Итальян аш-һыуы

Итальян аш-һыуы Тәнзилә Әхмәт ҡыҙы Кейекбаева журнал уҡыусылар иғтибарына итальян аш-һыуын әҙерләү серҙәрен дә тәҡдим итә.
– Итальяндар көн тәртибен тотоусы, режим менән генә туҡланыусы халыҡ. Улар араһында йәшәп, мин дә нисек бешерергә, нимәгә нимәне ҡушып ашарға ярай йәиһә ярамай, һаулыҡ өсөн нимә файҙалы кеүек бик күп фәһемле дәрестәр алдым. Бөгөн ошо тәжрибәмде һеҙҙең менән ихлас уртаҡлашам, – ти һөйкөмлө ханым, биленә алъяпҡысын бәйләп.
Итальяндар төрлө туҡмасты (макарон, спагетти һ.б.) дөйөмләштереп паста тип атай. Уны бик йыш әҙерләйҙәр. Әммә улар пасталарҙы төрләндереп, һәр ваҡыт кухня өҫтәлендә торған үлсәгестә үлсәп кенә бешерә.

«Пасашутта»

Алдан соус әҙерләйһең: суйын кәстрүлгә тамсы ғына зәйтүн майы тамыҙып, һарымһаҡты саҡ ҡына ҡыҙҙырғас, үткәрелгән итте (фарш) ҡушаһың, уны ағас ҡалаҡ менән бер-ике әйләндереп алғас, мул ғына итеп помидорҙан башҡа бер нәмә лә ҡушылмаған томат соусын өҫтәй­һең. Ярты стакан һыу ҡойоп, тоҙ, борос, базилик япрағы (әгәр булһа) һалып болғатҡас, 40-45 минут тирәһе яй ғына утта бешерәһең.
Итальян аш-һыуы
Соус әҙер булғас, икенсе кәстрүл­дә һыу ҡайнатаһың, бер аҙ тоҙ һалып, ҡайнаған һыуға пастаны (макаронды) төшөрәһең. Ныҡ бешермәйһең, яртылаш бешкәс, һөҙгөскә һалып, һы­уын һарҡытаһың да кире кәстрүлгә бушата­һың. Пастаны эҫе көйөнсә тәрилкә­ләргә һалып, өҫтөнә алдан әҙерләгән соусты ҡояһың. Әҙер паса­шутта өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән итальян сыры – пармезан һибәһең. Табынға биргәндә базилик япрағы менән биҙәйһең.


Итальян аш-һыуы
Итальян пиццаһы
Итальян пиццалары араһында иң һиммәтлеһе – неаполитандарҙыҡы, бигерәк тә «Маргарита» тигәне.
Кәстрүлдә саҡ ҡына зәйтүн майын­да бер-ике теш һарымһаҡты ҡыҙҙы­раһың да, бер нәмә лә ҡушылмаған томат соусын йәиһә помидорҙы мул ғына һалып, ярты стакан һыу ҡушып, өҫлөк әҙерләйһең. Пиццала иң мөһи­ме – ҡамыр. Йылымыс һыуға бер аҙ шәкәр ҡомо, бер ҡалаҡ әсетке һалып, йылыға ҡуяһың. Бер аҙ күпер­гәс, ҙур сеүәтәгә һалып, бер аҙ тоҙ һи­беп, бер ҡалаҡ шәкәр ҡомо, бер ҡалаҡ зәйтүн ма­йы өҫтәп бол­ғатаһың да, етерлек он љушып, ҡамыр баҫып, күтәрелһен өсөн, йылыға ҡуяһың.

Ҡамыр бер аҙ ҡалҡ­ҡас, йәймә йәйәһең дә, алдан әҙерләп ҡуйған өҫлөктө өҫтөнә һылайһың. Соус өҫ­төнә сыр, йәшел һәм ҡара зәйтүндәр­ҙе, бәләкәй помидорҙарҙы урталай телеп, моцарелланы киҫеп, йәймә өҫтөнә теҙәһең.
Һуңғы ваҡытта үҙебеҙҙә лә пицца эшләүгә әүәҫләнеп киттеләр. Әммә бындағы пицца асыҡ бәлешкә оҡшашыраҡ. Ә ысын пиццаның ҡамыры ҡалын булмай. Һәм ҡамыр фәҡәт мин күрһәткәнсә генә эшләнә, бер ниндәй маргарин йәиһә икенсе май, майонез, кефир кеүек нәмә ҡушылмай. Өҫлөк­кә һыуытҡыста нимә иҫкереп ята, шул һалынмай. Был мө­һим. Йәймә өҫтөнә фә­ҡәт бер төр аҙыҡ һалына, ә бөтөнөһөн бер юлы бутап түгел! Мәҫәлән, итле йәиһә бәш­мәкле пицца теләйһең икән, фәҡәт шул ризыҡтар­ҙы, йәшелсәле пицца икән, йәшелсә һал, нишләп унда итте лә, тоҙло ҡыярҙы ла, бәшмәкте лә бер юлы тултырырға? Улай ашҡаҙанға зыянлы. Итальяндар тәғәм итеү арауыҡтары араһында һәм киске етеләрҙән, бик булмаһа туғыҙҙарҙан һуң ауыҙҙарына бер ни ҡапмай! Ә беҙҙә ашау көслө... өҫтәлдә нимә генә юҡ! Ашҡаҙан шуға һығылмалылығын юғалта, ял итеп өлгөрмәй. Кәңәшем: ашауҙан бер аҙ тыйылығыҙ, көн тәртибен тотоғоҙ.

Итальян аш-һыуы хаҡында күп һөйләргә була. Әммә йөҙ тапҡыр тыңлағансы, бер күреү яҡшы. Хәҙер сиктәр асыҡ, илдәр буйлап иркен сә­йәхәт итергә була. Теләк булһа, аҡса ла табыла. Сәйәхәт итегеҙ! Сит ил­дәргә сығып, ундағы йәшәйеште, мө­хитте күреп ҡайтыу – үҙе бер ғүмер!

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА
яҙып алды.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook