Атай, әсәй – ике ҡанат…
…Һоҡланғыс әҙибәбеҙ Гөлнур Яҡупованың трилогияһын ҡабат күңелемдән үткәрҙем. Тәрән йөкмәткеле, хисле, йырлап торған телле, бай мәғлүмәтле әҫәр һәр өйгә көтөлгән ҡәҙерле ҡунаҡ булып килеп инә…
«Атайлы бала – арҡалы» тигән рубриканы халыҡ хуплап ҡаршы алды, ысынлап та, Гөлнур ханым әйтмешләй, донъя парлылар өсөн яратылған. Ошо юҫыҡта мин дә хәтеремде ҡуҙғаттым, ата-әсәмә булған рәхмәтемде ҡағыҙға теркәнем, уйҙарымды башҡалар менән дә уртаҡлашҡым килде.
Йәмле йәй көнө. Беҙ, дүрт бала, еләк йыйырға киттек. Еләк тулы биҙрәләр менән ҡайтҡанды әсәй ҡыуанып ҡаршыланы. «Минең үҫкәндәрем, ярҙамсыларым», – тип бөтәбеҙҙе лә һөйөп алды. Шул саҡ йәшенле ямғыр яуа башланы. «Әлдә генә йәшендән алда ҡайтып өлгөрҙөгөҙ, һеҙҙе уйлап, йөрәгем һыҙылыр ине», – тине ул. Бына атай ҙа эштән ҡайтырға тейеш, ул – совхоздың алдынғы малсыһы. Йәшендән ҡурҡып, кескәй һеңлебеҙ илап ебәрҙе. Ул быйыл тәүге тапҡыр мәктәпкә бара. Атайым уны күтәреп ала ла: «Ағай-апайҙарыңды мәктәпкә үҙем алып бара алманым, эштән бушаманым, ә һине үҙем алып барасаҡмын», – тип ҡабатлай гел.
Өләсәйем менән әсәйемдең аш-һыу менән булыуын, үҙ-ара көңгөр-ҡаңғыр килеүен тыңлай-тыңлай йоҡлап киткәнмен. «Әйҙә, тороғоҙ инде, тороғоҙ!» – тигән иркә тауышты ишетеп, күҙҙәремде астым. Өйгә тәмле аш еҫе таралған. Иртәнге ҡояш өй эсенә йылы нурҙарын һибә! Әйтерһең дә, йәшенле ямғыр булмаған да, көн шундай матур, йылы! Беҙ, балалар, бер нәмә белмәй йоҡлаһаҡ та, әсәйем менән өләсәйемде бөгөн йоҡо алмаған. Сменаһынан ҡайтырға тейеш булһа ла, атайыбыҙҙы ул көндө көтөп ала алманыҡ. Алмашсыһы килмәй ҡалып, уның урынына эшләгән саҡтары була торғайны. Шуға кискәрәк ҡайтыр, тип әсәй беҙҙе тынысландыра. Һиҙәм: үҙе бер ҙә тыныс түгел. Хәүефләнеүе лә урынлы шул, атайымдың: «Урманда айыу-бүренән дә, кешенән дә ҡурҡмайым, иң ҡурҡҡаным – йәшен», – тип күп тапҡырҙар ҡабатлауы аңға һеңеп ҡалған. Ашап алғас, әсәйебеҙ эшкә киткәнсе тип (ул оҙаҡ йылдар быҙау ҡараусы булып эшләне), еләктәрҙе таҙаларға ултырҙыҡ.
Кинәт шығырҙап ҡапҡа асылды... Унан, яй ғына атлап, Закир ағай (хәҙер мәрхүм инде) инеп килә. «Мин һеҙгә ҙур ҡайғы менән килдем, кисә Эдуард ағайҙы йәшен атты», – тигән һүҙҙәр ни өсөндөр беҙҙең атай тураһында түгел кеүек ине.
Атай беҙҙең арабыҙҙан китте... Армиялағы ағайыбыҙҙан хат килде. Унда шундай һүҙҙәр бар ине: «Мин хеҙмәт итәсәк часыма килеп еттем, бөгөн һеҙҙән айырылғаныма – ун бер көн». Атай ошо ҡыуаныслы хәбәрҙе лә уҡый алманы, күптәнге хыялы ла тормошҡа ашманы – кинйәкәйен мәктәпкә илтә алманы. Үкенесле киттең, атай, беҙҙең аранан, иртә киттең...
Шул көндән ары, әсәй, һин һыңар ҡанат менән остоң. Эйе, остоң! Сөнки һинең ҡанатың алтын, йөрәгең батыр һәм тоғро ине. Йыш ҡына, биш балам – биш шатлығым, тип ҡабатларға яратһаң да, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына торманы тормошоң. Әммә беҙ уны һиҙмәнек. Һинең йылы ҡанатың аҫтында, ҡурсалаулы бәпкәләр кеүек, бәхеттә көн иттек. Һәр йылы һүҙең беҙгә йән һәм тән дауаһы булды. Беҙ атайыбыҙҙы онотманыҡ, уның хаҡта һин гелән хәтерләп торғанғамы, уның рухына арҡаланып йәшәнек.
Алтын ҡанатың арыған-талған саҡтарың да булғандыр шул, әсәй! Беҙҙе үҫтереп, башлы-күҙле иттең, ерҙәге бурысым үтәлде, тигәндәй, атайымды йәшен һуҡҡан июль айында донъянан китеп барҙың. Хәләл йәреңдең вафатына 25 йыл тулғанда…
Әхирәттә табышҡанһығыҙҙыр, ғәзиздәребеҙ. Һеҙҙең фатихала бәхетле тормош көтәбеҙ, сөнки өгөт-нәсихәттәрегеҙ, һөйөүегеҙ – йөрәгебеҙҙә.
...Ғаиләлә ун баланың икенсеһе булып донъяға килгәнмен. Мин – бәхетле бала, 48 йәшемә тиклем атайлы булып йәшәнем. Гөлнур Яҡупованың романындағы атайҙарға ҡарата әйтелгән бар һүҙҙәр миңә яҡын һәм ҡәҙерле. Оло тормошомда үҙ атайымдың яҡлауын, ҡурсауын татып, алты баламды тәрбиәләүҙә лә ярҙамын, шул иҫәптән матди яҡтан да, күреп йәшәнем. Тормошта атайҙарҙың роле ҙур. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе атайлы һәм әсәйле итеп донъяға яралтҡан. Әсәйем дә аҡыллы кәңәштәре менән үҙемә генә түгел, балаларыма ла үрнәк булды.
«Ҡатындар» романын әлегә ҡулға төшөрә алмайым. Ғинуар һанындағы өҙөк буйынса, романды тыныс һәм уйланмай, һәр геройҙы йөрәгең аша үткәрмәй уҡыуы мөмкин түгелдер, тигән фекергә киләм.

Райхана БУЛАТОВА.
Баймаҡ районы, Билал ауылы.

Миндинур ШӘЙБӘКОВА.
Салауат районы, Ташауыл ауылы.
Салауат районы, Ташауыл ауылы.
Теги: