Әйбер һатып алғанда нисек хаталанмаҫҡа?
Статистика күрһәтеүенсә, яҙын һәм көҙөн беҙ кибеткә йышыраҡ йөрөйбөҙ икән. Миҙгелдәр алмашына, кәйефтәр яңыра, ниндәйҙер кимәлдә тормошта яңы биттәр асыла. Мәле еткәс, күрекһеҙ ҡарышлауыҡ матур күбәләккә әйләнгәндәй, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа яҙ етеү менән яңы кейемдәргә төрөнөргә ашыға. Тәбиғәттә бар үҙгәрештәр ҙә үҙенә генә хас ҡанундарға буйһона. Ә кешеләргә кейем-һалым һатып алыу өсөн ҡағиҙәләр бармы икән? Был аҙымыбыҙ янсыҡты йоҡартыу ысулы ғына булып ҡалмаһын тиһәк, ниҙәр белергә кәрәк? Алған әйберҙәренән файҙа күреп, тормошто ыңғай яҡҡа үҙгәртергә теләгәндәргә был эште нисек ойошторорға?
Шопинг мәлендә хаталарҙан ҡурсыр ҡағиҙәләр байтаҡ. Күпселек ҡатын-ҡыҙҙарға биргән кәңәштәремде журнал уҡыусылар менән дә ихлас уртаҡлашам.
Иң тәүге ҡағиҙә: һатып алыу өйҙә башлана! Был нимәне аңлатамы? Булған кейем-һалымды тыныс ҡына барлап сығырға, кейеп ҡарарға, был миҙгелдә кейерлектәрен айырып ҡуйырға кәрәк. Был итәкте нимә менән кейергә мөмкин? Тап килгән блузағыҙ әҙер тора, тик кардиганығыҙ бармай, аяҡ кейеме менән колготкаларҙы ла яңыртырға кәрәк... Улар ниндәй төҫтә булырға тейеш? Барыһын да күҙ алдына килтерә алмаһағыҙ, журналдар ҡарап алығыҙ, Интернет селтәрен байҡап сығығыҙ.
Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ – алдан уйлау, күҙ алдына килтереү файҙаһыҙ, кәрәкмәгән нәмәләр алыуҙан ҡотҡарыр.
Икенсе ҡағиҙә: әйберҙәрҙе яҡшы кәйефтә һәм ашыҡмайынса йөрөп һайларға кәрәк.
Һеҙ үҙегеҙҙең ҡабатланмаҫ образығыҙҙы булдыраһығыҙ. Кейем-һалым һатып алыу, ошо ижади эштең бер өлөшө булараҡ, айыҡ аҡыл менән бергә күңел торошоноң шул «тулҡында» булыуын талап итә. Көҙгөгә ҡарағыҙ әле, һеҙ ниндәй сибәр! Бындай һылыу мөмкин булғандар араһынан иң яҡшыһына лайыҡ. Шуға ла һатыусы маҡтап тәҡдим иткән тәүге әйберҙе тотоп сығып китмәйбеҙ, ә барыһын да иркенләп кейеп ҡарайбыҙ. Кәрәк тип һанайһығыҙ икән, телефонығыҙ менән үҙегеҙҙе фотоға төшөрөп алығыҙ, тотош кәүҙәгеҙҙе күрһәткән көҙгөлә ентекләп ҡарағыҙ. Яҡтылыҡ та етерлек булһын. Кейемдең төҫө бик мөһим икәнлеген онотмағыҙ. Кәүҙәлә бик яҡшы ултырған блузка ла, төҫө дөрөҫ һайланмаһа, гүзәллек урынына ауырыу ҡиәфәте биреүе ихтимал. Эргәгеҙҙә торған һатып алыусыларҙың фекерен һорау ҙа яҙыҡ түгел. Әйткәндәй, башҡаларҙың иғтибар күрһәтеүе лә йыш ҡына тап ошо кейемдең һеҙҙе биҙәүе хаҡында һөйләй.
Кейеп ҡаранығыҙ, оҡшаны... Шулай ҙа һатып алырға ашыҡмағыҙ, берәй сәғәткә ҡалдырып тороғоҙ. Тыныс ҡына ҡәһүә эсеп алғансы айыҡ аҡыл менән уйлау һәләте ҡайтыр. Мөһим нәмәләр һеҙҙең хәтерегеҙҙән сыҡмаҫ, ә кәрәк булмағандары иҫегеҙгә лә төшмәҫ.
Ошо ваҡыт арауығында шуны ла күҙ алдына килтерегеҙ – бөгөн аласаҡ әйбер өйҙәге ниндәй кейем менән килешер? «Өс әйберҙең алтын ҡағиҙәһе» тигәне лә бар: яңы нәмә гардеробтағы кәмендә өс кейемгә тап килергә тейеш.
Киләһе ҡағиҙә: кейем алырға яңғыҙ барығыҙ. Ирегеҙ менән дә, әхирәттәрегеҙ менән дә, балаларығыҙ менән дә түгел!
Аңлатып тороу кәрәкме икән? Барыбыҙ ҙа ҡат-ҡат был ҡармаҡҡа ҡапҡаныбыҙ, ошо тырмаға баҫҡаныбыҙ бар. Ә ысынбарлыҡ шуны раҫлай: кейем-һалым һатып алғанда бер кеше етә – үҙегеҙҙән дә яҡшыраҡ кәңәшсе юҡ.
Артабанғы ҡағиҙә: тауарҙарҙы арзанға һатыу мәленә тап булһағыҙ, тулы хаҡында ла аҡсағыҙҙы йәлләмәйәсәк әйберҙәрҙе генә алығыҙ. Хаҡына ҡыҙығып, йыш ҡына кәрәкмәгән нәмәләр, әйтәйек, һеҙгә бәләкәсерәк булған туфли алына. Аяҡтар бәләкәйләнмәй – башығыҙҙы юғалтып, бындай хәлдәрҙе хәтерегеҙҙән сығармағыҙ!
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтер инем. Үҙегеҙҙе яратығыҙ, ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, тәрбиәләгеҙ, тышҡы ҡиәфәтегеҙгә иғтибарлы булығыҙ. Шул сағында ғаиләгеҙ ҙә, тирә-яғығыҙҙағылар ҙа ҡәҙер күрһәтер. Үҙегеҙҙән үҙегеҙ йәлләмәгеҙ, шул уҡ ваҡытта аҡсағыҙҙы бушҡа әрәм-шәрәм итеүҙән дә һаҡланығыҙ. Кейем һатып алыу ҙа – айыҡ аҡыл менән ижади ҡараштың дуҫлығы ул.
Ә хәҙер кибеткә билдәле йырсы, өс бала әсәһе Әлфиә Заһиҙуллина менән юлланайыҡ. Яҙғы әйберҙәрҙе «Glance» дизайнер ҡатын-ҡыҙҙар кейемдәре магазины тәҡдим итте.

Наилә ИҪӘНОВА.
Теги: