"Ун етелә төҫлө үҙем һаман..."
Йәш сағында ул баш әйләндерерлек бейеклектәргә күтәрелгән, бер-бер артлы килгән уңыштарға ҡыуанып, бәхетле мөхәббәт кисереп, яратҡан эшендә – сәхнәлә ярһыу йондоҙ булып балҡыған. Бала сағы ла әкиәт кеүек булған уның, тәбиғәт үҙенән сибәрлекте лә йәлләмәгән. Торғаны менән яҙмыштың иркә ҡашҡаһы. Уның йырҙары яҙҙырылған, Ташкентта сыҡҡан ҡара пластинкалар СССР тигән илдә ваҡытында иң ҙур тираждар менән таралған. Улар сыҡҡас, айлап Урта Азия буйлап концерттар ҡуйып йөрөргә тура килгән. Халыҡ һорағас, халыҡ йөрөгәс… Ул күрмәгән сит ил ҡалмағандыр, йә үҙе йырларға, йә тормош иптәше, мотоуҙыш буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы Ғабдрахман Ҡадировты оҙата барғанда. Ҡайҙа ғына эшкә саҡырмағандар, Ҡазан, Мәскәү, Ленинград. Ҡытайҙар хатта, әйҙә беҙгә тип, әҙер контракт тотоп килгән. Ә ул ғүмер буйы бер урында эшләгән. «Филармониялағы эшем минең өсөн бәҫле лә, ҡәҙерле лә булды. Туҡһанынсы йылдарҙа күптәр кооперативтар төҙөп үҙ аллы эшләүгә, аҡса һуғыуға күсте. Мине ҙур сәхнәгә алып сыҡҡан эш урыныма хыянат иткем килмәне. Ғөмүмән, консерватив ҡарашлы кешемен. Кейем стиле, прическаларҙы ла үҙгәртергә яратмайым. Ғабдрахман үлгәндән һуң ҡәйнәмде ун алты йыл ҡарарға насип булды. Ә бына сәхнәлә – мин икенсе. Унда мин ҡыйыу, ярһыу, хатта алабарман, ут, төрлө образға инергә яратам. Ижадта мин тәрәнлекте ихтирам итәм һәм үҙем дә гел шуға ынтылдым. Башҡалар заман шауҡымына бирелә башлағас, миңә лә әйтеүселәр булды: «Нәзифә, ниңә һин ауыр йырҙарҙы алаһың», – тип. Юҡ-юҡ, мин башҡарған йырҙар ҙа популяр булды, попса булмаһа ла. Улар халыҡ йырҙарына әүерелә торған, мәңгелек йырҙар, миңә ҡалһа. Ә ниңә, Заһир Исмәғилевтың «Былбылым»ы йәки Рим Хәсәновтың йырҙары шундайҙарҙан түгелме ни? Халыҡ уларҙы үҙ итте. Әлбиттә, йән әсенә инде, хәҙер бит сәхнә йырсылары менән банкет йырсылары буталып бөттө. Бигерәк тә, күрше-тирәнән килеп, беҙҙең сәхнәләрҙә концерттар ҡуйырға яратҡан артистарҙың тамашаларында мәжлес кимәле тойолоп китә. Ә бит сәхнә – ғәмәлдән юғарыраҡ, изге урын. Ул – аҡса эшләү арбаһы түгел, ижад майҙаны. Үҙһүҙлелегем бар ул минең, ел ыңғайына йөрөргә яратмайым. Ғәм халыҡ еңел-елпегә күскәндә, мин совет йылдары йырҙарын, романстар башҡара башланым. Әммә үҙемде тулҡындан төшөп ҡалған тип иҫәпләмәйем. Тоғро тамашасыларым бар. Быға тиклем үҙ төркөмөм менән эшләһәм, быйылдан «Далан» төркөмөнә ҡушылдым. Ойоштороу эштәрен Артурҙың үҙ өҫтөнә алыуы минең өсөн бик уңай. Улар менән эшләүе еңел.
Иҫән булһа, быйыл Ғабдрахманға 73 йәш тулыр ине. Шөкөр, хәтер кисәләрен үткәреп торабыҙ, ул – һәр ваҡыт беҙҙең менән. Беҙҙең мөхәббәт тарихы йәшен атҡан ара һымаҡ ҡына булды, балҡыш ҡына. Ләкин мин шуның өсөн дә рәхмєтле. Ул ғаиләлә бер бөртөк бала ине. Минән алда ике килен күргән булһа ла, ҡәйнәм башта уны бик ҡыҙғанды, инә арыҫландай, арабыҙға баҫҡан саҡтары булды. Әсәйемдең, барғанһың икән, түҙәһең инде, тигән һүҙҙәрен тыңланым. Балаһын һөйгәс, инәһен дә яратырға кәрәк бит. Төрлө саҡтар булды. Әммә мин уны, иптәшем күктәргә күскәс тә, ташламаным. Ғәзиземдең төҫө кеүек булды ул миңә. Үҙе лә 94 йәшендә, үлер алдынан, ҡыҙым һымаҡ ҡараның инде, тине».
Килен бурыстарын тулыһынса үтәй Нәзифә апай. Әле ейәнендә төҫмөрләй мөхәббәтенең һыҙаттарын. Күңелен уға һала.
«Сәхнәлә гел көслө һәм ал бирмәҫ булып күренһәм дә, тормошта улай түгелмен. Бала саҡта беҙ атайҙың күҙ ҡарашынан ҡурҡып торҙоҡ. Уның беҙгә тауыш йә ҡул күтәргәне булманы. Бер ҡарауы өтә ине. Шуға ла мин гел ир-аттың баһаһын танып йәшәнем, алдарына сыҡманым. Хәҙер ир-ат абруйы эскелек арҡаһында ныҡ зыян күрә, әлбиттә. Шуға йөрәгем әрней. Ниндәй ир аҫылдары юҡҡа сыға бит шуның арҡаһында. Эсмәһәләр, уларҙан һәйбәт кеше юҡ, һалып алдымы – ен эйәләшә лә ҡуя. Ике фиғелле бер әҙәмде аңлап, етмәһә, хөрмәт итеп йәшәү бик ауыр ҡатын-ҡыҙға. Шуның өсөн дә, ҡатын-ҡыҙ барыбер көслө булырға тейеш, тип һанайым. Гел генә, эйе, ярай, тип, юл биреп түгел, йомшаҡлыҡ аша ир-егеттәрҙе күтәреп, аҡыл менән йәшәргә.
Бала саҡта дәүәнейем, жәдүәлегеҙҙе ятланығыҙмы, ти торғайны, ҡабатлау таблицаһын ул шулай тип атай ине. Әле шуның ише көндәрем жәдүәл ҡабатлап, ҡылым, сифат һәм рәүештәрҙе яңынан төшөнөп һәм төшөндөрөп үтә», – ти Башҡортостандыњ халыҡ, Татарстан Республикаћыныњ ћєм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Нәзифә Ҡадирова.
Дүрт йыл элек йырсының тормош көмбәҙендә ҡояш һүнгән кеүек була. Өсөнсө бәпесен юғалтыу хәсрәтенән мандый алмаған ҡыҙы, мәңгелек ҡайғыларға һалып, ысын донъяға күсә. Шул уҡ йылда әсәһе менән ҡәйнәһе лә мәрхүм була. Нәзифә апай бер ай өйҙән сыҡмай, бер кем менән дә аралашмай. Бары тик эстән генә күңелен бөтәйтерлек көйҙәрҙе барлап, бер туҡтауһыҙ үҙ алдына йырлай. Бер аҙ хәл алғас, күҙҙәренә мөлдөрәп ҡарап торған ейәне менән ейәнсәренең ни тиклем өләсәй йылыһына мохтаж икәнлеген тойоу тертләтеп ебәрә уны. Ярай әле ҡышҡы ялдар мәле тура килә, ул, сабыйҙарҙы алып, ғүмере буйы йәнен имләр берҙән-бер ергә – тыуған төйәгенә юллана. Туғандарының хәстәрлекле ипкенен тойоп, күңеле яҙыла. Ғәзиз ҡошсоҡтарының йөҙөнә йылмайыу, күңелдәренә тыныслыҡ ҡайтарыу маҡсатын алып, тормош дауам итә, тигән фекергә килә.
Инде бына дүрт йыл уның төп хәстәрҙәре: өйгә эш тикшереү, кискеһен ейәндәре менән әңгәмәләшеү, иртәгәһе көнгә ниндәй түңәрәктәргә барырға тейешлекте барлау... Данил ейәне ике тамсы һыу кеүек атаҡлы олатаһы Ғабдрахманға оҡшаған, спортҡа ылыға, дүртенсе синыф уҡыусыһының арыу ғына уңыштары ла бар. Һигеҙ йәшлек Лиза ейәнсәре иһә йыр-моңға әүәҫ, фортепьяно класында белем ала. Өләсәһенә оҡшап, бәлки, йырсы ла булып китер, кем белә.
«Мин үҙем күберәк өлєсәй тәрбиәһендә үҫтем. Әсәй һәр ваҡыт эштә булды. Өләсәйемдең намаҙ уҡығанын күҙәтергә яраттым, унан бөхтәлеккә, тәртипкә өйрәндем. Тик бына унан сүрәләр өйрєнеп ҡалмауым ғына үкендерә. Бала саҡта өләсәйҙән ишеткән, унан алған белемдәр онотолмай бит. Әлегә Хоҙайыма һәр яҡты көн өсөн рәхмәтле булып, ҡөҙрәтеңдән ташлама, тип йәшәһәм дә, намаҙға әҙер түгелмен. Был минең сәхнә менән йәшәүемә лә бәйлелер. Әммә ейәнем менән ейәнсәремә бисмилланы ла, башҡа белгәнемде лә өйрәтергә тырышам. Өләсәй булараҡ тәрбиә төшөнсәһен тәрәнерәк аңлайым, ә йәш саҡта ҡыҙымды барыбер ҙә икенсерәк ҡабул иткәнмен. Ул саҡта бит план бирелә ине, айына – ун ете концерт, шул арала гастролдәр. Балама тейешле иғтибар һәм наҙымды бүлә алмағанмын, был – минең тормоштағы берҙән-бер үкенесем. Әле лә йәш әсәләргә һәр ваҡыт әйтәм, эшләп йөрөһәгеҙ, исмаһам, ялдарҙа баланы янығыҙҙан ебәрмәгеҙ, театр, концерттарға ла үҙегеҙ менән алырға тырышығыҙ, тип. Сөнки ғүмер – ул күҙ асып йомған ара ғына. Бала үҫә лә китә, шул арауыҡта йөрәгенә гөлдәр ултыртып, күңел күген йондоҙҙар менән биҙәп өлгөрөр кәрәк. Әле уйлап ҡуям, ҡайһы саҡ ҡатыраҡ өләсәй булып китмәйемме икән, тип, икенсе яҡтан, тәртип белеп үҫеүҙәре яҡшылыр, тип теҙгенде ныҡ тотам. Улай тиһәм дә, әле көнө-төнө балалар менән булып булмай. Эшләп йөрөйөм, эшләмәҫ тә инең, ейәндәрҙе тәьмин итергә, киләсәктәрен дә ҡайғыртырға кәрәк. Гастролдәрҙә саҡта Наилә апайым ҡараша, ҡоҙағыйым да күҙ-ҡолаҡ булып тора».
Шылтыратҡанда, Нәзифә апай, репетиция залына барып, тауышымды асып, күнектереп ҡайтам да, шунан осрашырбыҙ, тине. Баҡтиһәң, ҡырҡ йылдан ашыу сәхнәлә булыуына ҡарамаҫтан, ул бөгөнгә ҡәҙәр, урыҫса әйткәндә, «распеваться» итеүҙе ҡалдырмаҫҡа тырыша икән. «Йырсы булдым да бөттө, тигән һүҙ түгел бит ул. Бигерәк тә юлдан һуң тауышты көйләп алырға кәрәк. Мин бер ваҡытта ла музыка педагогтарынан баш тартманым. Ҡағиҙә бар икән, үтәргә кәрәк, – ти ул. – Йылдар үтә килә тауыш үҙгәрә, олпатлана, тәрәнәйә. Йәш саҡта йырлаған йырҙарымды башҡарғанда шул саҡтарҙа кисергән хистәрем яңыра. Тик ул йырҙар хәҙер нығыраҡ тойомлап йырланыла кеүек».
Нәзифә Ҡадирова бизнесҡа киткән икән, тигән һүҙҙәр йөрөй, тиеүемә йырсы, мин үҙемдең ювелир магазиндарым булыуы хаҡында ла ишеткәнем бар, тип көлдө. Баҡтиһәң, ысынлап та, туҡланыу өлкәһендә эш башлап ҡараған ул. Ләкин сәхнә кешеһенә ике эште берҙәй тартыуы мөмкин булмай сыҡҡан. «Һәр нәмәгә лә башкөллө сумғанда ғына һөҙөмтә була бит. Һауыт-һаба йыуыусыларым ҡырын тейәп, эшкә килмәгәндә, үҙемә алъяпҡыс быуып, тәрилкәләр йыуып торорға ла, официант урынына ла йөрөргә тура килде, булды инде барыһы ла. Ләкин минән бизнес-вумен килеп сыҡманы, – ти ул. – Яңы өлкәгә тотоноп ҡарауым да, уңа алмауым да – үҙе бер һабаҡ. Һәр кем үҙ тәғәйенләнешенә тоғро хеҙмәт итергә тейештер, минең йөрәк тә, күңел дә сәхнәлә генә үҫә, асыла. Шулай булғас, тауышым, төҫ-ҡиәфәт булғанда, хәлемдән килгәндә, йырлайым әле. Ысынын әйткәндә, үҙемде әле мин ун етелә кеүек тоям», – ти матур байрамын ҡаршылаусы һандуғас тауышлы йырсыбыҙ.
Продажа квартир в Уфе.

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Теги: