Йырлы ер ҙә икән Йылайыр
Гөлшат Кинйәбулат ҡыҙы Зөлҡәрнәева Йылайыр районы Юлдыбай ауылында йәшәй. Ғүмере буйы мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан. БР мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт ветераны. Тормош иптәше менән ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Әле хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып бара, ижад утында яна. Уҡыусыларыбыҙ иғтибарына уның бер нисә шиғырын тәҡдим итәбеҙ.
Һүнмәһен өмөт
Күңел көҙөм иртә килде инде,
Аҡ ҡырауҙар алды сәсемде.
Юҡ, юҡ, миҙгелдәргә бирешмәнем,
Һынау уҡтарынан йәнселдем.
Сыуаҡ көн дә имшетмәҫтер инде
Ҡайғыларҙан ҡатҡан күңелде.
Хоҙайыма күпме ялбарып та,
Сараһыҙға ҡалып, төңөлдөм.
Ниндәй генә гонаһтарың өсөн
Яза күрәһеңдер донъяла…
Улым йәлке, йәлсей алмай йәнем,
Әсә күңеле бит балала.
Ҡурсалауһыҙ ғына йәнлектәрҙең
Һунарсылар етә башына,
Әҙәм тимәм, йыртҡыс аяҡ салды
Һөлөктәй балам яҙмышына.
Нур һибеп тә торған яҙ көндәрен
Болот ҡаралары ҡапланы.
Кинәт ҡыйҙы яҡты хыялдарын,
Рашҡы йыҡты йәшлек аҡланын.
Ҡанһырарын алдан тоя алһам,
Өрөп бәйләр инем яраһын.
Күрәҙә лә итә белгән булһам,
Үҙем алыр инем язаһын.
Һынау юлдарында, Хоҙайғынам,
Әмәл атын бирсе, менгегә.
Түҙемлектән алда өмөтөн бир,
Өмөт уты янһын мәңгегә.
Әсәйем һабаҡтары
Аҡ төҫтәрҙе һөйәм бала саҡтан,
Аҡ күлдәктәр кейҙем яратып.
Сөм-ҡара ла оҙон сәстәремә
Аҡ таҫмалар үрҙем баҙлатып.
Буйға үҫтем – сонторланды толом,
Сыбарланды кейем, араланам,
Әсәй һабаҡтарын иҫкә алып:
«Күңел йөҙөң гел аҡ ҡалһын, балам!
Алыштырып була кейемдәрҙе,
Йыуҙы ниһәң, юҡҡа сыға таптар.
Намыҫыңды һаҡла, балаҡайым,
Яғылмаһын һоро батҡаҡтар».
Әсәкәйем, һинән аманаттыр
Аҡ һөлгөләр түгел, аҡ һабаҡ.
Аҡ өгөтөң күңел күлдәремде
Аҡ нағышлы иткән аҡ сабаҡ.
Йәш шағирә Айгөл Рәжәп ҡыҙы Айытҡолова ла Йылайыр районының йәмле Юлдыбай ауылында тыуып үҫкән. Әле ғаиләһе менән Күгәрсен районы Мораҡ ауылында йәшәй. Район гәзите журналисы.
***
Тамылйырға торған, ай, тамсылай
Һинең миңә алҡа – бүләгең,
Алҡаларға төҫтәш булһын, тиеп,
Кейеп алдым зәңгәр күлдәгем.
Сәстәремде елгә таратайым,
Ел уйнатһын ебәк толомом.
Һинең өсөн, һөйөү өсөн тыуған
Мөхәббәттең тоғро ҡоломон.
Баҫыу иңләп үҫкән сәскәләрҙе
Ҡаҙайымсы өҙөп түшеңә.
Йән һөйгәнең һине генә һөйһә,
Нимә кәрәк тағы кешегә?
Таллыҡтарҙа һайрар һандуғастан
Моңлораҡтыр беҙҙең йырыбыҙ.
Һөйөүҙәргә үрелеп үтһә икән
Икәү атлар оло юлыбыҙ.
***
Нимә барҙыр инде һиндә шундай,
Ҡыҙҙар һушһыҙ һөйә үҙеңде.
Ҡараштарың – диңгеҙ, сумайымсы,
Күҙҙәремдән алма күҙеңде.
Моңло бер йыр кеүек әйткән һүҙең,
Бәрхәт тауыш наҙлай ҡолағым.
Ниндәй көс бар һиндә? Нимә тарта?
Һин – сиселмәҫ серле йомағым.
Ҡулдарыңды ипле генә һелтәп,
Һалмаҡ ҡына атлап китеүең.
Шул тиклем дә яҡын булыр икән
(Ы)сын ирҙәрсә тыйнаҡ көлөүең.
Уйланғанда йөҙөң етдиләнә,
Ауырайып төйөлә ҡарашың.
Күҙҙәремде йомһам – һинең һының –
Таратыуым шулай һағышты.
Алҡымдарға йәнем тығылғандай,
Ҡайнар тының өтһә битемде.
Ҡосағыңда килеш һағыныуым...
Шулай һөйөр икән кеше! Кит инде!
Һүнмәһен өмөт
Күңел көҙөм иртә килде инде,
Аҡ ҡырауҙар алды сәсемде.
Юҡ, юҡ, миҙгелдәргә бирешмәнем,
Һынау уҡтарынан йәнселдем.
Сыуаҡ көн дә имшетмәҫтер инде
Ҡайғыларҙан ҡатҡан күңелде.
Хоҙайыма күпме ялбарып та,
Сараһыҙға ҡалып, төңөлдөм.
Ниндәй генә гонаһтарың өсөн
Яза күрәһеңдер донъяла…
Улым йәлке, йәлсей алмай йәнем,
Әсә күңеле бит балала.
Ҡурсалауһыҙ ғына йәнлектәрҙең
Һунарсылар етә башына,
Әҙәм тимәм, йыртҡыс аяҡ салды
Һөлөктәй балам яҙмышына.
Нур һибеп тә торған яҙ көндәрен
Болот ҡаралары ҡапланы.
Кинәт ҡыйҙы яҡты хыялдарын,
Рашҡы йыҡты йәшлек аҡланын.
Ҡанһырарын алдан тоя алһам,
Өрөп бәйләр инем яраһын.
Күрәҙә лә итә белгән булһам,
Үҙем алыр инем язаһын.
Һынау юлдарында, Хоҙайғынам,
Әмәл атын бирсе, менгегә.
Түҙемлектән алда өмөтөн бир,
Өмөт уты янһын мәңгегә.
Әсәйем һабаҡтары
Аҡ төҫтәрҙе һөйәм бала саҡтан,
Аҡ күлдәктәр кейҙем яратып.
Сөм-ҡара ла оҙон сәстәремә
Аҡ таҫмалар үрҙем баҙлатып.
Буйға үҫтем – сонторланды толом,
Сыбарланды кейем, араланам,
Әсәй һабаҡтарын иҫкә алып:
«Күңел йөҙөң гел аҡ ҡалһын, балам!
Алыштырып була кейемдәрҙе,
Йыуҙы ниһәң, юҡҡа сыға таптар.
Намыҫыңды һаҡла, балаҡайым,
Яғылмаһын һоро батҡаҡтар».
Әсәкәйем, һинән аманаттыр
Аҡ һөлгөләр түгел, аҡ һабаҡ.
Аҡ өгөтөң күңел күлдәремде
Аҡ нағышлы иткән аҡ сабаҡ.
Йәш шағирә Айгөл Рәжәп ҡыҙы Айытҡолова ла Йылайыр районының йәмле Юлдыбай ауылында тыуып үҫкән. Әле ғаиләһе менән Күгәрсен районы Мораҡ ауылында йәшәй. Район гәзите журналисы.
***
Тамылйырға торған, ай, тамсылай
Һинең миңә алҡа – бүләгең,
Алҡаларға төҫтәш булһын, тиеп,
Кейеп алдым зәңгәр күлдәгем.
Сәстәремде елгә таратайым,
Ел уйнатһын ебәк толомом.
Һинең өсөн, һөйөү өсөн тыуған
Мөхәббәттең тоғро ҡоломон.
Баҫыу иңләп үҫкән сәскәләрҙе
Ҡаҙайымсы өҙөп түшеңә.
Йән һөйгәнең һине генә һөйһә,
Нимә кәрәк тағы кешегә?
Таллыҡтарҙа һайрар һандуғастан
Моңлораҡтыр беҙҙең йырыбыҙ.
Һөйөүҙәргә үрелеп үтһә икән
Икәү атлар оло юлыбыҙ.
***
Нимә барҙыр инде һиндә шундай,
Ҡыҙҙар һушһыҙ һөйә үҙеңде.
Ҡараштарың – диңгеҙ, сумайымсы,
Күҙҙәремдән алма күҙеңде.
Моңло бер йыр кеүек әйткән һүҙең,
Бәрхәт тауыш наҙлай ҡолағым.
Ниндәй көс бар һиндә? Нимә тарта?
Һин – сиселмәҫ серле йомағым.
Ҡулдарыңды ипле генә һелтәп,
Һалмаҡ ҡына атлап китеүең.
Шул тиклем дә яҡын булыр икән
(Ы)сын ирҙәрсә тыйнаҡ көлөүең.
Уйланғанда йөҙөң етдиләнә,
Ауырайып төйөлә ҡарашың.
Күҙҙәремде йомһам – һинең һының –
Таратыуым шулай һағышты.
Алҡымдарға йәнем тығылғандай,
Ҡайнар тының өтһә битемде.
Ҡосағыңда килеш һағыныуым...
Шулай һөйөр икән кеше! Кит инде!
Теги: