Йырға, данға лайыҡ

Йырға, данға лайыҡ...– Ҡыҙҙар, подъем! Вагон бушатыр­ға команда булды... Әйҙәгеҙ, йәһәтерәк, мои милые, әйҙәгеҙ, тороғоҙ инде, мои доро­гие, доченьки... – Алтмыштан уҙған старшина Тихонов һәндерәләргә түшәл­гән, йоҡарып, тетелеп бөткән һалам матрастарҙа кейемле көйө йоҡлап ятҡан ҡыҙ­ҙарҙың әле береһен, әле икенсеһен һаҡ ҡына уятырға тотондо. – Таңға тиклем вагон буш булырға тейеш...

– Әйҙәгеҙ инде, ҡыҙҙар, – тине баш­ҡаларҙан өлкәнерәк бригадир Һәҙиә һәм, тороп, әхирәттәрен уятыша башланы.
– У-у-уф, ҡыҙҙар, – тип кирелде өҫ­төнә иҫке оҙон пальто, көпө салбар кей­гән Зөлҡәғиҙә, – шул арала йыйыла һалғандар...
– Туңып өлгөргән булһалар ярар ине, – тине ҡыҙҙар араһынан тағы берәү.
– Бынау утыҙ градуслы һыуыҡта фриц түгел, әллә кемең туңыр, – тине Һәҙиә, сығып торған сәс шәлкемен шәле эсенә йәшереп.
– Раҡия, – тине Һәҙиә үткән өс ай эсендә үҙенең ҡыҙы һымаҡ күреп яратып өлгөргән, арала иң йәше булған Раҡияға әсәләрсә йомшаҡ итеп, – әйҙә, ҡыҙым, тор инде. Кәрәк, аңлайһыңмы, кәрәк...

Буйға ла үҫеп етмәгән Раҡияға хеҙмәт әрмеһенә алынғанда ни бары ун өс кенә йәш ине. «Бала ғына кешене ер аяғы-ер ба­шынан нишләп кенә алып килгәндәр икән был тайга төпкөлөнә...» тип йәлләне уны утыҙ йәштәрҙәге Һәҙиә. Башҡортостандың төрлө районынан ошо Молотов өлкәһендәге (хәҙерге Пермь крайы) хеҙмәт әрмеһенә килгән ҡыҙҙар араһында тап ана шул йәтеш кенә кәүҙәле, ҡара ҡашлы, муйыл күҙле Раҡия иң йәше ине... Эшкә ифрат тырыш, сос, ныҡыш, һис бер нәмәгә зар­ланып бармаған был башҡорт ҡыҙы башҡалар араһында тиҙ генә ихтирам яулап өлгөрҙө. 1944 йылдың октябрь айында, аяҡтарына сабата, өҫтәренә кем ни етте шуны кейгән төрлө йәштәге 40 ҡатын-ҡыҙҙы Баймаҡ районынан Магнитогорск ҡала вокзалына йәйәүләтеп алып килгәйнеләр. Улар араһында Татлыбай ауылынан Һәҙиә, Икенсе Этҡол ауылынан Зөлҡәғиҙә лә бар ине.

Ә бөгөнгө төндә бушатыласаҡ вагонда ниндәйҙер «затлы әйберҙәр» икән, тип уйлай күрмәгеҙ. Унда көн дә тиерлек йыйыла барған әсир немецтарҙың мәйеттәре ине. Баштараҡ үтә лә шомло тойолған был эш тә һуңғараҡ ҡыҙҙар өсөн ғә­ҙәтигә әйләнде... Тик уларҙы ни өсөндөр көндөҙ ерләтмәйҙәр. Тө­нөн ҡыҙҙарға йоҡларға бирмәүҙәре би­герәк ауыр...

Ғинуар һыуығында немец мәйеттәре ҡоро утын һымаҡ туңған. Шуға ла уларҙы икешәр кеше тотоп ергә, унан бульдозер ҡаҙыған соҡорға ташлауы бер аҙ еңеләйҙе...

Ағас табанлы «американский» ботин­каларға сылғау урап кейгән аяҡтар ша­ҡылдап туңа башлағанда, эштәрен тамам­лап, «буржуйка» мейесе менән йылытылған барактарына ҡайтып инделәр. Ярайһы ғына асығып өлгөрһәләр ҙә, яңынан һәндерәләренә сумған ҡыҙҙар бер нәмә белмәй йоҡлап китте. Подъемға тиклем тағы ике сәғәт бар ине әле...

Хеҙмәт әрмеһенең төп эше, әлбиттә, мәйет ташыу түгел, ә таңғы алтынан киске һигеҙ–туғыҙҙарға тиклем, бәғзе ир-аттарҙың да көскә ҡулынан килә торған ифрат ауыр эш – бейек, ҡолас етмәҫлек йыуан ҡарағайҙарҙы бысып йығыу, ботау, вагондарға тейәү ине. Көндөҙгө төп эшкә тотҡарлыҡ булмаһын өсөн, төндәрен таш күмер ҙә бушаттыралар ине.

Меңәрләгән ҡатын-ҡыҙҙың дәһшәт­ле һуғыш мәлендә кисергән ауырлыҡтарын, бөтә көсөн немец илбаҫарҙарын еңеүгә бағышлаған хеҙмәттә күрһәткән батырлыҡтарын тулыһынса һүрәтләп биреү, әлбиттә, мөмкин түгел.
– Ҡарағайлы ҡара урман,
Ҡайтыр көндәр булырмы?
Ҡапма-ҡаршы ҡул тотошоп
Күрешер көндәр булырмы? –
тип моңһоуланып йырлап ебәрҙе Ра­ҡия, бер көн эштән арып ҡайтҡас. – Зөл­ҡәғиҙә апай, бынау урман араһында мин кәкерәйеп кенә ятып үлеп ҡалмаҫ­мынмы икән? – тине ул, шаҡылдап ҡат­ҡан оло брезент бейәләйҙәрен бер-бере­һенә һуҡҡылап. – Һеҙ барығыҙ ҙа ҙур...

– Үлтертмәм, – тине Зөлҡәғиҙә. – Оҙон пальтомдың еңенә булһа ла тығып алып ҡайтырмын, – тип шаяртты. – Тик бына һуғыш ҡына бөтһөн инде... Беҙҙеке­ләр нимес еренә барып еткән тиҙәр бит...

Көнбайыштан эшсе көсө килә торҙо. Әсир немецтарҙан тыш, фашист ҡоллоғонан ҡотолоп та, НКВД тарафынан хыянатсылыҡта ғәйепләнеп, ҡабаттан әсиргә әйләндерелгән үҙебеҙҙең һалдаттар ҙа күпләп килә ине. Уларҙың да хәле немецтарҙыҡынан еңелерәк түгел... Улар ҙа конвой аҫтында эшләй. Немец әсирҙәре ҡырҡылған урман урынына, ҡом түшәп, уның өҫтөнә булыжниктарҙан тигеҙ итеп юл һала.

Мәҡәләмдең ошо урынына килеп еткәс, бер аҙ алғараҡ үтеп, әйтеп ҡуяйым: һикһәненсе йылдарҙа, Пермь ҡала­һынан алыҫ түгел ерҙә ҡыҙы менән кейәүе хеҙмәт иткән гарнизонға ҡунаҡҡа килгәндә, булыжниктарҙан һалынған тигеҙ юлдарҙы күргәс, Раҡия апайҙың күҙенә йәш тулды. «Алтындай бала са­ғымдың бер өлөшө, йолҡоп алынып, ошо таш юл аҫтына түшәп ҡалдырылған һымаҡ хис итәм», – тине ул...

1947 йылдың көҙөндә өсөнсө дәрәжә Дан ордены кавалеры, һуғыштан ҡаты яра­ланып ҡайтҡан егерме бер йәшлек Ус­ман менән тормош ҡорорға яҙа Раҡия апайға. Ауыл хужалығында арыу-талыу белмәй, ең һыҙғанып эшләйҙәр. Туғыҙ ба­ла үҫтерәләр. Егерме бер ейән-ейән­сәр һәм егерме ете бүлә-бүләсәре бар. Хәләл ефете Усман Дәлхә улы – әле Байым ауылында иң һуңғы тере ветеран. Алт­мыш алты йыл бергә ғүмер иткән, хәҙерге ваҡытта ҡаты сирле ҡартын, йәш балаларҙай ҡәҙерләп, яҡшы итеп ҡарай Раҡия инәй.

Тәүҙәрәк «кескәй Раҡия», унан «Раҡия апай», артабан «Раҡия инәй» тип атауыма ҡарамаҫтан, ана шул ҡәҙерле кешем – минең ҡәйнәм ул. Шундай киң кү­ңелле, изгелекле ошо ҡатын-ҡыҙ иң оло хөрмәткә һәм маҡтауға лайыҡ, тип һанайым.

Бер ҡасан да үҙенең кейәүҙәренә, килендәренә һүҙ тейҙермәгән, уларға үҙ балалары һымаҡ ҡараған бындай ҡәйнәне «ҡәйнәләр өлгөһө» тип атар инем. Һис бер ваҡытта үҙ балаһын яҡлап, кеше балаһын яман күрә торған ғәҙәте юҡ уның. Киреһенсә, кейәүҙәрен ҡурсалап, яҡлашырға әҙер тора.
Иң ҡәҙерле кешем – әсәйемдең донъя ҡуйғанына инде алты йыл. Унан башҡа миңә бер кемдең дә «балам» тип өндәш­кәне юҡ ине. Һуңғы осорҙа, әллә йәлләп, әллә яҡын күреп, ҡәйнәмдең миңә «балам» тип өндәшкеләй башлауы, үҙем дә илленән ашҡан кеше булыуға ҡарамаҫтан, күңелгә шундай рәхәт.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
Сибай ҡалаһы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook