Сибәрҙәрҙе сибәр яратыр

Сибәрҙәрҙе сибәр яратыр Эстрадабыҙҙағы иң сибәр егет­тәрҙең береһе, «Каруанһарай» төркөмө йырсыһы Эльмир Әбүбәкиров никах уҡытҡан. Моңло егет кәләшлеккә «Ағиҙел» трикотаж фабрикаһының йөҙө, 2011 йылда Ҡытайҙа үткән матурлыҡ конкурсында Азия моделдәре араһында тәүге тиҫтәгә ингән, шулай уҡ 2013 йылда «Мисс Рәсәй Интернационал» бәйгеһендә дүртенсе урынды яулаған сибәр башҡорт ҡыҙы – Илмира Ғәбитованы һайлаған. Туй мәжлесе боронғоса өс көн дауам иткән. Ињ љыґыѓы – кейәү менән кәләштең аталары элекке таныштар булып сыҡҡан. Анығыраҡ әйткәндә, улар музыка мәк­тәп-интернатында бер осорҙа уҡып, бик яҡшы аралашып йөрөгән икән.

«Төрлө сараларҙа Эльмирҙы күреп йөрөһәм дә, яҡындан таныш түгел инек. Былтыр мин, ҡаты ауырып, ярты йыл өйҙә ултырҙым. Шул осорҙа хәлемде белешеп торған берҙән-бер кеше ул булды. Электән мине оҡшатһа ла, тойғоларын белдерергә ҡыймай йөрөгән икән. Эйе-эйе, артист булыуына ҡарамаҫтан, һөйгәнем бик ипле һәм баҫалҡы. Интернетта тормош иптәшем хаҡында «Иң сибәр башҡорт егете», – тигән яҙыуҙарҙы йыш күрәм. Ләкин беҙ бер-беребеҙҙе ҡыҙғанмайбыҙ, сәхнә кешеләренә иғтибар ҙур икәнлеген аңлайбыҙ. Әйткәндәй, уның менән магазинға, баҙарға йөрөүе уңайлы, һатыусылар юлдашымды күреү менән йылмайып ебәрә һәм йомартланып китә (көлә).

Ашарға бергә бешерәбеҙ. Эльмирҙың яратып әҙерләгән ризығы – лағман. Ул миңә тик үтекләргә рөхсәт итмәй, был эште бары үҙе генә яҡшы башҡара ала тип уйлай. Әле буш ваҡытыбыҙҙы төҙөлөштә үткәрәбеҙ. Мин урамда етемһерәп ултырған бесәй балаһын алып ҡайтҡайным, шуны ҡарайбыҙ. Уныһы әсәй булыуға әҙерлек, репетиция, тип шаярта Эльмир. Дөрөҫөн әйткәндә, ғаиләбеҙҙә ирем – баш. Мин уның думбырала уйнағанын тыңларға яратам. Ғаилә тормошо саҡ башланып торғас, әллә ниндәй йолаларыбыҙ ҙа юҡ. Ләкин икебеҙ ҙә ижад кешеһе бит, йолалар ҙа булыр әле, тип уйлайым.
Әйткәндәй, ғаилә тормошо гел шәкәрҙән генә тормай икән ул. Сер итеп кенә әйтәм, бер тапҡыр үпкәләшеп тә өлгөрҙөк. Обой һайлағанда уртаҡ фекергә килә алманыҡ. Һөҙөмтәлә һатып алмай ҡайтып китергә тура килде», – тип яңылыҡтары менән уртаҡлашты Илмира һылыу.

Сибәрҙәрҙе сибәр яратыр
Ҡыҙҙарҙың һушын алып, «Беләм, мине ишетәһең», – тип йырлаған «Ҡалъя» төркөмө йырсыһы, композитор һәм билдәле ҡуйыусы-режиссер Фәнзил Әҙелбаевтың да кинәт кенә юғалып тороуына ғәжәпләнә күптәр. Уның юғалып тороу сере бер сибәркәй менән бәйле икән. Ваҡытында республика «Һылыуҡай» бәйгеһе һәм 2010 йылда Ялтала үткән «Ялта каникулдары» халыҡ-ара вокал конкурсы еңеү­сеһе, БДУ-ның «Ирәндек» бейеү ансамбле солисы, ун йылға яҡын «Сәң­гелдәк» тапшырыуының алыштырғы­һыҙ алып барыусыһы, ТЭФИ алған данлыҡлы «Ҡоралай» фильмында төп ролде башҡарған, хатта шашка уйыны буйынса ҙур ярыштарҙа ҡатнашып йөрөгән «Тамыр» каналының тынғы­һыҙ мөхәррире Лилиә Дауытова булған икән егеттең йөрәген әсир итеүсе. Йәштәр ғаилә ҡорғас, тормош иптәшенең, балалар бер-бер артлы булырға тейеш, тигәненә Лилиә тәүҙә аптырап ҡала. Әммә һөйгәненең һүҙенә буйһо­ноуҙан башҡа сара ҡалмай, сөнки Фәнзилгә булған хистәре шул тиклем көслө була.
Бөгөн уларҙың Айзель исемле һылыу ҡыҙҙары, Йософ атлы батыр малайҙары үҫеп килә. Ғаилә ваҡытлыса Красноусол шифаханаһы янында йәшәй, Фәнзил – урындағы телевидениела оператор-режиссер.

«Фәнзил менән БДУ-ла бер осорҙа уҡыһаҡ та, ете йыл үткәс кенә бер-беребеҙгә икенсе күҙҙәр менән ҡарап, яҡынайып киттек. Шунан бирле айырылғаныбыҙ юҡ, бер-беребеҙгә терәк һәм таяныс булып йәшәйбеҙ. Әле беҙ­ҙең төп мәсьәлә – торлаҡ, шуны хәл итеү өсөн тырышабыҙ. Иң ҙур иғтибар ҡыҙыбыҙға бүленә. Һәләттәрен төрлө яҡлап асырға, зиһенен үҫтерергә ынтылабыҙ. Айзелдең ярты ғына йәшендә атаһы менән гитараға ҡушылып йырлауын кемдер интернет селтәренә һалған да, хәҙер ул таралып, бик танылған ролик булып киткән. Йософ әлегә бәләкәй. Беҙҙең ғаиләлә әле балалар баш та, батша ла. Фәнзилдең һөнәренә генә түгел, ябай ғына йорт эштәренә лә ижади ҡарауын оҡшатам. Йырҙарын ул күп осраҡта яңғыҙ сағында сығара. Шулай ҙа һуңғы ваҡыт гитарала уйнап, балаларҙы әүрәтеп ултырғанында бер нисә көй тыуҙырҙы. Төп хыялыбыҙ – ҡыҙыбыҙ менән улыбыҙҙы бәхетле, тәүфиҡлы итеп үҫтереү. Хәҙерге йәш башҡорт ғаиләһе тормош ауырлыҡтары алдында бирешмәй, гел алға ынтылыусан, сәмсел һәм тынғыһыҙ булырға тейеш тип иҫәпләйбеҙ», – ти йәш әсә.

Яңылыҡтарҙы Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА яҙып алды.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook