Йондоҙнамә нимә юрай?
Ҡуҙы
(21 март – 20 апрель)
Сәләмәтлек. Йылдың тәүге яртыһында һаулыҡҡа иғтибарлы булығыҙ: яман ҡылыҡтарығыҙҙы ташлағыҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ, дөрөҫ туҡланығыҙ. Юғиһә, йыл һуңында ауырға тура килер.
Эш. Аждаһа карьера өлкәһендә алға китеш вәғәҙә итә. Хеҙмәт һәм тәртип – уңышҡа юл ярыу өсөн иң яҡшы ҡоралығыҙ. Һеҙгә ярҙам ҡулы һуҙған яңы таныштар хаҡына ла элекке дуҫтарығыҙҙан баш тартмағыҙ.
Шәхси тормош. Һөйгәнегеҙгә йәки тормош юлдашығыҙға һеҙҙең иғтибарығыҙ, наҙығыҙ етмәүе ихтимал. Сәскә гөлләмәһенә лә, ҡыйбатлы бүләккә лә түгел, ә бары һеҙҙең аңлауығыҙға мохтаж булырҙар. Икенсе яртығыҙҙың уйҙары, тойғолары, маҡсаттары менән йышыраҡ ҡыҙыҡһынығыҙ.
Романтик осрашыуҙар өсөн ҡыштың аҙағы, яҙ, йәй һәм көҙ ҡулай. Әммә танышыуҙарҙың киләсәге булыу-булмауы һеҙҙең үҙегеҙгә, башҡаларға яраҡлаша алыуығыҙға бәйле. Эште оҙаҡҡа һуҙмай, никах хаҡында хәстәрлек күрә башлаһағыҙ ҙа була. Бының өсөн сентябрь һәм октябрҙең тәүге яртыһы уңышлы.
Буға
(21 апрель – 20 май)
Сәләмәтлек. Һаулығығыҙ ныҡлы, табип хаҡында онотоп торһағыҙ ҙа була. Әммә был сәләмәт тормоштан баш тартырға кәрәклекте аңлатмай. Тәнегеҙҙе күнегеүҙәр ярҙамында сыныҡтырығыҙ. Саф һауала йышыраҡ булығыҙ.
Эш. Февраль айында ҡыуаныслы яңылыҡ көтөлә. Шулай ҙа карьера баҫҡысынан үрләүгә әллә ни ҙур өмөт бағлай алмайһығыҙ. Яңы эшкә күсергә йәки яңы һөнәр үҙләштерергә тура килер, моғайын. Быға ҡайғырмағыҙ. Бөтә үҙгәрештәр бары киләсәктә уңыш яулауға этәргес булыр.
Шәхси тормош. Буға ғаиләһенә һәм туғандарына күп ваҡыт бүлергә мәжбүр. Сөнки туғандар араһында ҡупҡан низағты, бәхәсте хәл итеү мәсьәләһе килеп тыуыр. Әммә бошонорға ярамай, барыһы ла яйланыр. Яңғыҙаҡтарға апрель йәки ноябрь айында ишен осратыу мөмкинлеге көтөлә. Декабрҙәге танышыуҙарға ҙур өмөт бағламағыҙ, был осорҙа кешеләргә ҡарата һағыраҡ булыуығыҙ яҡшы.
Өйөгөҙгә ҙур әйбер һатып алыуҙы кисектереп тороғоҙ – аҡсағыҙҙы туҙҙырмағыҙ.
Игеҙәктәр
(21 май – 21 июнь)
Сәләмәтлек. Игеҙәктәр үрҙәр яулауға әҙер, сөнки Яңы йылға улар ныҡлы һаулыҡ менән аяҡ баҫа. Әммә көстәрен юҡҡа тәләфләһәләр, тиҙ үк хәлдән таясаҡтар. Яҙ етеү менән, күнегеүҙәргә тотоноғоҙ. Спорт кәйефте күтәрер, көсөргәнештән һаҡлар, йәшәү көсө менән һуғарыр.
Эш. Әллә ни ҙур алға китеш һиҙелмәҫ. Әммә бәләкәс кенә булһа ла уңышҡа ирешерһегеҙ. Һөйөнөслө яңылыҡтар апрель-май айҙарында көтөлә. Хис-тойғоларығыҙҙы ҡулда тотоғоҙ. Тиҙ ҡыҙып барыуығыҙ арҡаһында уңайһыҙ хәлгә тарыуығыҙ ихтимал. Айырыуса августың икенсе яртыһында һаҡ булығыҙ.
Шәхси тормош. Былтырғы менән сағыштырғанда, хәлдәр яҡшыраҡ. Һеҙҙе уратып алған йылылыҡ үҙ-ара мөнәсәбәттәргә ыңғай тәьҫир итер. Һөйгәнегеҙгә йәки тормош юлдашығыҙға иғтибарлыраҡ булығыҙ: ваҡ-төйәккә бәйләнмәгеҙ, аңларға, ғәфү итергә тырышығыҙ. Хистәргә бай йыл. Ошоғаса бер генә лә шиғыр яҙмаған булһағыҙ, был йәһәттән һәләтегеҙ асылғанын тойорһоғоҙ. Әлегәсә тормош ҡормағандар мөхәббәтен осратыуға, никах ҡороуға өмөт итә ала.
Ҡыҫала
(22 июнь – 22 июль)
Сәләмәтлек. Иғтибар үҙәгендә – ҡалҡан биҙе менән бауыр, иң беренсе уларҙы тикшертегеҙ. Алама ҡылыҡтарҙан баш тартыу, дөрөҫ туҡланыу талап ителер. Ял итеүгә, тәбиғәткә сығыуға ваҡытығыҙҙы йәлләмәгеҙ. Теш табибына ла күренеп алығыҙ. Ҡояш аҫтында артыҡ ҡыҙыныуҙың һәм тәнгә, сәскә күпләп химия ҡулланыуҙың сәләмәтлеккә кире йоғонто яһауын онотмағыҙ.
Эш. Яңы эш башлау, карьера ҡороу өсөн бик уңышлы осор. Матди хәлегеҙ ҙә яҡшырыр. Әммә һаҡсыл Ҡыҫала аҡсаһын елгә осора торғандарҙан түгел, ҙур ғына мөлкәт туплап та өлгөрөр.
Шәхси тормош. Яңы вазифаға өлгәшеүҙән тыш, шәхси тормошта киҫкен үҙгәреш көтөлмәй. Был кәйефегеҙгә лә тәьҫир итеп алыр. Әммә борсолмағыҙ, көтөгөҙ – бәхет үҙе өсөн көрәшкәндәрҙе ярата. Аждаһа үҙе лә ҡул ҡаушырып ултырырға мөмкинлек бирмәҫ. Тик яҡындарығыҙға ҡаты бәрелмәгеҙ.
Арыҫлан
(23 июль – 22 август)
Сәләмәтлек. Үҙегеҙҙе яҡшы тояһығыҙ. Шулай ҙа йәй ял итергә, көс тупларға тырышығыҙ. Туҡланыуға иғтибар итегеҙ – ашҡаҙанығыҙҙы һаҡлағыҙ. Дауаханала тикшерелеү ҙә артыҡ булмаҫ.
Эш. Тиҙ һәм еңел аҡса артынан ҡыумағыҙ – был хәүефле аҙым һеҙҙең өсөн түгел. Ҡатмарлыҡтар үҙенән-үҙе юҡҡа сығыр. Ә һеҙ, оло маҡсат ҡуйып, шуға табан яйлап юл ярығыҙ.
Шәхси тормош. Арыҫлан тирәләй тормош ҡайнай ғына. Ваҡиғалар күп һәм һәр береһе оло әһәмиәткә эйә. Бигерәк тә балалар күңелһеҙләнергә ирек бирмәй. Борсолмағыҙ, барыһын да йырып сығырһығыҙ. Яңғыҙаҡтар мөхәббәтен осратыр.
Ҡыҙ
(23 август – 22 сентябрь)
Сәләмәтлек. Аждаһа йылында төп дошманығыҙ – тымау, йүтәл тыуҙырысы вирустар. Шуға тәнде сыныҡтырыуға бөгөндән тотонһағыҙ ҙа була. Халыҡ медицинаһы, махсус күнегеүҙәр ярҙам итер.
Эш. Йыл башында күрһәткән сабырлығығыҙ, тырышлығығыҙ тейешенсә баһаланыр. Инде март уртаһында уҡ хәлегеҙ яҡшыра башлар. Иңегеҙгә алған йөкләмәне шартына килтереп үтәү, хеҙмәттәштәрегеҙгә өлгө күрһәтеү талап ителер.
Шәхси тормош. Аждаһаның хәстәрлекле ҡанаты аҫтында һеҙҙең өсөн яңы осор башлана. Тимәк, мөғжизәгә өмөт итә алаһығыҙ. Яңы осрашыуҙар, танышыуҙар көтөлә. Күптән ҡулығыҙ етмәгән эшкә – йортоғоҙҙо төҙөкләндереүгә күңел һалып тотона алаһығыҙ.
Үлсәү
(23 сентябрь – 22 октябрь)
Сәләмәтлек. Бөйөр, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан һаҡланығыҙ. Ябығыу менән артыҡ мауығып, һаулығығыҙҙы ҡаҡшатыуығыҙ ихтимал. Тәнегеҙгә бөтә иғтибарҙы йүнәлтеп, күңел торошоғоҙ хаҡында онотмағыҙ.
Эш. Зарланырға урын юҡ – эш етерлек. Аҡса ла табылып тора. Карьера үҫеше өсөн дә уңышлы мәл. Башҡаларға ҡарата миһырбанлы, итәғәтле, ярҙамсыл булһағыҙ, улар ҙа һеҙгә ошо матур сифаттар менән яуап бирер.
Шәхси тормош. Ҡапма-ҡаршылыҡлы ваҡиғаларҙың шаһиты булырға тура килер. Үҙҙәрен ғаилә ептәре менән бәйләргә теләмәгән тотороҡло яңғыҙаҡтар ҙа, мөхәббәт ҡоршауына ҡаршы тора алмай, никахҡа инергә хәл итер. Күптәр йорт һалыу, фатирын йыһазландырыу менән мәшғүл булыр.
Саян
(23 октябрь – 21 ноябрь)
Сәләмәтлек. Әгәр тымау йонсотһа, иң яҡшыһы – бәрәңгенең эҫе боҫон һулау һәм шифалы үләндәр ярҙамында дауаланыу. Дөйөм алғанда, әлеге мәлдә һаулыҡ мәсьәләһе әллә ни мәшәҡәт тыуҙырмай. Шулай ҙа тән йәрәхәте алыу хәүефе бар.
Эш. Йылдың тәүге яртыһы һеҙҙән ныҡышмал эш талап итә. Артабан еңелерәк булмаҡсы, ҡулығыҙға аҡса төшөр. Сентябрь аҙағында йәки октябрь башында яңы хужа икеләтә көс менән, тырышып эшләргә мәжбүр итәсәк. Был һеҙҙең карьераға ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
Шәхси тормош. Бала саҡтағы хыялдарығыҙ иҫегеҙҙәме? Әгәр хәтерегеҙҙә булмаһа, Аждаһаның үпкәләүе лә ихтимал. Тулы бәхеткә ирешер өсөн тап ошо хыял етмәйҙер, бәлки? Әсәлеккә, балалыҡҡа бәйле йыл. Ғаиләгеҙҙең ишәйеүе күҙ уңында тотола. Төп кәңәш – талашмаҫҡа тырышығыҙ: аҙаҡ мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу ауырға тура килер.
Уҡсы
(22 ноябрь – 21 декабрь)
Сәләмәтлек. Һаулыҡ хаҡында борсолорға сәбәп юҡ. Әммә спиртлы эсемлек – бауырҙы, майлы аш – ашҡаҙан аҫты биҙен, ҡыҙыусанлыҡ ҡалҡан биҙен эштән сығарырға мөмкин икәнен онотмағыҙ.
Эш. Уңышҡа өмөт итә алаһығыҙ, әммә бик тырышып эшләгән хәлдә генә. Һеҙҙең ҡулда – Ер күсәре, әйҙә, әйләндерегеҙ!
Шәхси тормош. Аждаһа, һынауҙар ебәреп, һеҙҙең ныҡлыҡты бер аҙ тикшереп ҡарар. Ғаиләлә аңлашылмаусанлыҡҡа тарымаҫ өсөн ҡапма-ҡаршы ултырып һөйләшеүҙән дә яҡшы сара юҡ. Йәштәргә тормош ҡороу, үҙ мөйөшөн булдырыу, ғаиләһен ишәйтеү өсөн уңышлы осор.
Ылаҡ
(22 декабрь – 19 ғинуар)
Сәләмәтлек. Бөйөр, аш һеңдереү ағзалары хәүеф аҫтында. Дөрөҫ туҡланыу, үҙегеҙгә иғтибарлыраҡ булыу ауырыуҙарҙан һаҡлар. Спорт менән шөғөлләнеүҙән дә баш тартмағыҙ.
Эш. Эштәгеләр ҡанығыҙҙы эсеп, хәлегеҙҙе алыр. Әммә был һеҙҙе нығытыр һәм сыныҡтырыр ғына. Аҡсағыҙҙы һаҡлап тотоноғоҙ – матди хәлегеҙ тотороҡло түгел. Шулай ҙа тырыш хеҙмәтегеҙ һөҙөмтәһеҙ ҡалмаҫ. Тағы ла дәртләнеп эшләү өсөн яңы мөмкинлектәр асылыр.
Шәхси тормош. Йәш ғаиләме йәки бер нисә йыл бергә донъя көткән пар булһынмы, һәммәһе үҙҙәренең икенсе яртыһының мөхәббәте нурына ҡойоноп йәшәр. Әлбиттә, ҡатмарлыҡтар ҙа булып алыр. Ғәҙел һәм аҡыл эйәһе булараҡ, Ылаҡ ғаиләлә килеп тыуған мәсьәләне хәл итеү бурысын үтәргә тейеш буласаҡ.
Һыуғояр
(20 ғинуар – 18 февраль)
Сәләмәтлек. Насар ҡылыҡтарығыҙҙы ташлағыҙ. Нервыларығыҙ ҡаҡшаған, шуға үҙегеҙҙе көсөргәнеш сигенә тиклем еткерергә тырышмағыҙ. Ял итегеҙ, диеталар менән һаҡ булығыҙ. Тәнегеҙҙе сыныҡтырығыҙ, күберәк йәйәү йөрөгөҙ, матур хис-тойғолар менән күңелегеҙҙе байытығыҙ.
Эш. Үҙегеҙҙе йәлләмәгеҙ. Ҡыйыу рәүештә үҙ фекерегеҙҙе яҡлап сығыш яһай алаһығыҙ. Яуаплылыҡтан ҡурҡмағыҙ. Йылдың тәүге яртыһында маҡсаттарығыҙҙы үтәргә бөтә мөмкинлектәр бар. Ете тапҡыр үлсә – бер тапҡыр киҫ, тиҙәрме әле? Икенсе ярты йыллыҡта ошо аҡыллы кәңәште иҫтә тотоғоҙ.
Шәхси тормош. Аждаһа йылын үҙ асылығыҙҙы өйрәнеүгә бағышлай алаһығыҙ. Тәүге ярты йыллыҡ танышыуҙар, осрашыуҙар өсөн ҡулай. Ә ғаиләһе, балаһы булған Һыуғоярҙарға яҡындары өсөн ышаныслы терәк булырға тура килер. Уларҙы тәмле итеп ашатыуға ғына түгел, ялдарын дөрөҫ, файҙалы итеп ойоштороуға ла иғтибар бүлегеҙ.
Балыҡ
(19 февраль – 20 март)
Сәләмәтлек. Шикләнеүҙән туҡтағыҙ. Бөтә сирҙәр ҙә – нервынан! Иң яҡшы дауалау ысулы – хис-тойғолар менән дөрөҫ идара итергә өйрәнеү. Кәйефте ыңғайға көйләп, тынысланып ҡына үҙеңдең эске торошоңдо аңларға мөмкин. Күберәк йылмайығыҙ, көлөгөҙ, тормоштан ҡәнәғәтлек алып йәшәгеҙ.
Эш. Шәхси эшҡыуарҙар менән сағыштырғанда, дәүләт хеҙмәткәрҙәренә еңелерәк. Әммә барыһына ла аҡсаларын йыйыбыраҡ тоторға кәңәш итә йондоҙнамә. Иҫке бәйләнештәрҙе нығытыу, яңыларын булдырыу, эшеңде күрһәтеү өсөн һәйбәт мәл.
Шәхси тормош. Аждаһа, тормошоғоҙҙоң өр-яңы битен асып, бик мауыҡтырғыс өлөшөн тасуирлар. Әммә үҙгәрештәр һиҙҙермәй генә килер. Матур киләсәк төҙөр өсөн байтаҡ бил бөгөргә кәрәгер шул. Яҙ, йөрәктәрҙә һөйөү уты ҡабыҙып, хыялдар донъяһына әйҙәр. Ғаиләле Балыҡтар балалары хаҡында хәстәрлек күреү, донъяларын бөтәйтеү мәшәҡәте менән мәшғүл булыр.

Теги: