бизнесының тотороҡло үҫешендә уларҙың да әһәмиәте ҙур. Бәләкәстән тормоштоң ҡыйынлығын татып үҫкәнгәлер, бәлки, бер эштән дә ҡурҡмай улар. Донъялағы сәйәсәт, иҡтисад, сәнәғәт яңылыҡтарын күҙәтеп барыу, игенгә, онға, шәкәргә хаҡтарҙы өйрәнеү, эшмәкәрлеккә яңы идеялар тәҡдим итеү – ҡыҙҙар иңендә. Шул уҡ ваҡытта әсәләренең, эшкә мөкиббән китеп, үҙен аямай башлауын күреү менән, Динә менән Гөлшат тиҙ генә диңгеҙ буйына путевка ала. Яңыраҡ ҡына улар бергәләшеп Грецияла сәйәхәттә йөрөп ҡайтҡан.
Тормошонда матди байлыҡтарға юл асҡан, аяғында ныҡлы баҫып торорға ярҙам иткән төп эшмәкәрлегенән тыш, эшҡыуар шиғыр яҙып, мәрхәмәтлек менән шөғөлләнеп, күңеленә йән тыныслығы таба. Былтыр Ишембай ҡалаһы һәм районы исеменән ул Рәсәй Ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙар ассоциацияһы ойошторған «Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры» төбәк бәйгеһендә ҡатнашып, «Бизнес – йыл асышы» номинацияһында еңеү яулау бәхетенә эйә була.
«Донъяның хикмәттәре лә, ниғмәттәре лә сикһеҙ. Уларға юл табыу өсөн асҡыс кәрәк. Ул асҡыстың исеме – Иман. Иманың саф, намыҫың таҙа булһа, Хоҙай яҡтыртҡан юлдан бер ҡасан да тайпылмаҫһың, ҡыйынлыҡтар алдында баш эймәҫһең», – тиер ине олатайым. Өләсәйемдең доғалары һәм олатайымдың ошо һүҙҙәре күңелемде имләй, киләсәккә талпындырып йәшәтә, хәҡиҡәткә яҡынайта, тәҡдиремдән көслөрәк итә!» – ти Зилә Хәйбулла ҡыҙы, үҙенең уңыш серен асып.
Тәмле еҫе танауҙы иркәләгән, өҫтө алтынға мансылған кеүек һап-һары, күпереп бешкән икмәктәрҙе көн дә иртән кибеттәргә оҙатҡанда, оҫта ҡуллы хужабикә ошо изге эше, балаларының бәхете өсөн Хоҙайға рәхмәт уҡый. Тәбиғи әсетке ҡулланып, яҡты күңел, изге ғәмәл менән бешерелгән икмәктең тәме лә телде йоторлоҡ шул! Ысын мәғәнәһендә халҡы өсөн тырышҡан һәм уның сәләмәт киләсәген хәстәрләгән шәхес тап Зилә Бибакова һымаҡ булдыҡлы һәм йөрәкле булырға тейештер, минеңсә.

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Ишембай районы.
Ишембай районы.
Теги: