Бәхет сыңлай йөрәгемдә
Ер йөҙөндә нисә кеше – шул хәтлем яҙмыш. Берәү икенсеһен ҡабатламай, теләһә лә ҡабатлай алмай. Кемдер тулҡын ыңғайына бәүелә, бәғзеләр бөгөлдәрҙә ғүмер юлын икенсе яҡҡа борор көс таба. Берәүҙәр тик аҡылға таяна, ҡайһыһы йөрәк бойороуына буйһона. Шулай еңелерәк. Ә бына яҙыусы, тәржемәсе, сәйәхәтсе Тәнзилә Кейекбаева, нисек кенә ауыр булмаһын, һәр саҡ йөрәк ҡушыуы буйынса йәшәһә лә, кәрәк саҡта шул ярһыу йөрәген аҡылына таянып ауыҙлыҡлар, үҙ-үҙен йүгәнләр ҡөҙрәт тә таба белә. Ғүмере буйы зиһенендә барған күктәр талап иткән сиктәр менән хыялы ынтылған сикһеҙлек көрәшендә әле бер, әле икенсе яҡты ҡаһармандарса яҡлап йәшәгән ғәжәп заттарҙың береһе ул.
Әңгәмәсем – Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылы ҡыҙы. Ике йәше тулыр-тулмаҫтан әсәйҙән, туғыҙ йәшендә өләсәһенән дә ҡалып, етемлек ғазаптары кисерергә тура килә уға. Артабан Баймаҡ интернат-мәктәбендә уҡый, БДПУ-ның сит телдәр факультетында инглиз, немец телдәрен үҙләштерә. Сибайҙа мәктәптә, тау-байыҡтырыу техникумында, 24-се һөнәрселек училищеһында уҡыта. Әммә бәләкәйҙән сәнғәткә ғашиҡ күңеле, үҙенә урын таба алмай, сәхнәгә ынтыла. Кистәрен Сибайҙа, тирә-йүн ауылдарҙа концерттар ойоштора, шул арала ҡалала тәүге диктор, тәүгеләрҙән булып башҡортса тапшырыуҙарҙы әҙерлєп алып бара. Урал аръяғы өсөн яңы асылған Сибай педагогия институтында художество түңәрәге ойоштороп ебәргєн, хатта декан вазифаһын да башҡарған әүҙем ханым була ул Тәнзилә Кейекбаева-Ғилманова. Мәҙәниәт донъяһына ынтылышы уны Өфө дәүләт сәнғәт институтына алып килә. 1989–1991 йылдарҙа дәүләт ҡоролошо алмашынып, илдә идеология үҙгәргән мәлдәрҙә, халыҡ сыр-сыу килеп алыш-бирешкә тотонғанда, уның өсөн тағы ла ярлы студент тормошо башлана. Улы Вадимды ла үҙе менән алып килеп, Өфөнөң 20-се башҡорт гимназияһына урынлаштыра һәм башкөллө уҡыуға сума. Икмәк алырға ла аҡса булмай торғайны, тип хәтерләй ул мәлдәрҙе Тәнзилә апай. Улының, үҙенең яҙмышы өсөн борсолоп, йәшәгән ерен ҡалдырып китеүенә үкенеп, төндәр буйына һығылып илап сыға ул. Сибайға күпме хеҙмәт итеп, ҡаланың һәр сараһында әүҙем ҡатнашып, шул арала ятаҡтан-ятаҡҡа ҡыуылып көн итеүҙәрен, фатир ала алмай интегеп, аҡсаһыҙлыҡта үткән йәшлеген йәлләп иҙәндә тәгәрәп илаған саҡтарын иҫләһә, хәҙер ҙә күҙ йәштәре атылырға ғына тора уның.
«Бәхетһеҙлек бәхеткә юл яра, – ти Тәнзилә апай. – Һәм тағы ла шуныһы: бер ерҙә ишек ябылһа, икенсе ерҙә ҡапҡа асыла…» Әммә ул саҡта әле тормоштоң ысын асылын аңламай ул. Ошо хәҡиҡәттең ғәҙеллегенә байтаҡ йылдар үткәс кенә төшөнә.
Ул осорҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты нигеҙендә республика тарихында беренсе тапҡыр Башҡортостан телевидениеһы өсөн махсус режиссерҙар әҙерләү төркөмө ойошторола. Мәҙәниәткә битараф булмаған, шул буталсыҡ заманда ла икенсе юғары белем алырға ынтылған йәштәрҙе эҙләйҙәр. Курстың етәксеһе Башҡортостан телевидениеһының ул мәлдәге баш режиссеры Әнүәр Нурмөхәмәтов була. Телевидениела эш тәжрибәһе булған һылыуҙы конкурсһыҙ алалар. 1996 йылда уҡыуын уңышлы тамамлап, «Тамаша» ижад берекмәһендә, танылған журналист Шәүрә Ғилманова етәкселегендә эш башлай. Эйе, телевидениела шундай кешеләр менән бергә эшләүе, шул даирәлә ҡайнауы, республиканың байтаҡ шәхестәре менән тапшырыуҙар эшләүе йылдар үткән һайын күңелен нығыраҡ яҡтырта. Ғүмер үтә… Ул мәлдәрҙә аралашып йөрөгән кешеләренең күптәре был донъяла юҡ инде. Әнүәр Нурмөхәмәтов, Йәркәй Яҡшыдәүләтов, Әмир Абдразаҡов… Остаз иткән кешеләрен ул һуңғы юлға оҙата алмай. Ул ваҡытта Тәнзилә ханым Италияла йәшәй. 2000 йылдар башында юллана ул сит тарафтарға.
«Аҡсаһыҙлыҡтан һурылып сығып киттем. Ятаҡ тормошо туйҙырҙы… Ярай әле диуарҙар емерелеп, сиктәр асылды. Шул саҡ илебеҙгә ипотека тигән нәмә килеп инде – фатирлы булыу мөмкинлеге. Ләкин уны айлап бүлеп түләү ҙә минең өсөн көс еткеһеҙ ине. Бурысҡа алған аҡсаларҙы нисек ҡайтарырға белмәй, сараһыҙҙан ҡуҙғалдым алыҫтарға.
Ил яҙмышы, кеше яҙмышы… Аҫаба ереңдә асарбаҡ хәлендә булыу… Ошондай йәшәйештә кешенең рухы һыныуға ла күп кәрәкмәй бит. Йортһоҙлоҡ бахырлыҡҡа, үҙеңде меҫкен тойоуға килтерә. Шуның өсөн дә Рәсәйҙә кешенең кешегә түгел, үҙенә лә ихтирамы юҡ. Сит ҡитғала төндә уянып китеп, йоҡлай алмай ятҡан саҡтарым күп булды. Юҡ, булмаҫ! Ул хәлдәр, өйһөҙлөк, етешһеҙлек минең менән булмағандыр, барыһы ла төш кенәлер, тип ышанмай китә инем хатта. Сит илдә халыҡ етеш йәшәй, шуға ла үҙен меҫкен тоймай. Унда кешегә хаҡ та, баһа ла ҙур.
Эйе, был юлы ла бер урында һуҡмаҡ ябылһа, икенсе яҡтан юлым асылған икән. Уны мин йылдар үткәс кенә төшөндөм. Әммә уңыш та тырышһаң ғына килә алдыңа. Сабыр булһаң, тырышһаң, ауырлыҡтар сигенә. Баш осоңа ҡояш ҡалҡа. Тормош бит – әкиәт. Уны беҙ үҙебеҙ яһайбыҙ. Ул былай башлана: «Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер етем ҡыҙ. Уның бер нәмәһе лә булмаған. Үгәй әсәһе уны бик рәнйеткән, ти. Һәм ул, йомро-йомро йомғағын эҙләтеп, етем ҡыҙҙы тышҡа ҡыуып сығарып ебәргән, ти».
Сит илдә мин ун йылдан ашыу ғүмер иттем. Ошо дәүер эсендә ниҙәр генә күрмәнем, бик күп мөғжизәләргә юлыҡтым. Аҡыллы кешеләр менән аралаштым. Шул уҡ ваҡытта сит ил тарафтарына аҡса артынан сығып, селпәрәмә килгән бихисап яҙмыштарҙы күрҙем. Ә мин һынманым. Рухым көслө булды. Телдәрҙе һәйбәт белеүем, белемем ярҙам итте, күп бәләнән ҡотҡарҙы. Хәйер, үҙемдәге һәйбәт һыҙаттар – белемем, сабырлығым, ярҙамсыллығым, ҡыйыулығым(хәйер, ундай һыҙаттар һеҙҙә лә етерлек) барыһы ла сит илдә миңә ярҙам итте. Һөҙөмтәлә, миңә уңыш йылмайҙы. Барған ыңғайы, аҡсамды урлатып, бер тинһеҙ ҡалыуым изге күңелле американдар менән танышыуға сәбәп булды. Уларҙың таныштары аша яҡшы эшкә урынлаша алдым. Юғиһә, Рәсәйҙән килгәндәрҙе унда, ниндәй дипломлы булыуҙарына ҡарамаҫтан, ғәҙәттә ауыр һәм бысраҡ эшкә генә алырға тырышалар. Инглиз теле аша итальянсаны үҙләштерҙем, бәләгә тарыған, ҡоллоҡҡа эләккән ватандаштарымды ла ҡотҡарышып йөрөнөм.
Италияның зәп-зәңгәр күгендә алсаҡ ҡояштың ихлас йылмайыуы, йылы йомшаҡ һауаның сәстәремдән әсәйемдең ҡулдарындай наҙлап һыйпауы, диңгеҙ һыуҙарының күҙ йәштәремде йыуып алып китеүе үҙ илемдә етемлектә, өйһөҙлөктә, етешһеҙ тормошта, аҡсаһыҙлыҡта үткәргән ғүмерем өсөн өҙгөләнгән күңелемде бөтәйтте. Сит илдә Альп тауҙарынан шарлап ҡойолоп торған шарлауыҡтар йөрәгемә тыныслыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡ-ҡыуаныстарын һирпте. Итальяндарҙың шул тиклем изге күңелле булыуы, береһенән-береһе уҙып миңә ярҙам итергә атлығып тороуы ныҡ аптыратты. Сит илдә нисек кенә һәйбәт булмаһын, ниндәй генә бәхетте татырға тура килмәһен (ҡатын-ҡыҙ булараҡ та, мөхәббәт донъяһында ла), минең өсөн иң юғары бәхет – ул ғәзиз тыуған төйәгем, үҙ халҡым, ғәзиз кешеләрем. Тыуған илем һәр ваҡыт йөрәгемдә булды, гел ҡайтырға хыялландым. Хәйер, сит илдә бик уңышлы кейәүгә сығып, бай йәшәргә мөмкинлектәр күп булды, әммә шундай ымһындырғыс тормоштан баш тартып, әйләнеп ҡайтырға көс таптым. Сөнки донъяла аҡсанан да ҡиммәтерәк төшөнсәләр бар. Ниһайәт, мин күңел бөтөнлөгөн тоям, аяҡ аҫтымда ер ҙә һелкенмәй, үҙ еремдә аяғымды ныҡ терәп баҫып торам. Ҡышҡыһын яуған ап-аҡ ҡарҙарҙы күрһәм дә, яҙын күләүектәргә, тамсылар тамыуына ҡарап та ҡыуанам. Йөрәгемдә бары тик шатлыҡ сыңы, бәхет сыңы ул! Әкиәттәге етем ҡыҙ Ҡаф тауҙарын ашатлап, ете диңгеҙҙе кисеп, ҡуйы урмандарҙы үтеп, үҙенең йомро-йомро йомғағын табып алып ҡайтты барыбер...
Улым Вадим Ғилманов Сибай дәүләт драма театрында артист, режиссер булып эшләй. Киленем – Гүзәл, Иҙел һәм Ильяс исемле ике ейәнем бар, улар мине бәхет тойғоларына күмә... Тормош дауам итә”.
Тәнзилә Әхмәт ҡыҙы Кейекбаева әле Өфөлә йәшәй. Сит илдәрҙә күреп белгәндәрен, тормош тәжрибәһен башҡалар менән бүлешә, Дим биҫтәһендәге 102-се башҡорт гимназияһында инглиз теленән уҡыта. Ҡыҙыҡһыныусылар уның сит илдәге фәһемле лә, мажаралы ла тормошо хаҡында яңыраҡ донъя күргән «Бәхет ҡошо юлынан» исемле китабынан уҡый ала. Был китабында автор уҡыусы алдында тулыһынса асыла. Нескә күңеленең бар аһ-зары, ҡайнар хистәре, икеләнеүҙәре һәм өмөттәре – барыһы ла ярылып ята унда.
Ҡыҙыҡ икән кеше. Бығаса нимәнән мәхрүм булған, барыһына ла ирешә Тәнзилә ханым сит илдә. Баһалы, аҡсалы эш, яуаплы, ҡайнар мөхәббәт, ҡулын һораған кешенең бик бай кеше булып сығыуы. «Бындай мөмкинлектәр бүтән берәүгә эләкһә, теше-тырнағы менән йәбешер ине. Әммә минең өсөн тыуған төйәктән, халҡымдан да ҡәҙерлерәк башҡа ҡиммәттәр ер йөҙөндә юҡ икәнен аңлап, әйләнеп ҡайттым һәм үкенмәйем. Туғандарың, ғәзиздәрең менән бергә йәшәүҙән дә оло бәхет юҡ», – ти айбарлы ханым. Әммә йөрәген тағы ла юлдар саҡырғанын йәшермәй.

Теги: