Ожмах – әсәләрҙең аяҡ аҫтында

Ожмах – әсәләрҙең  аяҡ аҫтында Башҡорт дәүләт университетына уҡырға килгәндә, уның хаҡында легендалар йөрөй ине. Өлкәнерәктәр, их, һеҙҙең бәхеткә Әхмәт Мөхәмәтвәли улының лекцияларын тыңларға яҙмаған икән, тип үртәр булды. Ошо һоҡланыулы ҡараштар нигеҙендә һәм телевидение, радиолағы сығыштары, китаптары, хеҙмәттәре аша танышлығымдан күңелдә уның образы яралды. Ғорур, һомғол боланды хәтерләтте ул. Һуңынан, уның ғилми етәкселегендә аспирантурала уҡыған һәм кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған дәүерҙә лә, ошо образ баҙыҡлана ғына төштө. Уның күркәм юбилейын бер һылтау итеп, журнал уҡыусыларына филология фәндәре докторы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты  профессоры, Рәсәй Гуманитар академияһы академигы Әхмәт Сөләймәнов менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

– Әхмәт Мөхәмәтвәли улы, һәр уңышлы ир-ат артында ҡатын-ҡыҙ тора, тиҙәр. Ә һеҙҙе тыуғандан алып уратҡан ҡатын-ҡыҙҙар кемдәр улар?
– Беҙ, бала сағыбыҙ һуғыш йылдарына тура килгән малайҙар, күбебеҙ атай һөйөүен тойманыҡ. Ә минең атайым 30-сы йылда уҡ репрессияға юлыҡтырылған. Күрше Байназар ауылынан Мөхәмәтйән ағай, Әбделмәмбәт ауылынан (беҙ уны Ҡыпсаҡ, Үҙән тип тә йөрөтәбеҙ) Сабирйән сәсән Мөхә­мәтҡолов – өсәү ҡулға алына. Красноярск ҡалаһы тирәһенә барып еткәс: «Кем дә кем Аҡ диңгеҙ-Балтик каналы төҙөлөшөнә бара, уларҙың бер йылы ике йыл иҫәпләнәсәк», – тип иғлан итәләр. Атайым менән Сабир­йән сәсән шунда китергә була. Ошо хаҡта беҙгә һөйләгән Мөхәмәтйән ағай үҙе унда барыуҙан баш тарта. Балтик каналын соҡоғанда,  атайым, билдән һыу кисеп йөрөп, сирләп китә, әммә ваҡытын тултырып ҡайта, ә Сабирйән сәсән шунда ятып ҡала. Беҙҙең ғаиләлә Мөхәмәткилде, Бибикамал апайым, Мөхәмәтзәки ағайым, шунан Әхмәт, Мәрйәм тигән балалар тыуа. Был икәү сабый саҡта вафат була. Мин 1939 йылда донъяға килгәнмен. Атайым 1942 йылда 112-се башҡорт атлы дивизияһына тәғәйен егеттәрҙе Стәрлетамаҡҡа алып бара. Шунда һыуыҡ үткәреп, ҡайтҡас, ҡаты ауырып китә. Юрамал ята, тип уны военкоматҡа комиссияға алып йөрөйҙәр. Шул ауырыуынан ул мандый алмай. Күп тә тормай, 14 мартта, вафат була. Уға 44 кенә йәш була. Атайымды ҡайтмаҫ ергә ҡапҡанан алып сығып барғанда, күрше Дәүләтбикә инәйҙәрҙә (ул барыбыҙҙың да кендек инәһе булған) Гәүһәр һеңлем донъяға килә.

Әсәйем Нурикамал Лотфулла ҡыҙы – Һатыбаловтар затынан. Үҙебеҙҙең ауылдан. Шуға ла уға бер генә өйҙө­көләр, Туҡтамышев Вәлиәхмәт апамдың ғаиләһе генә, килен, еңгә тип, ҡалғандар уға ҡәрендәш, һеңле йә апай, инәй тип өндәште.
Беҙҙең ғаиләлә барыһы ла сәсән телле ине. Атайым, нимә күрһә лә, шуға арнап, таҡмағын сығарыр булған. Әсәйем дә рифмалаштырып һөйләүгә оҫта ине. Бибикамал апайымдың да һәр хатын шиғыр менән тамамлап ҡуйыуы хәтеремдә.

4-5-се кластарҙа уҡығанда, тиңдәш­тәрем йәшереп тәмәке тарта башланы. Әсәйем ҡаты итеп киҫәтеп ҡуйҙы. Миңә шул етә ҡалды, тартманым. Йомшаҡ күңелле, әммә талапсан булды мәрхүмә. Атайымдан тол ҡалғанда, ул 35 йәштә генә булған. Мин иҫ белгән­дә, намаҙ уҡый, ураҙа тота ине. Һуғыш осоронда ураҙа йәйге, көҙгө эштәрҙең иң ҡыҙыу ваҡытына тура килде. Шунда әсәйем ураҙаһын ҡалдырманы. Дәүләт­бикә инәйем менән сөкөрҙөгө сығып сәхәр эсерҙәр ине. Шунан оҙон киндер таҫтамалды биленә урап эшкә китер ине... Күпме генә ваҡыт йоҡлағандыр инде, гел хәрәкәттә булды. Йоҡлап ятҡанын, ғөмүмән, хәтерләмәйем.

Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең хәҙистәре буйынса, ҡатын-ҡыҙҙың еп иләп ултырыуы – намаҙ уҡыуға, ирҙәрҙең күпер һалыуына тиң тип иҫәпләнә. Ай яҡтыһында ла, ҡараңғыла ла, киндер иләй торған машинаһын зырылдатып, еп иләп ултырыр ине. Кейемһеҙ булманыҡ. Киндер ҙә тула ине кейемебеҙ. Атайлы балаларҙан кәм йөрөт­мәҫкә тырышты әсәйем. Бәләкәйҙән атайлыларҙан көнләшеү ҙә булғандыр инде. Һуғышмай ҡайтмаған көнөм юҡ ине. Атайһыҙ бала сағым үҙ-үҙемде яҡларға, ныҡлыҡҡа өйрәтте мине.

Бер ваҡытта ла әсәйем беҙҙе әрлә­мәне. «Үҙеңде уйламаһаң, ағайыңдар­ҙы уйла. Улар кеше араһында йөрөй. Йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермә», – тиер ине. Егәрлелеге уға бирелгән Ыла­сын ҡушаматында ла сағыла. Өлгөр, һаҡ булған өсөн йәбешкәндер ул уға.

...1946 йыл – беҙҙең ғаилә өсөн тарихи йыл. Беренсе класҡа уҡырға төштөм. Өлкән ағайым уҡыта башланы. Мөхәмәтзәки ағайым Темәс педучилищеһына уҡырға инде.

1947 йылда бөтә ил буйынса аслыҡ хөкөм һөрҙө. Беҙ асыҡманыҡ. Әсәйем баҡсасыл булды. Йыл да минең ул саҡ­тағы буйымдан бейек ағас мискәне тултырғансы кәбеҫтә тоҙлай торғайны. Яҙ етеү менән, беҙ, бала-саға, ҡуянтубыҡҡа, ҡуҙғалаҡҡа, ҡымыҙлыҡҡа, ҡа­ҡыға, йыуаға туйынабыҙ.
Һуғыш ваҡыты ине. Бибикамал апайымды бер көндө колхоз бригадиры фермаға йыла әрсергә саҡырҙы. Әсәйем уны ебәрмәне. Иртәгәһенә бригадир, кем кисә тыңламаған, ФЗО-ға китәһегеҙ, тине. Өс ҡыҙҙы, шулай итеп, илата-илата Иҙел башына, йәғни Белоретҡа, алып киттеләр. Беҙҙең ауыл ҡышын юл эсенә әйләнә, сөнки бөтә халыҡ район үҙәгенәсә Иҙел боҙонан йөрөй. Үткенселәр күп булды. Беҙгә, өйҙәш булып, бер татар инәй инде. Йәй сыҡҡансы йәшәне. Бик итә­ғәтле әбейҙең ваҡиғаларҙы алдан күргән һымаҡ нимәлер әйтеп ҡуя торған ғәҙәте бар ине. Был юлы әсәйемә: «Ҡыҙың аҡ юлдан китә, ҡара юлдан ҡайта», – тигән. Юрағаны юш килде. Апайым, ысынлап та, ФЗО тәртибенә, аслыҡҡа түҙмәй, ҡасып ҡайтып килде. Әсәйем уны кире ебәрмәне, һүҙендә ныҡ торҙо. Уны властар еңә алманы. Апайым мине һәр ваҡыт үҙе менән алып йөрөнө. Бала ғына булһа ла, ир заты бит әле, һаҡсы булыр, тигәндер инде. Хәҙисә тигән апай менән фермала тана көттө. Ҡайҙа йөрөһә лә, тәнҡит шиғырҙары сығарыр ине. Мәжлестә ултырамы, шунда уҡ таҡмағын яра әйтә лә һала. Ныҡ ҡына күргем килгәйне үҙен. Ҡайтып, хәлен белгәс, тегендә ашыҡмай тор, тинем. Йылмайып, юҡ, тине. Ћуңғы күреүем шул булған икән... Оло үкенесебеҙгә күрә, 2012 йылда, 82 йәшендә, вафат булып ҡалды.

Гәүһәр ҡарындашым да теге донъяла хәҙер. Атайым һымаҡ, оло ағайымдың да вафаты 44 йәшенә тура килде. Мөхәмәтзәки ағайым менән һөйләшеп ултырғанда, шул беҙгә лә сикме икән ни, тип шөрләй ҡуйҙыҡ. Аллаға шөкөр, улар йәшен артта ҡалдырҙыҡ. Хәҙер инде икебеҙ ҙә атай-әсәйҙең йә­шәлмәгән йылдарын ваҡлайбыҙ. Аға­йым быйыл 84 йәшендә. Шуныһы үкенесле: бер ата, бер әсәнән икәү генә ҡалдыҡ.

Уҡып йөрөгән ваҡытта теләгем әсәйемә ярҙам итеп, уның тормошон яҡшыртыу ине. 6-сы кластан уның менән бергә бесән саба башланым. Тау үренә көскә артылған әсәйемде арытмаҫ өсөн, берәй тәгәрмәсле нәмәгә ултыртып ҡына, палиспас ярҙамында тартып мендерһәң ине, тип хыяллана торғайным.
1950 йылдың йәйендә Бөрйәндә айыу аҙҙы. Кешегә тейә башланы. Бер бакуйҙы сығам да, туҙҙан эшләп алған торбамды ауыҙыма терәп, тирә-яҡтағы тау-ташты яңғыратып, һөрәнләп алам. Мин һаҡсы бит, ир кеше, йәнәһе, йыртҡыстар ҡурҡырға тейеш.

...Ябай кешеләр араһында ла абруй ҡаҙанғандары була. Әсәйем шундай ине: ул-был кәңәш кәрәк булһа, бигерәк тә йәшләй тол ҡалған ҡатындар әсәйемә килә торғайны. Бер ваҡиға һаман да хәтеремдә. Төнөн уятып, әсәйемде алып сығып киттеләр. Баҡ­тиһәң, кемдеңдер ҡыҙын кейәүгә барырға күндерә алмайҙар икән. Өгөт­ләргә әсәйемдең һүҙе кәрәк булған.

...10-сы класта уҡығанда, уҡыуҙы ташламаҡ булып, ауылға ҡайттым. Маҡсатым – әсәйемә терәк, таяныс булыу ине. Тракторсылар икмәкте мул ала. Магазиндан он һатып алып йәшәгәс, уларға күҙем ҡыҙғандыр инде. Хәрби училищела уҡыған Мөхәмәт­зәки ағайым, тамағынан өҙөп тигән­дәй, 120 тәңкә аҡса һалып тора. Тракторсылыҡҡа уҡырға тигән хыял менән йөрөп ятам. Мәктәпте ташлап ҡайтҡа­нымды белгәс, өлкән ағайым, уҡыуың­ды бөт, аҙаҡ ҡайҙа ниндәй һөнәр алырға теләһәң, шуға уҡырһың, тип минең менән бик етди һөйләште.

Юғары уҡыу йортон тамамлағас, яңынан өй һалып индерҙем. Әсәйем түрҙә ултырҙы. Мунса һалырмын тигән әйтеүемде лә үтәнем. Үкенескә ҡаршы, әсәйем 68 йәшендә был донъянан китте. Уны ерләшергә халыҡ эркелеп килде. Ҡайғыһын да, шатлығын да бергә күтәрешкән Дәүләтбикә инәйем етем бала һымаҡ тороп ҡалды. «Әсәйең үлгәс, ауылда йәм бөттө», – тигәндәр күп булды. Ә ике туған ағаћы, Юныс апам: «Һеҙ булмаһағыҙ ҙа, йортоғоҙға боролоп, ҡапҡағыҙға башымды терәп, тороп-тороп китәм мин», –  тигәйне иламһырап.

…Ҡайғы алып китте әсәйемде. Үҙенән 17 генә йәшкә кесе ине тәүге улы. Ана шул Мөхәмәткилде ағайымды юғалтыуҙы күтәрә алманы. Ҡолонсағым, тине лә иланы. Бала ҡайғыһы аяҡтан йыҡты уны. Шуға мин һәр саҡ: «Бала ҡайғыларын күрһәтмә, Хоҙайым, үҙемә лә, дуҫым түгел, хатта дошманыма ла!» –   тип теләк әйтәм.

Һөнәр һайлауымда оло ағайымдың йоғонтоһо ҙур булды. Ҡайҙа йөрөһә лә, ул йыр, таҡмаҡ, риүәйәттәр йыйҙы, «Бабсаҡ менән Күсәк»те лә ул яҙып алған вариантта өйрәндем.
Ожмах – әсәләрҙең  аяҡ аҫтында
– Улы кәләште әсәһенә ҡарап һайлай, тиҙәр. Балаларығыҙҙың әсәһе ҡәйнәһенә оҡшағайнымы?
– Флүрә Юламанова тигән ҡыҙ менән абитуриент ваҡытта уҡ танышҡайныҡ. Ул Хәйбулла районы Аҡъюл ауылы ҡыҙы ине. Имтихандарға хеҙмәттән ҡайтышлай килгәй­нем. Урал университетының журналистика бүлегенә уҡырға инергә йөрөйөм. Мөхә­мәтғәни ағайымдың кәңәшен тотоп, яҡыныраҡ булайым тип, Өфөгә юлландым. Һынау һөҙөмтәләре буйынса Флүрә конкурстан үтмәне. Уны киске бүлеккә тәғәйенләнеләр. Мине көн­дөҙгө бүлектең старостаһы итеп ҡуй­ҙылар. Факультетыбыҙ деканы урынбаҫары Ғәли Сәйетбатталовҡа:
– Беҙҙең төркөмдә ирекле тыңлаусы булырға тейеш бер егет килмәне. Шуның урынына бер йыл уҡытыусы булып эшләп, алыҫ райондан килгән Флүрә Юламанова тигән ҡыҙыҡайҙы алайыҡ әле, – тип мөрәжәғәт ит­тем. Ғәли Ғәлиевич мут ҡына йылмайҙы ла:
– Ә һин кем булаһың уға? –  тип һораны.

– Имтихандарҙы бергә биргәйнек. Тырыш ҡыҙ. Тик рус теленән үтмәне, – булды яуабым.
–  Ярай.  Дәрескә йөрөһөн. Тәүге сессияны уңышлы тапшырһа, приказдан үткәрербеҙ, –  тине.
Шулай итеп, Флүрә менән дүрт йыл бергә уҡып, дуҫлашып йөрөнөк тә, ул дүртенсене бөткәс, өйләнештек. Мин академик ялға сығып, бер йыл мәктәптә эшләп килгәнгә, унан бер курс артта ҡалғайным. Шуға ла Флү­рәм минән бер йыл алда диплом алды. Ул Ләйсәнебеҙгә әсәй булырға йыйына ине. Шуға ла, үҙенең әсәһенә яҡыныраҡ булһын тип, Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт мәктәбенә урынлаштыр­ҙым. Уның туғандары менән тәүгә шунда күрештем. Барғас, дүртенсе көнгә баш балабыҙ Ләйсән донъяға килде. Бер-ике аҙна торҙом да бишенсе курсҡа уҡырға киттем. Универ­ситетты 1967 йылда тамамланым. Аспирантураға урын булмай сыҡты. Ғәйнуллин Миҙхәт ағай: «Сөләймәнов ауылда ятып та диссертация яҙыр ул», –  тигәйне.
Миңә Мәғариф министрлығына йүнәлтмә бирелгәс, әсәйем менән һөйләшергә ауылға ҡайтып киттем. Маҡсатым уны ҡалаға алып килеү ине, әммә ул, нигеҙ ташлап китмәйем, тип ҡырҡа ҡаршы төштө. Бәхетемдән, ата-әсәләрҙең үтенесе буйынса, райсовет, Нәби башланғыс мәктәбен һигеҙ йыллыҡҡа әйләндерергә, тигән ҡарар сығарған. Ғаиләмде Өфөгә алып килдем дә, министрлыҡҡа инеп, ҡайтыу теләген белдерҙем.

Әсәйем быға тиклем хат аша ғына таныш Ләйсәнде, ейәнсәрен, күтәреп алды. 1968 йылда тыуған улымды, 1971 йылғы кесе ҡыҙымды һөйөргә лә насип булды уға. Өләсәһе вафат булғанда,  Нәркәскә саҡ ҡына бер йәш тулмай ҡалды. Әсәйемдең ҡырҡын үткәргәндә, ҡыҙымдың теле асылды. Беренсе һүҙе лә «атай» булды. Флүрә, шулай итеп, өс бала әсәһе булып китте.

Башҡорт йәмәғәтселеге ҙур юғалтыу кисерҙе: йәшләй генә БДУ-ның филология факультетында уҡытып йөрөгән талантлы ғалимыбыҙ Марат Минһажетдинов  1972 йылда, студенттары менән фольклор экспедицияһында йөрөгәнендә, ваҡытһыҙ донъянан китте. Уның урынына кафедраға мине Өфөгә саҡыртып алдылар. Ғаиләм ауылда ҡалды. Ҡасан һораһам,  шунда ҡайтып килергә рөхсәт иттеләр. Юл юҡ, уның ҡарауы самолет осоп тора. Иртәнге сәйҙе Бөрйәндә эсеп, төшкө ашты Өфөлә ашап, өсөнсө парҙа дәрес үткәреп торғаным булды. «Бөрйән тиҙәр. Бына күрәһегеҙме Бөрйән нисек булғанын?»–   тип студенттарға шаяртып ала торғайным.

Ике йылдан миңә ике бүлмәле фатир бирҙеләр. Ғаиләмде Өфөгә күсереп, бергә йәшәргә форсат тейҙе. Ике йыл эсендә фатир алғандар бик һирәк ине ул ваҡытта. Шулай итеп, беҙҙең торлаҡ мәсьәләһе тиҙ хәл ителде. Өс балалылар ҡалала күп балалы ғаилә иҫәпләнһә лә, беҙҙең иҫәп балаларҙы бишәү итеү ине. Тик уйлағанса килеп сыҡманы.  

– Әхмәт ағай, ғаилә ҡорғанда, ул ныҡлы булһын өсөн, йәштәр нимәгә иғтибар итергә тейеш?
– Рухи яҡтан уртаҡлыҡ үә яҡынлыҡ булһын. Ҡатыным менән икебеҙ ҙә филолог, ҡыҙыҡһыныуҙар бер йүнә­лештә, аңлашып, татыу йәшәнек. Тол ҡалғанымда мин 56 йәштә инем. Ейән-ейәнсәрҙәрем өләсәй тип әйтерлек иш булһын тип, рухташ, үҙе лә фольклор менән шөғөлләнгән радиожурналист Фәниә Хәлитоваға өйлән­дем. Уның тәҡдиме буйынса йырсы, ауылдашым Ғилман Сәфәрғәлин, йырсы Фәрит Бикбулатов, композитор Роза Сәхәүетдинова тураһында бер нисә тапшырыу эшләгәйнем. Фәниәгә шунда күңел ятты. Балаларым да, ейән-ейәнсәрҙәрем дә уны яҡшы ҡабул итте. Ул күптән хаҡлы ялда. Әммә республикабыҙ халҡы уны әле лә яҡшы белә, сөнки уның 33 йыл буйы әҙерләгән тапшырыуҙары һаман «Ашҡаҙар» радиоһында йыш ҡабатлана.  

– Ҡыҙ балаҡайымды ҡыҙғанам, тип йырлар булғандар. Ҡыҙҙарығыҙҙы кейәүгә биреү ҡыйын булдымы? Әллә «Ҡыҙ китә – ҡый китә», – тинегеҙме?
– Был хаҡта кейәүгә бараһы ҡыҙ, кәләш алаһы егет менән ваҡыты еткәс кенә әңгәмәләшеү – һуңлау була. Алдан хәстәрләп, фольклор аша ла тө­шөндөрә йөрөр кәрәк, тип уйлайым. Беҙҙең осраҡта, үҙҙәре һайлағас, бере­һенә лә ҡаршы килмәнек. Бер-бер артлы ейән-ейәнсәрҙәр бүләк итә башланылар. Гөлнара киленде лә шулай алдыҡ. Жәлилде 2-се училищеның художество бүлегенә бирҙем. Килен ме­нән ул шунда табышты. Буласаҡ киле­небеҙ ҡыҙҙарым менән дә, Флүрәм ме­нән дә уртаҡ телде тиҙ тапты. Жәлилде ил сиге һаҡсылары ғәскәренә оҙа­тып, көтөп алды. Улым хеҙмәттә саҡта ла ул ҡыҙыҡай беҙгә килеп йөрөнө.

Борон тәүҙә ата-әсә балаһының ише буласаҡ кешене башҡалар аша белешеп йә күреп-белеп кенә никахлаштырғандар. Ә уға тиклем ике яҡ та бер-береһен ете быуынға тиклем тикшергән.  Холоҡтары нисек, нәҫел ауырыуҙары юҡмы, тигән һорау ҡы­ҙыҡһындырған уларҙы.
Балаларым фольклор йыйынтыҡтарын уҡып үҫте. Ваҡытлыса мауығыу бул­маған был. Жәлил улымдың карти­наларында фольклор мотивтары өҫтөн­лөк итә. Ләйсән «Башҡорт әкиәттәрендә әхлаҡи һайланыш» ти­гән темаға диссертация яҡлап, фәл­сәфә фәндәре кандидаты булыуға өл­гәште. Нәркәс тә ғилми эшен әҙәбиәт менән фольклор бәйләнеше буйынса һайланы.

– Тәбиғәтегеҙ менән һеҙ йыш ғашиҡ булыусанмы?
– Матурлыҡҡа һоҡлана белмәгән кешене аңламайым. Ғашиҡ булыу бер нәмә, мөхәббәт – икенсе. Аҙым һайын ғашиҡ булам. Мине, ғәҙәттә, кешенең эскерһеҙлеге арбай. Йәш бара, әммә үҙемде әле ҡарт тип иҫәпләмәйем. Оло йәшкә еткәс, Хужа Насретдин: «Йәш ваҡыттағы кеүекмен», – тип маҡтанған, ти, бит. «Уны нисек белә­һең?» – тип һорағас: «Анауы ташты күрәһеңме? Уға йәш ваҡытта ла көсөм етмәне, әле лә көсөм етмәй», – тигән. Шуның һымаҡтыр, бәлки.

Көн дә иртән йүгерәм. Үҙебеҙҙең эргәләге паркты урап сығам...
Минең быуын тотош әсә тәр­биәһендә үҫте. Йомшаҡлығыбыҙ ҙа, нескә күңелле булыуыбыҙ ҙа, кәрәк ваҡытта ҡырыҫ­лығыбыҙ ҙа – шунандыр. Әле лә, йәсле­нән алып мәктәпте бөткәнсе, гуманитар вуз һәм факультеттарҙа ла ир заты – ҡатын-ҡыҙ тәр­биәһендә. Статистик мәғлүмәттәр буйынса, хәҙер үҙенең ирлек бурысын үтәр йәше ир-аттың иртә тамамлана. Сөнки унда ҡатын-ҡыҙ башланғысы үҫешә.
Егеттәрҙе уҡытыусыларҙың әҙ генә эш хаҡы ҡәнәғәтләндермәй. Улар, ғаиләһен ҡарар өсөн, ҡырыҫ Себер яҡтарына юллана. Донъя, ил кимәлен­дә берәй киҫкен хәлгә килеп төртөл­мәйенсә, беҙҙә алдан күҙаллау сараһы күрелмәй. Ваҡиғаны бер ун йыл алдан күрә белеү кәрәк. Ошоноһо ярап торор, быныһы бара әлегә, тигән кеүек эш итәбеҙ. Ә бындай ҡараш, ваҡыты еткәс, төҙәтеп булмаҫлыҡ хаталарға килтерәсәк. Шуның өсөн  киләсәкте алдан күҙаллай башлаһаҡ ине.

Үҙенең 75 йәшен түңәрәкләгән билдәле ғалим, аҡһаҡал Әхмәт Мөхә­мәтвәли улы Сөләймәновҡа журналы­быҙҙы уҡыусылар исеменән ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, Фәниә апай ме­нән тигеҙ ғүмер итеүҙәрен теләйек!

Гөлназ ҠОТОЕВА әңгәмәләште.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook