Тауҙар тарта үрҙәргә

Тауҙар тарта үрҙәргә Ҡатын-ҡыҙҙың рухи асылын, аҫылташтай күп ҡырлы күңел халәтен, йөрәк серҙәрен аңлап-тойоп бөтөү мөмкин түгелдер ул. Баш ҡалабыҙҙың Совет районы хакимиәтенең мәғариф һәм социаль сәйәсәт идаралығы начальнигы Әлфиә Әхәт ҡыҙы Ҡаһарманова ла – донъяға һөйөү менән баҡҡан, дуҫтарына, яҡындарына йәлләмәйсә күңел йылыһын өләшкән, һәр саҡ камиллыҡҡа, изгелеккә ынтылған гүзәл ҡатын-ҡыҙ, бай тормош тәжрибәһе туплаған алдынғы ҡарашлы етәксе.

... Алһыу битле, ҡап-ҡара сәсле, янып торған ҡуңыр күҙле бәләкәс ҡыҙыҡай атаһының артынан бер тотам да ҡалмай: совхоз директоры Әхәт ағай яланда, бесәнселәр эр­гәһендә булһынмы, фермала һауынсылар янындамы, механизаторҙар менән йыйылыш үткәрәме, ҡыҙы Әлфиә ат егелгән арбала атаһы эргәһенә һыйынып ултыра ла иртә таңдан ҡара кискәсә совхоз би­ләмәләрен гиҙә. Оҙаҡ йылдар Киров совхозы директоры булып эшләгән, ауыл хужалығы тармаҡтарын күтә­реүгә күп көс һалған Әхәт Хөснөтдин улы Сәмиғуллинды Ҡыйғы яҡтарында әле лә яҡшы иҫләйҙәр.


Стәрлебаш районында тыуып үҫкән Әхәт Хөснөтдин улы ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң, ғаилә ҡороп, Дыуан районында эш башлай, баш зоотехник, һуңынан совхоз директоры була. Сәмиғуллиндар Ҡыйғыла 1967 йылда төпләнә. Әсәһе Ҡадира Ислам ҡыҙы сығышы менән ошо яҡтан булған­ғамы, ғаиләләге өс бала – Гүзәл, Әлфиә, ҡустылары Әлис ауылға тиҙ ерегә. Ауыл халҡы абруйлы совхоз директорын ҡуш ҡуллап ҡаршы ала, 7 бүлексәнән торған совхоз тиҙ арала районда ғына түгел, республикала уңыштарға өлгәшә.

Тауҙар тарта үрҙәргә
Әсәләре көн оҙоно мәктәптә уҡыта, апаһы Гүзәл Өфөлә уҡый, Әлфиә барыһына ла – уҡыуға ла, эшкә лә өлгөрөргә тырыша. Шул осорҙа ул тәүҙә велосипедты «эйәрләй», унан мотоцикл, машина йөрөтөргә оҫтарып ала, йыш ҡына атаһы менән һунарға йөрөргә лә әүәҫләнә. Атаһы кескәй Әлфиәнең күңеленә үҙенең бар тормош тәжри­бәһен, аҡыл ҡеүәһен, кешеләр менән аралаша белеү оҫталығын һалып ҡалдырырға ынтыла. «Ата­йым шул ваҡытта уҡ минең холоҡ-фиғе­лемде сыныҡтырып, тормошта йәшәргә, үҙемде нисек тоторға өйрәткән, мин­дә етәксе сифаттарын тәрбиәләгән, күңелемә тормош аҡылын һеңдереп, шә­хес итеп үҫтергән», – ти Әлфиә Әхәт ҡыҙы.

1979 йылда ғаилә Бәләбәйгә күсә. Алдынғы совхоз директорын йәнә яңы үрҙәр яуларға, бөлгөнлөккә төшә яҙған хужалыҡты аяҡҡа баҫтырырға тип М. Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводына ебәрәләр. Яңы урын­ға өйрәнеү, башҡортса уҡығандан һуң рус мәктәбендә белем алыу еңел булмай, әлбиттә. Тиҫтерҙәре тәүҙә Әлфиәнең русса насарыраҡ беле­үенән көлһә, күп тә үтмәй, тырыш, ныҡышмал ҡыҙыҡай барлыҡ фән­дәрҙән дә тик «бишле»гә уҡый башлай, хыялында йөрөткән «Артек» балалар лагерында ял итеүгә өлгәшә. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетындағы шаулы студент йылдары, йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуы, баш ҡала мөхите ҡыҙыҡайҙың үҙенә булған ышанысын нығыта, тормошҡа ҡарашын киңәйтә, киләсәккә ҡанат ҡуя.

Шул осорҙа буласаҡ тормош иптәшен осратып, яҙмыш еле уны Сибай тарафтарына илтә. Иптәше, физика-математика фәндәре кандидаты Шәйхислам Ҡаһарманов БДУ-ның Сибай филиалында уҡыта. Улдары Айрат донъяға килә. Сибайҙың 8-се мәктәбенә эшкә килгән белемле, һәләтле йәш уҡытыусыға бер аҙҙан мәктәп директоры урынбаҫары вазифаһын йөкмәтәләр. Мәктәп тормошона башкөллө сума йәш педагог, балаларға белем биреүҙән тыш, тәрбиәүи эште ойоштороу, коллегалары, ата-әсәләр менән уртаҡ тел табып, белем биреү сифатын яҡшыртыу йәһәтенән күп көс һала.
33 йәшендә иһә Әлфиә Әхәт ҡыҙын Сибай ҡалаһының 6-сы мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. 900-гә яҡын бала белем алған был мәктәп – ҡаланың иң абруйлы, бай тарихҡа эйә белем усағы. Мәктәп тарихында тәүге ҡатын-ҡыҙ директор булараҡ, һынатмаҫҡа тырыша, тупланған белем ҡеүәһен заман шарттарына яраҡлаштырып, мәктәпте яңы үрҙәргә әйҙәй яңы етәксе.

Тиҫтә йыл ошонда эшләү дәүерендә ҡаланың йәмәғәт тормошонда, халыҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә лә әүҙем ҡатнаша Әлфиә Ҡаһарманова. Сибай ҡалаһы ҡала округы Советының беренсе саҡырылышы депутаты итеп һайланыуы ла халыҡтың ихтирамын, ышанысын күрһәтә. Кешеләр менән аралашҡандағы ихласлығы, уларҙың аһ-зарҙарына битараф булмауы, һәр кемгә хәленән килгән тиклем ярҙам итеүе, аҡыллы кәңәштәре артабан да уның абруйы артыуға булышлыҡ итә.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының Сибай төбәк башҡарма комитетының етәксе урынбаҫары булған осорҙа йәмәғәтселек менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, хәйриә акцияларын ойоштороуға, уҡыу йорттарының матди-техник базаһын нығытыуға күп көс һала, йәш кадрҙарҙы үҫтереүгә – йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиә­ләүгә иғтибар бирә. 2010 йылда өмөтлө етәксене Өфөгә партияның Башҡортостан төбәк башҡарма комитетына эшкә саҡырып алалар. Бында Әлфиә Әхәт ҡыҙы «500 бассейн», «Балаларға – балалар баҡсаһы!» кеүек мөһим проекттарҙы әҙерләүҙә ҡатнаша. Үҙ эшенең һөҙөм­тәһен күреү, халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән эшмәкәр­леге уға ҙур кинәнес бирә.
2011 йылдан алып Әлфиә Ҡаһарманова Совет районы хакимиәтендә эшләй. Бында ла уның эшмәкәрлеге халыҡ тормошонан, мәғариф даирәһенән айырыл­ғыһыҙ. Ниндәй генә вазифа биләһә лә, тормошта ниндәй генә үрҙәр яулаһа ла, ул яҡындары, дуҫтары өсөн ябай, ихлас Әлфиә булып ҡала. Өйөндә ул уңған хужабикә, дуҫтарына ла ишеге һәр саҡ асыҡ. Тормош йәмен тойоп, һәр көнөн изгелек менән нурлап йәшәүсе етәксе ҡатын-ҡыҙ Әлфиә Әхәт ҡыҙы Ҡаһарманованың киләсәккә уй-хыялдары, ниәттәре лә бихисап.

– Тыуған Башҡортостаныбыҙҙың гүзәл урындарын гиҙергә яратам, руль артына ултырып, республиканы арҡы­рыға-буйға йөрөп сыҡтым. Тауҙарға артылыу айырыуса үҙенә тарта, тырышып-тырмашып яңы бейеклеккә үрләп күтәре­ләһең, көсөңә ышаныс арта, арыу-талыуҙарың онотола. Ошо мәлдә күңелдә барлыҡҡа килгән илаһи тойғо артабан йәшәүгә көс-дәрт өҫтәй. Ғүмерҙең тап ана шундай илаһи, ҡөҙрәтле үренә, тормош ҡәҙерен, донъя матурлығын бар тулылығында тоя алған мәленә еттем, алда тағы ла яуланаһы үрҙәр, артылаһы тауҙар көтә, – тип йылмая Әлфиә Әхәт ҡыҙы.
Луиза СӘЙФЕТДИНОВА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook