Хәрәкәттән тора был тормош...

Хәрәкәттән тора был тормош... Бушлай килгәндең ҡәҙере юҡ, ти ата-бабаларыбыҙ аҡылы. Шул уҡ ваҡытта бушлай алып, хаҡ түләп ҡотолорға теләгән нәмәләр ҙә бар был донъяла. Эйе, һүҙебеҙ – Аллаһы Тәғәлә тарафынан бушлай бирелгән һаулыҡ һәм үҙебеҙ теләп алған сирҙәр тураһында. Ваҡытында сәләмәтлеккә иғтибар итмәйенсә, сирҙәрҙе йыябыҙ-йыябыҙ ҙа, улар «гөлләмә”гә әүерелгәс, аҡса түләп – дарыуҙар ярҙамында ҡотолорға тырышабыҙ. Был поликлиникаға барып, кемгә мөрәжәғәт итергә белмәүҙән дә киләлер, бәлки? Ошо һәм башҡа һорауҙарға асыҡлыҡ индерергә Һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталендә эшләүсе, 40 йыл хеҙмәт стажына эйә табип-терапевт Альмира Ғөзәйер ҡыҙы Хөсәйенова ярҙам итә.

– Поликлиникаға килгәндә ни өсөн, тәү сиратта, терапевҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк?
– Сөнки терапевт ниндәйҙер кимәлдә ғаилә табибы, диспетчер кеүек. Кеше менән уның хәл-торошо тураһында әңгәмәләшкәндә үк мөрәжәғәт итеүсенең ниндәй ағзаһына иғтибар итергә, уны артабан ниндәй белгескә ебәрергә һәм ниндәй һөҙөмтә көтөргә кәрәклеген ул яҡшы төҫмөрләргә тейеш. Фән булараҡ, терапия эске ағзаларҙың ауырыуҙарын өйрәнеүҙе үҙ эсенә ала. Йәғни терапевҡа һыуыҡ алдырғанда, киҫкен респиратор-вирус ауырыуҙары осрағында, хроник талсығыу, ҡурылдай һәм үпкә, йөрәк-ҡан тамырҙары, ашҡаҙан-эсәк юлы, умырт­ҡа һөйәге һәм арҡа, быуындар, бөйөр, неврология сирҙәре, матдәләр алмашыныуы боҙолоуы, ҡан ауырыуҙары менән мөрәжәғәт итәләр.

Бөгөнгө ҡырыҫ заманда кеше, һау­лығы буйынса ниндәйҙер шиге тыуһа ла, шунда уҡ табиптарға күренергә артыҡ атлығып тормай. Ә инде халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барһаң, дөрөҫ мөнәсәбәт тапһаң, матур итеп һөйләш­һәң, уларҙың ышанысына инһәң, кеше үҙенең сәләмәтлегенә нығыраҡ иғтибар итә башлай. Замандың иң төп проблемаларының береһе, моғайын да, кешенең үҙенең эске тауышын, организмының нимә әйтергә теләүен аңламауҙан, йәғни үҙенә шул тиклем иғтибарһыҙ булыуҙан, үҙ-үҙе менән гармония булдыра алмауҙан киләлер ул.

– Һуңғы йылдарҙа фитотерапевт тигән яңы йүнәлеш барлыҡҡа килде. Ул рәсми медицина менән халыҡ медицинаһын берләштерә.

– Борон фитотерапия, йәғни үлән­дәр, шифалы үҫемлектәр ярҙамында дауаланыу яҡшы һөҙөмтә биргән. Бө­гөн дә ул, рәсми медицинаның ярҙамсы ысулы булараҡ, ҙур әһәмиәткә эйә. Үҙ эшмәкәрлегемдә рәсми медицина менән бергә халыҡ медицинаһын да ҡулланам. Мәҫәлән, үт ҡыуығында таш булғанда ниндәй үләндәр эсергә, ә операциянан һуң ниндәй саралар күрергә кәңәш бирәм. Үт, бәүел ҡыуҙы­рыусы үләндәр тураһында һөйләйем. Башҡортостанда һыу бөтөн ерҙә лә яҡшы түгел бит. Шуға күрә үт һәм бәүел ҡыуығында таштар булдырмау өсөн бирелгән кәңәштәр ҙур әһәмиәткә эйә. Мәҫәлән, бигерәк тә ауыл ерендә йәшәүселәргә был уңай. Миңә мөрәжәғәт итеүсе­ләрҙең сирен асыҡлап, мәҫәлән, кукуруз сәкәнен йыйырға кәңәш итәм. Күләгәлә киптерһәң, ул – бына тигән үт ҡыуыу сараһы. Шулай уҡ йүкә япрағын, арыҫлан ҡойроғо үләнен йыйыу ҙа яҡшы – ул ҡан баҫымы юғары булғандарға файҙалы. Сәскәһе менән бергә 20-25 сантиметр оҙонлоғонда алаһың да күләгәлә киптерәһең. Туҡранбаш (клевер) сәскәһе холестеринды кәметеү өсөн файҙаланыла. Ә беҙ аяҡ аҫтындағы йәшел дарыуханаға иғтибар бирмәйен­сә, уны тапап йөрөйбөҙ. Хәҙер дарыу­ҙарға ышаныс юҡ, нимә һатылғанын белмәйбеҙ. Хатта эш барышында нин­дәй дарыу һөҙөмтәле, ниндәйенең файҙаһы юҡ икәнен күреп торабыҙ, сөнки ауырыуға бер нисек тә тәьҫир итмәй. Дәүләт дарыу етештереүҙе күҙәтеп өлгөрмәй.

Ә яланға, урманға сығып, аяҡ аҫтындағы дарыуҙарҙы йыйһаҡ, нимә ҡулланғаныбыҙҙы белеп торабыҙ. Кеше был өлкәлә белемле булырға тейеш. Дарыу үләндәрен йыйыуҙа ғына түгел, уларҙы ҡулланыуҙа ла. Хатта беҙ ашаған ябай ғына ризыҡ та дарыу булып тора. Мәҫәлән, кемгәлер В12 витамины талап ителә икән, уны ҡыҙыл сөгөл­дөрҙән үҙләштерергә мөмкин. Әйткәндәй, ҡыҙыл сөгөлдөр бешергән­дә лә, ҡыҙ­ҙырғанда ла үҙенсәлектәрен, витаминдарын юғалтмай. Билегеҙ ауырта икән, әйҙә, күпләп сөгөлдөр ашағыҙ.
Һәр ризыҡ та ниндәйҙер кимәлдә дарыу ул, тик сама белеү кәрәк. Ғөмүмән, организм – ул камил механизм. Уны тыңларға өйрәнгәндә, ҡасан, нимә ашар­ға кәрәклеген үҙе үк белгертеп тора.

– Халыҡ шулай тип шаярта: табип­тар өс төргә бүленә – беренсеһе – «Хо­ҙайҙан табип», икенсеһе – «йә, Хоҙай!», өсөнсөһө – «Хоҙай ҡушмаһын!» Үҙегеҙ табиптың яҡшылығын ниндәй билдәләр буйынса баһалай­һығыҙ?

– Яҡшы табип, минеңсә, ул – сирҙәрҙе иҫкәртеү менән шөғөлләнеүсе табип. Өфөгә килгәнгә тиклем Стәрлетамаҡ районының Рощинский совхозында эшләнем, «Сәләмәтлек» төркөмө булдырып, шулар менән 20 йыл шөғөлләндем. Теләге булған ҡатын-ҡыҙҙы спорт залына йыйып, аҙнаһына өс тапҡыр күнекмәләр үткәрә инем. Ауырыуҙарҙы ҡабул иткәндә үк кемдең муйыны ауырта, кемдең башы әйләнә йәки ауырта, кемдең биле, кемдең ҡулдары ойой, ҡан баҫымы тәртиптә, әммә китеп барған ерендә ҡолай һ.б. – асыҡлап, уларҙы ентекле тикшерә башлаһаң, кешелә ғәҙәти муйын остеохондрозы булыуы асыҡлана. Ундайҙар­ҙы спорт залына саҡырам. Килеүселәр ике аҙнанан шәбәйеп китә. Бында ауыл менән ҡала халҡын айырып күрһәтергә мөмкин. Ауыл кешеләре, күрәһең, көндәлек физик эш күп булыуға һылтанып, физик күнегеүҙәр яһауға артыҡ иғтибар бирмәй. Әммә физик эш – ул дауалау физкультураһы түгел. Шуға күрә, иртән уянғас та, хатта ятҡан ерегеҙҙә булһа ла күнегеү эшләүҙе ҡағиҙә итеп алыу кәрәк.

Ғәмәлдә, медицинанан бары тик 15 – 19 процент ҡына һөҙөмтә көтөргә кәрәк. Мәҫәлән, кеше сирләй икән, табиптар уның киҫкен осорон ғына алып ташлай, симптомдарын дауалай, хәл-торошто тотороҡландыра. Ҡалғаны инде ауырыуҙың үҙенә бәйле – табиптың кәңәшен үтәйме, күнекмәләр эшләйме, саф һауала йөрөймө, үҙенең туҡланыуына иғтибар итәме һ.б. Кәңәш бирә башлаһаң, барыһы ла бөтөн нәмәне белә, ә ни өсөндөр тормошта ошо белемдәрен ҡулланырға ауырһына.

Эш дәүерендә төрлө табиптар менән осрашырға тура килде. Хәҙер ауырыуҙарҙың үҙенә оҡшаған табипты һайлау хоҡуғы бар-барлыҡҡа, әммә һайларлыҡ табиптар юҡ. Йыл һайын әллә күпме табип юғары уҡыу йортон тамамлай, әммә эшләргә кеше юҡ. Йәштәр йә шәхси клиникаларға, йә аҡса күп түләнгән икенсе структураларға эшкә китә.

Эйе, бөгөн шәхси клиникалар, шәхси дауалау учреждениелары күбәй­ҙе. Әммә аҡса менән бәйле һәр ерҙә кеше шул тиклем үҙгәрә, хатта кешелек йөҙөн юғалта, тиер инем. Уларҙа аҡса идара итә. Икенсе яҡтан, кешенең проблемаһынан аҡса эшләү – ул әҙәпкә, әхлаҡҡа һыймаған күренеш. Медицинаны ла, башҡа өлкәләр кеүек үк, үҙ-үҙен хеҙмәтләндереүсе тармаҡ итеп ҡалдырһаҡ, нимәгә барып етербеҙ – билдәһеҙ. Ә бөгөн ысын мәғәнәһендә Хоҙай тарафынан табип булып яралтылған, совет осоронда уҡыған һәм намыҫлы эшләгән табиптар пенсия йәшенә етеп бара. Улар хаҡлы ялға китеп бөтһә, медицина кем ҡулына ҡалыр, шуныһы хәүефләндерә.

– Әбүғәлисина ауырыуға: «Беҙ өсәү – мин, һин һәм һинең сирең. Һин кемдең яғын алаһың, шул яҡ еңәсәк», – тигән. Ауырыуҙарға дауалай алмаҫтай сирҙәр булмағанын, дауалап булмаған сирлеләр генә барлығын йәғни ауырыуҙы еңергә мөмкин икәнен нисек аңлатырға?

– Тәү сиратта, сирлене икеле-мике­ле уйҙарынан арындырырға, уның ме­нән күберәк һөйләшергә, аралашырға, уны көсөнә инандырырға кәрәк. Тамсы тама-тама таш тишә, тигәндәй, көн һа­йын уның күңелен күтәреү, матур, йылы һүҙҙәр менән ҡанатландырыу зарур. Мин сирләйем, тип тик ятыу ҙа организмды ҡатыра, матдәләр алмашыныу­ҙы боҙа. Шуға күрә сирлене, хатта урын­да ятҡан сирлене лә, нимәлер эшләр­гә, ҡыбырларға мәжбүр итергә кәрәк.

Ҡайһы берҙә ауырыу үҙ-үҙенә бикләнә, төшөнкөлөккә бирелә. Уны ошо халәттән сығарыу зарур. Ауырыу ни тиклем һине ситкә этһә, уға шул тиклем яҡын булырға тырышаһың. Юҡһа, ул бөтөнләй үҙ-үҙенә биклә­нәсәк, тормоштан ваз кисәсәк. Беҙ, табиптар, был осраҡта дин әһелдәре кеүекбеҙ. Хатта йөҙөбөҙгә төкөрһәләр ҙә, һөртөнәбеҙ ҙә тағы шул ауырыу эргәһенә барабыҙ, сөнки ул – сирле. Тәү сиратта уның күңелен дауалау мөһим. Бында миҫал өсөн «Һыу – Ерҙең мәғлүмәт ҡыры» тигән фильм­ды килтереү урынлы булыр. Ғалимдар һыу менән шундай тәжрибә үткәрә – дүрт төрлө үҫемлеккә дүрт төрлө һүҙ, мөнәсәбәт булған һыу ҡоялар. Матур, ыңғай, яҡшы һүҙҙәр әйтелгән һыу ҡойолған үҫемлек матур булып үҫә, кире мәғлүмәт алғаны, киреһенсә, һулый. Кеше 80-90 процентҡа һыуҙан тора, ул да ошо тәжрибәләге кеүек, үҙенә мәғлүмәтте һеңдереп бара, һәм һөҙөмтә лә ошо мөнәсәбәт кеүек буласаҡ. Хатта ябай ғына битарафлыҡ та кешене үлтерергә һәләтле.

– Һаулыҡ – ҙур байлыҡ, тибеҙ. Әммә был һүҙҙәрҙең тәүге өлөшөнә күҙ йомоп, уның икенсе өлөшөн генә ҡабул итеүселәр ҙә бар...
– Уның асылын аңлау өсөн һәр кем үҙе ауырып, сирҙе үҙ башынан кисереп ҡарарға тейештер, моғайын. Ысынлап та, шуға тиклем ул быны аңламай. Йәки аңлау өсөн ул нимәнелер үҙе кисерергә тейеш. Мәҫәлән, матди байлығы бул­ғандар араһында барыһы ла тиерлек спорт менән шөғөлләнә, әммә ошо кимәлгә еткәнсе улар тормоштоң төрлө һынауҙарын үтеп сыҡҡан. Эйе, һаулыҡ һәм матди байлыҡ йәнәш йөрөй ала. Әммә ундайҙар араһында ла төрлөһө бар. Байлыҡ ҡайһы берҙәренең күҙен томалай һәм улар аҡсаға бөтөн нәмәне һатып алып була, тип уйлай башлай. Әммә был – хата фекер.

Ләкин һаулығың менән ныҡлап шөғөлләнеү өсөн бер ваҡытта ла һуң түгел. Мәҫәлән, мин Рощинский совхозында эшләгәндә, бик шәп бер пациентым, мин уны хатта остазым тиер инем, булды. Давид Сергеевич Ефимов Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине. Ул килеп ингәс, мин уға 60 йәштер тип уйлағайным, баҡтиһәң, уға 83 йәш булып сыҡты. Джинсы костюмда, егеттәр кеүек етеҙ хәрәкәтле. Һораша башлағас, уның көн һайын иртән ике саҡырым алыҫлыҡтағы күрше ауылды йүгереп урап ҡайтҡанын, һалҡын һыу менән ҡойонғанын белдем. Шулай уҡ ул тын алыу һәм ғәҙәти гимнастикалар яһай, ғөмүмән, көнөнә ике сәғәтте үҙенең сәләмәтлегенә бағышлай икән. Шул уҡ ваҡытта 83 йәшендә лә колхозда ер үлсәүсе булып эшләй ине. Үҙе менән 60 йәшендә генә шөғөлләнә башлаған. Эсеүен, тартыуын ташлаған. Мин эшлә­гән осорҙа ул бер тапҡыр ҙа сирләмәне. 93 йәшендә вафат булды. Ә бит 63 йәшенә тиклем һуғышты үткән, парти­зандарҙа йөрөгән, ҡышҡы һыуыҡтарҙа туңған.

Йәки бына мин 91 йәшлек бер кешене беләм. Ошо йәшендә ул ҡапыл үҙенең хәтере насарланыуын һиҙеп ҡала һәм көн һайын шиғыр ятлай башлай. Бер йыл эсендә йәшәлгән йылдары иҫәбе­нән сығып 91 шиғыр, өҫтәүенә Твардовскийҙың «Василий Теркин»ын тулыһынса ятлай. Бының менән нимә әйтергә теләйем: кеше нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, уның мөмкинлектәре сикһеҙ.

– Журнал уҡыусыларға ниндәй мөһим теләктәрегеҙҙе еткерер инегеҙ?

– Бөгөндән башлап үҙ сәләмәтлеге­геҙ өсөн яуаплылыҡты үҙ ҡулығыҙға алырға теләһәгеҙ, тәү сиратта, ялҡау­лыҡтан ҡотолорға кәңәш итәм. Ялҡау­лыҡ – кешенең иң алама юлдашы. Иртән уяныу менән тәҙрәгеҙҙе асып, бүлмәгеҙҙе елләтегеҙ, тәрән итеп тын алығыҙ һәм күнегеүҙәр яһағыҙ. Эсеү, тәмәке тартыу кеүек кире күренештәрҙе тормошоғоҙҙан бөтөнләй алып ташла­ғыҙ. Сәләмәт ризыҡ менән туҡланығыҙ, мал майҙарын мөмкин тиклем аҙыраҡ ҡулланығыҙ. Саф һауала күберәк йөрө­гөҙ, йүгерегеҙ. Күберәк хәрәкәтләнегеҙ. Юҡҡа ғына, хәрәкәттә – бәрәкәт, тимә­гәндәр. Тормош хәрә­кәткә ҡоролған.

Даяна АТАНОВА һөйләште.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook